+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ноябрь 2021, 15:34

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 10. Замана ҡиссаһы

Нәғим ауыр итеп тын алды. Хәҙер был ҡарт тотонһа, Нәғимде ботарлап, эштән сығарып ташлай инде! Үкенмәй Нәғим, берәүҙе лә ғәйепләмәй. Әлбиттә, утыҙ йәшең тулып барғанда бындай мәсхәрәле еңелеүгә дусар ителеү, һабаҡ алыу еңел түгел. Ни хәл итһен, тимәк, яҙмышы шул. Күрәсәге булғандыр инде.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 10. Замана ҡиссаһы
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 10. Замана ҡиссаһы
–Ҡыҙыҡ ҡына хәл килеп тыуа, – тип тағы ла хахылдап алды Әҙеһәм. – Күптән күреп, ишеткеләп йөрөйөм, был кейәүҙе нимә өсөн тотаһығыҙ һеҙ? Әгәр барыһы ла үҙегеҙҙең ҡулдан килә, эшләй һәм ойоштора алаһығыҙ икән, ошо ауыл малайы һеҙгә нимәгә кәрәк? Һеҙ бит уны лотерея билетына отмағанһығыҙ. Егәрле, уңған, намыҫлы тағы бер кейәү таба алырһығыҙмы икән?
– Ана улар, урам тулы йөрөй! – тип ҡаты ғына өндәште ҡәйнәһе.
– Атай, беләһең, минең егеттәрем булды. Күбеһе Нәғимдән дә арыуыраҡ ине, – тип һүҙгә ҡыҫылды Миңнисаһы.
Нәғим аптырап ҡайныһына ҡараны. Бәй, Әҙеһәм ағай уны яҡлай түгелме һуң? Бына ҡыҙыҡ, ни маҡсаттан сығып, ҡатыны менән ҡыҙына ҡаршы, Нәғимде яҡлап, көрәшкә баҫты һуң әле?
– Мин инде беҙҙең кейәү бигерәк бер ҡатлы, эсендәге – тышында, тип аптыранып йөрөй инем, һеҙҙең икәүләшеп бында тупланған мөлкәт буйынса шик-шөбһәләрегеҙ билдәле ине. Хәҙер килеп, яйын табып, кейәүҙең арҡаһына бысаҡ ҡаҙарға, йә балта менән тумырырға булдығыҙ инде? Белеп тороғоҙ: был юлы ла мин һеҙҙең яҡлы түгел! Саҡ ҡына намыҫ кәрәк! Кеше иҫәбенә йәшәргә тырышыу бер ваҡыта ла яҡшылыҡҡа килтермәй! Быны һеҙгә мин, донъя күргән кеше, әйтәм.
Нәғим эргәһенә баҫты Әҙеһәм ҡайныһы, уны яҡлап һүҙ әйтергә батырсылыҡ итте. Нәғимдең эшен юҡҡа сығарғыһы, бизнесын япҡыһы бер ҙә килмәй. Ваҡытлыса эшләгәндәр менән, утыҙлап кеше иҫәпләнә. Ләкин улар эшкә ҙур теләк менән йөрөй. Ауыр, ҡатмарлы эш, шулай булғас, Нәғим эш хаҡын да мул ғына түләргә тырыша. Аҡса алған көндәрендә рәхмәттәрен уҡып, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡайтып китәләр. Нәғим ҡәйнәһе менән ҡатынын түгел, шулар хаҡында уйлай.
– Йә, ниңә үҙең өндәшмәйһең? – тине Әҙеһәм. – Ошо ике ҡоҙғондан күрәләтә таланып, бар булған мөлкәтеңдән яҙырға, бизнесыңды юғалтырға уйлайһыңмы?
– Әҙеһәм, ҡыҫылма! – тине ҡәйнәһе. – Ул да, һин дә бер төптән булһағыҙ ҙа, Нәғимдең бында бер нәмәһе лә юҡ. Әгәр беҙ булмаһаҡ, мин рөхсәт бирмәһәм, ул бер эш тә сығара алмаҫ ине.
Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Нәғим үҙенә лә һүҙ әйтергә кәрәклеген аңланы һәм нимәлер әйтергә теләген белделеп, тамағын ҡырҙы.
– Бөгөн ентекле һәм асыҡтан-асыҡ үҙ-ара һөйләшеү булды. Минең һеҙгә бер үпкәм дә юҡ. Әгәр ҡыуаһығыҙ икән, мин, бер сарам да юҡ, сығып китергә мәжбүрмен. Бәлки минән һуң яҡшыраҡ эшләрһегеҙ. Мин һеҙгә уңыштар теләйем. Ләкин бында минең кешеләрем дә эшләй. Улар миңә ышанып, эш хаҡы түләгәнемде белгәнгә күрә, килделәр. Шуға минең китеү-китмәү мәсьәләһе бөтөнләй ҡаралмай. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин элеккесә эшләргә теләйем. Ә инде бөгөнгө бәхәс – беҙҙең үҙ-ара күптән һөйләшмәүебеҙ – уртаҡ фекергә килә алмауыбыҙ һөҙөмтәһе. Мин бер ҡатлы малай түгел, ләкин һеҙҙең менән хушлашырға теләмәйем. Ә инде өй йыйыштырыусы менән бәйләнештә ғәйепләүегеҙ бары тик һылтау ғына икәнлеген яҡшы аңлайым. Ҡәйнәм дә, ҡатыным да минең тоғро кеше икәнлегемде белә, тик сәбәп кенә таба алмайҙар. Әйҙәгеҙ, әлегә бәхәсте ҡалдырып торайыҡ. Артабан күҙ күрер, – тине Нәғим.
– Күптән шулай тип әйтмәй, – тине Миңниса тирә-яғына ҡарап. – Эш, тип йөрөп, ашау ҙа онотолған. Ҡайҙа теге йыбытҡы? Өҫтәле әҙер түгелдер әле. Нәғим, ҡәҙерлем, әйҙә, ултырҙыҡ! Әйҙә, тыныслыҡ хаҡына, бер шампан шарабы ас.
Аш бүлмәһенә үттеләр. Аҫрауҙары, ҡабаланып, өҫтәл ҡороп йөрөй. Ҡалтыранып йөрөп, ашын түгеп ебәрҙе.
– Ҡабаланма, ҡыҙым, ипләп кенә йөрө, – тип уға әсәйҙәрсә өндәште Миңнур Әхмәт ҡыҙы. – Күптән бергә ашағаныбыҙ юҡ. Матур ғына итеп ултырып, киске табынды ҡапҡылайыҡ әле. Ҡыҙым, нимәләр беҙҙе көтә?
Аҫрау, бер аҙым алға сығып:
– Билмән, әгәр теләһәгеҙ, ҡуллама әҙер. Икенсегә – французса ит менән бишбармаҡ.
– Оһо! Бишбармаҡ! – тип ҡыуанды Миңниса. – Күптән кимергән юҡ ине.
Бик артығын һөйләмәй, бер-береһенең күҙенә ҡарап, эшемде ҡырған һымаҡ, ултырып ашанылар.
Нәғим мөмкин тиклем бәхәсте оноторға, уны ваҡ, әһәмиәте булмаған, хатта уларға
 
мөнәсәбәте булмаған аңлашылмаусанлыҡ һымаҡ ҡабул итергә тырышты. Эйе, башҡаса мөмкин түгел. Ҡайныһы аҡрын ғына ашаған ыңғайы, ике тапҡыр Нәғимгә күҙ ташлап ҡуйҙы һәм мут ҡына йылмайҙы. Ҡара әле, бая ғына көс-хәл менән килеп төшгкән, һуңынан ярһыу бер арыҫланға әйләнгән ҡәйнәһе нимә һөйләй?
– Аппетитым асылып ҡалды, – тине ул башҡаларға һауалы күҙ ташлап. – Бергә йышыраҡ йыйылайыҡ әле! Эш тә, эш, тип бер-берегеҙҙе онотоп китәһегеҙ. Бына шулай, хәләл аш берләштерә ул.
Ҡайныһы Нәғимгә ҡарай, ауыҙ сите менән генә йылмая һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ күҙ ҡыҫа. Әһә, аңлашылды. Тимәк, һөйләшеп алырға теләй. Юҡ, бөгөн түгел. Бөгөн оноторға, нисектер тынысланырға, ишеткәндәрҙе, кисергәндәрҙе бер епкә тупларға кәрәк.
Әле бәхәс күп йылдар йыйылып килгән ҡайһы бер һорауҙарға яуап ҡына бирҙе. Әсә менән ҡыҙ кейәү кешегә уның урынын күрһәтте. Ә уның урыны һис тә көнләшерлек түгел. Шул ваҡыт телефоны сырҡылдап ҡуйҙы. СМС килде, шикелле. Нәғим телефонын алды, хәбәрҙе уҡыны һәм шунда уҡ йөҙө боҙолдо. “Дә, тине ул эстән генә. – Бәлә яңғыҙы йөрөмәй шул, – тип уйлап ҡуйҙы. – Ниндәй матур көн шундай насар тамамлана”.
– Нимә булды тағы, кейәү? Бик матур итеп ултырабыҙ! – тип мөңгөрҙәне ҡәйнәһе. – Бер ғаилә эсендә ундай ғына мөнәсәбәт асыҡлауҙар була инде.
– Мин дә шулай тип уйлайым, ҡәйнәм. Һеҙҙең сабырлыҡ, һеҙҙең аҡыллы ҡараш беҙҙең уртаҡ эшебеҙҙе һәр ваҡыт һаҡлап килде, – тине Нәғим. – Шуның өсөн мин һеҙгә мәңге рәхмәтлемен. Ләкин бөтәһе лә һеҙҙән, йәки минән генә тормай шул. Күпме генә тырышма, әле тегеһе, әле быныһы сығып тора. Мәҫәлән, бөгөнгө бәхәсте мин юҡ, тип һанайым. Сөнки бөгөнгө беҙҙең, нисек әйтергә, ҡараштарыбыҙҙы белдереүебеҙ әле мин алған хәбәр эргәһендә бөтөнләй иғтибарға лайыҡ булмаған ваҡ-төйәк һымаҡ.
– Йә, нимә бар? Ниндәй хәбәр алдың, көттөрмә! – тип бойорҙо Миңнисаһы.
Нәғим тороп, өҫтәлде бер әйләнеп сыҡты, залға күҙ ташлаланы. Быйыл ғына бик матур итеп ремонтлағайнылар.
– Эштәр бик насар, – тине Нәғим. – Бына, СМС-ты уҡыйым:
“Һеҙҙең ер майҙанын ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге категориянан шәхси торлаҡ төҙөлөшө категорияһына күсереү буйынса Хөкүмәттең ҡарары ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды. Шуға ярашлы, район хакимиәте һеҙҙең ер майҙанына ҡарата закон боҙоуҙарҙы яйға һалыуҙы һәм элек ҡабул ителгән ҡарарҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы талап итә. Әгәр риза булмаған осраҡта, һеҙ судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”.
Нәғим был хәбәрҙе күптән көтә ине. Сөнки бынан алдараҡ, ер мәсьәләһен хәл иткән ваҡытта, ошондай эштәр менән шөғөлләнгән бер юрист уларҙың ерҙең категорияһын еңел генә үҙгәртеүҙәре хаҡында ишеткәс, бер-бер хәл килеп сыҡмаһын, тип киҫәтеп ҡуйғайны. Сөнки заманында уларҙың ерҙәрен шәхси торлаҡ төҙөлөшө категорияһына күсереүҙәре хаҡында Хөкүмәт ҡарары берәүҙәр араһында – ризаһыҙлыҡ, икенселәр араһында аптырау тойғоһо менән ҡабул ителгәйне. Ҡала эргәһендәге ерҙәр элек-электән бик ҡиммәт. Уларҙың күпселегенә ошонда эшләүсе ҡеүәтле төҙөлөш компанияларының йоғонтоһо бар. Ә улар үҙ араһына берәүҙе лә ситтән керетмәй һәм ер яҙмышын үҙҙәре генә хәл итергә тейеш, тип иҫәпләй. Торлаҡ хаҡтарының төп өлөшө ер үҙе һәм төҙөүселәр ҡуйған өҫтәмә хаҡтар булһа, быға һис тә ғәжәпләнергә түгел. Был СМС-хәбәр ошо ҡасабала йәшәүселәрҙең һәм уларҙың торлағының киләсәген тамырынан юҡҡа сығара. Сөнки, йәнәһе, ыңғай ҡарар ҡабул ителде, тигән хәбәр таралғас та, бындағы участкаларға хаҡтар ҡырҡа артты, төҙөлөш эштәре йәнләнде, бында йорт һатып алырға, йәшәргә теләүселәр бер нисә тапҡыр артып китте.
Нәғим кейенде лә, урамға сыҡты. Сөнки күңеле һиҙә, был хәбәр уға ғына килмәгәндер. Етмәһә, күпселек ошо ерҙәрҙе законлаштырыуҙа Нәғим хәл иткес роль уйнауын хәтерләй һәм аңлатма талап итәсәк.
Барыһы ла тап Нәғим уйлағанса булды. Артынан эйәреп сыҡҡан ҡайныһы менән һөйләшеп тә өлгөрмәнеләр, йорт алдындағы бағананан төшкән яҡтыға ирҙәр йыйыла башланы. Һис ниндәй ҡурҡыуһыҙ, Нәғим улар эргәһенә атланы. Бик ауыр һәм аныҡ яуаптар талап итә торған һөйләшеү булмаҡсы...
Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: