+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ноябрь 2021, 10:00

ҠАЙТЫУ Хикәйә Өсөнсө өлөш

Үҙен тиҙ генә ҡулға алған Вәсилә Байрастың балыҡҡа киткәнен әйтеп, йәштәрҙе түргә әйҙәне, йәһәт кенә сәй ҡайнатып ебәрҙе. – Байрас көткәндер инде мине. Киләм, тип яҙғайным. – Хатың бая ғына килде шул, балам... – Эй, замана! Кеше хәҙер хатынан алда йөрөй ҙә ҡуя шул. – Һин аңғарып, – тине һеңлеһе, ағайына нимәлер иҫкәртеп.

ҠАЙТЫУ Хикәйә Өсөнсө өлөш
ҠАЙТЫУ Хикәйә Өсөнсө өлөш

“Ҡалай шаян егет! Әйтерһең, һуғышта ла булмаған. Күңеле лә асыҡ, йөҙө лә яҡты!” – тип уйлаған Вәсилә түрбаштың урамға ҡараған тәҙрәһенән күҙен алманы. “Ана килә”, – тип тышҡа ашыҡты. “Байрасты нисек тә иҫкәртергә кәрәк. Тәүҙә хатты бирергә микән?” – шундай уйҙар башында ҡайнаған арала йөрәге түҙмәгән Инсаф та өйҙән атылып сығып, дуҫы ҡаршыһына йүгерҙе. Байрас, уны күреп, бер ағарҙы, бер күгәрҙе, унан әкрен генә артҡа сигенде. Камилә осоп барып:

– Инсаф ағайым тере! Тере! Ысынлап тере! Яңылышлыҡ булған! Тере ул, тере! – тип Байрасты ҡосаҡлап алды. Егеттең танауына тәмле хушбуй еҫе бәрелде, ул һаҡ ҡына ҡыҙҙың тығыҙ беләктәрен муйынынан ысҡындырҙы ла, яңы тәпәй баҫҡан сабыйҙай сайҡалып, дуҫына ҡарай атланы. “Әлдә ағайы был ҡыҙбикәне алып килгән”, – тип уйланы Вәсилә, еңел һулап.

Ҡосаҡлашып, һүҙһеҙ генә оҙаҡ торҙо дуҫтар. Күҙҙәренән сөбөрҙәп йәш аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты.

Табынға ултырғас, Байрас әсәһенән ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына араҡы һораны. Миңлехан ялтыр башты өҫтәлгә елтерәтеп килтереп ултыртып та ҡуйҙы.

– Ғәфү итегеҙ, мин эсмәйем, – тине Инсаф, алдындағы рүмкәне ситкә шылдырып.

– Эсмәгәнгә ғәфү үтенәләрме ни? Бигерәк һәйбәт! Байрас та эсмәй ул. Беҙ ҙә эсмәйбеҙ. – Шешә күҙ асып йомған арала өҫтәлдән юҡ булды.

Тынлыҡ урынлашты. Тәрилкәгә ҡалаҡ бәрелгәне, бер аҙ аш һөрпөлдәткәндәре генә ҡолаҡҡа салынды.

Сәйҙән һуң йәштәр, тышҡа сығып, һикәлтәгә ултырҙы. Байрас, күҙен һауаға текләп, тәрән итеп тәмәкеһен һурҙы. Вәсилә менән Миңлехан эскәмйәгә урынлашты. Бер генә лә уландар эргәһенән киткеләре килмәне.

– Нисек булды һуң ул? – Байрас төпһөҙ күҙҙәрен Инсафҡа текәне. – Мин бит торомбаш кәүҙәңде... ҡапсыҡҡа... үҙем тултырғайным... Жетон да... һинеке ине...

– Әсәйем барыбер ышанманы. Күмһәк тә. Барыбер көттө. Төшөм алдамай, тине. – Ҡыҙыҡайҙың тауышы әллә ҡайҙан килгәндәй, тоноҡ ишетелде.

– Тере көйө үҙ ҡәбереңде күреүҙән дә ауыры юҡ икән, – Инсаф, ауыр көрһөндө. – Минең урынға кем генә ерләнгәндер. Билдәһеҙ.

– Уны ла әсәһе көтәлер инде. – Камиләнең күҙҙәренә йәш эркелде. – Үлгәнен ишеткәнсе, тере икән, тиһәләр ҙә һәйбәт инде.

– Билдәһеҙлектә йәшәү ҙә рәхәт түгел, ҡыҙым... әсә өсөн, – Вәсиләнең ошо һүҙен йөпләп, Миңлехан эйәк ҡаҡты.

– Нисек булды һуң ул? – Байрас икенсе тәмәкеһен ҡабыҙҙы.

– Һөйләүе ауыр, брат... Операцияла, беләһең, ҡамауға эләктек. Боевиктар ҡоралдарҙы алды. Теҙеп ҡуйҙы. Мәсхәрәләй башланы... – Инсаф, уртын сәйнәп, тынып ҡалды. Уны бер кем дә ашыҡтырманы, тыныс ҡына көттө. – Шунан... Иң тәүҙә... Степаны.. Унан... Валераны... Унан... Хөсәйенде... язаланылар... юҡ... һөйләй алмайым...

Байрас шым ғына уға тарта башлаған тәмәкеһен һуҙҙы, Инсаф быны күрмәне.

– Кәнистр менән бензин... килтерҙеләр. Үлгәндәрҙе өйә башланылар. Шунан... сират... миңә етте...

– Ағай, һөйләмә лә ҡуй. Ҡыйын булһа. Тереһең бит. Шул еткән... – Камилә ипләп кенә Инсафтың арҡаһынан һөйҙө.

– Берәүһе муйындан жетонды йолҡоп алып ырғытты. Белгән генә доғаларымды уҡый башланым. Анһат үлем теләп. Тегеләр бер-береһенә ҡарашып алды. Олорағы килеп, нимәлер әйтте. Теле башҡа булһа ла, миңә: “Ҡайт, мосолман. Әсәйең көтә”, – тип ишетелде. “Беги!” – тине шунан. Анһат үлем шулай булалыр. Язаламаҫтар, арттан атыр ҙа ҡуйырҙар, тип йән көсөмә йүгерҙем. Атманылар. Әйләнеп ҡарағанда, ағастар араһынан ҡуйы төтөн күтәрелгәйне...

– Ғүмерең булған, балам. Аллам шуға ҡотҡарған. – Вәсилә “шулай ҙа инде?” тигәндәй Миңлеханға ҡарап ҡуйҙы.

– Шулай инде! Ғүмерең бөтһә, тигеҙ ерҙә абынып та йән бирә кеше.

– Мда... – Байрас тәмәке ҡабын асты ла, кире ябып, кеҫәһенә тыҡты. – Мда.

– Йүгерҙем дә йүгерҙем инде. Эләгә-тәгәрәй. Ҡайҙа барғанымды белмәй. Шунан атыш тауыштарын ишеттем. Шунда саптым. Йә теге яҡта, йә был яҡта барыбер беҙҙекеләр булыр, тип. Ҡараһам, танк эҙҙәре. Ҡырҙараҡ – БМП-лар... Минең яҡҡа килгәненең ҡаршыһына сыҡтым. Автомат тоҫҡап, бер һалдат: “Кто такой!” – тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ күҙ алдында ут былҡыны. Ҡалғанын белмәйем. Эргәлә снаряд шартлаған. Ҡаты яраланғанмын. Реанимацияла ятҡанмын... госпиталдә... Бына шулай.

– Шулай икән... – Байрас тағы ла тәмәке тоҡандырҙы.

– Ныҡ ҡыйын миңә... – Инсаф, теше-тешкә теймәй, ҡапыл ҡалтырай башланы. Камилә, кофтаһын сисеп, уның арҡаһына япты. – Степа өсөн, Валера өсөн, Хөсәйен өсөн... рота өсөн... Улар үлде. Мин иҫән.

– Миңә лә ҡыйын. Ныҡ ҡыйын. Бер эҙҙән генә бара инек. Тарлауыҡта. Минаға баҫмаҫҡа. Шартланы шул... егеттәр... алдағылар... ҡырылды... ә мин...

Инсаф Байрасты ҡосаҡлап алды.

– Иҫән ҡалдым. – Байрас ошо мәл үкһеп, үкереп иларға тейеш һымаҡ ине. Ләкин ул, тештәрен ҡыҫып, йоҙроғо менән һикәлтәне генә төйҙө.

– Нимәһе ҡыйын уның! Вәсилә апай әйтте лә инде – ғүмерең булған! – Һикәлтәнән һикереп төшөп, ҡаршыларына баҫҡан Камиләнең еҙ сәсенә байып барған ҡояштан ут тоҡанғандай тойолдо. Быны күргән Байрастың йөрәгенә йылы йүгерҙе. Берсә һөйкөмлө, һипкелле ҡыҙға, берсә эргәһендәге тере дуҫына ҡарап, йылмайып ебәрҙе.  Улар бит тере! Тормош дауам итә! Улар бергә! Мәңге бергә!

– Камилә, – тине шунан. – Бер йыр беләһеңме?

– Әәә, Инсаф ағайым әйткәйне шул... Чечняла, ял мәлдәрендә, йырлағанһығыҙ.

– Йырла әле...

– Әйҙә өйгә инеп йырлағыҙ. Ҡыҙыл эңерҙә тышта ултырмағыҙ, – тип Вәсилә менән Миңлехан ғәҙәттәге эштәренә тотоноп китһә лә, йәштәрҙең ҡыбырҙағыһы килмәне. Ошо урындан ҡуҙғалһалар, бер береһен тағы ла юғалтырҙар кеүек ине.

Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап

Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс, – тип әкрен генә һуҙҙы Инсаф.

Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап

Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс, – тип ҡушылды уға Байрас.

Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк һыҡрап яна

Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс,

Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк һыҡрап яна

Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс...

Камилә егеттәрҙең йырына ҡушылманы. Белмәгәнгә түгел. Юҡ, белә ул, көйөн дә, һүҙҙәрен дә. Өндәшмәй генә тыңланы. Күңел төпкөлөнән һыҙылып, һығылып сыҡҡан моң киске ел менән йыраҡҡа-йыраҡҡа осто. Бәлки, Чечняла ятып ҡалған дуҫтары эргәһенәлер? 

Аҙағы.

Автор:Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.
Читайте нас: