-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ноябрь 2021, 13:06

. МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 1Замана ҡиссаһы.

Нәғим Өфөгә тәүге килгән сағында урамда халыҡтың күплегенә, транспорт хәрәкәтенең көсөргәнешле булыуына иғтибар иткәйне. “Күпме кеше, күпме транспорт! Уларға ашарға ғына күпме китә, яғыулыҡ күпме ҡойола?” – тип ауылса фекер йөрөттө ул юлдарҙағы тимер ташҡын ағымына һәм эргәһендә бәрелеп-һуғылып йөрөгән кешеләргә ҡарап.

. МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 1Замана ҡиссаһы.
. МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 1Замана ҡиссаһы.
Былай ҡалаға ул осраҡлы, тип әйтерлек, килде. Сыбыҡ осо апаһының ире, Закир еҙнә, ҡырҙан килгән бер татар, өйөндә ярҙам итергә кеше кәрәк, тип ауыҙланған. Әгәр йорт эшендә оҫталығын күрһәтһә, көҙөн баҙарға ит сабырға урынлаштыра алам, тип вәғәҙә иткән. Нәғимдең атаһы, Хөснулла ағай, Закирҙың электән алдаҡсы һәм вәғәҙәһен үтәмәй торған кеше икәнлеген белгәс, был юлы ла ултыртыр, ләкин Нәғимгә бында эш юҡ. Исмаһам, ҡала күреп, бер аҙ кешесә йәшәргә өйрәнер. Барһын, тип фатихаһын бирҙе.
Нәғим Закирҙың ҡала ситендәге йортонда нимә генә эшләмәне. Бер аҙнала мунса бурап бирҙе, иҙәнен түшәне, түшәм ҡыйығын эшләп ҡуйҙы. Закир уның оҫталығына, таһыллығына таң ҡалды һәм был малайҙы ҡулдан ысҡындырыуҙы көн һайын алтын йомортҡа һалған тауыҡты һуйыуға тиң күрҙе, күрәһең. Яңынан-яңы эш өйҙө, арлы-бирле түләне, ләкин ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышты.
Шулай ике айлап ҡол хәлендә йөрөгәндән һуң Нәғим еҙнәһенә ҡыйыу ғына итеп ни өсөн бында килеүен иҫенә төшөрҙө. Еҙнәй мең тәңкә тоттороп, ҡәйнештең өнөн тығырға уйлағайны, тегеһе, ни эшләтәһең, ҡыпсаҡ бит инде: “Рәхмәт, еҙнәй, атыу хушлашабыҙ”, – тине. Еҙнәй ун мең тоттороп, ҡәйнеште тағы бер айға ҡалырға саҡ ризалаштырҙы һәм ит сабыусы урынын, ант итеп, вәғәҙәләне. Бер нисә көндән еҙнәй үҙе лә һиҙмәй ҡалды һәм ҙур ғына хатаға юл ҡуйҙы. Ихатаһына киңлеге бер метрлы, тәрәнлеге ун метрлы ҡоҙоҡ ҡаҙырға кешеләр саҡырҙы. Оҡшаны был эш Нәғимгә. Күпме түләүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Былар ер соҡоған өсөн бер көндә еҙнә түләгәндән күберәк эш хаҡы алалар икән. Бер ҡатлы ауыл малайы дәртләнеп китеп тегеләр ыңғайына үҙе бер нисә метр ҡаҙып ҡараны һәм был эште бик ҡулай, тип тапты.
Бер егет ҡайта икән, шуның урынына кеше кәрәк. Бригадир Нәғимде үҙенә саҡырҙы. Ике-өс көндән егет ҡыуана-ҡыуана кемгәлер канализация ҡаҙа ине.
Ике йыл шулай ер эше менән булыу файҙаһыҙ үтмәне, егет оҫтарҙы, таһылланды, эштең бар нескәлектәренә төшөндө. Тәүге көндәрҙең эш хаҡына, тотонолған булһа ла, “Жигули” һатып алды, аҙаҡ уң ҡуллы япон иномаркаһына хужа булды.
Бөтәһе лә яҡшы, тик эш миҙгелле, көҙҙән алып яҙға тиклем бер аҙ ҡыҫылырға тура килә. Заказдар юҡ, төҙөлөш эштәре туҡтап ҡала. Шул ваҡыт уны эҙләп әлеге әрһеҙ еҙнәһе килеп етте. Ҡышларға кәрәк бит, Нәғим уның өйөндә төҙөлөш менән шөғөлләнергә ризалашырға мәжбүр булды. Торлаҡ буш, ашарға үҙе әҙерләй, аҙмы-күпме аҡсаһы ла килә. Һәр хәлдә, йәшәргә була.
Шуныһы ҡыйын, йәше күптән еткән, күңеле кәләш һорай. Ҡыҫҡаһы, тестостерон уйнай һәм осраған бер ҡатындың артынан ҡарап ҡала. Бер ҡараһаң, был мәсьәлә хәл ителеү йәһәтенән артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай һымаҡ. Сөнки эсмәгән-тартмаған, һау-сәләмәт Нәғим түгел, уны ҡыҙҙар үҙҙәре эҙләп йөрөргә тейеш һымаҡ. Эҙләмәйҙәр, бәлки Өфө эргәһендә генә еҙнәһенең төҙөлөп бөтмәгән өйөндә мендәр ҡосаҡлап ятыусы ҡара ҡашлы, ҡара мыйыҡлы, хәйләкәр ҡарашлы егеттең наҙ һәм мөхәббәт көҫәп ятыуын белмәйҙәрҙер. Театрға барҙы, концерттарҙы ҡараны, өҫ-башын яңыртты, хәҙер нимә етмәй? Эйе, шул, кәләш кенә кәрәк.
Бер мәл бик һағынғас, Нәғим ауылға ҡайтыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Уны ҡулдан ысҡындырыуҙан ҡурҡҡан Закир ҡото осоп: “Һиңә унда нимә бар? Һинең һымаҡтар көтөүе менән йөрөй, эскегә һалышырһың”, – тип тә ҡараны. “Ауылда күңел һалған ҡыҙым бар”, – тип ысҡындырҙы егет. Дөрөҫөрәге, алданы, уны кем көтһөн инде.
– Ә, һиңә ҡыҙҙар кәрәкме ни? Мин һиңә уларҙы хәҙер көтөүе менән алып киләм. Һайлап алырһың, ҡәйнеш, – тип кәпәренде еҙнәһе.
Ваҡ-төйәк эш, тигән булып, бер көн еҙнәһе ике ҡыҙҙы алып килде. Йыйыштырҙылар, йыуҙылар, аҙаҡ Нәғим эргәһенә кереп ултырҙылар. Таныштылар. Өлкәнерәге ҡайтып китте, Нәсимә тигәне тороп ҡалды. Нәғимгә оҡшаны Нәсимә. Бәлки өйләнер ҙә ине, күңеле лә ылыҡҡайны, ләкин уның ире генә түгел, бер ҡыҙы ла бар икән. Әле ҡыҙы ауылда, әсәһе ҡарай икән.
Нәғим өсөн хәҙер
ауылға ҡайтыу ихтыяжы бөттө, Нәсимә эргәлә, егет иномаркала ғына килеп төшә, икеһе лә ҡәнәғәт. Ләкин бер көн телефонын өйҙә онотоп ҡалдырған. Ашҡынып килеп Нәсимә йәшәгән ятаҡ бүлмәһенең ишеген шаҡыны. Тәүҙәрәк асманылар, бер-ике тибеп алырға тура килде. Юҡ, ишек артында тормош һиҙелмәй. Шул ваҡыт: “Нәсимә!” – тип ҡысҡырыбыраҡ өндәшергә мәжбүр булды. Эстән бер ниндәй яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәүсе, лап-лоп атлап килеүсенең ҡатлап-ҡатлап һүгенеүе ишетелде...

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в