“Атай менән Өфө буйлап
Йөрөйбөҙ ҡала гиҙеп,
Баш ҡалабыҙ тураһында
Һөйләй ул теҙеп-теҙеп.
Цирк ҡараныҡ, Ҡурсаҡ йортон,
Иң-иң матур ерҙәрҙе,
Атай әйтә: “Өфө ҡарт та,
Ә йәшәрҙе, үҙгәрҙе”.
Салауат батыр янында
Фотоға төштөк бергә.
Баш ҡала иҫтәлеге, тип
Элеп ҡуйҙыҡ иң түргә”.
Танып торам, Гүзәл апай Ситдиҡованың шиғыры лабаһа! Улымдың отоп алыуын әйт!
Февраль аҙаҡтарындағы һыуыҡ ел күҙҙәрҙе йәшләндерә. Мин ҡулъяулыҡ менән күҙҙәремде һөртәм. Улым миңә күтәрелеп ҡарай һәм: “Әсәй, һин ниңә илайһың?”– ти. Мин өндәшмәйем. Улымды күтәреп алам һәм туҡталышҡа табан атлайым.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, бөтәһе лә мине ҡыҙыҡһындыра, ҡайһы ваҡыт иремә ҡағылышлы мәғлүмәт, мин эҙләмәһәм дә, һорамаһам да, үҙенән-үҙе килеп инә. Педагогия институтында бергә уҡыған һабаҡташым тура килде. Ирем уның хәҙерге хәләл ефете менән бер мәктәптә уҡыталар икән.
– Һин ул ирҙе ҡайҙан таптың? Ҡатыны үҙенә пар килгән бит әле! – тип, мин һорашмаһам да, байтаҡ хәбәр, ғәфү итегеҙ, ғәйбәт, тип әйтергә лә мөмкин, ҡалдырып китте. – Беләһеңме, улар икәүләшеп нимә эшләй?
Баҡ тиһәң, минең ирем сәғәттәрен, ваҡ-төйәк эштәрен – барыһын да хәҙерге ҡатыны исеменә яҙыуҙы талап итеп, уҡытыу эштәре буйынса мөдирҙең башын ҡатыра икән.
– Декрет аҡсаһы ҡатынына күберәк сыҡһын, тип тырышалыр, – тинем һабаҡташыма.
– Көтөп тор! Уның ҡатыны былай ҙа ике ставка алып бара. Беләһеңме, ни өсөн ҡатынына яҙҙыра? Улыңа алиментты әҙерәк түләр өсөн.
Был хәбәр мине һеңгәҙәтә һуҡҡан һымаҡ булды.
Беҙ аҡсаһыҙ интегәбеҙ. Атайым менән әсәйемә туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ йыш килә. Улыма тейешле шарттар булһын, тип ҡуртымға бер бүлмәле фатир яллағайным. Байтаҡ ҡына түләргә тура килә. Уның ҡарауы, эшемә лә, балалар баҡсаһына ла яҡын.
Миндә иремә йә уның атаһына хат яҙыу теләге уянды. Мине улар ҡабул итмәһәләр ҙә, уларҙың тәүге һәм, белеүемсә, берҙән-бер ейәне минең ҡулымда. Миңә уларҙан, бик ауыр булһа ла, бер ярҙам да кәрәкмәй, ләкин улымдың атаһы, өләсәһе, олатаһы барлығын белеп үҫеүен, уларҙың да тәрбиәләүҙә ҡатнашыуын күрергә теләйем.
Ул хатты мин ай буйы яҙым. Нәмә генә тип яҙа башлаһам да, үпкәләгән һымаҡ килә лә сыға. Эйе, миндә үпкә бар, улар мине бер ҙә юҡҡа рәнйетте, хатта берҙән-бер барыуыбыҙҙа өйгә индереүҙе лә кәрәк тип тапманы. Етмәһә, әсәйем дә: “Һинең улар алдында бер гонаһың да юҡ. Һин уларға бер насарлыҡ та ҡылманың. Һин бар, берәй һылтауын тап та, кереп, күренеп сыҡ”, – тип өгөтләй. Мин хатымды тамамлай алманым.
Тағы бер йыл үтеп китте. Урамда балаларын етәкләп, арбаға ултыртып, йә елкәһенә атландырып йөрөгән атайҙарҙы күрһә, минең улым бик ҡыҙыға һәм уларға көнләшеп ҡарай. Артына әйләнеп ҡарай-ҡарай бара ла, уларға эйәреп китер һымаҡ. Мин берәй һүҙ табып, иғтибарын ситкә йүнәлтәм, йә үтеп китеүсе машинаға күрһәтәм. Сөнки улым машиналар ярата. Уға машиналағы балалар ултырғысы ҡыҙыҡ. Атайҙар малайҙарын, ҡыҙҙарын шунда ултыртып йөрөргә тейешлектәрен белә. Ни хәл итәйем, улыма дүрт йәш тулып уҙҙы, ә ул һаман балалар клеслоһына ултырып ҡарағаны юҡ.
– Ә минең атайҙың машинаһы ниндәй маркалы? Балалар ултырғысы бармы? – тип һорауы миңә ҡәтғи талап һымаҡ ишетелә. Иҫке икәнлеген беләм, ләкин был һорауға яуап бирә алмайым.
Беҙ, бер йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң, олатай менән өләсәйгә сираттағы сәфәребеҙҙе ҡылып ҡарарға булдыҡ. Бүләктәр, күстәнәс әҙер. Шәмбе төшкә ҡарай, мин улыма тағы ла: “Беҙ бөгөн атайҙы, олатай менән өләсәйҙе күрергә барабыҙ!” – тип иғлан иттем.
Улым “Ура!” ҡысҡырып, тәкмәс атты, шунда уҡ йыйына башланы. Уларға берәй уйынсығын алып барып, күрһәтергә теләк белдерҙе. Бик оҙаҡ һайланды, ә мин, һағайып, уйланам, был юлы нисек ҡабул итерҙәр? Ишек төбөнән үк тағы бороп ебәрмәҫтәрме? Әрләп сығармаҫтармы? Теге, улар менән эшләгән, һабаҡташымды күргәнем юҡ. Шулай булғас, бер яңылыҡ та юҡ. Кем белә, бәлки, өс йылдан артыҡ йәшәйҙәр, килендәре бәпәй