-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ноябрь 2021, 12:00

ЭСТАФЕТА Хикәйә Өсөнсө өлөш

Тырт-Мырттың һыны һаман да өйөр башының күҙ алдынан китмәй торҙо. Ҡанығыуы шул тиклем булғандыр. Тертелдәк менән Тырт-Мырт һуйған да ҡаплағандай оҡшаш. Ошо ла булышлыҡ итә, күрәһең. Ауыҙына ҡапҡан ҡалъяны йолҡа тартып алдылармы ни! Был һемәйеү Тимертырнаҡты оторо ярһытты ғына. Ул, ҡаршыһына осраған тәрән ҡар ҡорғандарын ҡатҡыл күкрәге менән ярып, тағы ла шәберәк алға бара башланы. Асыуына ҡаратырышлығы ла ҡушылды. Диңгеҙ ярына һуҡҡан көслө тулҡындар, цунами менән көрәшеүгә тиң ине ыржайҙарҙың ошолай хәрәкәт итеүе. Ошо тулҡындар ғына булмаһа, улар әллә ҡасан уҡ атылған уҡтай барып етеп, үҙһүҙле ҡыр кәзәһен ҡармап та алған булырҙар ине. Исемен дә һорап тормаҫтар, ҡабып та ҡуйырҙар ине. Өйөргә тигеҙ итеп бүлгәндә бер ҡабымлыҡ ҡына ит киҫәге, ә үҙе ниндәй ыржайҙар менән етәкселек итеп маташа. Тьфү! Әммә ошо рәүешле Тертелдәккә нәфрәтләнеп, ни тиклем нығыраҡ ынтылып, шундайын көсөргәнеш һалыуҙан да ни фәтеүә? Бындай көсөргәнеш уларҙы тәрән көрт аҫтына тағы ла нығыраҡ батыра ла, киреһенсә, Тертелдәк менән уларҙың араһы торған һайын алыҫлаша ғына төшә. Көсөргәнеш көрт аҫтына тарта. Ихтыярһыҙлыҡ булған урында уҫаллыҡ алға сыға. Тап шуның һымаҡ. Уҫаллыҡ иһә ҡанды ҡайната, аңды томалай һәм хәлде тиҙ ала. Уҫаллыҡ был осраҡта аяҡҡа тышау ғына. Ыржайҙар мәгәр башҡа төрлө була ла алмай. Был саҡта хатта ҡайнар ҡан эсеү, татлы ит ашап кинәнеү ниәте лә бойомға ашмаҫ хыял булып күренә башлай. Ыржай һынлы ыржай өсөн аҙау тешкә килеп эләккән табышты ауыҙҙан ысҡындырыуҙан да ҙурыраҡ күңел ҡайтыуы юҡ һымаҡ. Етмәһә, улар аҙна-ун көн йүнле ризыҡ ҡапҡаны юҡ.

ЭСТАФЕТА Хикәйә Өсөнсө өлөш
ЭСТАФЕТА Хикәйә Өсөнсө өлөш

Әммә...  Ашарға, нисек булһа ла тамаҡ туйҙырырға ынтылыу хисе һәр ҡаршылыҡты тупаҫ көс менән емереп, аҙау теш менән ҡайырып өйрәнгән ыржайҙарҙы ла хәйләгә барырға мәжбүр итә. Ваҡытлыса төлкө булып торорға ла тура килә уларға. Төлкөләрҙе хәйлә  тоҡсайы булғаны өсөн күралмай ыржайҙар. Әммә уларҙың хәйләкәрлеге бына ошондай саҡта иҫтәренә төшә. Төлкөлөккә күҙ ҙә йомола. Кем белә лә кем күрә төлкө халәтендәге ыржайҙарҙы. Маҡсат ысулды аҡлай, тиҙәр. Ҡоралайҙарҙы нисек итеп баҫтырып тотоу мөһим түгел, тамаҡ туйҙырыу мөһимерәк. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә. Күпте күргән, күпте кисергән өйөр башлығы хәҙер инде бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: ғәҙел йүгереп ярышыу һәм ҡасыу-баҫтырыу бәйгеһендә улар ҡоралайҙарҙан күпкә ҡалыша. Ыржайҙарҙың өс-дүрт һикергән араны бер һикереүҙә үтеүсе илектәрҙең артынан туп-тураға доҡойоу – бер ҡатлылыҡҡа тиң ахмаҡлыҡ. Шуның өсөн дә иң дөрөҫ юл – ҡасыусының булмышына ҡурҡыу һалып, ҡотон алыу. Ҡоралай албырғап ҡалырға һәм дөрөҫ булмаған хәрәкәттәр яһарға, сәбәләнергә тейеш. Ошо ниәт тормошҡа ашһа, ҡорбан, ҡайһы яҡҡа ҡасырға белмәйенсә, икеләнеү ҡулсаһында ҡаласаҡ та  үҙенән-үҙе ыржайҙарҙың ауыҙына килеп ауасаҡ. Ғәҙәттән тыш фиҙакәрлек, саманан артыҡ көсөргәнеш һалмаһаң, ит ҡаба алмаҫһың, тигән хәҡиҡәтте лә яҡшы аңлай Тимертырнаҡ. Бына хәҙер ул ана шундай көсөргәнеште һалырға, килеп тыуған хәлде үҙгәртергә тейеш. Ул үҙҙәренән алыҫая барыусы Тертелдәктең сираттағы үҙәккә инеп юғалғанын көтөп кенә барҙы ла, башҡаларға юлды дауам итергә бойороп, үҙе  ултыртылған  ҡарағайлыҡҡа йәһәт кенә боролоп инде. Ағаслыҡтың ситенә ел һырынты өйгән, ә инде эске яҡта ҡарағай ылыҫтары ышығында ҡарҙың тәрәнлеге ыржайҙың тубығы тиклем дә булмаҫ. Әгәр ҙә ниәте бойомға ашһа, ул ошо ҡарағайҙар араһынан сабып барып, ҡоралайҙың ҡаршыһына сығып өлгөрөргә тейеш. Әгәр ҙә ул ошоно эшләмәһә, Тертелдәк бер аҙҙан үргә табан артылып, бөтөнләйгә эҙ яҙҙырасаҡ. Тимертырнаҡтың артынан ҡар саңы ғына борҡоно. Ҡарағайҙарҙың ҡар йәбешеүҙән ергә табан һәлмәкләнеп аҫылынған ботаҡтарына ара-тирә уның һырты ҡағылыуҙан тигеҙ рәт булып теҙелгән ағастар араһында ҡар яуып үткәндәй тойолдо. Тимертырнаҡ, елдәй елеп, ҡарағайлыҡтың осона тиклем сабып барып та етте. Урманлыҡ бөткән урында артабан тау үре башлана. Әгәр ҙә Тертелдәк үргә артыла башлаған булһа, артабан уны эҙәрлекләү – мәғәнәһеҙлек. Тимертырнаҡ үр башланған тарафҡа табан ике тапҡыр ынтылып ырғыны, өсөнсөгә үрәпсегәнендә бынан бер минут самаһы элек илекте һуңғы тапҡыр күҙҙән юғалтҡан үҙәккә күҙ ташлап өлгөрҙө. Йәненә йүгереп йылы инеп китте Тимертырнаҡтың. Ыржайҙар ҙа шатлана белә микән? Ҡоралай, бер ни булмағандай, ул баҫып торған үр башланған тарафҡа менеп килә. Унан күпкә артта ҡалышып, ыржайҙар ҡар ярып ығыша. Хәҙер инде Тимертырнаҡҡа тап ошо ерҙә ҡорбанын көтәүелләргә генә ҡала. Килеп күренеүе менән өҫтөнә ырғыр өсөн хәл йыйырға, тын алырға ла форсат бар. Әммә көтөү ғазапҡа тиң. Секундтар – минуттай, минуттар сәғәттәй тойола бындай саҡта. Тимертырнаҡ, күкрәгенән сығарған тынын мөмкин тиклем ҡар аҫтына ебәрергә тырышып, үҙенсә йәһәт кенә әүәләп алған ҡар өңөнә инеп боҫто. Ҡарһаланып ҡасып килгән  илектең тынын ул хәҙер тойоп аласаҡ та. Әммә күптән инде танауына бәрелер тын һаман да тойолманы. Туҡта, әгәр ҙә теге Тертелдәк ул боҫҡан ергә килмәйенсә, икенсе яҡтан тау үренә һыпыртһа? Тимертырнаҡ асырғанып тағы ла һауаға һикерҙе. Тойомлауы дөрөҫкә сыҡты: теге хәстрүш, ысынлап та, саҡ ҡына ситкәрәк тартылып, үргә икенсе урындан ынтылмаҡсы. Тағы ла бер көсөргәнеш талап ителә өйөр башлығынан. Ул үргә табан ҡапыл ырғыны ла, күкрәгенә һуғылған ҡар ҡорғанына эләгә-сәсәй, асырғана-асырғана, Тертелдәктән саҡ ҡына алғараҡ сығып, уны тау түбәненә табан кире ҡайырырға яҫҡынды. Уның ниәтен белгән һымаҡ, Тертелдәк тә ҡапыл туҡталып, ҡатып ҡалды. Ошо секундтар Тимертырнаҡ файҙаһына ине. Өйөр башлығы аҡтыҡ көсөн туплап тағы   бер ынтылды ла, Тертелдәктең күҙенә салыныр урынға барып еткәс: “Күрмәһәң, күр, бына мин булам!” тигән һымағыраҡ, шулай уҡ хәрәкәтһеҙ ҡалды. 

Маҡсатына өлгәште. Албырғатты. Ҡорбаны кинәт боролоп, килгән юлына табан ҡуҙғалды. Үҙенең әле генә үткән эҙҙәренә баҫып бер-ике һикергәс, артынан ҡыуа килеүсе башҡа ыржайҙарҙы күреп ҡалғас, тағы ла ҡырын яҡҡа тартылды. Уның был йүнәлешенә алдан уҡ әҙер торған Тимертырнаҡ йәнә бер көсөргәнеш яһап, Тертелдәкте тағы ла килгән  яғына боролорға мәжбүр итте. Тертелдәк өс яҡтан ҡамалды. Әлегә уның өсөн берҙән-бер асыҡ ҡалған дүртенсе тараф әле генә өйөр башлығы Тимертырнаҡ елдәй елеп үткән ағаслыҡҡа барып терәлә. Әгәр ҙә Тертелдәк шунда, тик шунда барып етһә, әжәлдән ысҡынасаҡ. Өйөр башлығы тау түбәнендә ҡар ҡорғандары менән айҡашҡан ыржайҙарға ҡараш ташланы. Көсөктәренең әсәһе Һортойҙо бер ҡарауҙан таныны. Олоған тауыш сығарып ырылдап ҡуйҙы. Тимертырнаҡтан өс йәшкә өлкән инә ыржай уның тик бүреләр генә алыҫ арауыҡтан аңлаша ала торған лөғәтен  йәһәт төшөндө. Ул, көсөгө Һәүеректе эйәртеп, шундуҡ ағаслыҡҡа йомолдо. Ҡалған ыржайҙар иһә ҡамауҙа ырғандаған Тертелдәкте ян-яҡтан урауға алды. Ҡалған ваҡиғаларҙы Тимертырнаҡ баҫҡан урынынан ғына ҡымшанмай күҙәтте. Үҙе ҡорған тоҙаҡҡа ҡоралайҙың нисек барып ҡапҡанын рәхәтләнеп ҡарарға ярата ул. Режиссер һымаҡ. Уйлағаны раҫҡа сыҡты. Әгәр ҙә Тертелдәк, ыржайҙарҙың ҡорған мәкерен һиҙеп, ҡапыл кирегә боролоп был яҡҡа табан яҫҡынырға уйлаһа, һаҡлыҡ өсөн дә өйөр башы ошо урында ҡалырға тейеш. Был – беренсенән, икенсенән,  ыржайҙар ҡоралайҙы йығып боғаҙлаған хәлдә лә, ул килеп етеп, итенән  ауыҙ итеп ҡарамайынса, ризыҡҡа берәү ҙә йоғонмаясаҡ. Был – Тимернаҡтың үҙ өйөрөндә урынлаштырған тәртибе. Ҡануны. Уны боҙорға берәү ҙә баҙнат итмәй. Әммә аҫта барған ваҡиғалар ҡапыл ғына икенсе һүрәтләнеш алды. Өйөр башлығының ҡорған сценарийы буйынса тамамланманы һунар. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң тағы ла бер ҡоралай?

…Үрһәләнеп сәбәләнгән Тертелдәк буталып бөттө. Ҡайһы яҡта ыржайҙар, ҡайһы яҡҡа ҡотолоу юлы киткәнен дә белмәй ул хәҙер. Тегеләй барһа ла – ыжайҙар, былай йүгерһә лә – ыржайҙар. Шул рәүешле урталыҡта тыбызыҡлаған сағында күҙенә салынған ағаслыҡты ул ҡотолоу юлы тип ҡабул итте. Тап шул ағаслыҡтың аръяғына ҡасҡан тоҡомдаштарын да иҫенә төшөрҙө. Шул яҡҡа табан ынтылды ла. Әммә инде ағаслыҡҡа барып еттем тигәнендә, ҡаршыһына килеп сыҡҡан ике ыржай уны туҡталып ҡалырға мәжбүр итте. Ҡарт инә бүре Һортой менән Һәүерек ине улар. Тертелдәк килгән яғына кирегә боролорға итте лә, тамам тоҙаҡтың эсенә килеп инеүен аңлап, Һортой менән Һәүеректең янынан йүгереп үтмәксе булды. Һортой, уға ынтыла биреберәк ҡуйғас, туҡталды, улы Һәүереккә юл бирҙе. Һунар эстафетаһын тапшырҙы. Һунар ҡомарына тамам бирелгәйне, ҡорбанына ҡаныҡҡайны Һәүерек. Ул Тертелдәкте бер-ике һикереүҙә ҡыуып етте лә уның боғаҙына ырғырға әҙерләнде. Әммә Тертелдәк ситкә ырғып өлгөрҙө. Һәүерек уның артынан уҡ ташланырға иткәйне, яңы ғына Тертелдәк баҫып торған урынға икенсе бер ҡоралай килеп төштө. Ҡайҙан уның алдына килеп сыҡты һуң икенсе ҡоралай? Әллә күҙенә күренәме? Улай тиһәң, ағаслыҡ араһынан ҡапыл атылып килеп сыҡҡан Һөтлөкәйҙе ыржайҙарҙың барыһы ла күрҙе. Һортой, уның улының һунарына ҡамасауларға яҫҡынғанын күреп, ситкәрәк ҡайырырға ла маташты. Һөтлөкәй уның башы осонан һикереп үтеп, Һәүеректең алдына килеп төштө. Ҡан туйы башланды. Тертелдәк кенә яратҡан өләсәһен күреп өлгөрмәне. Үҙенең нисек итеп ыржайҙарҙың ауыҙынан ҡотола алыуының сәбәбен дә аңламаны. Өләсәһенең ғүмер эстафетаһын ошо рәүешле итеп ейәнсәренә тапшырғанын да белмәне. Ул, ағаслыҡ аша үтеп, күптән инде үр башына сыҡҡан тоҡомдаштарына барып ҡушылды.

…Ҡан туйы оҙаҡҡа һуҙылманы. Хатта Һөтлөкәйҙең ҡайнар ҡанын да эсеп өлгөрмәне Тимертырнаҡ. Барыһына шаһит булған инә бүре Һортой ҡанһырап ятҡан Һөтлөкәй янына яҡын да килмәне. Уның аяҡтарын ниҙер бығауланы. Шул саҡ ҡапыл мылтыҡ шартлауы һәм һунарсыларҙың һай-һайтлап саңғыла үрҙән төшөп килеүе ыржайҙарҙы ҡорбанын ҡалдырып китергә мәжбүр итте. Һөтлөкәйҙең үләкһәһен яҡындағы ауыл эттәре ашап кинәнде. Төҙтәкәләрҙең ниәте бик етди ине. Улар ыржайҙарҙы ялан еренә сыҡҡансы саңғыла ҡыуып йөрөттө, тигеҙгә сыҡҡас, арттарынан һыбайлылар төштө. Төҙтәкәләр уларҙы икешәрләп ҡыуҙы. Тәүҙә берәүҙәренең аттары арый, уларҙы икенселәр алмаштыра. Бүре ҡыуыу эстафетаһының һуңғы сиратына эләккән аталы-уллы Мырҙағәле менән Айтуған Аласовтар дүртенсе көн тигәндә тамам хәлдән тайған ыржайҙарҙы ҡурсаулыҡ сигендә ҡыуып етте. Йәше етмештән уҙған атай кеше, улына үҙенең һунарсы оҫталығын өйрәтергә теләп, үҙе ҡыуып еткән бүрене Айтуғандың һуғып алыуын теләп, атының башын ситкә борҙо. Бүре һуғыу эстафетаһын ул улы Айтуғанға тапшырҙы. Ун етеһе тулған Айтуған, шулай итеп, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр бүре алды. Тик теле ауыҙынан сығып, хәлһеҙләнгән бүрене инде ҡыуып еттем тигәнендә,.. икенсе  ҡарт бүренең ҡайҙандыр килеп сығып, йәшерәгенә ҡасырға мөмкинлек биреүенең сәбәбен генә аңлай алманы.

Көсөгө Һәүерек урынына суҡмар аҫтына ятҡаны инә бүре Һортой ине.

– Атай, ә ҡарт инә бүре нишләп үҙе теләп суҡмар аҫтына йомолдо ул? – тип һораны егет Һортойҙоң тиреһен һыҙырған саҡта.

– Белмәйем, ә ниңә мин үҙем һуға торған бүрене һинән һуҡтырҙым һуң, улай булғас? – Атай кеше улының һорауына һорау менән яуап бирҙе. Аталы-уллы Аласовтар, дүрт көн буйына әллә нисә атты арытып, һунар ҡомарына бирелеп, бер генә нәмәне иҫенән сығарған икән. Улар, баҡтиһәң, ҡурсаулыҡ эсендә бүрене һуғып алған! Ҡурсаулыҡ һаҡсылары, погонлы төҙтәкәләр менән Мырҙағәленең йортона таңнамаҙҙан килеп, акт төҙөнө. Аңлатманы Мырҙағәле яҙҙы, актҡа ла үҙе ҡул ҡуйҙы. Барыһын да үҙ өҫтөнә алды.  “Һунарға яңғыҙым сыҡтым” тип яҙҙы ул тәртип һаҡсылары талап иткән аңлатмаға. “Айтуғанға әле йәшәргә лә йәшәргә, ниңә биографияһын боҙорға, уға әле алдағы йылда институтҡа инергә”, – тип уйланы атай кеше. Ә был саҡта Айтуған татлы төштәр күреп йоҡлай ине.

Аҙағы.

Автор:Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
Читайте нас: