...Айтуған үҙҙәре ҡайтмайынса Көнтөшмәҫтәге оянан сыҡмаҫҡа тип ныҡлап киҫәтеп киткән булһа ла, Үләтле яланында усаҡ баҙлай ине. Ут яҡтыһында Аҡсабыйҙы күреүенә аптыраманы Алғыр. Бабалар шулай инде, алдан күҙаллай торған илаһи заттар бит ул.
– Ай-яй-яй-яй... – Былай ҙа көнгә-елгә ҡарайған сурыш йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡараңғыланды ҡартластың. – Ишкән икән Айтуған улан эштең еллеһен... Бүзәнде юҡ итеү арыу эш булһа ла, ҡарғышы артыҡ хикмәтле.
– Хаҡҡа сығырлыҡмы ни, бабам, шул иҫәүәндең генә һүҙҙәре? – Алғырға ла ҡарттың борсолоуы йоҡмай ҡалманы.
– Аҡылы булған зиһенле кеше бер ваҡытта ла ҡарғыш әйтмәҫ, балам. Күктән уҙып, яҙмыш һыҙаһың икән әҙәм балаһына, тәкәбберлегең өсөн Уның ҡаршыһында яуап бирәһең бар бит! Ә иҫәүәндең тел төбөндә хикмәт ятыр. Иҫе сыҡҡан саҡта ул йәндең ҡайһы доньяны байҡап йөрөүен кем белә? Йә Күккә олғашып изгеләрҙең һүҙен ишетәлер, йә Ер аҫтына төшөп шайтан затын тыңлайҙыр. Үҙ уйлағанын түгел, шул донъяларҙың шауҡымын килтереп әйтә бит ул Килтәй кеүектәр. Иҫе инәрле-сығарлыларҙың рәнйешенән һаҡлан,балам.
– Күҙҙәре лә ике төрлө...
– Эйе, Күк төҫөндә бер сырағы, икенсеһе – гүйә мәтеһе аҡтарылған Ер...Ике тарафта ла йөрөүе бик мөмкин.
– Ауырлыҡ килтерҙекме күсебеҙгә, бабам?
– Күсебеҙгә генә түгел, тотош ҡәүемебеҙгә көн асылмаған ваҡыт та килер, уланым. Беҙ күрмәҫбеҙ уны, күтәрмәҫбеҙ. Киләһе быуындар өсөн йәнем ҡарая...
– Алғышы бар ҙа һуң, бабам, алдыра алмаҫбыҙмы ни ҡарғышты?
– Беҙ Айтуғандан өлкән быуын бит, балам.
– Улайһа, киләһе-китәһе быуындарға Килтәйҙең ҡәберен һаҡлау фарыз да бит... Сәсте инде уның һөйәген Айтуған йән-яҡҡа...
– Был уйың хаҡ, Алғыр. Һаҡларға кәрәк... Тик нисек... Тороп тор... Килтәйҙең һөйәген һырт буйлап сәскәс, шул һырт тоташ ҡәберлек булып һанала ла баһаң! Тапап йөрөй торған ер булғас, үткән-һүткән һайын теләк теләргә йәтеш.
– Изге юлда йөрөрмөнмө-юҡмы, аҡһаҡал йәшенә етәмме-юҡмы, әммә халҡым өсөн һәр саҡ изге теләктә йөрөрмөн!
– Һа-ай әйткән һүҙең, улым...
* * *
– Ҡарағай ҙа тигән ҡаты ағас
Ыжғыр елдәргә лә бирешмә-ә-й, –
башта күкрәкте ҡыҫып торған бер әрнеүҙе таратып ебәрер өсөн генә мөңгөрәй башлағайны Аман. Тора-бара әллә башланып ҡына торған көҙҙөң саф һауаһына тыны асылдымы, әллә тирә-йүндең матурлығына ирәбеләнеп киттеме, тигеҙ, моңло тауыш көсәйгәндән-көсәйеп, Олотау итәгенән Мәндем үҙәненәсә зыңғырлап таралды. Елтләтә баҫып йәнәшенән килгән ейәне лә, дауам ит, тигәнде аңлатып, күҙҙәрен тултырып ҡарап ҡуйҙы.
– Ирмен тигән, һай, ир кешегә
Башын түбән эйеү килешмә-ә-әй-й-й.
Һағыштарын түккәнсе йырланы ла ҡуйҙы етмеш ете йәшлек уҙаман. Ғүмер буйы тыуған ер, ил, халҡым тип тир түккән, һуңғы күҙәнәгенә тиклем идеяларына тоғро ҡалған ата коммунист булған кешегә рәхәтме ни әлеге хәлдәр? Күҙ күременә тиклем иген баҫыуы ине ләһә ошо ҡырҙар! Әле иһә ашатыусы, туйындырыусы булған тыуған тупраҡ шыҡһыҙ ҡарағура баҫып етемһерәп ҡалған... Көндө төнгә, төндө таңға ялғап күпме көс һалынған колхоздары тарҡалды. Уның беләк көсө кергән күпме ҡаралты-ырҙын табағы, теҙелеп киткән келәт, гараж, автогараж, һөт фермаһы биналары – барыһы ла ташландыҡ, ҡотһоҙ-йәнһеҙ. Бәғзеләрен инде, емереп ҡулайлаштырырҙай материалы булғандарын, емереп ташып алғандар. Комбайн-машиналар тауышынан гөрләп торорға тейешле ерҙәрҙә унда-һанда кеше малы көйшәнеп йөрөй. Күпме кешенең көсө, аҡылы, таһылы түгелгән олоғара донъя аҫты өҫкә килеп туҙҙырылһынсы әле! Ыжғыр елдәргә бирешмәгән ҡарағайың түгел, ҡарағайҙан былай ныҡ билле аҫау ирҙәрең һығылып төшөрлөк... Ниндәй ауыр һуғыш йылдарында ла ерҙе тәләф итеп, исраф итеп бер ни сәсмәй-урмай ултырманылар ҙаһа халыҡ!
Етәкселәрен дә ташҡүлсәйем инде. Өмөт бағлап, “башлыҡ бул” тиерлектәре яуаплылыҡтан ҡаса. Кеме ғәмһеҙлеккә, кеме эскелеккә, кеме Себергә... Халыҡ өсөн арҡырыны буй һалмаҫтайҙары көсө еткәнгә көсөктәй булып, көсө етмәҫтәйгә күтләкләнеп, юғарыға, вазифаға ынтылып ята. Ана, береһе, һайлау ваҡытында өйҙән-өйгә йөрөп, кемде алдап, кемде юхалап, кемде ҡурҡытып тигәндәй депутат булып һайланды ла, эреле-ваҡлы бер түрә булып, менеп тә ултырҙы. Яҙылған закондарҙы боҙорға ояты еткәнде, яҙылмағандарын – Хоҙай Тәғәлә һәм выждан ҡушҡандарын үтәр тиһеңме уны? Үҙе кеүек иманын һатҡандарға арҡалана инде ул, ябай халыҡ зарынан алыҫҡараҡ ҡаса.
Бөтөн ил буйынса әллә ниндәй ғәрәсәт-емереү сәйәсәте бара. Төҙөлгәне – ватыла, асылғаны – ябыла, яуланғаны – баш тартыла. Унда – мәктәп, бында – дауахана, тегендә – кешегә эш вә аш урыны биргән тағы берәй ойошма... Йәшәргә, эшләргә, алға ҡарап өмөт итергә юлдар ябыла, шуныһы ҡурҡыныс. Үҙеңдең тормошҡа ҡарағанда уҙмышҡа яҡыныраҡ йәшкә еткәнеңде уйлаһаң хәсрәт тә юҡ кеүек. Әбейе менән икеһе ҡорған донья үҙ ғүмерҙәренә етерлек. Сей утын яғып, мәкенән һыу ташыйһы түгел, айҙыҡын-айға пенсия аҡсаһы ла килеп тора. Һаулыҡ та бер сама арыу ғына... Балалар бар бит! Ейәндәр ҡала. Бигерәген дә эргәһендәгеһе – Арыҫланы өсөн йөрәге яна. Төпсөк кенәһенең төпсөк малайы өсөн. Хәҙерге заманда, һәр береһе үҙенә терһәкләп тә, телләшеп-тешләшеп тә юл ярғанда, был сабый үҙен нисек яҡлай алһын? Рәнйетеп күҙ атһалар ҙа, һүҙ әйтһәләр ҙә, ҡайтарып әйтеү түгел, яҡларлыҡтарҙан ярҙам һорарлыҡ та теле юҡ бит баланың. Сәләмәт тиңдәштәре, ана, ауылда башланғыс мәктәп ябылғас, күрше ауылға йөрөп булһа ла уҡырға төштө, ҡалғаны үҙ тырышлыҡтарынан тора. Ә Арыҫланды нимә көтә? Балалар аяуһыҙ бит ул, дүрт һаны теүәл, зиһене камил тиңдәштәренән дә мыҫҡыл итеп көлөргә, түкмәсләргә сәбәбен таба, ә бының кеүек етешһеҙлеге булғаны бигерәк тә кәмһетеү сәбенә әйләнә лә ҡуя инде. Ер аяғы-ер башы ергә интернатҡа апарып ырғытаһыңмы ни аяулы ғына балаңды артыҡбаш итеп...
...Ә әсәһе һәләк телдәр булды. Үҙе килеп һөйкөмлө лә, башлы ла. Үҫә төшкәс бер һәләте асылды – һандуғасҡа тиң моң эйәһе ине. Атаһының, йәғни Амандың үҙ заманында йырсылыҡҡа уҡырға алып китергә килгән комиссиянан ҡасып, урманда йөрөп ҡалғаны өсөн иң битәрләгәне, көйгәне ошо ҡыҙы булды. Ә үҙе һөнәр һайлар мәле еткәс, сәхнә яғына яҡын да юламаны. Бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер – барыбер тауышы өҙөлөп ҡуйҙы. Ҡасан бит әлеү! Йыр конкурсында финалға сығып, еңергә бер ынтылыш ҡына ҡалғас! Ойоштороусылар ҙа, тамашасылар ҙа бик яратҡайнылар үҙен. Хистәрен күрһәтеп бармаған Аман да, ҡыҙының тауышын радио-телевидениела яңғырағанын ишеткәндә, күҙҙәре шәмәреп киткәнен тоя ине. Әллә ниндәй сер бит ул – моң. Ерҙәге гонаһлы йәнде Күккә, илаһилыҡҡа тоташтыра алырлыҡ оло көс. Кәүҙәләрен килештереп былтанлатҡан, тауышы ҡарғаныҡынан саҡ ҡына арыуыраҡ берәү еңеп ҡуйҙы ул конкурста, ә Амандың ҡыҙы шунан бирле йырламай. Әллә, халыҡ әйтеүенсә, күҙ тейгән, әллә һүҙ... Бәлки, ысынлап тауышы өҙөлгәндер, самалағанда ошо балаға, Арыҫланға, йөккә ҡалған осоро булған да инде, көс төшөрөргә ярамағандыр тауыш ярыларына...
Ҡандай шатланғайны Аман малай тыуғас. Тәкәбберлегенә барып, нәҫелдәренең моңо ошо балаға күскәндер, тип юрап та ҡуйғайны. Ә ул ана нисек килеп сыҡты – йырлау түгел, өнө лә юҡ баланың. Бер ҙә генә ҡарап йыуанырлыҡ, киләсәге өсөн бошмаҫлыҡ сараһы юҡ Амандың ошо донъяла. Өйөндә булһа – өйөндә ейәне телһеҙ, иленә ҡараһа – илендә халҡы өнһөҙ. Нимә насар, нимә яҡшы икәнен аңлап тойоп тора ҡайһыһы ла, ә рәнйетеүселәренә ҡаршы, аңһыҙ-йөрәкһеҙ түрәкәйҙәренә, башһыҙ башлыҡтарына ҡаршы ла бер һүҙ әйтә алмай, батырҙарын ҡанатландырырлыҡ, сәсәндәрен елкендерерлек, зыялы-булдыҡлыларын хупларлыҡ та һүҙ тапмай, э-эх! Тағы ла һайлау кампанияһы етте, ана. Һаман бер балыҡ башы – лайыҡтарын көсләп тә, алдап йолдап та, ситкә тибер сараһын табалар, һөнәрһеҙҙәре, иманһыҙҙары кеше башын тапап-бутап һаман власҡа үрмәләй...
Урманды сығып, Килтәй һыртына аяҡ баҫҡас, йөрәкһеүенән йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй тағы ярһып киткән аҡһаҡал аҙарынып туҡтап ҡалды. Ғүмер буйы ата коммунист булып алла-муллаларҙы бар тип тә белмәһә лә, ейәненең киләсәге, халҡының күрәсәге өсөн киләһе быуындарға бәхет һорап, әллә ниндәй белгән-белмәгән, ышынған-ышанмаған көстәргә ялбарырға ла, булған-булмаған вә ҡылған-ҡылмаған гонаһтары өсөн тәүбәләргә килеп ғәфүҙәр һорарға ла әҙер ине ул. Әҙер генә түгел, шунда уҡ тыуған тупрағына теҙләнеп, ғәзиз еренә күҙ йәштәрен ҡоя-ҡоя әллә Ерҙән, әллә Күктән халҡына еңеллек биреүен һорап үтенде, ялбарҙы, талап итте...
Әле генә болот, әле генә ҡояш булып кәйефе ғашиҡ ҡыҙҙай уйнап торған көҙҙөң тағы башы әйләнде. Елеккә үтерҙәй иҫкән иртәнге ел ҡапыл мәрхәмәтлерәк булып китте, күктең зәңгәре нығыраҡ баҙыҡланды.
Әллә ҡартлыҡтан аҡылдан яҙыу ошо буламы икән тип, үҙ ҡылығынан үҙе шаңҡып ултырған аҡһаҡалды беләгенән тартҡылап торғоҙорға маташҡан ейәне иҫенә килтерҙе:
– Олатай, тор инде, әйҙә ҡайтайыҡ.
Ейәненең ихтыярына буйһоноп, ҡайтыр һуҡмаҡҡа төшкән ҡарт Мәндем кисеүенә еткәнсе әле генә ниндәй мөғжизәгә юлыҡҡанын аңламаны ла.
Фото: Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВТЫҢ “Һыбайлы” тигән картинаһы.
Аҙағы.