+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ноябрь 2021, 10:51

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 4. Замана ҡиссаһы.

– Бына минең ҡыҙым ҡайтты, – тине апай. – Таныш булығыҙ, был егет – Нәғим, ә минең ҡыҙым – Миңниса. Өсөнсө курста уҡып йөрөй. Әле кейәүгә сыҡмаған, һеҙҙең яҡта һинең һымаҡ егеттәр тағы юҡмы?– Ҡуй, әле, әсәй, тағы миңә кейәү эҙләй башланың. Әллә минән ҡотолорға итәһеңме?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 4. Замана ҡиссаһы.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 4. Замана ҡиссаһы.
– Эй, ҡыҙым! Бынау өйҙө төҙөп бөтөп, үҙеңде иҫән-һау кейәүгә биреп ҡотолорға ине.
Төҙөп бөтөргә, кейәүгә бирергә һәм ҡотолорға. Нәғимгә был тәҡдим шаҡтай ҡыҙыҡлы һымаҡ тойолдо. Юҡ, был һылыу ҡыҙ бәлки уға яҙмағандыр. Кем белә, егете лә булыуы ихтимал. Ә ниңә, ни өсөн Нәғимгә уға өйләнергә ярамай? Әллә яратырға ла рөхсәт юҡмы? Нәғим бар донъяһын онотто. Иң тәүҙә канализация һәм ҡоҙоҡ ҡаҙыу буйынса төҙөлгән сметаны ҡап урталайға йыртты һәм апайға тотторҙо.
– Ә хәҙер өйөгөҙгә нимә эшләргә кәрәк, миңә күрһәтегеҙ, – тине.
Ентекләп, подвалдан алып, ҡыйыҡтағы ҡатҡа тиклем, менеп, ҡарап сыҡты. Әсә менән ҡыҙ, ҙур эштәргә өмөт итмәһәләр ҙә, бүлмәләрҙе лә күрһәтеп сыҡтылар.
– Мунсағыҙ ҡайҙа? – тип һораны егет.
– Әлегә мунса хаҡында һүҙ юҡ, өйгә инергә кәрәк, – тине ҡыҙҙың әсәһе.
– Аңлашылды. Тимәк, мунсағыҙ урманда япраҡтарын һелкетә. Былай һөйләшәбеҙ, апай. Ғәфү итегеҙ, исемегеҙ, атайығыҙҙың исеме нисек әле?
– Миңнур Әхмәт ҡыҙы, эйе, Миңнур апай булам.
– Миңнур апай, Миңниса, быйылға, киләһе йылға ерегеҙҙең ошо өлөшөн беҙгә ваҡытлыса арендаға бирәһегеҙ. Ә беҙ һеҙгә шуның иҫәбенә канализация ҡаҙабыҙ һәм һыу үткәрәбеҙ.
– Ярты хаҡына булһа, мин – риза! – тине апай.
– Юҡ! – тине Нәғим өҙөп. – Ярты хаҡына түгел, бушлай.
Апай менән ҡыҙы аһ, иттеләр.
Нәғим оҙаҡ ҡына әсәһенә һәм ҡыҙына ҡарап торҙо һәм былай тине:
– Ә ниңә ваҡланып торабыҙ, бер йыл, ике йыл? Ә ниңә биш йыл, ун йыл түгел?
– Әллә тағы, был эш беҙҙең өсөн ятыраҡ инде, – тип, ярҙам эҙләгәндәй, ҡыҙына ҡараны Миңнур апай.
Уныһы алғараҡ сыҡты ла, ҡәтғи итеп былай тине:
– Ҡабаланмайбыҙ. Кем, исемегеҙ нисек булды әле, эйе, Нәғим ағай, – тине ул егеткә һынсыл ҡараш ташлап. – Бәлки белмәйһегеҙҙер, бында эштәр беҙҙең бара ул, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Атай ҙа тырышты, беҙҙе өйлө-ерле итте һымаҡ. Ләкин бында һеҙ белмәгән, хәл итеүҙә һеҙҙең ярҙам талап ителгән мәсьәләләр бар.
– Ә беҙ уларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша алабыҙмы? – тип һөйләнде Нәғим. – Әгәр аҡса булһа, “төртә” белһәң, кешеһен тапһаң, хәл ителмәҫлек мәшәҡәт юҡ. Эйе, аҡсаң ғына булһын.
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, кем, Нәғим ағай. Аҡсаң булһа, бөтәһен дә хәл итеп була. Ләкин беҙҙең аҡса юҡ. Ә һеҙ беләһегеҙме, беҙ йорт ултыртҡан урын, ошондағы 20 гектар ер һәм төҙөлгән йорттар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр өҫтөндә ултыра.
– Уныһы нимә аңлата? – тип аптыранды Нәғим.
– Тимәк, был ерҙә иген, картуф, кишер, хатта ҡарбуз һәм ҡауын үҫтерергә мөмкин, ләкин бер нисек тә йорт төҙөргә ярамай. Был ерҙең элекке хужаһы ошондағы колхозсыларҙың пай ерҙәрен эләктергән һәм таныштары аша ыҙан үткәреп, бишәр-унар сутыйҙан беҙҙең һымаҡ “асыҡ ауыҙ”ҙарға йәтеш кенә хаҡтарға һатҡан һәм теркәтеүгә өлгәшкән. Ана, күрәһегеҙме, бында беҙҙеке һымаҡ нисәмә йорт, улар ер менән күк араһында эленеп тора. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр категорияһынан шәхси төҙөлөш өсөн тәғәйенләнешенә күсереү өсөн Хөкүмәттең махсус ҡарары кәрәк.
– Дөрөҫ аңлаһам, яңылышмаһам, беҙҙең Хөкүмәт шәхси төҙөлөштө дәртләндереү маҡсаты менән яна, кешеләрҙе торлаҡлы итергә тырыша түгелме һуң? – тип ҡаршы төштө Нәғим.
– Уф, Хоҙайым! Һеҙ бигерәк бер ҡатлы икәнһегеҙ. Һеҙ Бүрейән районынан түгелме? О, точно угадала. Һеҙҙең һымаҡ ғәҙел, намыҫлы, хәҡиҡәт өсөн йәнен бирергә торған, ләкин бер ҡатлы егеттәрҙе күргәнем юҡ, – тип ҡыҙыҡай яңғыратып көлөп ебәрҙе.
Нәғим дә ҡыуанып китте. Бәй, был ҡыҙ үҙе егеттең ҡосағына инеп килә түгелме һуң? Ғәҙел, намыҫлы тип ебәрҙе бит әле!
– Ни эшләйек, беҙҙе шулай тәрбиәләнеләр, – тип кенә әйтә алды.
– Минең беренсе егетем шунан ине, – тине ҡыҙ. – Автобуста итеп барабыҙ, кеше күп, йәшенеп ҡалып була. Юҡ, юҡ аҡсаһын сығарып, барыбер түләй торғайны. Саҡ ҡотолдом үҙенән.
– Улайһа, һеҙҙең йөрәгегеҙ буш, тип аңларға мөмкинме? – тигән һорау бирҙе Нәғим һөйләшеүҙе шаяртыуға бороп.
– Дәғүә итергә теләүселәр юҡ
түгел, ләкин мин әлегә ҡабаланмайым. Әлегә яңғыҙмын, – тине ҡыҙ.
– Ярай, – тип дәртләнеп китте егет. – Мин һеҙҙең йөрәгегеҙ эргәһендә урын алыр өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен.
– Ҡарарбыҙ, ҡарарбыҙ, – тип һөйләнде ҡыҙ күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк, егетте тағы ла бер баштан-аяҡ ҡарап сыҡҡандан һуң.
Нәғим йорттоң хужабикәһенә боролдо:
– Һеҙ, апай, баяраҡ сәй тураһында һөйләй инегеҙ. Был тәҡдимегеҙ көсөндә ҡаламы, әллә мин...
– Юҡ, юҡ, эйе. Хәҙер керәбеҙ. Сәй бар, сәй ҡайнатам, бәлешем әҙер, сәй эсәбеҙ.
Өйгә кереп ултырғас, Нәғим хужабикә менән ҡыҙына үҙенең пландарын һөйләп бирҙе:
– Һеҙҙең ерегеҙҙе бер категориянан икенсе категорияға күсереүҙе мин, ғөмүмән, аңламайым. Юристан һорашырмын. Әгәр мөмкин булһа, ер буйынса документтарығыҙҙың күсермәләрен миңә бирегеҙ. Шунан һуң, әгәр рөхсәт итһәгеҙ, бая әйтеүемсә, мөнәсәбәттәрҙе оҙайлы ваҡытҡа ҡорорға ине, – тине ул әсәһенә лә, ҡыҙына ла бер-бер артлы ҡарап. – Канализация менән һыу мәсьәләһе хәл ителде, тип иҫәпләгеҙ. Беҙ хәҙер килешеү төҙөйбөҙ. Уға ярашлы, һеҙҙең ер майҙанының теге яҡ өлөшө ун йылға тиклем беҙгә арендаға күсә. Беҙ унда бер гараж, мунса һәм йәйге өй төҙөйбөҙ. Әгәр кәрәк тип тапһаҡ, аренданы артабан да оҙонайтабыҙ. Ун йылдан һуң, әгәр кәрәк тип тапмаһаҡ, ул һеҙгә тулыһынса мөлкәт булараҡ күсә. Ә ҡалғанын ваҡыт күрһәтер.
– Ә был килешеүҙән һеҙ нимә отаһығыҙ – тип ҡыҙыҡһынды Миңниса.
– Бик күпте. Әле беҙҙең эш яҙҙан алып, көҙгә тиклем, йәғни, миҙгелле генә. Беҙгә ҡыш көнө эш кәрәк. Ошонда эш урыны асып, беҙ ҡыш буйына йәйгене эшләр өсөн бетон дүңгәләктәр ҡоя алыр инек. Уның технологияһы бик ябай. Цемент, ҡырсынташ, тығыҙлау өсөн вибратор, һыу һәм киптереү өсөн йылы урын кәрәк. Юғиһә, беҙ төрлө диаметрлы бетон дүңгәләктәрҙе башҡа кешеләрҙән һатып алабыҙ, ул беҙҙең сығымдарҙың яртыһын, тип әйтерлек, алып тора. Ә беҙ уны үҙебеҙ ҡоя алыр инек.
Бер ай үттеме, юҡмы, йорттоң ихатаһына бер түгел, өс “Камаз”, бүрәнәләр тейәп, килеп инде һәм йөгөн эргәлә генә бушатты. Бер-береһенә оҡшап торған дүрт егет төҙөлөш урынының урындарын билдәләне, нигеҙ ултыртты. Бер аҙна эсендә ҙур ғына бина ҡалҡып сыҡты һәм ҡыйығы ябылды.
Нәғим дәртләнеп тыуған яҡтарына ла ҡайтып килде, ҡайҙандыр аҡсаһын да тапты. Төҙөлөш эштәрен дә киңәйтеп ебәрҙе. Ике бригада ғына етмәй, өсөнсөһө тураһында уйлай башланы. Нәғимгә, Миңнисаға тыуған яҡтарын күрһәтеү өсөн оҙаҡ өгөтләргә тура килмәне. Үҙе лә был яҡтарға күптән барырға йыйынып йөрөгән икән. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, тик хыялы ғына тормошҡа ашмаған. Икәүләшеп ҡайттылар улар Нәғимдең тыуған яғына. Йәйәүләп, Бетерә тауының иң түбәһенә күтәрелделәр. Һеҙ ул яҡтарҙа булғанығыҙ бармы? Һоҡланғыс. Төп-төҙ ҡарағайҙар араһында ыуыҙ ғына сәскәләргә һәм үләндәргә күмелгән аҡландар. Эргәлә генә айыу балалары уйнап йөрөй. Ә иртәнсәк ҡояш сыҡҡан сағын күргәнегеҙ бармы? Ниндәй генә ҡоштар һайрамай унда таң менән. Ағастар араһынан, яңы уянған һымаҡ, ҡояш сығып килә, тау армыттарын тоташтырып, ап-аҡ таҫтамал күпер һымаҡ, томан күтәрелә, ә Нәғим Миңнисаны ҡыҫып ҡосаҡлаған да, икәүләшеп, таңдың йылы еленә иҙрәп торалар.
– Миңниса, – ти Нәғим ҡолағына ғына бышылдап. – Рөхсәт итһәң, мин һиңә өйләнер инем.
Ҡыҙ, ысҡынырға теләгән һымаҡ, һелкенеп, талпынып ҡуйҙы:
– Ә мин риза булырмынмы икән?
– Һин риза бул. Мин һине тәүге күреүҙән үк яраттым.
– Ә әсәйем риза булыр, тиһеңме?
– Әсәйең риза булыр ул, һин ризалығыңды бир.
– Ә миңә уҡып бөтөргә кәрәк.
– Уҡып бөтөрһөң. Ә миңә бухгалтер кәрәк, экономист кәрәк.
Ҡыҙ нығыраҡ тартылды:
– Ә кәләш кәрәкмәйме?
– Әлбиттә, кәрәк.
– Ярай, мин – риза, – ти ҡыҙ. – һиңә әлегә бухгалтер ҙа, экономист та булып барырға. Ә ҡалғанын – ҡарарбыҙ.
Улар Нәғимдең ауылына иртәнсәк ҡайтып керҙеләр. Атаһы менән әсәһе аптырап ҡалды. Бына ҡыҙыҡ, эшкә, тип сығып киткәйне, кәләш алып ҡайтҡан. Туй үткәрергә кәрәк булыр. Атаһы егет менән ҡыҙың өҫ-башына, өҫтәлгә килтереп өйгән күстәнәстәренә ҡарап, былар арыу йәшәйҙер, мул ҡайтҡандар, тип һығымта яһаны. Әсәһе лә ҡәнәғәт, бик оҙаҡламабыҙ, тиҙәр. Ағай-энене, күрше-күләнде, төшкө ашҡа булһа ла, өндәшмәй, булмаҫ, тип уйланды.
Ә йәштәр ҡабаланды. Тәғәйен кешеләрен күреп, аҡсаларын түләп,
 
һөйләшеп-килешеп бөттөләр ҙә, төш етер-етмәҫтән, кире Өфөгә ыңғайланылар.
Әүәлдән билдәле, Өфө һымаҡ мәркәз эсендә, төрлө вуздарҙағы студенттарҙы иҫәпкә алмағанда, беҙҙең халыҡ бик әҙ ине. Нәғимдең килеп инеүе лә уның үҙенең әрһеҙлеге, уңғанлығы арҡаһында булды. Хатта осраҡлы, тип әйтергә мөмкин. Теге ваҡыт еҙнәһе ҡоҙоҡ ҡаҙыусылар саҡырмаһа, Нәғим үҙе һереләнеп йәбешмәһә, бөгөн ҡайҙарҙа йөрөр ине икән ул? Ә еҙнәһе менән йыш ҡына осрашҡылап торалар. Закир ҡәйнешенә ярҙам иткеһе килеп тора. Ҡайһы ваҡыт көнләшеп тә ҡуя, шикелле. Шулай ҙа “үзебеҙнең башҡорт малайы, әйдә ошонда урын тапһын”, – тип ыңғай тора. Ә көҙгә бер яғында мунса, икенсе яғында бетон дүңгәләктәр әҙерләү урындары әҙер булды. Быға тиклем өйҙө электр менән, урлап, йылытҡандар. Хәҙер эргәлә мунса, бер бүлмәһендә бетон дүңгәләктәр тултырылған, улар үҙ яйы менән кибә. Эштәр гөрләп барған һымаҡ. Шулай хәсрәтһеҙ генә эшләп йөрөгәндә бер ҡатынға эйәреп, участковый килеп инде. Нәғим эстә эшләп йөрөй ине, тыштан тауыштар ишетеп, сығып ҡараны.
– Һин дә бында икән? – тине участковый, Нәғимде танығас. – Был ерҙе һин һатып алдыңмы?
– Юҡ, минеке түгел, – тине Нәғим. – Бына, Миңнур Әхмәт ҡыҙыныҡы.
– Ә, улай булһа, яҡшы, – тине участковый. – Юғиһә, барыһын да емерергә, юҡ итергә тура килә.
– Нисек? Улай буламы ни? – тине Нәғим.
– Була шул. Бындағы бөтә йорттарҙы ла емерергә тура киләсәк. Законһыҙ төҙөлгән, – тип ныҡышты участковый.
– Емереп, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Минең һеҙгә яҡшыраҡ, отошлораҡ тәҡдимем бар.

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: