-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ноябрь 2021, 19:43

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 11. Замана ҡиссаһы.

Шулай килеп сыҡты ла. Айырыуса, араларында бер нисәүһе бик үткер һорауҙар бирҙеләр. Тәүге осорҙа “текә” бер ир бар ине, ул, ни эшләптер, күренмәй.– Ә беҙ йыйған аҡсалар кем файҙаһына китте? – тигән һорау ҡуйҙы ошонда йәшәүселәрҙең береһе. – Күпме аҡса йыйҙыҡ беҙ!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 11. Замана ҡиссаһы.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МӨЛКӘТ БҮЛЕШКӘНДӘ – 11. Замана ҡиссаһы.
Нәғим шунда ғына ни өсөн уға килеүҙәренә төшөндө. Баҡтиһәң, унан башҡа, ошонда йәшәүсе бер “текә” генә әҙәм: “Егеттәр, майламайынса, шыумай”, – тип байтаҡ ҡына аҡса йыйған. Ә үҙе, ергә хаҡтар күтәрелгәс, участкаһын, төҙөлөп бөтмәгән өйө менән һатып, юҡҡа сыҡҡан.
– Һин, Нәғим, уның менән “мутить” иттең! Тимәк, һеҙ бер төптән эш иткәнһегеҙ. Ул юҡ, хәҙер һиңә яуап бирергә тура киләсәк.
– Йә, әйтегеҙ, – тине Нәғим. – Мин берәйегеҙҙән аҡса алдыммы? Эйе, хакимиәткә мин барҙым, унда ыңғай хәл итергә вәғәҙә иттеләр. Беҙ хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмайбыҙ. Бергәләп көрәшергә һәм еңергә кәрәк. Башҡа юлыбыҙ юҡ.
– Һин беҙгә лозунгылар менән һөйләмә! Былай ҙа башты күп ҡатырҙың, – тине ошо урамда йәшәүселәрҙең береһе. – Үпкәләмә, һин беҙҙе алданың. Беҙ хәҙер полицияға яҙып бирергә мәжбүр буласаҡбыҙ.
Шул ваҡыт алға тағы Әҙеһәм ағай – ҡайныһы – сыҡты.
– Ҡабаланмағыҙ, – тине ул. – Бәлки һеҙ белмәйһегеҙҙер, ләкин Нәғим кейәүҙең был ерҙәргә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Ул бында ерҙе ҡуртымға алып ҡына эшләй һәм – хужабикәнең кейәүе. Ул һеҙгә ярҙам итә, шулай булғас, унан баш тартырға ашыҡмағыҙ.
Бәхәс бик оҙаҡ барҙы. Шулай ҙа әлегә эште тәрәнгә ебәрмәҫкә, вәкилдәр һайлап, район хакимиәтенә ебәрергә, Хөкүмәткә хат яҙырға ҡарар иттеләр.
Иртән тороуҙарына, уларҙы тағы бер яңылыҡ көтә ине. Юлдарҙы иҙә-иҙә трейлер таҡҡан “Краз” килеп туҡтаны һәм ауылдың икенсе осонда арбаһынан ҡеүәтле бульдозерҙы бушатты. Эргәһендә тракторист йөрөп ята. Майын ҡарай, тәҙрәләрен һөрткөләй. Объектҡа үтеп барыусы Нәғим уның эргәһендә туҡтамай, булдыра алманы. Сөнки был ҡеүәтле тракторҙың ни өсөн килеүен асыҡларға кәрәк. Өлкән генә бер ағай килеүенең сәбәбен былай тип аңлатты: теге аҙнала район хакимиәте заявка биргән, ошонда ер тигеҙләргә, ҙур сауҙа комплексы өсөн майҙанды төҙөкләндерергә ҡушҡандар. Нәғим был ерҙәргә инвесторҙарҙың күптән ымһыныуын ишеткәйне. Бик уңайлы урын. Эргәлә – ҙур юл, яңы микрорайон ҡалҡып сыҡты, шунда уҡ мәктәп, балалар баҡсалары төҙөлә. Шулай булғас, был ерҙәргә кемдәрҙеңдер ымһыныуына һис тә ғәжәпләнергә түгел.
Тағы бер көн үтте. Иртән, таң менән, тиҙ арала йорт-ҡураларҙы ҡутарырға, ә инде, үтәлмәгән осраҡта, хакимиәт үҙ иҫәбенә башҡарасаҡ, сығымдарҙы ошонда йәшәүселәргә түләргә тура киләсәк. Ата-әсәләр эшкә барырға ҡурҡа, сөнки ҡайтыуҙарына, нисәмә йылдар төҙөгән йортоңдо аҡтарып-емереп, бульдозер менән тигеҙләп бөтмәҫтәр, тимә.
Әҙеһәм Нәғимдең үтә борсолоп, ни эшләргә белмәйенсә йөрөүен күреп ҡалды ла:
– Һин ниңә ул тиклем янаһың? – тип һорашты.
– Нисек янаһың – тип ғәжәпләнде Нәғим. – Хәҙер бит бөтәһен дә емереп китәсәктәр.
– Ә был ерҙәргә һинең ниндәй мөнәсәбәтең бар? – тип һораны ҡайныһы.
Нәғим туҡталды, оҙаҡ ҡына үҙҙәре йәшәгән йортҡа ҡарап торҙо.
– Һуң, мин бит ошо йортта йәшәүселәрҙең кейәүе, ауыр хәлдә уларҙы ташлап китә алмайым, – тине. – Намыҫым ҡушмай.
– Төндәр буйы йоҡлай алмайым. Ҡәйнәм менән ҡатыным өсөн борсолам, тиһең инде, – тип көлөмһөрәне Әҙеһәм. – Ә теге көндө әйткән һүҙҙәрен онотманыңмы?
– Белмәйем, ҡыҙып киткәс, әйткәндәрҙер инде, – тине Нәғим, ҡәйнәһе менән ҡатынын аҡларға теләгәндәй.
– Һин бында, кейәү, нисә йыл йәшәйһең әле? – тине Әҙеһәм.
– Оҙаҡламай, ун йыл була.
– Ә мин һинән – байтаҡҡа күберәк. Был икәүҙең кем икәнлеген үтәнән-үтә беләм. Әсәһе уның ипкә килерлек ул, бер аҙ маҡташтырып, ыңғайға һыпырһаң. Ә бына, ҡыҙы, үҙең күреп тораһың, белемле, шулай булғас, күпкә ҡурҡыныс. Йылан инде, йылан, ҡара йылан, – тип һөйләнде Әҙеһәм.
– Ә ул йылан һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгелме ни? – тип һорамай булдыра алманы Нәғим.
– Һинең ҡыҙың түгелме ни? – тип ҡабатланы, көлөмһөрәп, Әҙеһәм. – Мин, ундай ҡыҙым булһа, күптән үҙемә ҡул һалған булыр инем. Һуң, яҡшылабыраҡ ҡара, ул миңә йәки әсәһенә оҡшағанмы ни? Мин уны тәрбиәгә алдым бит.
Был яңылыҡ Нәғимде тағы ҡаңғыртты.
– Һис уйламағайным,
 
– тип кенә әйтә алды ул Әҙеһәмгә ҡарап.
– Әле һин белмәгән әллә нимәләр бар әле бында. Тик мин һиңә был хаҡта һөйләмәнем. Өндәшмә! Белмә! Бында һине лә, мине лә бер яҡшылыҡ та көтмәй. Һине бөгөн үк сығарып ебәрерҙәр ине, күреп тораһың бит, хәлдәр үҙгәрҙе, һинең дә, минең дә кәрәгем бөтмәне.
– Ә мин хәҙер нимә эшләргә тейеш инде? – тине Нәғим.
– Һинең башың – үҙ елкәңдә. Мин һине бөгөндән ташлап кит, тип әйтә алмайым. Һинең ҡулыңдан килә, ҡайҙа барһаң да, нимә эшләһәң дә әрәм булмаҫһың. Мин һинең бында киләсәгеңде күрмәйем. Миңнисаның ни өсөн эсә башлағанын беләһеңме?
– Белмәйем, – тип яуап бирҙе тегеһе.
– Белеп тор, ҡатының мәктәптә уҡығанда уҡ тиҫтерҙәре менән байтаҡ ҡына “төшөргөләштерә” торғайны, үҙе һымаҡ берәүгә кейәүгә сығам, тип тә йөрөгәйне, тегеһе ҡатыныңдың ауырға ҡалғанын ишеткәс, баш тартты. Бала булманы. Сәбәбенә үҙең төшөнгәнһеңдер. Ана, дауаланып ҡарай, ә һаман атай ҙа, әсәй ҙә була алмайһығыҙ. Мин дә шикләнәм.
Береһенән–береһе шаңғытырлыҡ яңылыҡтар Нәғим өҫтөнә килеп өйөлгәс, ул нәмә эшләргә белмәй баҙап ҡалды.
– Минең ваҡыт-ваҡыт сығып китеүем дә шуның менән бәйле. Уларға күп аҡса кәрәк, бына, һинең һымаҡ, ҡол урынына эшләгән кеше кәрәк. Шуға, уйла, Нәғим кейәү, әле һиңә һуң түгел. Былар эргәһендә харап булыуың бар.
– Рәхмәт, Әҙеһәм ағай, – тине ул.
Нәғим аҡрын ғына өйгә атланы. Өйгә инһә, ҡатыны тағы ла иҫереп йөрөп ята.
– О, Нәғим, ҡәҙерлем минең! Батырым! Ҡотҡар мине! Ҡотҡар ошо донъябыҙҙы! Быны һин генә эшләй алаһың! – тип иренең муйынына килеп аҫылынды иҫерек ҡатын.
– Йә, етәр! Һин бит тағы ла эскәнһең! – тип ҡатынын еңелсә этеп ебәрҙе.
Уныһы әллә тайшанды, әллә стенаға бәрелде, ҡоланы һәм эргәләге баҫҡыстан аҫҡа тәгәрләне. Бер әйләнгәндә курткаһы төшөп ҡалды, икенсеһендә күлдәге йыртылды.
– Ҡарауыл! Үлтерәләр! Үҙемдең ирем үлтерә! Ҡотҡарығыҙ! – тип һөрәнләй башланы һәм тышҡы ишек яғына, сатанлай-сатанлай, атланы.
Ярай, Әҙеһәм ағай кереп килә икән. Сәрелдәгән ҡатынды ишек төбөндә тотоп алып, өйгә индерҙе лә, шартлатып бикләп ҡуйҙы.
Ул арала Нәғим дә килеп етте:
– Һин нимә эшләйһең? Кеше көлдөрөргә итәһеңме әллә? – тип ҡатынды иҫенә килтерергә тырышты.
– Ә, ҡурҡтығыҙмы? Ҡурҡыттыммы мин һеҙҙе? Һеҙгә шул кәрәк! Хәҙер бынан һуң тырнаҡ менән генә сиртеп ҡарағыҙ, урамға йүгереп сығасаҡмын! – тип сәрелдәне ҡатын. – Мине бында бөтәһе лә белә! Мине хөрмәт итәләр! Шулай булғас, шым ғына йөрөгөҙ! Бар әле, тағы бер шешә алып кил! Ҡайҙа, тиһеңме? Ана, минең карауаттың башында аҫта ултыра. Тиҙ генә бында килтер! Рюмка, ҡабырға бер нәмә тотоғоҙ! Ҡара әле, һин бит минең арҡамды күгәрткәнһең, күлдәгемде йыртҡанһың! Юҡ! Мин быны былай ҡалдырмайым! Мин быны полицияға еткерәсәкмен! Шаҡарып, ултыртып ҡуясаҡмын! Ә минең таныш судья бар! Ә хәҙер миңә аҡса түләгеҙ! 100 мең! Юҡ! Юҡ! 500 мең һум! Бөгөн үк! Хәҙер үк!
Ул арала булмай, эскән ҡыҙының лауылдауын ишетеп, әсәһе килеп төштө.
– Бында нимә творить итәһегеҙ, хайуандар? Кем тейҙе минең ҡыҙыма? Ҡәбәхәттәр! Ни эшләп ятаһың? Тор, бәпәкәйем! Ой! Ни эшләткәндәр?! Ҡайһығыҙҙың эше?
– Әсәй, ана, кейәүең мине икенсе ҡаттан этеп төшөрҙө! Әллә бынау ерем һынған инде? Тәрән итеп тын алһам, күкрәгем ауырта. Э-э-э!
Әҙеһәм ағай ҡушылды:
– Айнығаны юҡ та инде. Эләгеп, тәгәрәгәндер.
– Ә ни эшләп икенсе ҡаттан ҡолап төшкән һуң ул?
Нәғим аңлата башланы:
– Иҫерек ине, килеп, аҫылынды, мин араҡы еҫен яратмайым, саҡ ҡына эткәйнем, әллә төшөп китте, әллә тайшанды, – тип мөңгөрләне.
– Аңлашылды! – тине тантана менән Миңнур Әхмәт ҡыҙы. – Минең ҡыҙымды рәнйетергә берегеҙҙең дә хаҡы юҡ! Теләһә нимә эшләгеҙ. Мин полицияға шылтыратам!

Дауамы бар
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в