-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ноябрь 2021, 15:37

Рәпиф Кинйәбаев МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 6. Замана ҡиссаһы.

Ҙур өмөттәр бағлап ҡайтты Нәғим хакимиәттән. Кисен урам халҡын йыйып, ошо ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлаштылар. Нәғим шуға иғтибар итте: күпселек бындай билдәһеҙлектән йонсоған, был эштең уңышлы барып сығырына өмөт бағламай, хатта ерҙәрен һатып, төҙөлөштәрен туҡтатып, ҡул һелтәргә теләүселәр ҙә юҡ түгел

Рәпиф Кинйәбаев МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 6. Замана ҡиссаһы.
Рәпиф Кинйәбаев МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 6. Замана ҡиссаһы.
Күптәрҙең битараф йөҙөнә ҡарап, егет күңелдәре төшкәндәр күпселектер, тип уйлап ҡуйҙы. Улар нимәһе менән үҙҙәрен һиҙҙерә? Шым тыңлайҙар, һөйләшеүҙә ҡатнашмайҙар, һорауҙар бирмәйҙәр. Бер нисә кеше ришүәт өсөн аҡса йыйыу ихтыяжын күтәреп сыҡты. Яҡлаусылар ҙа табылды. Хатта күпме йыйырға икәнлеген дә тикшерә башланылар.
Нәғим ришүәт өсөн аҡса йыйыуға ҡәтғи ҡаршы төштө.
– Ришүәт бирергә бер ваҡытта ла һуң булмаясаҡ! – тине ул өҙөп. – Мин быға ҡаршы! Шикләнмәгеҙ. Уны аласаҡтар, ләкин мин тиҙ генә хәл итерҙәренә ышанмайым. Сөнки беҙҙең ерҙең яҙмышы хакимиәттә түгел, Хөкүмәт йортонда хәл ителә. Әгәр уларға барып етһәк, ышандыра алһаҡ, еребеҙҙе шәхси төҙөлөш категорияһына күсерәсәктәр. Ә инде булмай икән, тимәк, юҡ.
Артабанғы ваҡиғалар Нәғимдең хаҡлы икәнлеген күрһәтте һәм халыҡ араһында уның абруйын бермә-бер күтәрҙе. Сөнки район етәкселәренең береһен ҙур ғына сумма ришүәт менән тотҡандар, кабинетында, фатирында, ҡала эргәһендәге йортонда тентеү үткәргәндәр,тоҡсай-тоҡсай аҡса сыҡҡан. Ә хужа кеше күпме аҡса икәнлеген, ҡайҙан килгәнлеген теүәл һәм аныҡ ҡына аңлата белмәгән. Ҡыҫҡаһы, иҫәп-хисабын юғалтҡан. Мәҫәлән, бер тоҡсайын, апайымдың аҡсаһы. Фатир һатып алырға биргәйне, тип аҡланған. Тикшереп ҡараһалар, апаһы бер ниндәй ҙә фатир ҙа, аҡса хаҡында ла белмәй икән. Баш ҡала эргәһендә буш ятҡан ерҙәрҙең күплеге лә асыҡланған. Хужа уларҙың байтаҡ өлөшөн яҡындарына, дуҫтарына, ағай-энеһенә арзан ғына хаҡҡа таратып та ебәргән икән.
Был хәбәр көнө-төнө телевизор ҡарап ултырған Миңнур Әхмәт ҡыҙына ла барып еткән. Уныһы иһә, ҡан баҫымы күтәрелеп, тағы йығылған. Тиҙ ярҙам саҡырғандар. Ә Нәғим менән Миңниса никах уҡытыу, туй үткәреү хаҡында Миңнур апай менән һөйләшергә тейеш инеләр. Календарға ҡарап, ай баштарына, тип ниәтләп тә ҡуйғайнылар. Ләкин, апай ауырып китеү сәбәпле, һөйләшеүҙе тағы кисектерергә тура килде.
Уның ҡарауы, бер көн ихата эсенә асарбаҡ тиһәң, асарбаҡ түгел, үҙе төҙөүсегә лә оҡшаған һымаҡ, бер ир килеп инде. Нәғим шоферы менән машинаһын ремонтлап йөрөй ине.
Теге ир килеп инде лә:
– Бында ни эшләп йөрөйһөгөҙ? – тине, ҡырсын өйөмөнә, утынға һәм бейек йортҡа ҡарап.
Нәғим менән шофер бер-береһенә ҡараштылар:
– Ә һеҙ кем булаһығыҙ, ағай? – тип һораны Нәғим.
– Латипов мин, – тине ул. – Әҙеһәм Латипов. Ошо биләмәнең хужаһы.
Бәй, Миңнисаның атаһы ла баһа!
– Һаумыһығыҙ! – тип күреште Нәғим.
Аяҡ өҫтө генә бер аҙ һөйләшеп алдылар. Ағай Миңнур Әхмәт ҡыҙы менән нимәгәлер низағлашып, бер нисә йыл элек сығып киткән икән. Бына хәҙер ҡайтҡан. Камчаткала, Магаданда булған. Диңгеҙҙә балыҡ тотҡан, хатта кочегар булып эшләгән.
– Бында кем хужа? – тип һораны Әҙеһәм.
– Эш буйынса булһа – мин, – тине Нәғим.
– Мине эшкә алаһыңмы? – тине ағай көтмәгәндә.
– Һеҙгә генә эш табырбыҙ инде, – тип яуап бирҙе Нәғим.
Әҙеһәм ағай элек тә сығып киткеләгән икән. Шуға уның был юлы ҡайтыуы әллә ни ҙур яңылыҡ һымаҡ ҡабул ителмәне. Миңнур Әхмәт ҡыҙының бик шатланғаны ла, ҡайғырғаны ла һиҙелмәне. Ә ҡыҙы иһә, күреү менән: “О, атай ҡайтҡан!” – тип ҡосаҡлап алғандай итте. Кисен бергә ултырып ашанылар. Нәғим Миңнур апайҙың да кәйефенең бер аҙ күтәрелеүен һиҙҙе һәм ҡыҙының ҡулын һорау өсөн бик уңайлы ваҡыт, тип тапты. Ашты ашап бөткәс, һүҙҙе былайыраҡ башланы:
– Бер үтенес бар ине, Миңнур апай, Әҙеһәм ағай, – тине Нәғим.
Һөрпөлдәтеп аш ашап ултырған Әҙеһәм ағай башын күтәрҙе, ҡалағын ситкә ҡуйҙы. Миңнур апай йәштәргә төбәлде.
– Рөхсәт итһәгеҙ, беҙ өйләнешергә булдыҡ.
– Әллә тағы. Мин фатихамды күптән биргәнмен, – тине әсәһе.
Атаһы иһә, минең һүҙҙең әһәмиәте булырмы икән, тигән һымаҡ, яурынбаштарын һикертеп ҡуйҙы. Шуның менән тәҡдим яһалды, ризалыҡ алынды, туйға әҙерлек башланды. Туй мәшәҡәттәре тәүҙәрәк еңел генә барһа ла, аҙаҡ бәхәслерәк төҫ алды. Нәғим – эшҡыуар, һәр тиндең ҡәҙерен
 
белә, артыҡ аҡса сығармау яғында. Ә Миңниса иһә, гөрләтеп, ҙур табын ҡорорға теләк белдерҙе.
Нәғим бәхәсләшеп торманы, ризалашты. Миңниса, туйҙы матур итеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү яғында. Йәнәһе, лимузин булырға тейеш, йөҙләп кешенән исемлек әҙер. Ҡыҫҡаһы, байтаҡ ҡына аҡса түгергә тура килде. Нәғим үҙҙәренең яғынан ғына утыҙлап кешегә өндәште. Ике автобус менән килеп төштөләр, килендең донъяһын күрҙеләр, ата-әсәһе менән таныштылар һәм, Нәғим бик һәйбәт урынға эләккән, тигән фекергә килделәр.
Туй матур үтте. Бүләктәр мул булды һәм туйҙың иң ҡыҙған ваҡытында Нәғимгә шылтыраттылар. Күптәр егеттең йөҙө асылып, кәйефе күтәрелеүенә иғтибар итте.
– Нимә бар? – тип һораны Миңниса, кейәүенә һыйыныбыраҡ.
– Бик шатлыҡлы хәбәр!
– Әйтәйемме? – тине Миңниса, – әллә үҙең әйтәһеңме?
– Ә һин ҡайҙан беләһең? – тип аптыраны Нәғим.
– Минең өсөн иң шатлыҡлы хәбәр – ер хаҡында! – тине ҡулдарын ҡыҫып тотоп.
– Дөрөҫ әйтәһең!
Шул ваҡыт туй барған кафеға уларҙың күршеләре һәм тағы ике кеше, сәскәләр, бүләк тотоп, килеп керҙеләр һәм йәштәрҙе ҡотларға теләктәре булыуын белдерҙеләр.
– Беҙ Нәғим менән Миңнисаны ул тиклем дә уңышлы һәм ныҡыш кешеләрҙер, тип уйламағайныҡ, – тине урамдаштарының береһе. – Әгәр улар булмаһа, беҙҙең йорттарыбыҙҙы күптән емереп, Нәғим әйтмешләй, яндырып бөтөрҙәр ине. Ләкин бөгөнгө кейәү менән кәләштең әрһеҙлеге, хат яҙа белеүҙәре беҙгә бәләләрҙән ҡотолорға ярҙам итте. Әле генә хакимиәттән шылтыраттылар: беҙҙең урам урынлашҡан ер майҙанын ауыл хужалығы тәғәйенләнешенән шәхси төҙөлөш өсөн категорияһына күсергәндәр. Был эш Нәғим менән Миңниса ярҙамында ғына эшләнде! Ҙур рәхмәт һеҙгә! Рәхмәт йөҙөнән, беҙ һеҙгә телевизор бүләк итәбеҙ!
Туй шундай шатлыҡлы хәбәр юҫығында икенсе көнөнә таңға тиклем барҙы ла ҡуйҙы. Ҡайтмай ҡалған ҡунаҡтарҙы йыйып, өйҙәренә ҡайтһалар, бер урамда йәшәүселәр, күршеләре, йыйылышып, көтөп торалар. Күккә бер-бер артлы фейерверктар, шампан шарабы бөкөләре осто, туҡтауһыҙ “ура!” ҡысҡырҙылар, Нәғимде күккә сөйөп алдылар.
Нәғимдең эштәре күпме генә уңышлы бармаһын, ул үҙенән ҡәнәғәт түгел. Хәҙер уның ҡулы аҫтында өс бригада эшләй һәм заказдарҙы еренә еткереп үтәй. Ләкин көндәштәр ҙә йоҡлап ятмай. Нәғим барлап ҡарағайны, шуны асыҡланы – баш ҡала эргәһендә генә, ер эштәре менән утыҙлап бригада шөғөлләнә икән. Шулай булғас, бизнесты киңәйтеү юлдарын эҙләргә, яңы алымдар табырға тура килә. Уның һәйбәт эшләүен, аҡса түләүен ишетеп, яҡташтары килә башланы – ағас эше оҫталары. Ләкин тыуған яҡтарҙа эш юҡ. Ойошторорға тура килә. Нәғим төҙөүселәрҙән тәүҙә бер бригада ойошторҙо. Аҙаҡ, заказдар күбәйгәс, тағы берәүһен тупларға тура килде. Кемдәр ҡала эргәһендә йәшәй, төҙөүселәрҙе йыш күрә. Улар мунса, өй бурау һымаҡ эштәрҙе башҡара, бында ла яраҡлашырға һәм эҙләргә тура килә. Мәҫәлән, йәй көндәрендә бригадалар, һалҡын мәлдә эшләп ҡалайыҡ, тип иртәнге 5-тән, 6-нан эшкә тотона. Шау-шыу, төҙөлөш ҡоралдарының, мото-бысҡы тауышы, сүкештәрҙең шаҡылдауы күрше йорттарҙа йоҡлаусыларҙы бимазалай. Нәғим бында ла үҙ яйын тапты. Баҡ тиһәң, ул, ер соҡоп йөрөп, балта оҫталарының өр-яңы, заманса алымдарҙы үҙләштереүен күҙ уңынан ысҡындырған икән. Шундай бригадаларҙың береһендә үҙенә ике көн стажировка үтергә тура килде. Бындай бригадалар эште көндөҙ тышта, өй эсендә – ут яҡтыһында тәүлек әйләнәһенә башҡара икән. Мәҫәлән, күптәр моторлы бысҡынан баш тартҡан. Сөнки уларҙы электр бысҡылары алыштырған. Сүкештәр урынына алмашҡа аккумуляторҙан эшләүсе шөрөп борғостар килгән. Нәғимгә бура бурағанда балтаны электр бысҡыһы алыштырыуы оҡшамағайны. Ләкин күнергә тура килде. Балта менән бурау күп көстө ала, ваҡыт күп китә, эштең сифатына ла дәғүә булғылай. Ә электр бысҡыһы менән бурау еңел һәм теүәл эшләргә мөмкинлек бирә.
Эштәр шулай уңышлы ғына бара ине. Бер көн телефоны шылтыраны. Ҡараһа, таныш түгел һан...

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: