+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь 2021, 16:00

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Дүртенсе өлөш

 *** Ҡыҫынҡы ғына ике бүлмәле фатир. Уның ҙурырағында, йәғни залда бөгөн, ғәҙәттә булмағанса, йәнлелек. Унда халыҡ күберәк һәм һөйләшеүҙәрендә ниндәйҙер тулҡынланыу тойола. Һүҙҙәре, башлыса, буласаҡ осрашыу тураһында. Кемделер көтәләр, кемделер ҡаршы алырға әҙерләнәләр. Икенсе бүлмәлә – тынлыҡ. Бындағы тормош күрше бүлмәнән айырыла. Аяҡ баҫҡан, һүҙ ҡатҡан кеше юҡ. Ике карауатта ятҡан ике йән эйәһе залдағыларҙың ығы-зығыһына ҡыҫылмай. Ундағыларҙа бөтөнләй эштәре юҡ. Был карауаттарҙа әсә менән ҡыҙ ята. Фәриҙә апай инсульт алғандан һуң иҫенә килмәй тиерлек. Бәләкәй саҡтан һалҡын тейҙереп зәғиф ҡалған ҡыҙы Лилиә лә ҡаты ауырып түшәккә ятты. Залдағы туғандары уларҙың хәлдәрен белеп, инеп сыҡҡылайҙар. Дарыу эсереү, укол ҡаҙау, шунан артығын улар эшләй алмайҙар.

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Дүртенсе өлөш
УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Дүртенсе өлөш

– Рудикҡа ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Бына мөғжизә! – ти Рәзидә. – Тик әсәйем ул ҡайтҡан мәлдә һушына килерме икән? Ҡайтҡанын белмәһә, ҡалай үкенес буласаҡ.

– Әйҙәгеҙ, аэропортҡа, – тип ашыҡтыра Лилиәнең ҡыҙы Әлфиә.

– Иртәрәк бит әле.

– Юҡ-юҡ, шулай яҡшыраҡ булыр!

Бер аҙҙан өй тып-тын булып ҡалды. Хәйер, тынлыҡ тураһында беҙ нимә беләбеҙ?

– Лилиә ҡыҙым, ниңә йылмаяһың?

– Әсәй, һинең әрнеүҙәрҙән, һағыныуҙан, өмөт өҙмәй көтөүҙән сафланған, нур менән тулған йөрәгеңде күрҙем.

– Көтөүҙән?...

– Улыңды көтөп йәшәнең. Эргә-тирәңдәгеләр, туғандар, дуҫтар, таныштар, партиялаштар уны әрләгәндә лә уға ҡарата ауыр һүҙ әйткәнең булманы.

– Улай уҡ түгел, ҡыҙым.

– Шулай, әсәй. “Ниңә ҡайтманы икән? Ҡайтһын ине ул!” Улыңа булған иң ауыр һүҙҙәрең бына шулар ғына булды.

 Әсә ҡыҙы менән һөйләште. Эйе, шундай бер мәл була. Ул саҡта тел кәрәкмәй.

– Әллә ниндәй туҙға яҙмаған хәбәрҙәр еткерҙеләр. Әрнеүҙәрем шунандыр. Ул, имеш, боҙоҡ, аҙған.  Балаҡайымды яман итеп күрһәтергә теләгәндәр, көнсөлдәр уйлап сығара ундай хәбәрҙе.

– Әсәкәйем, боҙоҡлоҡ тураһында мин бер нәмә лә әйтә алмайым. Ул йәшәгән, шөһрәт яулаған яҡтарҙа бер ҡасан да булмаясаҡбыҙ.

– Бындай имеш-мимештәргә һис кенә ышанаһым юҡ!. Дошмандары күп баламдың. Ул киткән яҡ бай, әммә боҙоҡ. Ә мин улымды беләм... Хәләл күкрәк һөтөмдө имеҙгән улым улай түгел!..

– Ә мин шуны беләм. Ниндәй генә насарлыҡ  тураһында яҙмаһындар,  быларын Рудик уйлап сығармаған. Көнбайыштың боҙоҡлоғо үҙендә ҡалыр – был улар асышы.... Беҙҙең Рудольф – бейеү даһийы. Уның асыштары бейеү сәнғәтендә ҡаласаҡ. Тарихта ул матур хеҙмәте менән ҡаласаҡ, бөйөк балерон булып ҡаласаҡ.

– Ҡыҙым беҙ һинең менән былай асыҡтан-асыҡ, иркенләп һөйләшкәнебеҙ юҡ ине. Ҡасан һинең телең асылды?

– Әсәй, күңелдәр һөйләшһен өсөн тел кәрәкмәй. Мин күңелемдән бик күп нәмәләрҙе һөйләй торғайным. Хыялдарым, ҡыуаныстарым тураһында. Тик уны аңлаусы булманы. Әле һин күңел телен аңлайһың, әсәй. Хәҙер һин шундай халәттә.

– Нисек элек аңламаным икән?

– Күп булды мәшәҡәттәрең, тормошто бөтәйтеү, осто осҡа ялғау. Күп булды һинең мәшәҡәттәрең... Шуныһы бигерәк үкенес: ошо йылдар эсендә артист туғаным күпме әсәләрҙе үҙенең бейеүе менән ҡыуандырҙы. Тик үҙ әсәһе өсөн генә бейей алманы.

– Улай тимә, Лилиә. Киров театрында уйнағанда атайың менән барып ҡайттыҡ. Шул күргән бер спектакль тотош ғүмеремә торошло... Ә Рудил барыбер бер ҡайтыр ул. Көтәм...

– Бер станцияла сиған ҡарсығы: “Ғүмер буйы көтөрһөң,” тигәйне.

– Ул һөйләшкәнде һин ишеттеңме ни? Нисек, ни рәүешле, балаҡайым?

– Күңелем менән ишеттем. Бына әлеге кеүек... Беҙ әле һөйләшкән кеүек. Йондоҙ тураһында әйткәс, беҙ уны атай тип уйлағайныҡ, шулаймы?

– Владивостокҡа атайың янына илтәсәк поезға ҡабат менеп ултырғас, кем хаҡында һүҙ барғаны башыма барып етте... Шунан тулғаҡ тота башланы. Һуңынан да ул һүҙҙәрҙе ҡабул итмәҫкә тырыштым. Тик яҙылған яҙмыш... Ғүмер буйы уны көттөм!

– Рудольф Нурыевты донъя ҡабул итте, әсәй. Ҡабул итте, сөнки яратты.

– Рудольф мине элеккесә яратамы икән?

– Әсәй, уның тормошонда күп нәмә үҙгәрҙе – дуҫтар, дошмандар, ҡиммәттәр, илдәр. Һиңә һөйөүе үҙгәрешһеҙ ҡалды. Донъялағы иң матур әкиәттте һин генә бүләк иттең.  “Сыңрау торна” уны бейеклеккә саҡырҙы.

– Зәйтүнә Насретдинова әйҙәне уны бейеклеккә. Ул саҡырыуҙы улым ишетте.

– Һин табып алып ҡайтҡан бер бөртөк билетҡа рәхмәт, әсәй!

– Ленинградҡа уҡырға барам, тигәс, көнбайышҡа ебәрмәҫкә тырыштым. Ә уның көнбайышы күпкә ҙурыраҡ булып сыҡты.

– Әсәй, ул күптән үҙе өсөн үҙе яуап биреп өйрәнгән...

– Мин уны көттөм. Һәр саҡ көттөм. Улыҡайым, Рудилем, минең менән хушлашырға ҡайтырмы икән?

Бүлмә ишеге һаҡ ҡына асылды. Унда Рәзидәнең башы күренде. Ҡатын  артында баҫып торған кешегә өндәште.

– Хәле ҡыл өҫтөндә, ныҡ бул...

Муйынына шарф ураған ир әсә эргәһенә теҙләнде.

 – Әсәй, ишетәһеңме?

Яуап биреүсе булманы. Рәзидәнең үкенесле тауышы тынлыҡты боҙҙо.

– Юҡ  шул, иҫенә килмәй. Бына нисә көн һушһыҙ ята...

Рудольф, ышанмағандай, ҡабат-ҡабат әсәһенә өндәште.

– Әсәй, был мин Рудольф. Улың!  Ишетәһеңме улыңды?

Әсә, әлбиттә,  ишетте. Тик күңеле менән яуап бирҙе. Күңеле менән улын ҡосто. Күңеле менән уны нисек һағыныуын һөйләне.

– Иҫенә килмәй...

Икенсе карауатта ятҡан ауырыу Лилиә апаһы йылмая. Нимәлер әйтергә ишаралай. Ул ғына әсә йәненең нисек ҡыуанғанын күрә ине...

 

Әсәһенең ауыр хәлдә ятыуы тураһында телеграмма алғас, Рудольф бөтөн ихтыяр көсөн тупланы: ул мотлаҡ әсәһе янына ҡайтырға тейеш! Күңелендә бәләкәс кенә өмөт тә бар, әсәһенә, бәлки, ярҙам итә алыр. Уны СССР-ҙан алып китергә рөхсәт итһәләр, иң яҡшы табиптарға күрһәтер. Күпме саҡырыуҙар, күпме өмөтләнеүҙәр менән үткән ғүмере заяға булмаҫ ине.

Бер ҡарауҙан уҡ әсәһенең хәлен аңланы... Ябыҡҡан, кипкән, бәләкәс кенә булып ҡалған әсәне таныуы ла ҡыйын. Күҙҙәре йомоҡ. Бейеү түңәрәге, театрға тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы һәм әсәһенең шатлыҡ тулы ҡарашы... Артабан профессиональ белемгә ынтылыуы, атаһының уны икенсе юл һайларға өгөтләүе, талап итеүе, үкенестәр, тилмереүҙәр һәм әсәһенең моңһоу ҡарашы – бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Рудольф әсәһен һәр саҡ бәхетле итеү тураһында хыялланды. Бәхетһеҙлеккә дусар итте. Йыш осрашыу тураһында хыялланды. Утыҙ йыл күрешмәнеләр. Әсәһен бай, ирекле донъяға алыр китергә ынтылыштар яһаны. Тик ғәзиз кешеһенең азатлығын Башҡортостан, Өфө менән генә сикләүҙә “булышлыҡ” итте.

– Әсәй,  бала саҡта һөйләгән бәхет утрауын иҫемдән сығарғаным булманы. Уны байтаҡ йылдар эҙләйем. Табырмын, тапмаһам, төҙөрмөн. Һыҙланыуҙар, кәмһетелеүҙәр, нахаҡ йәберләнеүҙәр онотолор. Беҙ унда гел бергә булырбыҙ. Һин мине унда көтөрһөң. Көтөрһөңмө, әсәй?

“Көтөрмөн... Хыял утрауын һиңә Зәйтүнә Насретдинова бүләк иткәйне. Шөкөр, кескәй ватаныңа ҡайта алдың, уның да хәлең белеш. Ул һинең талантыңа ышанды... Һине һигеҙ йәшеңдә әсир иткән бейеүе тураһында уға һөйлә, балам. Ул – һинең балеттағы тәүге мөхәббәтең. Ә быныһын бит уға әйткәнең булманы. Күҙҙәренә ҡарап әйт был турала. Ҡайһылай ҡыуанасаҡ ул!”

Рудольф әсәһенең ҡулдарының тотоп оҙаҡ ултырҙы.  Ә уны ваҡыт ҡыҫа. Тыуған илендә булырға Нурыевҡа ни  бары ике көн генә бирелгән!

Әсәһе уны таныманы...

Рудольф Нурыев тороп баҫты. “Миңә Зәйтүнә Насретдиноваға шылтыратырға кәрәк! Уға әйтәһе рәхмәт һүҙҙәрем күңелдә!” Тышҡа сығыу менән Рудольф Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зәйтүнә Насретдиноваға шылтыратты. Ләкин телефон трубкаһын алыусы булманы. Тағы бер-ике коллегаһына шылтыратты. Улар ҙа урындарында булмай сыҡты.

Ул Башҡорт опера һәм балет театрына барырға тейеш. Бәлки, ундағы артистар менән күрешеп булыр? Ләкин бинаның эсенә инеп булманы, реконструкция бара, тинеләр, үткәрмәнеләр.

Яңы асылған хореографик училищеға табан боролғас та, Нурыевтың тулҡынланыуы көсәйҙе. Йәш артистар быуыны үҫә, был иҫ киткес яҡшы хәбәр! Ләкин уны тупһа аша үткәрмәнеләр. Дуҫын, училище директорын, ҡайҙалыр алыҫҡа мәҙәни кәңәшмәгә ебәргәндәр.

Ул атаһына асыу тотмай. Балаһының  сит илдә тороп ҡалыуы ата яҙмышына кире йоғонто яһағанын Рудольф яҡшы аңлай. Үҙ ихтыярынан тыш уны ауырлыҡҡа дусар итте. Атаһына  ла әйтәһе һүҙҙәр бар... Ләкин зыяратты көрт ҡаплаған, эргә-тирәһенә барырлыҡ түгел. Тәбиғәт торошо, буран-дауыл, уларға аҡтыҡ тапҡыр яҡынайырға мөмкинлек бирмәне.

Бөтә нәмә ябыҡ, бикле, таныштар ҡайҙалыр ситтә. Был осраҡлылыҡмы? Әллә махсус эшләнгәнме?

Әсәнең бите буйлап бөртөк йәше тәгәрәне...

Рудольф был мәлдә юлда ине. Сөнки тик тороу уға ят, ул һәр саҡ хәрәкәттә булды.

“Үҙ маҡсатыма ирешер өсөн тыйылған сиктәрҙе лә ашатланым. Китеп барған поезд вагонында тыуҙым. Һәм һәр саҡ хәрәкәттә булдым. Туҡтала белмәнем. Мин белмәйем, ҡайҙа һәм ниндәй була ул туҡталыш?”

 

Бәхет утрауы тураһында Рудольф Нурыев исем өсөн генә әйтмәне. Төркиәлә булған саҡтарында, таныш өндәрҙе, таныш һүҙҙәрҙе ишетеп, туҡтап ҡалған саҡтары булды. Был өндәрҙән эстән генә рәхәтлек кисерҙе. Рудольф Нурыев тел матурлығын иҫенә төшөрҙө, Башҡортостанды,  Мәскәүҙә бөтә сағыулығында күрһәткән мәҙәниәт декадаһын ни өсөндөр иҫенә төшөрҙө. Көнсығыш зауығы һәм сағыулығы уны атаһының тыуған ауылы Әсәнгә алып ҡайтҡандай булды. Бар ғүмере Өфөлә үткән әсәһе өсөн был мөхит ят булмаҫ, төрөк ерен үҙһенер  ине, тип уйланы артист.

Истамбулда Опера һәм балет театры һәм Ататөрөк мәҙәни үҙәгендә Чайковскийҙың “Йоҡлаған һылыу” балетын ҡуйғанда ошо фекере менән төрөк дуҫтары менән дә уртаҡлашты. Улар ҙа утрау эҙләште.  Шулай ҙа күңел тартҡан утрауҙы артист Италияла тапты. Тик был ваҡытта әсәһенең йәне мәңгелек менән ҡауышҡайны инде...

Дизайнер Эдио Фриджерио уның һарай эсен ниндәй биҙәлештә күрергә теләүен һорашты ла, тәфсирле яуап алғас, ауыҙын ҙур асып көлөп ебәрҙе.

– Һо, Рудольф әфәнде, һеҙ үҙегеҙҙе төрөк солтаны итеп күрергә теләмәйһегеҙме?

Әлбиттә, Рудольф бер нәмә лә аңлатып торманы, “башлағыҙ”, тип кенә ымланы. Дизайнер ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән артист ҡушҡандарҙы эшләргә кереште.

                                          ***

Йылы диңгеҙ еле иҫте. Көсәйҙе. Тулҡындар гөрһөлдәне. Шаулы һәм ярһыу ине диңгеҙ. Бына бер тулҡын үкһеп сайпылды һәм тамсыларын биткә һирпеп, кире артҡа сигенде. Усы менән битен һыпырған Рудольф тертләне. Гүйә тоҙло күҙ йәштәре уның йөҙөн йыуҙы. Әсәһенең асы күҙ йәштәрен йотҡандай булды ул...

Утрау хужаһының ташты ғәрәп хәрефтәре менән биҙәгәнен күреп, дизайнер һорамай булдыра алманы:

– Ҡөрьән аяттарымы?

– Был минең әсәйемдең исеме! – Бер аҙҙан Рудольф башын ҡалҡытты. – Дөрөҫ тәҡдим. Ишек башына Ҡорьән аяттарын яҙырға кәрәк!

 

Әллә ниндәй өмөт, яҡты кисерештәр уятҡан яҙғы таң ине был. Тәбиғәт бер ҙур ваҡиға алдынан була торған тынлыҡ эсендә. Дүрт тарафтан диңгеҙ ҡамаған утрауҙа нимә булыу мөмкин?  Ошо сикһеҙлеккә баҡҡан Рудольф уйға талған. Ул үҙенең уртауында – бында бер кем дә, бер нәмә лә рөхсәтһеҙ үтеп инә алмай. Был  ер йөҙөнөңдә балет генийы булдырған  әкиәт һарайы! Бейеүсе иркен итеп тын алды, бейергә итеп ҡулдарын күтәрҙе һәм ҡатып ҡалғандай булды. Йөҙө ҡапыл ғына үҙгәрҙе – күҙендә аптырау, һорау, нимәнелер аңларға тырышыу.

– Тор-рыйыҡ, тор-рыйҡ!

Рудольф үҙ ҡолағына үҙе ышанманы. Аңҡайҙы. Асыҡ зәңгәрлектә, төпһөҙ асманда сихри кисерештәр уятыр көмөш сылбыр бәүелә ине.

– Тор-рыйыҡ, тор-рыйҡ!

Ул һаташмай. Был ысын!

Бәлки,  бейеүҙәре менән әҙәм балаһын арбар көскә эйә был ҡоштар Рудольфтың утрауына ҡунып китерҙәр? Бер генә минутҡа... Бер генә секундҡа! Уның Бәхет утрауында торналарға урын етерлек!

Тыуған яҡтарына – Уралға табан осамы сыңрау торналар? Ҡоштар тыуған ерҙәренә һәр яҙ әйләнеп ҡайта... Нимәһенә ғәжәп итергә? Ә бит улар сыңрауында күпме һағыш, иңрәү, өмөт!  

– Ул торналар менән бергә осто.

Нимә тураһында әйтте бейеүсе? Үҙенең бала саҡ хыялын иҫкә төшөрҙөмө? Әсәһенең йәнен торнала күрҙеме, юғиһә?

 Утрауҙағы ярҙамсыһы Пьедро һораны:

– Нимә тинегеҙ?

Һаман бейеклектән күҙен алмаған гений бейеүсе уны ишетмәне. Пьедро ҡабатлап һораны:

– Һеҙ берәй кеше тураһында әйтәһегеҙме?

– Бүлдермә! Мин күнекмә яһайым! – тип ҡысҡырҙы Рудольф.

“Ул виртуоз. Ә бына холҡо...”

 Тәненең һәр күҙәнәген эшләтә белгән матур камил кәүҙәле Нурыев бер-ике тапҡыр майҙанда әйләнде, өҫкә уҡталды, элевация яһағандан һуң, кире Пьедроға боролдо һәм бойорған тауыш менән өндәште:

– Күпме тапҡыр әйткәнем бар, миңә юҡ-бар һорау менән мөрәжәғәт итмәҫкә! Тәндең хәтере ҡыҫҡа. Шөғөлләнергә, шөғөлләнергә кәрәк!

“Ҡыҙыу, ғауғасыл булһа ла, ул бит ысын талант.. Хәйер, күпселек таланттың булмышы шулай...” – тип уйланы Пьедро.

– Эйе-эйе, һеҙҙе көтәләр... – тип ғәйепле тауыш менән мығырланы ул.

– Мине көтәләр. Бейеүсе Рудольф Нурыевты көтәләр!

“Тик инде иллене үтеп киткән ирҙә ҡайҙан ун ете йәшлек егеттең ғәйрәте, әле бына нимәгә ҡапыл ярһыны?” – Пьедро һәм ғәййәр ҡиәфәттә баҫҡан  Рудольфтың  күҙенә салынмаҫ өсөн арыраҡ китте.

Бейеүсе ҡарашын офоҡҡа йүнәлтте. Балеттың тасуирлығын хәрәкәттәрендә күрһәтә, хәрәкәтте юғары сәнғәткә әйләндерә белгән маһир күҙҙәрендә һауалылыҡ та, уйсанлыҡ та, тәкәбберлек тә, мөләйемлек тә, шатлыҡ та, етдилек тә, бәхет тә, һағыш та, үкенес тә, ҡыуаныс та көлтә нур булып уҡмашып, берҙәй сағылды. Ул берсә ҡырағай кейек булып атылды ла ел-дауылдар ҡағылырға ҡыймаҫлыҡ нәфис мәрмәрҙән яһалған сихри һын булып ҡатып ҡалды, берсә яндың кереше булып кирелде лә ҡош мамығы булып һауала эленде, шунан йәнә талпынды, йәнә осто.

 Бала сағым торналары...

Ул саҡта Өфөнән, Башҡортостанынан мәңгелеккә сығып китерен дә, бейеү сәнғәте аша донъяны  яуларын да  күҙ алдына килтермәгәйне  бейеү солтаны. Хатта тере торналар сыңрауын да ошоға тиклем ишеткәне булманы...  Рудольф үҙ йәненең ҡанат елпеүен тойҙо. Һәм уға ошо ҡанаттарҙың нисек ҡыштырлауын юғарылағылар ишетте кеүек тойолдо. Эйе-эйе-эйе! Уралға табан уҡталған торналар,  үҙҙәренең осоштарын әкренәйтеп, ошо мәлдә, эйе, ошо мәлдә! – арыу-талыуҙарын да онотоп, тап уның баш осонда өйөрөлә кеүек ине Рудольф Нурыевҡа!..

Аҙағы.

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: