Вәсилә, бер аҙ ятып алғас, үҙен ҡулға алды. “Ҡарама шул яңылыҡтарҙы, йөрәгеңде бөтөрөп!” – тип дөрөҫ әйтә ире. Тик сәғәте-минуты етһә, сихырланған һымаҡ шул тере йәшник алдына бара ла ултыра шул. Ни хәл итәһең!
***
Вәсилә шул ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп: “Аллаға шөкөр, балабыҙ эргәлә”, – тип уйлап, түрбашта өйрөлөп-сөйрөлдө.
Асыҡ ишектән бәпәйҙәр ләпелдәшкән тауыш ишетелде. Вәсиләнең йөҙө яҡтырып китте:
– Улым, апайыңдар килгән, сыҡ! – тине ул, ҡыуанып.
Тәтелдәшкән игеҙәк балалар өй буйлап йүгерергә тотондо. Шәүлә һымаҡ шыуып, шым ғына иҙән уртаһына сығып баҫҡан Байрас апайына ҡул биреп күреште лә бүлмәһенә кире сумды. Вәсилә һалдат күрергә килгән туғанына ни әйтергә лә белмәне. Өҫтөнә менеп сәрелдәшеп аунаған сабыйҙарҙы һаҡ ҡына ҡағып төшөргәс, Байрас урамға сыҡты. Ҡустыһының был ҡыланышына ҡылтайған апай кеше сәй ҙә эсмәй, балаларын өйөрөлтөп алып, ҡайтып китте. Геү килеп торған өй тағы шомло тынлыҡҡа сумды.
– Һуң, балаҡайым, бәләкәстәрҙең күңелен күрһәң ни була? Һин юҡта тыуған сабыйҙар бит улар... – ҡайҙан әйттем, тигән көнгә төштө әсә, улының үҙенә әйләнеп ҡараған быяла күҙҙәрен күргәс.
Кисен Миңлехан өҫтәлгә араҡы ултыртты.
– Эс, улым, бәлки, яҙылырһың... артығы – харам.
Байрас араҡыға ытырғанып ҡарап алды ла, рүмкәне ҡулы менән ситкә ышырҙы. Миңлехан:
– Маладис, – тип әйтеүҙән башҡа һүҙ тапманы. Тәрилкәһенән алып, бер-ике тос билмәнде ләззәт менән сәйнәп йотҡас:
– Шунан, улым. Һуғышырға тура килде инде һиңә... һуғыш булғас, ыһым... – тигәйне лә, Вәсилә өҫтәл аҫтынан уның аяғына баҫты.
– Туҡтале! Нисек унда... теге ней... кеше үлтерергә лә тура килгәндер. Ә нимә! Һалдаттың эше шул! Йә дошман һине, йә һин дошманды, – Миңлехан муйынын салып күрһәткәс, Вәсилә түҙмәне, уға ҡалағын елгәрҙе. Байрас, йыш-йыш тын алып, йоҙроғон төйнәп бер аҙ ултырҙы ла ҡапыл сығып китте. Уның йөҙө ҡурҡыныс булып үҙгәргәйне.
Ауыр тынлыҡ өйҙә көн буйына дауам итте. Миңлехандың сабыны иҫкә төштө. Сапҡан бесәне шыптырҙап кипкәндер. Күпме була баланың күңелен күреп өйҙә ятырға? Машина башындағы багажникҡа тырмалар, һәнәктәр бәйләп һалды. Иртән ҡаңғырып йөрөмәҫкә, тип сүлмәген, сәйнүген хәстәрләне. Иртәгә уны ниндәйҙер изге яңылыҡ, ҡыуаныс көтәлер һымаҡ ине. Эргәһендә ҡатыны әйләнеп-тулғанып ятһа ла, тиҙ генә йоҡлап китте.
– Улым, улым! Әйҙә бесәнгә барайыҡ! Сабынлыҡты күрерһең. Ауыр эш юҡ унда. Тырматып булмаһа, сәй ҡайнатып ултырһаң да еткән.
Таң һарыһынан баланы уятҡанға көйгән Вәсилә, һөт бороп торған еренән килеп, осло бармаҡтары менән Миңлехандың арҡаһына төрттө, зәһәр йөҙө: “Етте, бәйләнмә!” – тигәнде аңлата ине. Уның артынан шым ғына түрбашҡа тәпәйләгән ир: “Әҙерәк елләнеп ҡайтһа, тигәйнем,” – тип бышылданы. “Бәйләнмә!” – ҡатындың ыҫылдап әйткән һүҙенә ныҡ йәне көйһә лә, көсләшеп торманы, бесәнгә бер үҙе китте.
Ебәрә буламы улын әсә бесәнгә! Ана нисек ҡыҙыу ул бала! Гөлт итеп тоҡанырға тора! Нервыһы бөтөндәй ҡаҡшаған! Атаһы һуғыш тураһында һүҙ ҡуҙғатһа! Йәнен көйҙөрһә! Аллам һаҡлаһын!
Һөтһөҙ ҡуйы сәйҙе һемергәндә алдына һикереп менеп һырпаланған бесәйгә Байрас оҙаҡ итеп текәлеп ултырҙы. Ҡулын күтәреп бер һыйпаһасы! Мырлаҡты ҡайһылай ярата торғайны! Малайҙар муйынына тимер сыбыҡ бәйләп һөйрәтеп йөрөгәндә ҡотҡарып алып ҡайтып, үҙе тәрбиәләп алғайны. Хәҙер иҫе лә китмәй! Бесәй егеттең яланғас беләгенә еүеш мороно менән төрткөләп тә ҡараны, иркәләтеүсе булмағас, мыррр, тип үсегеп төшөп китте.
Байрасҡа күңелһеҙ булмаһын, тип Вәсилә телевизор ҡабыҙҙы. Бәйләмен тотоп, эргәһенә ултырҙы. Ҡырын күҙ менән генә улын күҙәтте. Мәғәнәһеҙ генә йәнһүрәттән һуң яңылыҡтар башланды. Эфирҙа танктар, автоматлы һалдаттар күренеү менән экранға текәлгән егеттең тын алышы ауырайҙы, йышайҙы, күҙҙәре көсөргәнеп ҡыҫылды. Ул репортерҙың һүҙҙәрен дә ишетмәй ине, ахыры, бармаҡтары эргәһенән нимәнелер һәрмәп табырға тырышты. Вәсилә тиҙ генә пультты алып, икенсе каналға күсте. Унда ла ауыҙ һыуын ҡоротоп Чечнялағы һуйыш тураһында һөйләйҙәр ине. Байрас өйҙән атылып сығып китте. Вәсилә телевизорҙы ҡайҙан ҡабыҙған көнгә төштө. Әйткәйне бит Миңлеханы, әйткәйне! Ул ниндәй бөткөлһөҙ ҡан ҡойош һуң ул!
Байрас тыштан оҙаҡ инмәне. Һикәлтәлә һарай яғындағы ниндәйҙер бер нөктәгә текәлеп тик ултырҙы. Әсә кешенең уны бәпәй һымаҡ күтәреп йөрөткөһө, үпәс иткеһе, бәүетеп йоҡлатҡыһы килде.
– Улым, – тине ул уның эргәһенә урынлашып. – Нимә эшләп ҡарайыҡ икән? Әллә поликлиникаға барайыҡмы? Берәй дарыу бирерҙәр. Былай булмай ҙа баһа. Ни ашай алмайһың... ни йоҡоң юҡ...
Байрастың ҡарашы! Вәсилә телен тешләне.
Кискә һалдаттың класташ егеттәре килде. Улар менән күрешкәндә Байрастың ҡырыҫ йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сыҡты. “Бөгөн йыйылышабыҙ”, – тигәстәр, Вәсилә ҡаршылашманы, улын тыныс күңел менән ебәрҙе. “Тартыуын тарта, араҡы эсмәй, теге мәл мәжлестән дә айныҡ ҡайтты”.
***
Миңлехан менән Вәсилә керпек ҡаҡмай Байрасты көттө. Төн уртаһы еткәс, ҡултыҡлашып, ипләп кенә (йәнәһе – прогулкаға сыҡҡандар), клуб яғына юлландылар. Йәштәр тауышына ҡолаҡ һалып, әҙерәк тора бирәләр ҙә ары китәләр. Урамдан ауыл осонаса барып, һыу буйынан ҡайттылар. Егеттәр өйөлөшөп яр башында гәп һата торған, тигәйнеләр ҙә, һағалауҙары юҡҡа булды. Исмаһам йөрөгән ҡыҙы ла юҡ бит әле, тип уйланы Вәсилә, әсенеп. Миңлехан да шулай тип уйлағандыр, күрәһең, ҡатынының беләген тәненә нығыраҡ ҡыҫты.
Ҡайтып, йоҡлап ҡына киткәйнеләр, нимәлер дөбөр-шатыр иткәнгә терләп уянды улар. Иптәштәре Байрасты һөйрәп тигәндәй индереп, зал диванына һалдылар.
– Нимә эшләттегеҙ баламды? – тине Вәсилә, аптырап.
– Апай, ҡурҡма. Эсмәйем, тигәс, ҡымыҙға араҡы ҡушҡандар.
– Эй, Хоҙайым...
Әрләнеүҙән ҡурҡҡан егеттәр ялп итеп ҡалды.
Вәсилә улының аяғындағын сисергә булғайны, осора тибелә яҙҙы, ярай әле ялтарып өлгөрҙө. Шуны күргән Миңлехан Байрастың битенә сабып ебәрерҙәй булды, саҡ тыйылып ҡалды. Аптырашып, арҡыс-торҡос ятҡан балаға ҡарап оҙаҡ торҙо улар. Ҡапыл Байрас үкереп ебәрҙе. Уң ҡулы менән иҙәнде һәрмәне, ауып төштө. Һаташып, һикереп торорға итте. Булмаған автоматын тоҫҡап, бушлыҡҡа ата башланы. Вәсилә йүгереп барып утты яндырҙы. Байрас тынысланманы, киреһенсә, яҡтылыҡтан ҡото осоп, өҫтәл аҫтына боҫто, башын баҫып, туңҡайып ятты. Шунан, ҡапыл тәгәрәп сығып, йән көсөнә:
– Танк! Унда яналар! – тип ҡысҡырҙы. – Һыу! Беҙҙекеләр яна! Һыу! Һыу!
Миңлехан түрбашҡа йүгерҙе. Ул килтергән тулы биҙрәне тартып алып, Вәсилә Байрастың өҫтөнә һипте.
...Таңға ҡарай егет тынысланғандай булды. Айный ҙа башлағандыр инде. Тышта һыуыҡ һыу менән йыуынып килде. Хәҙер инде үҙҙәре лә шәүләгә оҡшап ҡалған, йонсоу ата-әсәһе ҡаршыһына баҫып, ғәфү үтенде.
– Ярай, була инде, – тигән булды Миңлехан, йылмайырға тырышып.
– Эсмә, бүтән эсмә! – тине әсәһе, бойорған тауыш менән.
– Әсәй, авиация институтына ебәрһәң, Чечняға эләкмәҫ инем, – улының һүҙҙәре Вәсиләнең мейеһен телеп үткәндәй булды.
– Эйе шул, аҡса етмәҫ, тине лә ҡалды! Өйҙө ни һалып бөтөр инек әле! – Миңлехан да нишләптер ҡыйыуланып китте.
– Һин ғәйепле, әсәй, һин!
Балаһының әсенеп әйткән ошо һүҙҙәре әсәнең өҫтөнә туҡмаҡ булып ябырылды. “Һин ҡайтып күҙгә күренгәнсе күпме ыҙалауҙарым! Ҡартайыуҙарым! Ут йотоуҙарым! Йөрәгем бөттө! Нервым бөттө! Һаулығым бөттө! Ә һин мине ғәйепләйһең!” – тип ҡысҡырғыһы килде әсәнең. Тик өнһөҙ ҡалды. Баланы ҡыҙҙырырға ярамай. Әйтһен әйҙә, үҙенә шулай еңел булһа. Әйтһен. Әсә йөрәге түҙә ул. Түҙә. Бала хаҡына. Бала йөрәге генә һаҡланһын.”
Байрас көн буйы түшәктә аунаны. Тәмәке тартып инә лә ята. Ашамай. Бер туҡтауһыҙ һыу эсә. Ә Вәсиләнең йөрәге яна. “Ул ғәйепле, имеш. Кем ғәйепле һуң? Кем?! Күпме әсә ошо мәғәнәһеҙ һуғышта ғәзиз балаһын юғалтты? Афғандан алған яра бөтәшеп етмәҫтән, Чечняһы егеттәрҙе һыҙыра башланы. Кем өсөн? Нимә өсөн?!!” Был көн дә шулай көсөргәнешлектә үтеп китте.
Иртәгәһенә Байрастың кәйефе яҡшы яҡҡа үҙгәргәндәй булды. Магазинға барып, үҙенә тәмәке алды. Кәнфит, печеньеһын да онотмаған. Бесәнде, кеше ҡушып, Миңлехан ослап ҡуйғайны инде. Икәүләп ҡойманың серек бағаналарын алыштырҙылар.
Тығыҙ төйөн йомшарып, сиселә башлаған һымаҡ тойолдо. Улының төҫө асыла барыуына, ашағанын һеңдергәненә, тәненә бер аҙ ит ҡунғанына әсә һөйөнөп бөтә алманы. Зөлфиә һеңлеһенең улы Русланды армияға алғандарын ишеткәс, Миңлехан: “Чечняға ғына алып китмәһәләр ярар ине”, – тип хафаланғайны. Байрастың һүҙе бер булды: “Уға унда ярамай.” Бигерәк шыйыҡ шул ул бала. Уға нисек автомат тоттораһың!” Бәхетенән, Руслан Ырымбур өлкәһе Троицк ҡалаһына эләкте. Зөлфиә присягаһына барып ғорурланып, ҡыуанып йөрөп ҡайтты.
Бер нисә көндән почта килде. Гәзитте һелкетеп ҡарарға ғәҙәтләнгән Вәсилә, сиҙәмгә кәйелеп барып төшкән хатты ҡулына алды. Күгәрсен районы, Мораҡтан. Кинйәбулатов Инсаф. Бәй, Байрас уны үлде тигәйне лә инде! Тере микән һуң ул? Яңылышлыҡ була ҡалһа! Юҡ, мисәттәге датаһы яңы. Аҙна элек һуғылған.
Әсә хатты улына нисек тапшырырға яйын тапмай ҡаңғырып йөрөгәндә, ҡапҡа алдына машина килеп туҡтаны. Унан бер ҡыҙ менән егет сыҡты. Вәсилә уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды.
– Һаумыһығыҙ, апай! Мин Инсаф булам! – Вәсиләнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. – Ә был һеңлем. Камилә. Бер үҙемде бер ҡайҙа ла ебәрмәй. Эйәрә лә йөрөй!
Аҙағы бар.