+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ноябрь 2021, 16:00

ҠАЙТЫУ Хикәйә Беренсе өлөш

Вәсилә өҫтәл түрендәге улынан мәжлес бөткәнсе күҙен алманы. Кисә генә ҡайтты бит ул. Кисен. Футболкала, салбарҙа. Аяғында кроссовка. Поезда бергә килгән иптәшенә булған ғына аҡсаһын биреп ебәргән. Ярай, иң мөһиме – иҫән-һау. Иң мөһиме – эргәлә. Ҡунаҡҡа бармайым, тип ҡырт киҫһә лә, нисектер аҙаҡ ризалашты. Ана ул – ҡап-ҡара, яры ла һөйәк. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, өф итеп торалар, ә уның иғтибары ла юҡ. Үҙе бер донъяла һымаҡ. Быяла һауытҡа ингән дә, бер кемде лә күрмәй, бер кемде лә ишетмәй. Кеше шулай танымаҫлыҡ булып үҙгәрер икән...

ҠАЙТЫУ Хикәйә Беренсе өлөш
ҠАЙТЫУ Хикәйә Беренсе өлөш

Эргәһендәге Миңлеханы ҡатынына әллә нәмәләр һөйләп көлдөрөргә маташты. Тәрилкәһенә төрлө турамалар тултырҙы. Алдына емеш-еләк өйҙө. Улының да, әсәнең дә тамағына аш бармағас, ни хәл итәһең!

– Берәй рүмкә ебәр инде! Нимә аңшайып ултыраһың?

“Эй, ир кеше ни ул! Булды ни ҙә ҡалды ни!”

Вәсилә, таралышыр алдынан шау-гөр килгән кешеләр араһына инә һалып, гөпөлдәтә баҫып бейергә керешкән Миңлеханға әүрәгән арала, улы Байрастан күҙ яҙлыҡтырҙы. Инде берәүҙә лә тәүҙә ҡәҙерле ҡунаҡ иттереп түргә мендереп ултыртылған һалдат ҡайғыһы юҡ ине. Әсәнең йөрәге жыу итеп ҡалды. Күңелен хафа, шом биләне. Ишек алдында тәмәке тартҡан ирҙәр араһында ла юҡ. Ярай, ҡайтҡандыр, тип үҙен тынысландырып маташты ул.

Байрас ысынлап та ҡайтып, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә рәшәткәгә һөйәлеп ултыра ине. Башын күтәреп, төпһөҙ күк йөҙөнә баҡҡан. Ай яҡтыһында уның йөҙө тағы ла шомлораҡ күренә. Миңлехан:

– О! Улым! – тип эйелеп ҡосаҡлайым тигәнсе, уның өҫтөнә ауыҙы. Һикереп торған Байрас атаһын бер секундта елтерәтеп, һелкетә ултыртып ҡуйҙы. Шаңҡыған ир бер нәмә лә аңламай ҡалды.

Вәсилә тамаҡ төбө менән:

– Бар, балам, йоҡла, – тип кенә әйтә алды. Байрас йәһәт кенә өйгә инеп китте. Күп тә тормай һалдатты һорап, йәштәр килеп етте. Уларҙы: “Йонсоп ҡайтҡан, ял итһен”, – тип кире ебәрергә тура килде.

– Атаһын... ҡыуанып ҡына йөрөгән атаһын... – Миңлехан, телгә килеп, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Әсә кеше өндәшмәй генә эскәмйәгә ултырҙы ла иренең һуңғы йылдарҙа салланып өлгөргән шырт сәсле башын күкрәгенә ҡыҫты. Был донъяла япа-яңғыҙ ҡалғандай көйәләнгән ата һәм әсә Саҡ менән Суҡ зарланыуын тыңлап, тынып ҡалды.

                            ***

Вәсилә төндә йоҡламаған көйө, таң һарыһынан тороп, ҡоймаҡ ҡойҙо, мейескә муйыл бәлеше тығып ебәрҙе. Көн аяҙ булһа ла, Миңлехан да бесәнгә китергә ашыҡманы. Бүтән мәл “ямғырҙар башланмаҫ борон эште бөтөрәйек” тип үрһәләнер ине әле. Уның өсөн байрам – улы ҡайтҡан! Әрменән! Тик бына ауылдаштары, туғандары алдында ҡупайып күрһәтергә хәрби кейеме генә юҡ. Булмауы хәйерле. Байрас әйтеп һалды бит. Һалдат кейемендәге егеттәрҙе поезда үлтергәндәрен. Ул ҡәһәрле территорияны үткәнсе ҡоттары ус төбөндә булғандыр инде егеттәрҙең...

Самауыр, шыжлап, өҫтәлгә ҡунғас, Вәсилә иренә Байрасты уятырға ҡушты. Миңлехан, аяҡ осона ғына баҫып, бүлмәнең ишеген асып, тамаҡ ҡырҙы ла, кире әйләнеп килде:

– Юҡ ул...

Вәсиләнең йөрәге тағы табанына төштө. Ишек алдында ла күренмәне лә баһаң! Шым ғына сәй һөрпөлдәткән мәлдә Байрас килеп инде. Һикереп торған ата-әсәһенә иғтибар бирмәй, бүлмәһенә үтте. Артынан ауыр тәмәке еҫе борхоп ҡалды. Ашыҡ-бошоҡ йыуынды ла ашарға ултырҙы. Һүҙҙе нимәнән башларға ла белмәгән ир менән ҡатын, бер-береһенә ҡарарға ла ҡурҡып, тынып ҡалды. Вәсилә йылы ҡоймаҡты бала алдына шылдырҙы. Миңлехан бал менән ҡаймаҡты яҡынайтты. Байрас балды бер ҡалаҡ ҡына ҡапты. Ҡаймаҡҡа бөтөнләй ҡағылманы. Бер-ике ҡоймаҡты ашағас, сәйен дә эсеп бөтмәй, ҡапыл тороп, бәҙрәфкә йүгерҙе.

– Эй, балаҡай... – атаның алҡымына төйөр, әсәнең күҙенә йәш тығылды.

Байрас, тыштан ингәс, сәйгә кире ултырманы. Бүлмәһендәге карауатҡа ауҙы. Төпкә батҡан күҙҙәрен түшәмгә текәне. Өйҙә ауыр тынлыҡ урынлашты. Әйтерһең дә, һалдат армиянан ҡайтмаған, әйтерһең дә, ата менән әсә һаман да билдәһеҙлек алдында яфалана.

***

Билдәһеҙлектән дә ауыр яза юҡтыр кешегә. Вәсилә шундай ҡаты һынау үҙенә лә эләгер, тип һис уйламағайны. Юғары уҡыу йортона инерҙәй һәләте булған башлы Байрасты, өйҙө һалып бөтәйек әле, тип эргәләге Аксен ауыл хужалығы техникумына ебәрҙеләр. Ебәрҙеләр түгел, Вәсиләнең идеяһы булды был. Ҡайтып йөрөр, хужалыҡта ярҙам итер, тип уйланы. Ололарға ҡаршы бер һүҙ әйтеп өйрәнмәгән тыңлаусан, күндәм бала зоотехник һөнәрен үҙләштергәс: “Гел уҡыу ҙа уҡыу булмай, аҡса эшләп алайым”, – тип эшкә төшөргә йыйынды. Тик шул көҙҙә үк армияға алынды, Өфөлә хеҙмәт итә башланы.

Бер мәл һалдаттан: “Мине Тольяттиға учебкаға ебәрәләр, ярты йылдан Өфөгә кире ҡайтам”, – тигән хат килде. Миңлехан: “Ай-һай...” – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. “Нимә ай-һай! Нимә ай-һай! Ҡайтыр!” – тип ҡыҙып алып китте үҙе лә шомлана башлаған ҡатын.

Ул арала ауылды ҡара ҡайғы баҫты. Түбән оста йәшәгән почта ташыусы Зөмәрә апайҙың берҙән-бер улы Чечнянан цинк табутта ҡайтты. Уны ике хәрби оҙата килгәйне. Зөмәрә апай балаһының үлеүенә ышанманы. Табутты асып күрһәтеүҙе талап итте. Шул ауыр һөйләшеүҙең шаһиты булған Вәсилә менән Миңлехан: “Ерләргә килербеҙ”, – тип ҡайта һалып киттеләр. Ҡәбер өҫтөнә һынһыҙ йығылған әсәне күргәс, улар был хәлдең аяуһыҙ ысынбарлыҡ икәнлегенә инанды. Әсә: “Күрһәтмәһәгеҙ,  ерләгәндән һуң, һеҙ киткәс ҡаҙып алып ҡарайым! Минең улым тере!” – тигәс, табутты асып, башын ғына күрһәткәндәр, тигән хәбәр таралды. Һалдатты ҡәҙерләп, автомат залптары менән, веноктар, сәскәләр менән күмеүҙәнме һуң! Вәсилә Зөмәрә апайҙы йыуатып бер нәмә лә әйтә алманы. Ни әйтһәң дә артыҡ, файҙаһыҙ һымаҡ тойолдо. Ҡайғынан һарғайып, ауырыуға һабашҡан почта ташыусыны бер туған апайы Раевкаға күсереп алып китте. Зөмәрә апай менән хушлашырға килгән кешеләр уны һуңғы юлға оҙата һымаҡ күренде. “Ул ниндәй мәғәнәһеҙ уй ул – һуңғы юлға оҙата тигән?” – Вәсилә күңелһеҙ уйҙарынан үҙе оялып китте. “Апайы балнисҡа һалып, эшкиндереп алыр әле. Һауыҡҡас, йән яраһы төҙәлгәс, ауылға һелкетә баҫып ҡайтып төшөр! Эээй, нимә юҡты һөйләйһең? Йән яраһы төҙәләме ни ул? Ана бит. Тағы тиҫкәре уйҙар башты ҡаңғырта!”

Ярты йыл тиҙ генә үтә һалып та китте. Байрастан: “Мин Өфөлә”, – тигән ҡыуаныслы хәбәр алғас, Вәсиләнең башы күккә тейҙе. Әммә күп тә үтмәй: “Беҙҙе Ҡазанға ебәрәләр”, – тигән хат килде – шуның менән улар араһындағы бәйләнеш өҙөлдө. Көн артынан көн, ай артынан ай үтте. “Тереме ул бала, үлеме? Чечняға ғына алып китә күрмәһендәр!” Әсәнең кереш һымаҡ тартылған нервыһы бына-бына өҙөлөп китер һымаҡ ине. Ярай әле эргәһендә Миңлеханы бар. Ара-тирә көсөңдө төшөрөп алырға. Әлдә уныһы сабыр, ҡатынының ни өсөн юҡҡа-барға ла ҡабынып барыуын аңлай. Вәсилә ҡыҙа башлаһа, ҡаршы ирәгәләшмәй, йә мал араһына сығып тая, йә гәзит тота һалып ултыра.

Тиҙҙән Байрастан өҙөлөп көтөлгән хат килде. Тышта уҡ конвертты йыртып асҡан Вәсиләне ул ҡыуандырманы.

– Байрасҡа бер-бер хәл булғанмы әллә? – тине Миңлехан ҡобараһы осҡан ҡатынын күреп. Хатты уҡығас, йылмайып ебәрҙе: “Бына ла баһаң. Хеҙмәт итә. Чечняла булһа һуң. Ир кеше бит ул. Бирешмәҫ. Байрас ул беҙҙең – ух! Урус-Мартанда хеҙмәт итә. Барыһы ла һәйбәт. Иҫән-һаумын тигән.” Был һүҙҙәрҙе әллә Вәсиләһен, әллә үҙен йыуатыр өсөн генә әйтте ул.

Шул көндән бирле улар телевизорҙан яңылыҡтарҙы һағалап ҡына торҙо. Күршеләре, таныш-белештәре лә Чечня тураһында яҡшыраҡ һүҙ ишетһә, йә йүгереп инә, йә шылтырата һала. Бер мәл Урус-Мартанда көсөргәнешлек тураһында хәбәр иттеләр. Эфирҙа – хараба. Шул тиклем емереклектәр араһында иҫән ҡалыусы бар микән һуң ул? Вәсиләнең йөрәге ҡыҫылды. Йөҙө күгәрҙе. Ҡыҫҡа-ҡыҫҡа, һиҙелер-һиҙелмәҫ тын алып, арҡаһы менән диванға терәлде. Тыштан килеп ингән Миңлехан уны шул рәүештә күрҙе. Нимә эшләргә лә белмәне. Йүгереп йөрөп валидолын, корвалолын бергә ҡойоп килтерҙе. Көсләп ҡайнар сәй эсерҙе, һыуына башлаған ҡул-аяғын ыуҙы.

 

Дауамы бар.

Автор:Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.
Читайте нас: