+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ноябрь 2021, 19:56

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Беренсе өлөш

Туҡ-туҡ, туғутуҡ, туҡ-туҡ... Дүртенсе көн поездың туҡылдауынан ялыҡҡан Фәриҙә, станцияла ярты сәғәт самаһы торасаҡтарын ишеткәс, балаларын әйҙәп, йәһәт кенә  перронға сыҡты. Вокзалда халыҡ гөжләй – кемдәрҙер моҡсай артмаҡлаған, кемдәрҙер нәмәләрен ҡул арбаһында һөйрәй. Хәйер һорашыусылар етерлек, сыуылдашып йүгергән малайҙарҙың әләм-һәләмдәре елберләп ҡала.... Шөкәтһеҙ тауар поездары, тимер бағаналар, унда-бында һерәйешкән вагондар, ҡолаҡты ярырлыҡ шығырлауҙар,  ҡорос-тимер ыңғырашыуы, һаҫыҡ еҫ – бөтәһе лә ауыр тәъҫир итте ҡатынға. Был  тиклем дә алыҫ юлға сыҡҡаны юҡ ине әле уның. Фәриҙә Нурыева Владивосток тип аталған ете ят ергә китеп бара. Ирең хәрби кеше  икән, һайланыу ҙа, наҙланыу ҙа мөмкин түгел. Хәмите – политрук, советтар иленең ағартыусыһы, уның бурысы – алда йөрөү. Тимәк, хужа ҡайҙа, ғаиләһе лә шунда булырға тейеш. Ярай оло ҡыҙы Рауза уға терәк. Фәриҙә береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙы менән ҡырмыҫҡа һымаҡ мыжлаған халыҡ ҡамауында ҡалды.

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Беренсе өлөш
УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Беренсе өлөш

Кәнсир һауытты ҡосаҡлаған Рауза уның моңһоу уйҙарын таратып ебәрҙе:

 – Әсәй, мин һыу алып киләм. Унда сират ҙур түгел! – тине, һыу алыусылар яғына ишаралап.

Ҡатын баш ҡаҡты һәм, тын алырлыҡ, быуын яҙырлыҡ иркенерәк урын эҙләп, арыраҡ атланы. Уртансы ҡыҙы Рәзидә апаһы артынан эйәрҙе. Фәриҙә бәләкәсен – һаңғырау Лилиәне етәкләп, ауыр һулап эскәмйәгә барып ултырҙы ла һыу алып торған ҡыҙҙарына ҡул иҙәне. Әллә ҡайҙан ҡара шәлгә төрөнгән бер ҡарсыҡ эргәһендә пәйҙә булды. “Сиған әбейе, шәй?!.” – ауырлы ҡатын һағайҙы, бәләкәсен үҙенә яҡыныраҡ тартты. Шунан  тыныслана биреберәк ҡуйҙы: “Урлатырлыҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ...”

Уға тишерҙәй итеп оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, ҡарсыҡ телгә килде:

– Ул ел-дауыл, өйөрмә шикелле. Туҡтауһыҙ хәрәкәттә. Хәрәкәттә...

 Үҙе ҡаҡса булһа ла, тауышы тупаҫ, ҡалын ине сиған әбейенең.

Ире, политрук, тураһында әйтәме был салыш ауыҙ? Хәйер, Хәмиттең артынан  ғаиләһе лә һәр саҡ хәрәкәттә... Улар бергә. Сиғанға һүҙ әйтһәң хәҙер сат йәбешәсәк, шуға яуап ҡайтарманы. Бар теләге – һөмһөҙ  ҡортҡаның был тирәнән тиҙерәк китеүе.

– О, эйе! Йондоҙ яныуын күрәм.! Көнсығыштан көнбайышҡа атлаясаҡ. Бер яғы яҡты, икенсе яғы ҡараңғы. Ҡара упҡын шикелле...

– Ҡояш ҡына көнбайышҡа китеп байый, – тине Фәриҙә.

– Бөтәһе лә һеҙҙең тормошта үҙгәрәсәк. Йондоҙло әҙәм байымай! Йыйырма ҡашыңды. Мин  дөрөҫөн һөйләйем.

Күҙ алдына погонына йондоҙҙар таҡҡан ире килеп баҫыу менән, Фәриҙә “дерт” итеп ҡалды. Һуғыш-маҙар сыҡмағайы... Шундайыраҡ имеш-мимештәр йышайҙы был араларҙа...

– Ҡайтырмы ул? Йондоҙло?... – шомланып һораны Фәриҙә.

– Көтөрһөң. Ғүмер буйы көтөрһөң... Ул да көтөр.

– Нимәне?

– Һинең менән күрешеүҙе.

– Кит,  албаҫты!

– Бир бер нәмә! Мин бушҡа күрәҙәләмәйем.

Ҡарсыҡ  Фәриҙәнең итәгендә ятҡан ҡулъяулыҡты тартып тигәндәй алды ла, әллә юрый инде, шулай тип өҫтәне:

– Ғүмер буйы көтөрһөң йондоҙҙо!

Яндарына килеп баҫҡан Рауза һорай ҡуйҙы.

– Йондоҙ, тинеңме? Минең атайым хәрби кеше. Күкрәгендә миҙалдары бар! Ул хәрби етәксе. Шулай бит, әсәй!

Йәтимлекте кисереп, баш баҫып үҫкән, әрепләшеүҙе белмәгән Фәриҙә сиған ҡарсығына бүтән яуап ҡайтарманы, ҡыҙҙарын елтерәтеп икенсе яҡҡа атланы.

“Миңә Хәмит янына имен-һау барып етергә кәрәк! Дүртенсе балабыҙ  бына-бына тыуырға тора...”

– Әсәй, һыу тәмле! – Рәзидә апаһының ҡулындағы кәнсиргә үрелә.

“Йондоҙоң бар. Бер яғы ҡара, икенсе яғы аҡ. Шатлығын да, әрнеүен дә алып киләсәк. Туйғансы эсәсәкһең! Ғүмер буйы һыҙланып йәшәрһең...”  Фәриҙә яңы тормош төҙөгән совет илендә йәшәй, хатта ағартыу эштәрендә йәш саҡта үҙе лә ҡатнашҡаны булды – яңы кеше бер ниндәй хөрәфәткә лә ышанырға тейеш түгел!

– Беҙҙең атай – иң көслөһө. Уның ҡулында ҡорал бар. Ул берәүгә лә бирешмәй, – ти ғорурлыҡ менән Рауза.

”Беҙ имеш-мимешкә ышанмайбыҙ...”  Әсә Лилиә ҡыҙына ҡараны, бәләкәсенең күҙҙәре ҙур асылған. Унда шом-ҡурҡыу сағылғандай... Ләкин бала ҡолаҡҡа ҡаты,  бер нәмә лә ишетмәй тиерлек! Әсәһенең шөбһәле йөҙө һағайтҡандыр. Тимәк, Фәриҙә үҙен ҡулға алырға тейеш.

Инде оҙон юлдың ахырына етеп киләләр. Фәриҙә ғаилә башлығы менән күрешеү мәлен күҙ алдына баҫтырҙы. Был ҡатынға көс бирҙе. Арҡа-бил һыҙлауы бер аҙға онотолдо. Уның таянысы, яҡлаусыһы, арҡаланыусыһы  ире бар. Хәмите ҡайҙа – ул шунда! Оҙаҡламай ғаилә ҡауышасаҡ. Инде айырылышмаҫтар, гел бергә булырҙар, бөтөн насарлыҡ урап үтер. Дүртенсе бала уның уйын аңлағандай, “яҡты донъяға сығам, апайҙарымды күргем килә”, типмелер, тибешеп-тибешеп ала...

Поезд йәнә тыҡылданы, был юлы уның тауышы күңеллерәк ине. Вагондың бысраҡ тәҙрәләренән бер нәмә лә күренмәй. Тыҡ-тыҡ... Бер мәл Фәриҙәнең билен нимәлер ҡаты итеп тотто.”Ыһ!” тип ыңғырашты әсә. Түҙергә! Юлдың осона сығып баралар, ашыҡмасы, балам! Ошондай яйһыҙ мәлдә тыуа күрмә! Тыңла, сабыйым! Аһ! Ниндәй сабырһыҙ, үҙһүҙле йән тулай һуң йөрәк аҫтында?

– Ҡыҙым, Рауза, проводницаны саҡыр!

Бер аҙҙан поезда йәшен тиҙлегендә хәбәр таралды: улар барған поезда бер мосолман ҡатыны  бала тапҡан.

– Кем? – тип һораны Фәриҙә, кипкән иренен ялап.

– Улығыҙ тыуҙы!

– Улым!

Шул саҡ тирә-йүн яҡтырып киткәндәй булды. Хәмиттең өҙөлөп көткән улы донъяға тыуҙы!

– Рауза, алдағы стансала атайыңа телеграмма һуҡ! Улың тыуҙы, тигән!

                                    ***

– Рудил, улым, һин әҙерме?

– Мин күптән әҙер, әсәй! Апайҙар оҙаҡлай!

– Рәзидә, ана бит энекәшең кейенеп бөткән. Йылдамыраҡ бул.

– Һин һәр саҡ Рудил дә Рудил!

– Бөтәгеҙгә лә өндәшәм, иртәрәк барайыҡ. Бәлки, иртәрәк барһаҡ, таныштарыбыҙ осрар.

Бөгөн өйҙә ғәҙәти булмағанса күтәренкелек. Бәлки, Рудольфҡа ғына шулай тойолалыр? Улар бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тәү тапҡыр спектакль ҡарарға баралар! Әлбиттә, өйҙәге һәр кем өсөн был ҙур тантана!

Әсәһенең һәр хәрәкәте дәртле, хатта күҙҙәре осҡонланып тора. Уның эстән тулҡынланғанын балалары нисек һиҙмәһен, ти, инде? Тап ошо кәйеф нарасыйҙарына күсте. Әсәһенең бындай бәхетле мәлдәре һирәк булғанға күрә,   хәттин ашып шаяра башланылар. Фәриҙә апай уларҙы саҡ тынысландырҙы, ахыр, эйәртенешеп ҡыҫынҡы фатирҙан этешеп-төртөшөп тигәндәй сығып киттеләр.

Рудольфтың  Опера һәм балет театры бинаһы эргәһенән һоҡланып та, ҡурҡып та үтеп киткәне бар. Был юлы, әсәһе һәм туғандары менән бергә килгәнендә, театр тыштан тағы ла нығыраҡ балҡығандай тойолдо малайға, хатта уны – яңы ҡунағын – көткәненә ышанды, кескәй йөрәге һулҡ-һулҡ типте. Эйе-эйе, ошо мөһабәт һарай эсенә инеү тураһында хыялланырға ла ҡыймай ине бит ул! Рудольфтың һулышы өҙөлгәндәй булды, ул кипкән иренен ялап алды.

Иртәрәк сығып китеүҙең, “бәлки, таныштарыбыҙ осрар” тиеүҙең мәғәнәһе шунда: Фәриҙә апайҙың ҡулында – ни бары бер генә билет! Биш кеше ошо билет менән тамашаға инергә тейеш. Алдараҡ барһалар, берәй әмәле табылмаҫмы, балаларҙы билетһыҙ ғына индереп ебәреп булмаҫмы, тигән өмөт бар ине әсә күңелендә.

Ләкин театр алды халыҡ менән шығырым тулы булып сыҡты. Билет һораусылар хатта юл буйлап теҙелешкән.

– Балаҡайҙарым, –  Фәриҙә Рауза ҡыҙына ҡарап алды. – Рәзидәне ҡалдыра күрмә, нисек тә үҙең менән... Бәлки, Лилиәне индергәс,берегеҙҙе сығып ала алырмын.

Ул Рудольфҡа өмөт менән ҡарап алды.

Рудольф әсәһенең борсолоуын ап-асыҡ  тойҙо. Был малайға көс кенә бирҙе. Ул бөтөн күңеле менән театр эсендә ине инде.

Ишек тирәһенә яҡын килерлек түгел, халыҡ ҡайнай, тулҡын булып бәүелә. Һәм шунда бер мөғжизә булды: тере, ярһыу ташҡын, ишектең икенсе ҡапҡасын емереп тигәндәй асып, эскә атылды. Өлкәндәрҙең салғыйына сат йәбешкән Рудик, бот араларынан үтеп, тәүгеләрҙән булып ишек аша бәреп инде. Еңел кәүҙәле, ҡаҡса малайҙы өйөрөлтөп-әйләндереп ары алып киттеләр. Ишектең ярты яғын ябырға маташып, оло кешеләр менән алышҡан билет тикшереүселәр уны күрмәнеләр ҙә.  Фойе уртаһында баҫып торған һигеҙ йәшлек малай башын ҡалҡытып, тирә-йүнде байҡаштырҙы ла бер мәл ҡатып ҡалды. Ул үҙенең әкиәттәге тылсымлы һандыҡ эсенә барып ингәнен аңланы. Юҡ, күҙ алдына ла килтерә алмаған падишаһ һарайы эсендә ине Рудольф! Нисек эләгә алды һуң ул бында? Йылҡылдаған-емелдәгән люстра, баҙлаған бихисап шәмдәлдәр, тотош стенаны ҡаплаған көҙгөләр, унда балҡыған төрлө төҫтәге сағыу йылы нур, семәр-һырҙар менән ҡоршалған мөһабәт колонналар, биҙәкле иҙән-түшәм, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ишектәр, серле боролоштар  – бөтәһе лә баш әйләндергес, аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш. Ул асҡан ауыҙын ябырға онотто.

Тылсымлы әкиәт! 

Ишек төбөндә консьержканың тауышы кисерештәрҙән уята:

– Билетһыҙҙар, сығыуығыҙҙы талап итәбеҙ! Кем билетһыҙ!

Билетһыҙ? Юҡ, уның йөрәге – билет, Рудикты был тылсым эсенән бер кем дә сығарып ырғыта алмай!

Шул уҡ халыҡ ағымы менән килеп ингән Рауза апаһы уны эләктереп алды.

– Беҙгә  залға үтеп ҡалырға кәрәк!

Күҙҙәрендә тәүәккәллек осҡоно янған малай зал ишегенә табан боролдо. Был мәлдә апайҙарының да, әсәһенең дә ярҙамы кәрәкмәне. Уны тыйырлыҡ та, туҡтатырлыҡ та кеше табылмаҫ  ине....

Ҡураныс, сибек бала залда ла кеше иғтибарына эләкмәне. Үткер күҙҙәре ышыҡ урынды тиҙ тапты.

Оҙаҡламай уттар һүнде. Тамаша залы моң хозурына сумды. Тәндең һәр күҙәнәген иркәләгән музыка ағылды... Өйҙәге шатыр-шотор килгән ярым боҙоҡ радионан йыр-музыка тыңларға яратҡан Рудольфҡа әлеге моң әйтеп аңлатҡыһыҙ тәьҫир итте. Шул тиклем таҙа, шул тиклем яғымлы, күңелгә үтеп инә лә май кеүек иретә. Бер аҙҙан иһә Рудик үҙе лә ошо моңдоң бер нотаһы булып бәүелде.

Шаршау асылды.  “Сыңрау торна” – был атама буласаҡ бөйөк бейеүсенең күңеленә мәңгелеккә уйылып яҙылды. “Сыңрау торна” Рудольф Нурыевты сихырлы донъяға алып инде. Бар халыҡтың күҙе сәхнәлә, тамаша залы – йәше-ҡарты, хәллеһе-ярлыһы, һауалыһы-меҫкене – бер булып уҡмашҡан. Сөнки был әҫәрҙә яуызлыҡ, аслыҡ, хәйерселек юҡ. Улар барыһы ла бер юғарылыҡта, барыһы ла бер фантастик әҫәрҙең – иң ыңғай геройҙары. Бәхетле геройҙары!

Зәйтүнгөл ролендәге Зәйтүнә Насретдинованы Рудольф гүйә үҙе өйөрөлтөп йөрөттө. Ике йәш йөрәккә ярҙам итеүсе торна ла ул үҙе ине. Үткән дәүерҙәрҙең башҡорт фольклорын ысынбарлыҡҡа алып ҡайтҡан музыка ла Рудольфтың ҡан тамырҙарына һеңеп, уға юғары йән һулышы өрҙө!

 Был тиклем дә матурлыҡ, был тиклем дә моң, был тиклем дә яҡтылыҡ, был тиклем дә ҡыуаныс бер ерҙә лә юҡтыр ул!  Шундай төҙөк хәрәкәттәр, шундай камил һығылмалылыҡ, актерҙарҙың осошто хәтерләткән шундай матур һикереүҙәре... Быларҙың барыһын да Рудольф өйрәнәсәк!

Юлда ҡайтышлай Рудольф берсә ҡулдарын һуҙып йүгерҙе, берсә ырғыны, берсә өйөрөлдө, һөрлөкһә, ҡабаттан тороп хәрәкәттәр эшләргә башланы. Өҫтөндәге ямаулы бишмәтенең ауырлығын да тойманы.

Ғәҙәттә, быға тиклем “тиктормаҫ!” тип һуҡранған әсәһе әле бер нәмә лә өндәшмәне.

– Нимә булды уға? – тип һораны, ахыр, Рәзидә.

– Ул торналар менән ҡуша осто, – тине Фәриҙә.

– Ярай, осор ҙа онотор...

Тик Рудольф тәү күргән балетын иҫенән сығарманы. Һәм бер ҡасан да иҫенән сығармаясаҡ.

Дауамы бар.

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: