Ташҡа үлсәйем, йөрөгән була кеше ҡурҡытып, ә үҙе... Һин нисә килограмм ул?
– Әлләсе, бер ҙә үлсәнгәнем юҡ.
– Эй, нисә килограмм булһаң да, бул, тик һин – минеке! Бар килограмдарың, матурлығың, батырлығың менән минеке!
Бер нисә көндән ире ҡайтырға тейеш. Нәғимгә ҡатынды ятағына илтеп ҡуйырға тура килде. Ә Нәғим уйға ҡалды. Юҡ, был ҡатын уны, ҡамырға һалған сүпрә һымаҡ, ҡабартып ебәрҙе, дәртләндерҙе. Төнө буйы уйлап ятты, йоҡлай алманы, күңеле менән теге эшкә лә, был эшкә лә тотоноп ҡараны, яҙғылап, инде балта тотоп ҡатҡан бармаҡтары менән сығымдарын һанаштырҙы. Юҡ, былай ғына булмаҫ, берәй күҙ күргән, кәңәш бирерлек кеше менән һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк. Ә бының өсөн әле эргәһендә еҙнәһенән башҡа бер кеше лә юҡ. Уныһы ла телефон аша ғына шылтыратып, “ватсап”тан ҡарап, бойороҡтар биреп кенә ята. Еҙнәнең хаҡтарҙы бескәнен белә Нәғим. Ә ҡыш көнө ҡайҙа барырға? Тағы Бүрейәнгә ҡайтып, тиҫтерҙәре менән эсеп йөрөһөнмө? Юҡ инде, Нәғим әсәһен иҫкә төшөрҙө. “Хәҙер эшләгән кешегә эше бар, аҡсаһын ғына түләһендәр”, – тип ҡыуана уның әсәһе. Нәғимдең ошонда ярты хаҡына эшләп йөрөүенә үтә ҡәнәғәт. Күҙенә ҡарап, кейәүенә рәхмәттәр уҡый. Ултыра инде теге әллә кем булып.
– Еҙнә, үҙең килеп сыҡ әле, – тип саҡырҙы тегене Нәғим бер көн.
– Нимә, берәй нәмә булдымы әллә? – тип аптыранды хужа.
– Һөйләшеп, кәңәшләшеп алырға ине.
– Нимә хаҡында?
– Телефондан булмаҫ, килеп сыҡһаң, һәйбәт булыр ине.
Ике-өс көн үтмәне, еҙнәһе шылтыратты:
– Ҡарыңды көрәп ҡуй, машина менән кереп, урап сығырлыҡ булһын.
Нәғим аш бешереп, көтөп алды еҙнәһен.
Килеп керҙе, ҡарап сыҡты, эшенән ҡәнәғәт ҡалды:
– Йә, нимәң бар? – тине ул Нәғимгә ҡарап. – Ваҡытым бик тар, ә ашыңды, ашаһам, ашармын.
Нәғим фекерен ныҡ туплағайны. Еренә еткереп, ҡыҫҡа ғына итеп, ике-өс һөйләм менән үҙенең маҡсатын һәм теләген аңлатып бирҙе.
Нимә хаҡында һүҙ барғанына тиҙ төшөнгән еҙнәһе бик оҙаҡҡа тын ҡалды. Шунан егеткә боролоп ҡарап:
– Һинең “наполеон” пландары тормошҡа ашырлыҡмы, түгелме икәнлеген мин һиңә аңлатырға тейеш. Бына, күҙ алдына килтерәһеңме, Өфө ҡалаһы, бер миллион кеше. Берәүҙәр эшләй, икенселәр эшләтә, өсөнсөләр ас йөрөй һәм эш эҙләй. Хәҙер ябай ғына итеп һандарға күсәм. Ярты миллиондан ашыу урыҫ – улар барыһына ла хужа. 300 мең татар – улар һата һәм эште ойоштора. Шунан 200 меңдән артыҡ башҡорт, уларҙың яртыһы, тип әйтерлек, ас студент. Бына ошолар араһында барлыҡ баҙар бүленгән. Кавказдарын, Урта Азиянан килгәндәрҙе мин һанап та тормайым. Улар Өфөлә себендән күберәк. Һин үҙеңде шул миллион эсендә күрергә, әрһеҙләшеп, урын яулап алырға теләйһеңме? Мин һиңә шунда уҡ әйтәм: булмаясаҡ. Сөнки баҙар бүленгән, һәр береһе үҙ өлөшөн ныҡ тота, уның эсенә кереүе, тегеләрҙең өлөшөн тартып алырға теләүең баштан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар ителгән. Һин милләтең буйынса кем әле? Башҡортмо?
– Эйе, башҡорт. Шунан?..
– Һуң, һеҙҙең халыҡ батыр, ҡыйыу, уңған, егәрле, эшкә шәп. Һиңә нимәгә кәрәк бизнес? Унда ауыр, ҡот осҡос! Нимә көткәнен беләһеңме?
– Белмәйем, ләкин белергә теләгем бар. Башҡорт, тотоп ҡарамайынса, ышанмай.
– Ышанмаһын. Ләкин мин әле быға тиклем ниндәйҙер эшҡыуарлыҡ, бизнес менән шөғөлләнгән башҡортто күргәнем юҡ.
– Ә бына һин үҙең кем? Башҡортмо, әллә татармы?
– Мин – тап-таҙа ҡанлы татар.
– Һин ҡайһы райондан әле, еҙнә?
– Һуң, инде, һуң, инде, Яңауыл районы.
– Ҡайһы ауылдан?
– Ҡушимән.
– Фамилияң?
– Ғәзизов.
– Ҡушимән ауылы, фамилияң – Ғәзизов. Бына, ҡара әле, Ғәзизов Сәйетғәле. Башҡорт. 55 йәштә. Улың бар, ҡатының – икәү.
– Кит әле? Ике бисә тотҡанмы?
– Эйе!
– Үәт, заман булған!
– Ике бисә рөхсәт ителгәнме?
– Рөхсәт ителгән.
Еҙнә һаман бирешмәй:
– Ә, беләм мин уны, ишеттем. Коммунистар беҙҙе башҡорт тип яҙҙырған.
– Ниндәй коммунистар булһын! Мәғлүмәттәр 1896 йылғы. Ул ваҡытта ниндәй коммунистар булһын?
Хәҙер Нәғим еҙнәһенең башҡортлоғон асып һалғас, теге үҙе баш вата башланы:
– Ҡайҙа, бир әле китабыңды? – тине ул китапты ҡулына алып.
Кеҫәһенән күҙлеген сығарҙы, байтаҡ ҡараштырып ултырҙы.
– Өйгә ҡайтҡас, уҡырмын. Китабыңды биреп тор әле, – тине еҙнә.
Иң ҡыҙығы шул, уның күҙҙәре ҡыҙыҡһыныусан яна ине.
Закир ҡайтҡас, Нәғимдең ауылдаш
апаһына ла был хаҡта һөйләне һәм һүҙ араһында ҡәйнешенең был аҙымын хупларға ашыҡмауын да әйтте.
– И, улармы һуң инде, эш ойоштора торған кеше, – тип күтәреп алды ҡатыны. – Атаһын әйтәм, Кәрим ағайҙы, таҡта һатҡанда ла отолоп ҡала торғайны. Кешеләр 5 мең менән һатҡанда, уның хаҡы – түбән. Йөрөмәһен инде, әйт, ҡотортма. Бурысҡа батып, бөлөп, ултыртып ҡуйырҙар.
Ләкин Нәғимде былай һүҙ менән генә туҡтатырлыҡ түгел ине. Ул башҡорттарҙың Ҡоролтайына барған, улары аңды-тоңдо беләме инде, дәртләндереп ебәргән. Кемгәлер шылтыратып, һөйләшеп ҡарағандар, улары ла хуплаған. Ҡайта һалып, атаһы, әсәһе менән кәңәшләшкән, тегеләре уға барлы-юҡлы, ҡара көнгә, тип һаҡлаған аҡсаларын тоттороп ебәргән. Еҙнәһе йортона бер килгәндә гараж эргәһендә ныҡ ҡына туҙған әрйәле “Газель” ултыра, ә Нәғим үҙе компьютерҙа эшләргә өйрәнә ине.
Нәғим көнө-төнө эш асыу хаҡында баш вата, әллә ниндәй тормошҡа ашмаҫлыҡ пландар ҡора, үҙе һымаҡ кешеләр яллай һәм тәрән-тәрән ҡоҙоҡтар ҡаҙа. Ошо йүнәлештә эшләгән бер нисә бригада менән заказдар үтәп ҡарағас, Нәғим уларҙың ҡайһы бер хаталарын тапты һәм иң тәүҙә шулар буйынса эштәр башланы. Бындай эштәр тулыһынса ер менән бәйле. Бер ҡараһаң, бер метр, йә метр ярым, йә метр ҙа егерме сантиметр ҡоҙоҡ ҡаҙыу өсөн әллә ни аҡыл да, көс тә кәрәкмәй һымаҡ. Нәғим эшләгән бригадаларҙа был эште баһадир кәүҙәле, көслө, бетон түңәрәктәр эсенә саҡ һыйған бәһлеүәндәр башҡара ине. Нәғим буйы метр алтмыш, иң күбе метр алтмыш биш сантиметрға тиклемге егеттәр эҙләүҙән башланы. Шундайҙар кәрәк, улар түңәрәктең эсендә йүгереп йөрөп ер ҡаҙасаҡ һәм эштәрҙе лә тиҙерәк, сифатлыраҡ башҡарасаҡ. Шулай итеп, әлегә өс кешенән торған тәүге бригада барлыҡҡа килде. Нәғим үҙе лә ҡайһы бер иптәштәренән ишеткәйне, эшҡыуар булараҡ теркәлеүҙе әлегә иртәрәк тип тапты. Асыуы – бер һум, ябыуы – биш һум. Эшең ырамай, ябып ҡуйырға тура килһә, аҡсаны ҡайҙан еткерәһең? Ярай ҙа, атаһы менән әсәһе, тырнана-тырнана, 100 меңдәрен сығарып бирһә лә, хатта был аҡсаның кире ҡайтырына аҙ ғына ла өмөт итмәһә лә, эшкә тотоноуы үҙе бер мәртәбә бит әле.
Йәй етте, көс-хәл менән табып, аҙна эсендә ике соҡор ҡаҙҙылар. Ә уның хаҡында хәбәр Бүрейәнгә барып та еткән. Йәнәһе, Нәғим Өфөлә ҙур бизнесмен, кешеләр яллай, ике-өс машинаһы бар. Теге уң ҡуллы иномаркаһы менән туҙған “Газель”ды, шуға өҫтәп алынған прицепты әйтәләр инде. Заказ эҙләй торғас, күҙ тондо, ошо көндәрҙә тағы бер эш сығырға тора ине. Нәғимде эҙләп, бер “Джип” килеп туҡтаны һәм унан ҡап-ҡаранан кейенгән өс кеше төштө...
Дауамы бар.