Участковый, нимә һөйләйһең һин, тигән ҡиәфәт менән тәүҙә Нәғимгә, аҙаҡ тирә-яғына ҡаранды. Ярай, эйәреп килгән мәрйәһе ситтәрәк тора ине.
– Һин, егет, телеңде үлсәберәк сығар, юғиһә, таныш-мәҙәр тип тормам, ултыртып ебәреүем дә бар.
– Ә мин һеҙгә әле нимә әйттем? Законға ҡаршы һүҙ ысҡындырҙыммы, әллә һуғыштыммы?
– Ниндәй яндырыу, арзанлы юл тураһында һөйләйһең ул? Ә мин һине, егет, етди кеше, тип уйлағайным. Үҙең көн һайын айныҡһың, эш асып йөрөйһөң, – тине үпкәләгәндәй участковый.
– Ярай, мин – ғәйепле. Ә һеҙҙең емертеү тураһындағы һүҙегеҙ мине һуңғы сиккә еткерҙе. Белеүемсә, коммунистар нисә йыл буйына халыҡты торлаҡлы итәбеҙ, фатир өләшәбеҙ, шулай итәбеҙ, былай итәбеҙ, тип алдаштырып йөрөгән. Ә бында етем ҡатын, ҡыҙы менән аптыраған көндән, көс-хәл менән йорт төҙөп инергә йөрөйҙәр. Һәм ул йорт законһыҙ төҙөлгән, имеш, – тип өҙгөләнде Нәғим.
Ә участковыйға үҙ туҡһаны – туҡһан:
– Хәҙер бөтә донъя белә, был йорттар пай еренә төҙөлгән. Ә пай еренә биргән таныҡлыҡҡа, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә, тип яҙылған. Тимәк, бында нимә үҫтерһәң дә ярай, ә йорт төҙөргә, төҙөлөш алып барырға рөхсәт ителмәй.
Нәғим алйот түгел, ул бөтәһен дә аңлай, ләкин аҡылы быға төшөнөргә теләмәй. Шуға сираттағы һорау былайыраҡ яңғыраны:
– Ә бында алабута йә билсән үҫтерергә яраймы?
– Әлбиттә, ярай.
– Кукуруз менән көнбағышҡа ла рөхсәтме? – тине Нәғим.
– Рөхсәт, – тине тегеһе.
– Ни өсөн Рәсәйҙә баҫыуҙа сүп үләндәре үҫтерергә ярай, ә кешеләр өсөн торлаҡ төҙөргә рөхсәт юҡ? Ниндәй илдә йәшәйбеҙ беҙ? Кем сығарған был алйот закондарҙы? Йә инде, емерергә тура килерме икән?
Район хакимиәтенән килгән ҡатын ҡағыҙҙарын сығарып, быларға ҡушылды:
– Был ерҙең хужаһы һеҙме?
– Юҡ, мин түгел, – тине Нәғим күңелһеҙ генә.
– Хужаны саҡырығыҙ, мөмкин булһа.
Нәғим Миңнур Әхмәт ҡыҙын саҡырҙы. Хужабикә нимә тураһында һүҙ барғанын белә. Ҡан баҫымы шунда уҡ һикерҙе, кәйефе төштө, хатта ултыра ла алмай.
– Мин хужабикә булам, – тине ул көс-хәл менән.
– Яҡшы! – тине власть вәкиле һәм папкаһынан ҡағыҙ сығарып тотторҙо.
Нимәһе яҡшы булһын? Саҡ баҫып тора.
– Бында нимә яҙылған?
– Бер ай эсендә һеҙ ошо объекттарҙы емерергә һәм бынан сығарырға тейешһегеҙ. Бына район хакимиәтенең ошо хаҡтағы Ҡарары. Әгәр мөмкинлегегеҙ булмаһа, беҙгә икенсе ойошмаларға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Район бюджетында рөхсәтһеҙ төҙөлгән объекттарҙы емереү һәм күсереү өсөн аҡса ҡаралмаған. Беҙ емергән осраҡта, сығымдарҙы һеҙ ҡапларға тейешһегеҙ. Ошо хаҡта беләм һәм билдәле ваҡыт эсендә тормошҡа ашырам, тип ҡултамғағыҙҙы ҡуйығыҙ.
Нәғим ошонда беренсе тапҡыр үҙенең көсһөҙлөгөн тойҙо. Мәктәптә уҡыны, армияла хеҙмәт итте, күпме бура бураны, ағас ташыны. Иң ауыр эштәрҙе башҡарып була, ә бына мәғәнәһеҙ закондарға ҡаршы барып булмай икән.
Ни хәл итәһең, күнергә йә көрәшергә тура килә. Ләкин был һис тә Нәғимдең мәнфәғәттәренә, Миңнур апайҙың мөмкинлектәренә тап килмәй. Ә бит бөтәһе лә ниндәй шәп башланғайны! Миңниса менән икәү-ара, инде күпме пландар ҡороп, маҡсаттар билдәләгәйнеләр, хәҙер уларҙың бөтәһе лә юҡҡа сыға буламы инде? Хәҙер ул ҡаланан ҡайтып етәсәк. Әсәһе уға ошо ҡарарҙы күрһәтәсәк. Юҡ, Нәғим был мәғәнәһеҙ законһыҙлыҡҡа юл ҡуйырға тейеш түгел! Ярай, законды ишетмәгән халыҡ, аңды-тоңдо белмәй, төҙөп тә ултыртҡандыр йорттарын. Ә урындағы хакимиәт нимә ҡараған? Ни өсөн пай ерҙәрен биргәндәр, биләмәне кем ыҙанлаған һәм һатырға рөхсәт иткән? Был закондың йорт төҙөргә теләүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡламауы һуҡыр кешегә лә күренеп тора. Нәғим күңеле менән һиҙә, был ҡарар кемдәрҙеңдер мәнфәғәтен хәстәрләп яҙылған, хатта шул уҡ етәкселәрҙең дә – булыуы бик ихтимал.
Кисен унлап кеше Миңнур Әхмәт ҡыҙының өйө эргәһенә йыйылды. Апай үҙе сыға ла алманы, тәҙрәнән генә ҡарап ултырҙы. Нәғим, үҙе белгәнсә, хәлде аңлатып бирҙе һәм, әгәр тик ятһалар, ҡарарҙы үтәргә тура киләсәген төшөндөрҙө.
– Һин кем? Мин һине тәүге тапҡыр күрәм, – тине бер текә генә ағай. – Фамилияң нисек? Мин һине милекселәр араһында күрмәнем. Әллә берәй мандатың бармы?
Нәғим нимә әйтергә белмәне, ләкин юғалып ҡалманы:
– Һеҙгә мандат кәрәкме? Бына минең мандатым, – тип егет эргәһендә торған Миңнисаны ҡосаҡлап алды. – Һеҙ мине ҡабул итәһегеҙме?
Кешеләр ҡысҡырышып көлөштөләр ҙә, риза булдылар. Нәғим шундай тәҡдим индерҙе:
– Республика, район етәкселәренә хат яҙырға, редакцияларға мөрәжәғәт итергә , телевидение саҡырырға.
Хатты яҙыу Миңнисаға йөкмәтелде. Дүрт көндән, хат әҙер булғас, ҡабул итеүен һорап, өс кеше район хакимиәте башлығына барҙы.
Нәғим, килеп инеү менән, инициативаны үҙ ҡулына алды:
– Беҙ һеҙҙең ҡарарҙы алдыҡ, ләкин беҙ йорттарҙы емереп, мәшәҡәтләнмәҫкә булдыҡ. Беҙҙең һеҙгә арзаныраҡ, отошлораҡ тәҡдимебеҙ бар.
– Йәгеҙ, тыңлап ҡарайыҡ.
– Әйҙәгеҙ, төрлө яҡтан телевидение, хәбәрселәр саҡыртып, беҙ ул йорттарҙы, ут төртөп, яндырайыҡ. Һеҙгә – бушҡа, беҙгә – арзанға төшөр.
– Һин, егет, эшкинмәгән тәҡдимдәрең менән башты ҡатырма! Әллә һин беҙҙе был мәсьәлә борсомай, тип уйлайһыңмы? Борсой. Беҙ уны хәл итергә теләйбеҙ, төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Был хат та шул маҡсаттан сығып яҙылғайны. Улай бик аҡыллы һәм ҡыйыу булғас, мәсьәләне хәл итерлек тәҡдим индер. Ерҙең шәхси төҙөлөш өсөн рөхсәте юҡ. Ә кешеләр һатып алғандар һәм төҙөгәндәр ҙә, йәшәп тә яталар.
– Ярай, минең һеҙгә һорауым бар. Был ерҙең башҡа ерҙәрҙән айырмаһы юҡ. Тик ул ҡағыҙ менән генә сикләнгән, – тип ныҡышты Нәғим. – Һеҙ миңә аңлатығыҙ. Ни өсөн бында алабута йә көнбағыш үҫтерергә мөмкин, кешеләр үҙ иҫәптәренә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә йыйына, ә төҙөлөш алып барырға рөхсәт юҡ?
– Был һорау һеҙҙе генә түгел, күптәрҙе борсой. Миңә лә оҡшамай ул закон.
– Әллә беҙҙә иген үҫтерер өсөн ер етмәйме? – тине Нәғим. – Ер юҡлыҡтан, иген үҫмәгәнлектән, бәлки беҙ ас ултырабыҙҙыр? Ҡала эргәһендә күпме буш ер ята, күпме кеше торлаҡһыҙ интегә, ә уларҙы төҙөлөш өсөн ер менән тәьмин итерлек мөмкинлек юҡ? Юҡ, минең зиһенем етмәй.
– Ярай, әле һин йәш, үҫкәсерәк, аңларһың, – тине башлыҡ һауалы ғына. – Әлегә ҡағыҙҙарығыҙҙы ҡалдырығыҙ. Беҙ хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ. Шулай ҙа, егет, мин һиңә өлкәндәр менән иплерәк һөйләшергә кәңәш итер инем. Закон бөтәһе өсөн дә бер үк. Шулай булғас, миңә законды һаҡлау, уның үтәлешен контролдә тотоу бурысы ҡуйылған. Төшөндөңме, егет? – тине башлыҡ янауға ишара яһап.
– Ҡурҡытмағыҙ. – тине Нәғим. Һеҙ мине, был бер ҡатлы ауыл малайы, бер нимә лә аңламай, тип уйламағыҙ. Һеҙгә нимә кәрклеген дә, һеҙҙең был сикләүҙәрҙә ниндәй маҡсаттар ятыуын да мин, әле килеп, аңланым. Был закондар бер генә маҡсатты көҫәй: уның нигеҙендә ришүәт ята. Түләһәң, хәл ителә, түләмәһәң, йөрөргә тура килә.
Ришүәт хаҡында һүҙ сыҡҡас, түрә ҡалтыранып киткәндәй булды:
– Ярай, – тине ул теше араһынан сығарып. – Барығыҙ. Ауыр буласаҡ, ләкин мин һеҙгә ярҙам итермен.
Дауамы бар.
Ещё
Напишите сообщение...