– Теге ваҡыт һин миңә нимә вәғәҙә иттең? Нимә вәғәҙә иттең?
Нәғим баш вата: “Нимә вәғәҙә иттем икән?”.
– Үәт, онотҡан. Телефоныңды саҡ таптым. Онотма, мин һиңә кәрәк булам ул. Һин миңә минең шәжәрәне эшләргә тейешһең. Гениологическое древо! Һиңә бер аҙна ваҡыт!
– Эшләрбеҙ! – тине Нәғим, был “текә”гә нимә кәрәк икәнлеген төшөнгәс. – Кем булырға теләйһең? Тарханмы, әллә дворянинмы? Бәлки кенәз булыу оҡшайҙыр?
– Уйлайыҡ, ҡайһыһы яҡшы, кенәзме, дворянинмы? Йәғни абруйы ҡайһыһыныҡы ҙурыраҡ. Һин ҡайһыһын алыр инең?
– Ҡайһыһын? Мин, күптән билдәле инде, вотчинник мин, аҫаба! Олатайҙарымдың береһе старшина булған! Бер кантон начальнигы бар.
– Ох, ты! Миңә лә эшлә! Старшинаһы ла, начальнигы ла – ярай, тик ергә хужа булырлыҡ булһын. Өфө эргәһендә ун гектар ер һатып алдым. Гольф майҙаны асам, уйнарға килерһең. Шунда иң түрҙә эленеп торорға тейеш: ошо ерҙәрҙең хужаһы, потомственный вотчинник, старшинаның, кантон начальнигының пра-пра-правнугы – Богданов Ленар Мәхмүт улы. Төшөндөңмө?
– Төшөнмәй, ҡайҙа барайым? Әйҙә, Богдановты Аллабирҙин, тип яҙабыҙ? Боронғораҡ һәм башҡортса буласаҡ.
– Һуңынан, дөрөҫ түгел, тип бәйләнеп тормаҫтармы? – тип аптыранды “текә”.
– Бер һүҙ ҙә булмаясаҡ. Киреһенсә, күсереп аласаҡтар.
– Как күсереп ала? Бирермен мин уларға! Кеше алдап йөрөмәһендәр! Минеке дөрөҫ булырға һәм минеке генә булырға тейеш! Күбәйһә, ҡәҙере китә уның.
Нәғимгә байтаҡ йүгерергә, өлгөләр табырға, өҫтәп яҙырға, рәссам ялларға, алтын ялатылған рамын эшләтергә тура килде. Үҙе бер үтеп барғанда, шартына килтереп, ҡулдарына тапшырғайны, яңы “аҫаба”ның күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Аҙаҡ Нәғим был йүкә титулдарҙы ник эшләнем, тигән көнгә төштө. Өлгөһөн һорап, эшләп биреүен үтенеп, тегенән дә киләләр, бынан да. Оҫтахана асып ебәрергә генә ҡалды.
Ошо ғаилә ағзаһы бит. Хәҙер ҡайныһы Әҙеһәмде лә, урын табып, үҙенең бизнесына индереп ебәрергә тура килде. Былай тыңлаусан, тиҙ төшөнә һәм күрһәтмәләрҙе еренә еткереп, ваҡытында үтәй. Нәғим уны бик белеп бөтмәгәс, әле ҙур эштәр ышанып тапшырмай, күберәк ваҡ-төйәк эш менән күмә. Күрмәй, тикшермәй, контролдә тотмай булмай. Теүәл һәм аныҡ кешегә оҡшаған, һәр эшен яҙып бара, эшлекле булып күренергә тырыша. Нәғимгә уның ҡуртымға алған ере өҫтөндә төҙөлгән биналарға ҡарата һорауҙары ҡайһы бер шик-шөбһәләр уята башланы. Бындай һорауҙарҙы киләсәккә ниндәйҙер ҡараңғы маҡсаттар ҡорған, йә күберәк белергә теләгән кешеләр бирә. Мәғлүмәтте йыя, уларҙы анализлай, сағыштырып ҡарай һәм көтмәгәндә, ҡараңғынан тороп артҡа типкән һымаҡ, ниндәйҙер аҙым яһай. Уның ялыу, анонимка, йә шикәйәт булыуы бик ихтимал.
Нәғим ҡайһы бер һорауҙарға яуап алыр өсөн был хаҡта ҡәйнәһе Миңнур Әхмәт ҡыҙы менән дә кәңәшләште. Уныһы нимә хаҡында һүҙ барыуын төшөнөр-төшөнмәҫтән, борсолоп алды ла китте.
– Кейәү, һин уға ышанма! Ана, ҡиәфәтенә ҡара, бер изгелек тә, яҡшылыҡ та күрмәҫһең, – тип бышылдай башланы ул. – Ә мин ниңә уны шым ғына йөрөй икән, тим. Ой, кейәү, юҡҡа индерҙем өйгә. Ҡайҙан ҡайтып керҙе, уф, мине генә харап итә инде! Миңә лә өндәште бит ул, ҡуртымға килешеүҙе, бинаға таныҡлыҡтарҙы һорай.
– Ә хоҡуҡи яҡтан нисек? Уның ергә, өйгә мөнәсәбәте, индергән өлөшө бармы?
– Юҡ. Ләкин беҙҙең загс ҡағыҙыбыҙ бар. Никах теркәлгән, айырылышыу рәсмиләштерелмәгән. Был нисек була инде?
– Әлегә бер нимә лә юҡ, – тип нөктә ҡуйҙы Нәғим.
Ә үҙен борсолоу тойғоһо солғап алды. Мөлкәт мәсьәләһе бик ҡатмарлы һәм бар көсөн һалған хужаларҙы бөлдөрөүе бик мөмкин. Иң ҡурҡыныс документ – никах кенәгәһе бар. Бар мөлкәт Миңнур Әхмәт ҡыҙы Латипова һәм уның ире Әҙеһәм Ғәле улы Латипов исемендә һәм, никах тарҡатылған осраҡта, бар мөлкәт ҡап урталай бүленә. Шәп була инде, ҡайҙалыр асарбаҡланып, асҡа ҡырҡылып ҡайтып йығылды ла, табышлы эшләгән бизнестың яртыһына хужа була ла ҡуя.
Юҡ, был ҡағыҙ
ярпыһының бар эште юҡҡа сығарыуы, бөлдөрөүе көн кеүек асыҡ. Нәғим ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй. Ул әлегә мәғлүмәт тупларға һәм, кәрәк булған осраҡта, ҡотолоу юлдарын эҙләргә ҡарар итте.
Таныштарынан ике юрист менән кәңәшләшеү Нәғимдең иң ҡурҡыныс фаразлауҙарының дөрөҫ икәнлеген тулыһынса раҫланы. Сөнки хоҡуҡи яҡтан ҡайнынан ҡотолорлоҡ бер өмөт тә юҡ. Судтар бындай эштәрҙе бик тиҙ үткәрә, булған документтарға нигеҙләнеп, ҡарарҙы ла йәһәт ҡабул итә.
Нимә эшләргә? Нәғим көнө-төнө тик шул хаҡта ғына уйлай, төрлө кеше менән кәңәшләшеп ҡарай, ләкин теүәл генә хәл итеү юлдарын таба алмай. Әлегә Нәғим ҡайныһы һис көтмәгән, хатта ыңғай тамамланырына ышаныс булмаған юлды һайланы. Уны мөмкин тиклем төп бизнестан ситләтергә, өҫтәмә эш ҡушырға, тын алырға ла ирек бирмәҫкә кәрәк. Нәғим алдағы низағты хәл итеүҙе тәрәнерәк йәшерергә булды. Мөмкинлек үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Бер көн ҡайныһы менән аҙыҡ-түлек алырға тип, ҡаланың иң ҙур күмәртәләп һатыу базаһына барғайнылар. Ваҡ-төйәк павильондарҙа, сауҙа нөктәләрендә, хатта контейнерҙарҙа геүләтеп сауҙа итәләр, сират тороп алалар. Төптәрәк торған ҙур ғына тимер йәшниктәрҙең береһенә хаталы итеп, “Прадается”, тип яҙылғайны.
– Күпмегә һатыла икән? – тип һөйләнгән булды Нәғим, ҡайныһының иғтибарын йәшниккә йүнәлтеп.
– Ул йәшник һиңә нимәгә кәрәк? – тип һораны тегеһе.
– Үҙең беләһең, Өфөлә миллиондан артыҡ кеше йәшәй, уларҙың һәр береһен көн һайын иң кәмендә өсәр тапҡыр, алдынан ҡалғансы, ашатырға кәрәк. Беләһеңме, ҡайным, бында күпме аҡса өйөрөлә?
– Белмәйем.
– Миллиондар һәм миллиардтар. Беҙгә ҡулаҡса етмәй. Әйләнеш хәҙер ҙур ғына, ниңә тәүәккәлләп ҡарамаҫҡа? Ҡайһы бер эшселәр менән аҙыҡ-түлек иҫәбенә хисаплашырға булыр ине. Ана, ҡара, нисек ташыйҙар. Эх, бер йүнсел генә кешеһен тапҡанда... Һин нисек уйлайһың, ҡайным?
– Әллә тағы, белмәйем.
– Һинең һымаҡ ғәҙел, намыҫлы булырға тейеш. Күптән ҡарап, һынап йөрөйөм, һинән дә ҡулай кеше юҡ. Малай һымаҡ, ваҡ-төйәк менән күпме йөрөргә була, һиңә хәҙер ҙурыраҡ эштәр ышанып тапшырырға мөмкин. Уйла, бындағы миллиондарҙа беҙҙең өлөш бар. Кеше табырға кәрәк, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй булды Нәғим.
Тегенең күҙҙәре янып китте:
– Туҡта, әйҙә, барып, ҡарап киләйек, – тине ҡайны кеше.
– Әйҙә һуң.
Барҙылар. Бәй, эргәләге контейнерҙа яҡташтар икән дәһә! Бүрейәндән Назарбай егеттәре, ең һыҙғанып, туҡмас, ярма, тоҙ, шәкәр менән сауҙа итәләр. Барлыҡ аҙыҡ-түлек төрөлгән, хаҡтары арзан, кәйефтәре шәп. Нәғим Рифат исемлеһе менән электән таныш ине. Икәүләп контейнер эсенә үк инеп киттеләр. Ҡайныһы тәмәке тартып тороп ҡалды. Нәғим тиҙ генә Рифатҡа бышылданы:
– Мин – һорашырмын, һин – маҡта, маҡтан. Анау кешене алдаштырырға кәрәк. Обороттарың көн һайын йөҙәр мең, аҙнаһына – миллион һум. Сәбәбен һуңынан аңлатырмын. Маҡтан, маҡтан!
Сыҡтылар. Нәғим һорауҙар бирә, ә тегеһе миллиондар менән генә яуап бирә. Эргәләге тимер келәтте Ҡафтау егеттәре һатып киткән икән. Рифат шуны һатып алырға тәҡдим итте.
– Белмәйем, кәрәгерме икән? – тип икеләнде Нәғим.
Үҙе ҡайныһының йөҙөн ҡарай. Тегенең йөҙө асылды бит, һунарға сыҡҡан кешенеке һымаҡ, ҡомарлы яна башланы.
– Һатып ал, үкенмәҫһең, – ти Рифат.
– Кеше юҡ, үҙем өлгөрмәйем, – тип һаман инәлтә Нәғим. – Бер йылғыр ғына кеше булғанда, эшләп булыр ине.
Эх, саҡ ҡына этеп ебәргәндә... Бынауы ҡарт, Әҙеһәмде әйтәм, ҡоларға тора бит. Бәләкәй генә ризалығы кәрәк.
– Үкенеселе, – ти Рифат. – Бергәләп эшләр инек.
– Мин дә шуны уйлап торам, – ти Нәғим. – Анау ҡаршы яҡтағылары ла оҡшай, мин уларҙы һатып алыр инем.
Түҙмәне Әҙеһәм, саҡ ҡына алғараҡ сыҡты:
– Әллә, егеттәр, мин әйтәм, үҙем һынап ҡарайыммы? Ошонда ғына сауҙа итеп ултырыр инем.
Кем әйтмешләй, клиент, артабан тормошҡа ашырыу өсөн, өлгөрөп етте. Нәғимдең шатлығы йөҙөнә сыҡты:
– Ҡайным! Был эшкә, һинән башҡа, ышанырлыҡ, аҡса тотторорлоҡ кешем юҡ. Башҡа кешегә тәҡдим итеп тә тормайым. Быны һин генә эшләй алаһың. Һинең оҫталыҡ, һинең тәжрибә, әрһеҙлек кенә уңышлы эшләргә мөмкинлек бирәсәк. Һин тегендә лә бик кәрәкһең, халыҡ һине яратты, күҙеңә генә ҡарап торалар. Унда теләһә кем эшләй ала, ә бында һин генә ойоштора алаһың. Булды. Йәшникте
беҙ һатып алабыҙ, – тине Нәғим.
Әҙеһәм ағайҙы төп эштән ситләштереү мәсьәләһе, шулай итеп, хәл ителә башланы. Ләкин быныһы күп йөрөшлө уйындың башы ғына. Алда төп мәсьәлә – уны зарарһыҙландырыу бурысы тора. Нисек кенә булмаһын, тәүге аҙым яһалды, хәйләгә нигеҙ һалынды.
Дауамы бар.