хужаһын эҙләй. Ә беҙ уның кем икәнлеген дә белмәйбеҙ. Ә һеҙ, йорт төҙөнөк, үҙебеҙ юл һалдыҡ, электр линияһы һуҙҙыҡ, тип һөйләйһегеҙ. Ә бына быныһында һеҙгә киҫәтеү яҙылған. Йорттарҙы һүтеү, урындарҙы бушатыу хаҡында һеҙҙе алдан уҡ киҫәткәндәр икән. Шулай булғас, мин һеҙгә бер нәмә лә вәғәҙә итә алмайым. Үҙегеҙ төҙөгәнһегеҙ икән, үҙегеҙ емерегеҙ.
Вәкилдәргә, сығып китеүҙән башҡа, сара ҡалманы. Бер аҙ уйлағандан һуң Нәғим шундай тәҡдим индерҙе:
– Былар – яңы кешеләр. Беҙгә тиҙ арала аҡса йыйып, төртөп ҡарарға кәрәк. Мин үткәнендә был ришүәткә аҡса йыйыуҙан баш тартҡайным. Ләкин ҡайһы бер йылғыр ағайҙар минән йәшереп кенә аҡса йыйған булып сыҡты һәм кәрәк кешеһенә төрткәндәр. Беҙ әле шуның арҡаһында ғына имен-аман йәшәп килдек. Хәҙер – яңы кешеләр, уларҙың өндәрен тығырға кәрәк. Һәм мөмкин тиклем тиҙерәк. Бына, мин әйтте, тиерһегеҙ, Аҡса төртөп өлгөрһәк, икенсе көнөнә үк бульдозерҙы трейлерға тейәп, алып китәсәктәр.
Урам халҡы, аҡса йыйырғамы, юҡмы, йыйһаҡ, күпмешәрҙән, тип баш ватҡан арала, ҡала эргәһендәге кооперативтарҙың береһенән яңы ғына төҙөлгән йорттарҙы экскаваторҙар, бульдозерҙар менән емерә башлауҙары тураһында хәбәрҙәр килде. Кооперативҡа ышанып, аҡса һалған һәм йорттар төҙөгән ғаиләләр урамда тороп ҡалды, ә райондан килгән бер йәш ғаилә башлығы бындай уңышһыҙлыҡты күтәрә алмай, үҙенә ҡул һалыуы тураһында хәбәр таралды.
Ошо фажиғә күптәрҙе айнытып ебәргән һымаҡ булды. Хатта бульдозер бер нисә көн урынында ултырҙы, тракторсыһы ла күренмәне. Етмәһә, кемдер төндә алғы тәҙрәләрен ватып киткән.
Ә Нәғимдең хәлдәре көндән-көн мөшкөлләнә. Ҡәйнәһе ҡыҙын яҡлай, Ә Миңниса иһә, урамда һөйрәлеп йөрөп эсә башланы. Уны яҡлашҡан Миңнур Әхмәт ҡыҙы ла йонсоно, шикелле. Бер көн ауырып китте һәм “тиҙ ярҙам” менән дауаханаға илтеп һалырға тура килде. Былар иһә Миңниса өсөн артабан ҡоторорға сәбәп кенә булды. Үҙе һымаҡ бер ҡатынды һәм иҫерек ирҙе эйәртеп, өй беренсә йөрөп, эсә башланылар. Әҙеһәм Нәғимгә: “Был нимәне эшкиндерә алмаҫһың. Ҡул һелтә лә ҡуй”, – тиһә лә, ирлек бурысы бар бит әле. Миңнисанан баш тартырға ашыҡманы.
Бер көн ҡатын бөтөнләй ишеген асманы. Нәғим бер-ике тапҡыр шаҡып ҡараны ла, йоҡо бүлмәһенең ишеге бикле булғас, эш менән сығып китте. Байтаҡ йөрөп ҡайтҡандан һуң ишеген астырайым тиһә, бикле, тимәк, сыҡмаған. Нәғимгә лом алып, ишекте ҡайырып асып инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Әҙеһәм ағаһы һәм ошондағы хеҙмәтсе менән керһәләр, урынында ята, әллә тын ала, әллә юҡ, тере икәнлеген дә белерлек түгел. Ә эргәһендә ике – бушаған, береһе яртылаш шешәләр ултыра. “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡайнылар, әллә тере, әллә тере түгел, тейәп алып киттеләр. Хәҙер медицина көслө бит, Нәғим хәлен белергә барғайны, дауалаусы табип:
– Тағы бер эсеп, шул хәлгә етһә, ҡотҡарыу бик ауыр буласаҡ. Ниңә дауалап ҡарамайһығыҙ? Әллә үҙе риза түгелме? – тип һораштырҙы.
Кешене мәжбүр итеп кенә дауалап булһасы. Нәғим тамам аптырауға ҡалды. Төштән һуң табип тағы ла шылтыратты:
– Ҡатынығыҙ һушына килде, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, эсергә таптырып йөрөй. Беҙ уны бында ҡарай алмайбыҙ. Әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, шәхси клиникаға алып барығыҙ. Унда аҡсаһын түләһәң, еренә еткереп дауалаясаҡтар. Ә беҙҙең ундай мөмкинлек юҡ, – тине.
Ә был мәсьәлә, йәғни, наркологик үҙәктәр, Өфө эргәһендә байтаҡ икән. Интернет аша ике үҙәктең мөмкинлектәрен ҡарағас, Нәғим ҡатынын икенсеһенә, бәләкәйерәгенә урынлаштырырға ҡарар итте. Тыныс, яҡты, баш табип: “Беҙҙең үҙәк элиталы иҫәпләнә”, – тине. Йәнәһе, үтә байҙарҙы йә түрә-ҡараға яҡындарҙы ғына дауалай инде.
Тиҙ генә Миңнисаны дауахананан барып алдылар һәм Үҙәккә килтерҙеләр. Һиҙеп ҡалды бит иҫерек ҡатын, үҙен ҡайҙа тапшырырға йыйынғандарын. Тыныс ҡына торҙо ла, йүгереп сыҡты ла ҡасты. Нәғимгә Әҙеһәм менән икәүләшеп ҡатынды баҫтырып тотоп, уға тәғәйенләнгән урынға бығаулап ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Йәмһеҙ итеп ҡысҡырҙы, һүгенде, бөтә үҙәктең аҫтын өҫкә килтерә яҙҙы тәүҙә. Шунан һуң, бер-ике укол ҡаҙағайнылар, шиңгән гөл һымаҡ, бәжене лә ҡуйҙы. Шулай итеп, Нәғим өсөн тағы бер мәсьәлә хәл ителде. Беренсе тапҡыр бындай хәлдә ҡалды: ҡәйнә – дауаханала, ә ҡатыны – наркологик үҙәктә.
Әҙеһәм шаяртып алырға ла өлгөрҙө:
–Хәҙер беҙ бында икәү генә хужа. Күңелһеҙ булдырмы икән? – тип көлөп алды.
Ә көлөрлөк бер һылтау ҙа юҡ. Сөнки бульдозерҙың тракторсыһы, ватылған тәҙрәләрен күреп, бик асыуланған. Хатта тракторын эшләтеп ебәреп, юл ситенән өҫкә-аҫҡа бер-ике тапҡыр үткән һәм ошонда йәшәүселәрҙең йөрәгенә ҡурҡыу һалған. Тик Нәғим генә тыныс. Уға сәбәләнеүҙән бер файҙа ла юҡ. Сөнки бындағы мөлкәткә уның бер мөнәсәбәте лә юҡ, тик үҙенә ҡуйылған бурысты ғына үтәй. Нимә генә ҡыланмаһын, ҡатыны менән әлегә никахының тарҡалыуы рәсмиләштерелмәгән, ә ҡәйнәһе дауахананан көн һайын, әле шуны килтер, шундай дарыу тап, йортто ҡара инде, тип әллә бойороп, әллә үтенеп, әллә һорап ята. Ә үҙе был ҡасабаның яҙмышының нисек хәл ителерен дә белмәй. Ә бер көн Нәғимде район хакимиәтенә башлыҡтың төҙөлөш буйынса урынбаҫары осрашыуға саҡырып шылтыратты һәм бер сәғәт тә үтмәне, СМС килде. Унда “Версаль” рестораны, вип-зал, 3-сө өҫтәл, 18:30 сәғәттә, тип яҙылғайны. Нәғим кәңәшләшеү өсөн Әҙеһәмде эҙләй башланы.
Дауамы бар.