-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ноябрь 2021, 19:51

ЭСТАФЕТА Хикәйә Беренсе өлөш

– Бәү, бәү! Көтмәгәндә ташланды ыржайҙар. Ташланыусыларҙың берсә өҫкә, берсә аҫҡа ырғандаған кәүҙәләре ҡар болото араһында сала-сола ғына күҙгә эленеп ҡалды. Тертелдәк менән Тырт-Мырттың әсәһе Инәк уларҙы, тештәре һәр саҡ ыржайып торғанға күрә, шулай ыржай тип атай. Ҡанэскестәр, аяуһыҙ заттар улар, күпме тоҡомдаштарының башына етте. Ыржайҙар, кешеләр теле менән әйткәндә, – бүреләр. Ә бүреләрҙе ыржай тип иҫәпләүселәрҙе  кешеләр яғымлы ғына итеп ҡоралай, илек йә ҡыр кәзәһе тип  йөрөтә. Элегерәк кешеләр  үҙҙәре лә ҡоралайҙарҙы ут бөркөүсе “төкөргөс” менән саҡтырып, тиреһен тунап, итен ала  ине. Ҡоралайҙар өсөн мылтыҡ – төкөргөс. Ғифриттәй ҡарағош менән – күктән, ҡаргиҙәр дөрпөлдәк менән ер өҫтөнән дә ҡыуып ҡыра ҡыр кәзәһе тоҡомон ике аяҡлы заттар.

ЭСТАФЕТА Хикәйә Беренсе өлөш
ЭСТАФЕТА Хикәйә Беренсе өлөш

Кешеләрҙе ҡоралайҙар Төҙтәкә тип атап йөрөтә. Артҡы аяҡтарына баҫып, кәүҙәләрен төҙ тотоп, ҡулдарын буш көйө һелтәп йөрөткәнгә күрә шулай атайҙарҙыр инде. Тәкә тиеүҙәре – эре, һауалы булыуҙарына, йәнлектәргә өҫтән аҫҡа ҡарап йөрөүҙәренә ишара. Һуңғы ваҡытта төҙтәкәләрҙең ҡоралайҙарға ҡарата мөнәсәбәте ҡырҡа, шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡҡа үҙгәреп бара һымаҡ. Кешеләр хатта, уларҙың төйәк иткән урынын “ҡурсаулыҡ” тигән хикмәтле исем менән атап, ҡырыу урынына, киреһенсә, үҙҙәрен һаҡлай, яҡлай башланы. Ҡоралайҙар был хикмәтле урындың ни өсөн ҡурсаулыҡ тип аталғанын аңлап бөтөрмәһә лә, уның төҙтәкәләрҙән ышыҡ икәнлеген дә яҡшы тоя. Шулай булмай һуң: шул уҡ кешеләр ҡурсаулыҡтан  ситтә уларға рәхәтләнеп һунар итә, ә инде уның бер ниндәй ҙә кәртә, билдә менән күрһәтелмәгән сиген үтеү, йәғни ҡурсаулыҡ эсенә инеү менән, тәүге ниәтенән баш тартып,  һаҡларға тотона. Бер үк мылтыҡ ҡурсаулыҡтың эсендә һәм тышында ике төрлө тәғәйенләнештә йөрөй. Кешеләрҙең ни өсөн шулай ике йөҙлө булыуҙарын ғына аңларлыҡ хәлдә түгел  илектәр. Аңларҙар ине лә, уйлай белмәйҙәр шул. Әгәр ҙә улар, үҙҙәренең күпләп ҡырылып, зат булараҡ юҡҡа сығыу ҡурҡынысы тыуыу сәбәпле, дәүләттең махсус ҡарары менән ошондай ҡурсаулыҡ ойошторолоуын аңлаған, белгән булһалар, төҙтәкәләр хаҡында ике төрлө ҡарашта булмаҫтар ине. Валлаһи... Аптыраҡ. Был хәлгә ҡарата ҡоралайҙар ана шулай аптырай ғына алаларҙыр, булһа кәрәк. Тәбиғәттә иһә “Көслөнөкө – замана” тип аталған тәбиғи һайланмыш ҡануны хөкөм һөрә. Ҡурсаулыҡ төшөнсәһе тик тәбиғи инстинкт ярҙамында ғына көн иткән ҡоралайҙарҙың аңлауына һыйып бөтмәгәнгә күрә, улар был хаҡта бер нисек тә уйлай алмай. Ҡыр кәзәләре тәүҙә кешеләрҙең ҡурсаулыҡ ойоштороуға бәйле был ҡылығын үҙҙәрен аулау өсөн ҡоролған хәйләһе, мәкере, һуҡмаҡтарына һалынған ҡапҡаны һымаҡ ҡабул итеп, бер нисә тиҫтә йыл самаһы үҙҙәренсә, йәғни тик тәбиғи инстинкттары буйынса йәшәй бирҙе. Улар әҙәм балаларының үҙҙәренә булған ошондай һаҡсыл һәм ихлас мөнәсәбәтен бар тип тә белмәне. Хатта йәйҙәр ҡоро килгән йылдарҙа кешеләрҙең уларға тип ҡурсаулыҡ эсенә һипкән танһыҡ ризығын да күрмәмешкә һалышты ҡыр кәзәләре. Ризыҡ ерҙә һибелеп, туҙырап ята, барыбер унда ниндәйҙер бер мәкер бар кеүек. Буштың атаһы үлгән. Ерҙә ятҡан нәмә ризыҡ түгел, ә уларҙың тояҡтарын шапылдатып эләктерер ҡапҡан, ҡармап алыр тоҙаҡ шулай ризыҡ рәүешен алған һымаҡ. Әммә һуңғы йылда ҡурсаулыҡта килеп тыуған бер ғибрәтле ваҡиға ҡыр кәзәләрен төҙтәкәләргә илтифат менән ҡарарға мәжбүр итте барыбер.

Ул көндө кәзәләр һутлы үлән эҙләп ҡурсаулыҡтан күпкә ситкә сығып, иртәнге утлауҙа йөрөй ине. Һиҙгер йәндәр, тәмәке еҫен әллә ҡайҙан тойоп ҡалып, үҙҙәренә һунар итергә килеүселәрҙең утлы “төкөргөс”тәре телгә килеүҙән күпкә алда ҡурсаулыҡ яғына ырғандай-ырғандай ҡуҙғалды. Төҙтәкәләр уларҙы күрмәй ҙә ҡалды. Ике йөҙ, өс йөҙ аҙым самаһы һикергәндән һуң туҡталып ҡалалар ҙа, хәүеф барлығын-юҡлығын тикшергәс, тағы ла алға күсәләр. Бер нисә тапҡыр тын алмаштырып, һикерәндәп алғандан һуң, ҡоралайҙар ҡурсаулыҡтың сигенә лә килеп төртөлдөләр. Иркен һулыш алып, ҡалған юлды йүгермәй генә, алдарында осраған танһыҡ үләндәрҙе йолҡа-ҡаба барырға ине ниәттәре. Булманы. Ҡурсаулыҡтың бейек ҡая һәм тәрән һыулы йылға яры менән ҡаймаланған тар ғына үткәленән ыржайҙар өйөрө килеп сыҡмаһынмы!

Айыуҙан ҡасҡан – бүрегә, тигән һымаҡ, әйтәгүр. Ҡурсаулыҡ шырлығына инеп эҙ юғалтырға өлгөрмәй ҡалған кәзәләр, ҡайҙа баҫырға, ни ҡылырға белмәй, әле генә үҙҙәре ҡасып килгән яҡҡа кирегә боролорға мәжбүр булды. Тәбиғи булмыштары, эске тойомлауҙары кешеләргә яҡыныраҡ килеү юлын һайланы кеүек. Ҡоралайҙар ҡурсаулыҡтың үҙәк менән билдәләнгән сигенә килеп еткәс, ике урталыҡта туҡталып, ҡамауҙа  ҡалды. Эс яҡта – эстәре үткәшкән ас ыржайҙар, тыш яҡта – ике аяҡлы дошмандары, “төкөргөс” тотҡан әҙәмдәр. Кәзәләр бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: уларҙы әлегә ошо үҙәктә, йәғни ҡурсаулыҡ сигендә тороуҙары ғына ҡотҡара. Кешеләрҙән ҡасып эскә китһәләр, ыржайҙар өҙгөсләй, ыржайҙарҙан өркөп үҙәк башына менһәләр, уларҙы төҙтәкәләрҙең утлы “төкөргөс”тәре сағып аласаҡ. Әммә ике яҡтың да уларға ҡарата этлек эшләргә аяҡ-ҡулдары бығаулы. Әҙәмдәр ҡурсаулыҡ эсендә һунар итә алмай, ыржайҙар, әҙәмдәрҙән шөрләп, ҡоралайҙарға ташланырға баҙнаты етмәйенсә, ауыҙҙарынан шайыҡтарын ағыҙып, үҙҙәрен саҡ-саҡ тыйып тота. Был көсөргәнеш тағы ла күпмегә һуҙылыр ине икән, тәүге аҙымды төҙтәкәләр яһаны. Улар, ҡыр кәзәләрен уртаға ҡалдырып, ике яҡтан урап сығып, ҡурсаулыҡ эсенә үтте лә, ыржайҙар йәшенеп һаҡҡан ҡыуаҡлыҡтарға тоҫмаллап, шарт та шорт атырға тотондо. Ыржайҙар, эштең ҡайҙа барғанын шундуҡ аңлап, ҡурсаулыҡтан  үксәһен ялтыратты. Береһенең әсе итеп сыйнағаны ла ишетелде. Пуля эләккәндер үҙенә. Ҡоралайҙар әҙәмдәр тарафынан асылған “йәшел коридор” аша ҡурсаулыҡ эсенә иркен үтте. Тап ошо көндән башлап ҡыр кәзәләре ҡурсаулыҡ эсендә әҙәм балаларынан ҡурҡмаҫҡа өйрәнде, үҙҙәренә тип һалынған танһыҡ ризыҡтан ауыҙ итә башланы. Тик улар ҡурсаулыҡтан ситкә сыҡҡанда әҙәмдәрҙең үҙҙәренә мөнәсәбәте ни өсөн ҡырҡа үҙгәреүен һаман да аңларлыҡ халәттә түгелдәр. Мәңге аңлай ҙа алмаҫтар инде.  Әммә барыбер ҡурсаулыҡ ҡоралайҙарҙы төп дошмандарынан – ыржайҙарҙан, төлкөбайҙарҙан, тайыш табандарҙан, йылғыр һеләүһендәрҙән һаҡлай алмай ине. Сөнки бында йыртҡыс хайуандар ҙа,  ҡыр кәзәләре кеүек үк, яҡлаулы һәм һаҡлаулы, йәғни әҙәм балалары нисек кенә ҡеүәтле һәм аҡыллы булмаһын, ҡурсаулыҡ эсендә лә, уның тышында ла йәнлектәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡыҫыла алмай.  Дөрөҫөрәге, теләмәй. Ни өсөн? Донъялағы иң камил, иң аҡыллы, иң көслө заттар, йәнәһе. Көслө булғастары, ниңә көсһөҙҙәрҙе яҡламай һуң улар? Ҡуяндарҙы – төлкөләрҙән, ҡоралайҙарҙы – бүреләрҙән, мышыларҙы – айыуҙарҙан,  турғайҙарҙы – тәгәрләктәрҙән, сысҡандарҙы – типкестәрҙән, селбәрәләрҙе – суртандарҙан...

Был һорауҙарға ла ҡоралайҙар бер ҡасан да яуап таба алмаҫтар инде. Ҡоралайҙар ике урталыҡта ҡамалып ҡалған теге көндө иһә ҡурсаулыҡ сигендә үҙҙәренә күҙ йәштәре түгелеп, мөлдөрәп ҡарап торған йәнлектәрҙе йәлләне булһа кәрәк төҙтәкәләр. Улайһа, ҡурсаулыҡтан ситтә шул уҡ йәнлектәрҙе ни өсөн аямайса ҡыра һуң шул уҡ кешеләр? Төҙтәкәләрҙең ошондай ике йөҙлө булыуҙарының сәбәбе нимәлә? Әгәр ҙә ҡоралайҙар, ысынлап та, уйларға, фекер йөрөтөргә һәләтле булһалар, бер хәҡиҡәтте һүҙһеҙ ҙә аңлап, үҙҙәрен һаҡлап-яҡлап маташҡан әҙәмдәр йөрөгән был урмандан баштары һуҡҡан яҡҡа сығып олағырҙар ине. Хәйер, урмандан ғынамы икән? Төҙтәкәләр, шул уҡ ыржайҙар һымаҡ, ҡоралайҙарҙың һутлы, үҙҙәренең  лөғәте менән әйткәндә, деликатес итенә дәғүә иткәнгә күрә генә уларҙы ыржайҙарҙың аҙау тештәренән йолоп алып ҡалды бит теге көндө. Улар ҡоралайҙарҙы шул уҡ урында ҡырып һалырҙар ине, ҡурсаулыҡ эсендә һунар иткән өсөн штраф санкциялары ғына уларҙың тәтегә баҫҡан бармағын шаҡарҙы. Әҙәмдәр теге көндө лә, ыржайҙарҙы үҙҙәренең табыштарынан ҡыуып ебәргәндән һуң, ҡурсаулыҡтан әҙ-мәҙ ситкә китеп, ҡоралайҙарҙың кире әйләнерен көтөп боҫоп ятты. Әлбиттә, төҙтәкәләр унда тик кенә ятманы. Милли һунар үҙенсәлектәренә ярашлы, ысын мәғәнәһендә гөжбан ойошторҙо. Башта шым ғына хәмер һемереүсе әҙәмдәр, эстәренә төшкән хәмерҙәре үҙҙәренә әмер биргәс, тәмәке тарта башланылар, тағы ла бер аҙҙан мәрәкә һөйләп көлөшөүҙәр, һүгенеү тауыштары ишетелеп торҙо ла, йырларға тотондолар. Урмандағы был кәнсирт таңға тиклем дауам итте...

Йәнлектәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтендәге аңлашыу мәсьәләһен башҡа осраҡта, әлеге лә баяғы, тәбиғәт үҙе көйләне. Ҡоралайҙар йәшәр өсөн үлән ашарға тейеш булған һымаҡ, бүреләргә йәнлек ите, йылы ҡан кәрәк. Ҡоралайҙарҙы үлән ашауҙан, ағас ҡайырыһы кимереүҙән тыйып булмаған һымаҡ, ыржайҙарҙы ла тәғәйен ризығын ҡабул итеүҙән дүндереп булмай. Бына, әле килеп, ыржайҙарҙың ҡоралайҙарға ошо ташланыуы ла, ҡар-буран туҙҙырып уларға яҫҡыныуҙары ла тап шул ҡурсаулыҡ эсендә бара. Өйөр башы – тиҫтә йәшен күптән тултырыуына ҡарамаҫтан, һаман да оло урмандың ҡоралайҙар атаманы һаналған Таштояҡ, ҡурҡыныс килеүен белдереп, ҡаты тояғын ҡарҙан әрселгән туң ергә бер тапҡыр туҡылдата баҫып алды. Йәш сағында артынан ҡыуа килгән бер ыржайҙың  башын яра тибеп үлтергәндән һуң йәбеште уға Таштояҡ ҡушаматы. Ҡушаматы ла, исеме лә – Таштояҡ.

Өйөр башлығы фарман биреүе булды, аҡлан ситендә көҙҙән ҡалған үләнде утлаған, йығылған уҫаҡ ҡайырын кимергән ҡоралайҙар көтөүе, ҡапыл ашауынан туҡтап, һындарын турайтып, башлыҡ ҡараған яҡҡа ҡарап, хәрәкәтһеҙ  ҡалды. Әйтерһең дә, ошо мәл ваҡыт та туҡталды. Бары тик яҡындағы ағасҡа ҡунған тумыртҡа ғына үҙенең “туҡ-туҡ” эшен белде. Хәйер, тәбиғәттең һәр тере йән эйәһе тәүлек әйләнәһенә туҡланыу хәстәре менән йәшәй: утлаған ҡоралайҙар ҙа, ҡорт эҙләгән тумыртҡалар ҙа, ҡоралайҙарға яҫҡынған ыржайҙар ҙа. Тумыртҡаларҙың туҡылдауына ҡушылып, ҡоралайҙарҙың да йөрәктәре дөпөлдәп типте: “дөп-дөп-дөп...” Тағы ла кемдәрҙеңдер йөрәктәре өлпөлдәй. Былары кем булыр һуң, сөнки был тирәлә ҡоралайҙарҙан һәм тумыртҡаларҙан башҡа йән эйәләре күренмәй бит. Көсөргәнеш тағы ла арта төштө. Таштояҡ тағы ла бер ҡат тояғын туң ергә тыҡылдатып алды. Көсөргәнеш тағы ла артты. Барыһы ла өйөр башының хәрәкәтен түҙемһеҙләнеп көттө.

Тап шул саҡта ҡар бураны араһында күренеп ҡалды ла инде уларға  баяғы ыржайҙарҙың аҫҡа-өҫкә ырғылған һындары. Ҡышҡы көн тыныс, елһеҙ ине, урмандың был урынындағы ел-дауылды ыржайҙар хасил итте. Ошо көсөргәнешле мәлдән ун секунд ҡына алда ике йәшлек ҡыр кәзәһе Тертелдәк кимергән уҫаҡ ҡайыры, әсе булһа ла, йөрәгенә ятып тора ине. Әммә уның әселеге бер секунд эсендә юҡҡа сығып, ҡоралайҙар көтөүенең дөйөм хәүеф алды кисереше менән алмашынды. Ундай мәлдә йәнлектәрҙең бар булмышы фәҡәт бер генә ынтылышты, бер генә  хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер: ыржайҙарҙың аҙауынан нисек ҡотолорға? Тертелдәк үҙе  янындағы игеҙәге Тырт-Мырт менән бер үк хәрәкәттәрҙе ҡабатлап, тәүҙә ҡартаталары Таштояҡҡа ҡарап ҡатты, шулай ҡатып ҡалған килеш улар ҡараштарын берсә хәүеф көтөлгән яҡҡа, берсә әсәләре Инәккә, өйөр башлығы  янында ғорур баҫып торған өләсәләре Һөтлөкәйгә күсереп-күсереп алды. Һөтлөкөй ҙә башын бора һалып, бер генә секундҡа яратҡан ейәнсәре Тертелдәккә ҡараш ташланы. Мыҡырҙаны. Уның кәзәләр теле менән әйткән һүҙҙәрен Тертелдәк бик асыҡ төшөндө. “Нимә генә булмаһын, минең арттан ҡалма. Йәйгеһен мин һиңә ыржайҙарҙан нисек ҡасырға өйрәттем бит...” – ти ине уға өләсәһе Һөтлөкәй. Өйөрҙә Тертелдәктән йәшерәк бәрәстәр тулып йөрөһә лә,  өләсәһе, ниңәлер, фәҡәт Тертелдәкте яҡын күрә. Ярата. Тышҡы ҡиәфәттәре буйынса игеҙәге Тырт-Мырт менән улар бер яғы менән дә айырылмай. Айырма шунда ғына: Тырт-Мырт һауалыраҡ, тиҙ генә үсегеп бара, һүҙ күтәрмәй, әллә шуға инде өләсәләре Һөтлөкәй уға һәр ваҡыт орошоп өндәшә. Ә бына Тертелдәкте ул башҡа бәрәстәрҙән айырып ҡарай. Бер йәшлек сағында хатта, үҙенең яңы тыуған бәрәстәренән йәшереп кенә, бер имсәген Тертелдәккә имеҙеп йөрөнө. Өләсәһенең ҡаймаҡтай ҡуйы һөтөнөң татын бик яҡшы хәтерләй Тертелдәк. Был хәл күпме дауам итер ине икән, ейәнсәрен имеҙеп йөрөгән Һөтлөкәйҙе күреп ҡалған ҡартатаһы Таштояҡ, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйып, алдағы йәй башында – ҡоралайҙарҙың йәшәү ҡануны буйынса – яңы йәшен тултырған Тертелдәк менән Тырт-Мыртты, тағы ла бер нисә йәш ҡоралайҙы, эш боҙоп тотолған өлкән ҡатыны Һөтлөкәйҙе өйөрҙән ҡыуып уҡ сығарҙы. Өйөрҙән генә ҡыуһа – бер асыу, маңлайы менән ағастарға ышҡып сиген билдәләгән биләмәһенән ситкә үк баҫтырып ебәрҙе. Ҡаршылашып маташҡайнылар – Таштояҡтың тояҡтары ғына түгел, мөгөҙҙәре лә таш кеүек ҡаты, һөңгө кеүек осло. Өйөр башлығынан һөҙөлөүҙең нимә икәнен Һөтлөкәй бик яҡшы белә. Уның мөгөҙөнөң ҡатылығын һәм үткерлеген үҙ ҡабырғаларында һынап ҡарағаны бар. Шуға күрә Һөтлөкәй иренең үҙен өйөрҙән һәм биләмәнән ҡыуыуына артыҡ үпкәләмәне, яҙмышына өнһөҙ буйһоноп, ейәнсәрҙәрен һәм бүләсәрҙәрен эйәртеп урман төпкөлөнә китеп, үҙҙәре һымаҡ уҡ йола үтәп өйөрҙән китеүсе башҡа йәндәштәрен табып, улар менән йәйоҙоно донъя ҡыҙырыуҙарын  белделәр. Һөтлөкәй бындай үҙенсәлекле сәйәхәткә тәүге тапҡыр сыға, сөнки ул быйыл тәүге тапҡыр ҡыҫыр ҡалды.

 

Дауамы бар. 

ЭСТАФЕТА Хикәйә Беренсе өлөш
ЭСТАФЕТА Хикәйә Беренсе өлөш
Автор:Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
Читайте нас: