Уның ҡарауы, йәйоҙоно ситтә йөрөп, йәш ҡоралайҙар үҙҙәре менән донъя гиҙеүсе өлкәндәрҙән йәшәргә, иң мөһиме – йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланырға өйрәнә, тормош мәктәбе үтә. Ҡайһы саҡта улар аяныслы хәлдәргә тарып ҡуя. Ни тиһәң дә, бүреләрҙең башын яра тиберлек Таштояҡ ҡартаталары үҙҙәренең тыуған биләмәһендә заттарының яңы ағзаларының имен-аман донъяға килеүен тәьмин итеп йөрөй шул. Үткән йәйҙә шулай йәйләү ҡыҙырып йөрөгәндәрендә ҡоралайҙар, һаҡһыҙлыҡ күрһәтеп, һунарсыларҙың башмаҡтай эттәренә осрап, үлемдән саҡ-саҡ ҡалды. Ыржайҙарҙан да хәтәрерәк ине уларҙың һунар эттәре. Дөрөҫөрәге, уларҙы өләсәләре Һөтлөкәй әжәл тырнағынан алып ҡалды. Йыртҡыстарҙан елдең түбән яғына, тау осраһа, тау үренә табан ҡасырға кәрәклеген шунда аңланы Тертелдәк. Әгәр ҙә ҡоралайҙар тау үренә табан ынтылһа, уны бер йыртҡыс йәнлек тә, иң йүгерек һаналған һунар эттәре лә ҡыуып етә алмай. Ни өсөн тигәндә, илектәрҙең артҡы тояҡтары оҙон, алғылары ҡыҫҡараҡ булыуы тау үренә табан атылған уҡтай осорға мөмкинлек бирә. Һөтлөкәй уларҙы тау үренә әйҙүкләп, бурҙайҙарҙың ауыҙынан йолоп ҡалды. Йәйләүҙә йөрөгән йәш ҡоралайҙар ара-тирә тыуып үҫкән биләмәләренең сигенә барып сыҡҡанда, ҡартаталарының баш осондағы үткер мөгөҙөнә күҙ һалып та китер булды. Бының да үҙенә күрә әтнәкәһе бар. Әгәр ҙә Таштояҡтың һөңгө-мөгөҙҙәре урынында юҡ икән, был хәл шуға ишара: өйөргә әйләнеп ҡайтырға була, бәрәстәр донъяға яралған. Тиҙҙән ер өҫтө ҡар менән ҡапланасаҡ һәм уларҙың заты тағы ла бер өйөр булып донъя гиҙеп йөрөйәсәк. Ҡышлаҡҡа ҡайтыу ҙа үҙенә күрә оло байрам. Барыһынан бигерәк донъяға яралған сыбар бәрәстәрҙе күргәндән һуң тыуған ашҡыныуҙар, уларҙың тәүге яһаған аҙымдарына ҡыуанып һикерәндәүҙәр. Өйөрҙәге ата-әсәләре лә йәйләүҙән ҡайтыусы бәрәстәрен һағынып өлгөрә был саҡта. Бындай тойғонан хатта донъяла иң ҡырыҫы һәм уҫалы булып тойолған ҡартаталары Таштояҡ та азат түгел. Ул хатта был саҡта тәртип боҙоусы кескәй тоҡомдаштарына яза бирерлек хәлдә түгел. Был мәлдә туҡал ҡалған Таштояҡтың иң йыуаш көндәре башлана. Тап шул саҡта бәрәстәргә, үҫмерҙәргә шашынып алырға ла форсат тыуа. Был шашыныуҙарға йәйге танышыуҙарҙан һуң ҡауышыуҙар, мөхәббәт уйындары ялғана. Әммә ергә ҡырпаҡ ҡар төшөп, өйөр башының яңы мөгөҙҙәре үҫеп сыҡҡас, өйөрҙә тағы ла әүәлгесә тәртип урынлаша. Ҡоралайҙар тағы ла, һалдаттар ише, бер рәткә теҙелеп йөрөй башлай.
...Һөтлөкәй менән Тертелдәктең – өләсәй менән ейәнсәрҙең ҡараштары осрашыуға тағы ла бер секунд ваҡыт үтте. Шул тиклем оҙон, көтөп түҙемең бөтөрлөк, түҙеп үҙәгең өҙөлөрлөк ваҡыт арауығы. Шул мөҙҙәт эсенә әллә күпме наҙ, яҡтылыҡ, йылылыҡ, миһырбанлыҡ, эскерһеҙлек, илаһилыҡ, туғанлыҡ хисе һыя. Ҡайһы бер тере йән эйәләре, ғүмер буйы йәшәп тә, был тойғоларҙы кисереү генә түгел, былар хаҡында уйлау ғына түгел, ғөмүмән, бындай төшөнсәләрҙең барлығын да белмәйҙер. Туғанлыҡ, ҡан тартыу көсө аң менән аңлай һәм аңлатып бирә торған төшөнсәләр түгел шул. Гүйә, ошо мәлдә Һөтлөкәй менән Тертелдәк тәбиғәттең башланғысы һәм дауамы булып, бер йәнгә ойошто кеүек. Бындай ҡараш йүгертеүҙәр, ялан-йолан ҡарауҙар, тертелдәүҙәр уларҙың ҡанында. Тертелдәү буйынса барыһын да уҙҙырғаны өсөн дә өләсәһе уға Тертелдәк исемен биргәйне бит. Бәрәстәр, йәш һәм үҫмер ҡоралайҙар, ниндәй генә хәлгә ҡалғанда ла, өлкәндәрҙең хәрәкәттәрен ҡабатлап, уларҙың эҙенә баҫып, хәүеф килеп тыуған урындан сығырға, йыртҡыстар тырнағынан ҡотолорға тейеш. Әгәр ҙә улар өлкәндәрҙән күҙ яҙҙырып, уларҙың хәрәкәтен ҡабатламай, саҡ ҡына үҙаллы хәрәкәт иттеме, ыржайҙар был хәлде тиҙ арала күреп ҡалып, йәш ҡоралайҙы өйөрҙән айырырға, ситкәрәк ҡайырырға тырышасаҡ. Өйөрөнән айырылған йәш илек күҙ асып йомған арала бүреләрҙең ҡорбанына әүерелә. Йәш кәзә тәүҙә самаһыҙ әүҙемлек күрһәтеп сәбәләнә, урынһыҙға ҡапыл туҡталып ҡала, ҡайһы яҡҡа ҡасырға белмәй, тыбызыҡлап үрһәләнә һәм ошо рәүешле үҙен уратып алған ыржайҙарҙың аҙау тештәре араһына үҙе үк һикереп тиерлек барып инә. Шунан башлана ла инде ыржайҙарҙың ҡан туйы. Ул туйҙың нисек барыуына һәм тамамланыуына ҡорбан йәнлек шаһит була алмай шул. Бер, ике, өс! Кәзәкәйҙәр берҙәм һулыш алып, берҙәм ынтылыш менән Таштояҡ һикергән яҡҡа табан ырғыны. Барыһы ла тәүге һикереш яһағандан һуң барып төшөр урындарының ниндәй булырын да абайламаны, күҙҙәрен йомоп һыуға сумған әҙәм ише, аҙағы ни менән барып бөтөрөн белмәгән яҡҡа ҡуҙғалды. Был халәт уларҙың өйөр башлығына сикһеҙ ышаныуҙарынан килә торғандыр. Күрәләтә ут эсенә, ыржайҙарҙың аҙау тешенә алып барып индермәҫ әле Таштояҡ. Әлбиттә, илектәрҙең һәр ҡайһыһының тәүге һикереш алған майҙансығы ҡарҙан әрселгән ҡаты ер булғанға күрә, улар, был мөмкинлекте трамплин итеп файҙаланып, хәтһеҙ генә арауыҡҡа ырғый алды. Ҡасыуҙың уңышлы тамамланыуы ла тәүге һикерешкә бәйле. Ҡоралайҙар ниндәй генә арауыҡҡа һикермәһен, һәр ҡайһыһының да барып төшкән урындары тәрән көрт эсе ине. Көрт бауыр аҫтынан, тәрән булһа ла, ҡарҙың йомшаҡлығы уларҙың файҙаһына ғына. Икенсе һикерештәре тәүгеһенән ҡайтышыраҡ тойолһа ла, ыржайҙар әле генә ҡоралайҙар ҡатып ҡалған асыҡ урынға килеп сыҡҡанда, йәнлектәр был урындан утыҙ-ҡырҡ аҙымға алыҫлашып өлгөргәйне инде. Был арауыҡ ҡоралайҙар өсөн ике-өс һикерем араны ғына тәшкил итһә лә, ыржайҙарға уны үтергә ике тапҡыр күберәк ваҡыт кәрәгәсәк. Күкрәктәре ҡеүәтле булһа ла, аяҡтары ҡыҫҡа шул бүреләрҙең. Шуға күрә улар, ҡоралайҙар өйөрөнөң төп йүнәлеше артынан китеүҙе мәғәнәһеҙлеккә һанап, сабып барған ыңғайҙарында бар диҡҡәтен иң артта ҡалған илеккә йә өйөрҙән бер яҡҡараҡ айырылып барғанына йүнәлтеп, төп көстәрен шуға тоҫмаллап өлгөрә. Өйөр артынан сабыусы ыржайҙарҙың төп өҫтөнлөгө лә шунда: уларҙы бынан һуң өйөр бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, улар бер йоҙроҡҡа тупланып, үҙ-ара аңлашып, тик яңғыҙ ҡорбан артынан саба, бер илекте ҡыуалай. Сабып барған килеш бер-береһен ял иттереп алырға ла өлгөрә ыржайҙар. Тәүҙә береһе алға ныҡ ынтылып, бар көсөн йүгереүгә сарыф итеп, ҡорбанын албырғата ла, ситкәрәк сығып, сабыуын яйлатып, арттан килеүсе ыржайға юл бирә, уныһы бер аҙҙан өсөнсөһөн алға үткәрә. Был арала тәүге бүре тынын рәткә һалып, ҡабат яҫҡынырға әҙерләнә.
Өс, дүрт, биш! Икенсе һикереш яһағандан һуң Тертелдәк Һөтлөкәй өләсәһенең өсөнсө һикереш яһап талпынғандан ҡалған әҙер эҙенә төштө, шундуҡ үҙе лә өсөнсө һикереште яһаны. Әллә саманы онотто Тертелдәк, әллә өләсәһенең әҙер эҙенә баҫып һикереүе сәбәпсе булдымы быға – ул үҙен хәтһеҙ генә ваҡыт бейек һауала аҫылынып торғандай хис итте. Шул ваҡыт арауығында Тертелдәк хәтһеҙ ара алыҫлашып өлгөргән ҡартатаһы Таштояҡтың һыртын, уның артынан ынтылған Һөтлөкәй өләсәһенең дүртенсегә һикергәнен, үҙҙәренең артынан яҫҡынған ыржайҙарҙы күреп өлгөрҙө.
Секундтың ниндәйҙер өлөшөндә иң алдан сабып килгән һоро ҡарт ыржайҙың күҙ ҡарашы менән осрашты Тертелдәк. Ниндәйҙер кисерештәргә бирелеп торорлоҡмо ни был мөҙҙәттә? Был көсөргәнешле мәл бик оҙаҡ тойолдо Тертелдәккә. Ул һауала аҫылынып торған ваҡыт эсендә өләсәһенең дүртенсе һикереш яһап, бушап ҡалған эҙҙәренә Тертелдәктән алда игеҙәге Тырт-Мырт килеп төштө. Хистәргә бирелһәң, артыҡ шашынып һикерәндәһәң, шул хәлгә ҡалаһың инде. Был турала күпме иҫкәртте уны йәйләүгә сыҡҡанда өләсәһе Һөтлөкәй. Тырт-Мырттың һыртына килеп төшкән Тертелдәк, игеҙәгенә мәшәҡәт яһамаҫ өсөн, ситкә һикерҙе. Тырт-Мырт саманан тыш көсөргәнеш яһап, артабанғы һикереш яһап, өләсәләре Һөтлөкәй артынан китте. Тертелдәк иһә өйөрҙән ситкә күсеп тороп ҡалды. Һәр бер секунд ғүмерҙе хәл итер саҡта аңшайып тороу үлемгә тиң. Бер аҙ боролош яһап, Тырт-Мырт артынан сабырға ине ниәте, әммә ҡаршыһында үҫеп ултырған ҡайын ағасы уға бындай мөмкинлекте бирмәне. Ул ҡайынды уратып үтергә самаланы, әммә артабан да теҙелеп киткән ағастар уның ҡасыу йүнәлешен бер аҙ ситкә борҙо. Тертелдәк, өйөрҙән айырылып, ҡайынлыҡтың икенсе яғынан сабып бара башланы. Өләсәһенең әҙер эҙенә баҫып ҡасыу түгел шул бында. Етмәһә, йәненең тертелдәүе, йөрәгенең өлпөлдәүе тынын ҡурып бара. Ыржайҙар унан иллеләп аҙым артта ҡалып саба. Әммә улар күмәк, ә Тертелдәк самаһыҙ һикерәндәүе арҡаһында – яңғыҙы...
Берәүҙәр ҡаса. Икенселәр баҫтыра. Берәүҙәр ҡасыу юлы менән ғүмерен һаҡларға теләй. Икенселәр ҡасҡандарҙы баҫтырып тотоп, ғүмерен һуҙырға теләй. Йүгермәйһең икән – йәшәмәйһең... Ыржайҙарға шул ғына кәрәк ине лә. Тәүҙә улар ырғандап ҡасып барыусы ҡыр кәзәләренең иң артынан эйәргән Тырт-Мыртты үҙҙәренең ҡорбаны итеп һайлағайны. Өйөр башы Тимертырнаҡ был хаҡта башҡаларға аңғартып өлгөргәйне: тәүҙә был мәғлүмәтте ул янында сабып барыусы инә бүрегә – көсөктәренең әсәһе Һортойға еткерҙе. Һортой, үҙ нәүбәтендә, сабып барышлай, тәүҙә бер яғына, аҙаҡ икенсе яғына боролоп, яндауынан сабып килеүсе ике йәшлек Йүгерек менән Һәүереккә бышырҙаны. Ыржайҙар лөғәтендә һүҙ атҡарҙы. Ырылдап. Фарман тиҙ арала бар өйөргә таралды. Һәүереккә иһә өйөр башының махсус фарманын өҫтәлмә рәүештә айырып еткерҙе: ҡорбанды ҡыуып етеп барғанда, Һәүерек атаһы Тимертырнаҡҡа йә әсәһе Һортойға яҡыныраҡ булырға тейеш. Тимертырнаҡ менән Һортой игеҙәк көсөктәре Һәүерек менән Йүгеректе тәүге тапҡыр ғына ауға алып сыҡмайҙар. Улар йәше тулыр-тулмаҫтан ошо юлда. Һәр бер ау, һәр бер һунар – көсөктәр өсөн айырым бер һабаҡ, дәрес. Атай менән әсәй улдары Йүгеректең уңыштары өсөн ҡыуанһа ла, Һәүеректең мәнһеҙлеге өсөн уларҙың аҙау тештәре һыҙлай. Хәйер, уның ана шулай, йолҡош аттар кеүек, Һәүерек исем-ҡушаматы алыуы ла башҡа ыржайҙарға оҡшамаған сифатынан – ығышлығынан килә. Ҡорсаңғы. Бына был һунарҙа ата менән әсә Һәүеректе ныҡлап һынап ҡарамаҡсы. Һынауҙы ул үтә алырмы-юҡмы? Үтә алмаһа... Ҡоралайҙарҙы ҡыуа төшкәндә барыһы ла көйлө һымаҡ ине. Әммә башта уҡ тәғәйенләп ҡуйған ҡорбандары көтмәгәндә икенсе бер ҡыр кәзәһе менән алмашыныр тип кем уйлаһын инде? Быны ыржайҙар яҡшыға юрамай, бик ауыр кисерә. Һәр хәлдә, башта уҡ билдәләнгән ҡорбандан диҡҡәтте икенсегә күсереү еңел түгел. Иң арттан эйәргән Тырт-Мырттың илерткес итләс һынына ҡарап, уның боғаҙын аҡтарғандан һуң тәмләп эсер ҡанының ҡайнарлығын да тел осонда тойоп-татып та өлгөргәйне Тимертырнаҡ. Инде шул ниәтен бойомға ашырыу ғына ҡалғайны. Әммә, уйламағанда-көтмәгәндә, Тырт-Мырттың ҡаршыһында ғына тап шундай уҡ икенсе бер кәзә һауаға ырғылды Һәм мөғжизәнең мөғжизәһе булды: бер мәлгә генә һауала аҫылып тороусы ҡоралай туп-тура Тимертырнаҡтың күҙҙәренә тултырып ҡараны. Барыһын да аңланы ошо ҡараштан күпте күргән, күпте кисергән ыржай өйөрө башлығы. Тертелдәп кенә торған икенсе шундай уҡ йән, моғайын, игеҙәгелер әле, уның ҡорбанын нисек боғаҙынан алыуы, ҡайнар ҡанына ләззәтләнеүенә бәйле ниәттәрен белеп ҡалғандай, үҙенең дәғүәһен һауаға аҫылынып тороп белдерә. Йолҡош! Быны аңлауҙан өйөр башлығының эсендәге икенсе сифаттағы бүреләр тағы ла ажарыраҡ итеп олорға тотондо. Асығыу менән асыу бергә ҡушылғанда ғына сыға бындай олоу. Ана ниндәй дәғүә белдерә уға тертелдәк кенә мәхлүк йән! Ә бит тап шуның өсөн дә Тертелдәк үҙенең ҡандаш игеҙәген, башҡа тоҡомдаштарын ҡотҡарыр өсөн ыржайҙар өйөрөн үҙенең артынан эйәртеп, бөтөнләй икенсе яҡҡа борҙо. Өҫтөнлөктө үҙенең яғына ауҙарҙы. һәр хәлдә, ыржайҙар башлығы Тертелдәктең өйөрҙән ҡайырылыуын шулай баһалап өлгөрҙө. Тимертырнаҡ өйөрҙән ҡайырылған Тертелдәк артынан ыржайҙарҙы әйҙәне.
Аҙағы бар.