+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь 2021, 10:00

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Икенсе өлөш

Тағы күп көндәр шундағы актерҙар булып бейене, ҡат-ҡат бейеп-һикереп туғандарын ялҡытып бөттө. Әсәһе генә ғәжәп рәүештә сабырлыҡ күрһәтте. Рудольф йәнә әсәһе эргәһенә килеп баҫты. – Әсәй,  Зәйтүнә аяғын ошолай борҙомо? – Саҡ ҡына дөрөҫ түгел. Бына ошолайыраҡ итеп... Малай, әсәнең ни тиклем матур хәрәкәт яһай алыуын күреп, ҡысҡырып ебәрҙе.  – Әсәй, һин оҡшатып эшләнең, ҡайҙан беләһең быны? – Бәй, заманында беҙ, комсомолдар, халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып барҙыҡ. Булды шөғөлләнгән мәлдәр.  – Әсәй, һин бейенеңме? Фәриҙә моңһоу йылмайып баш ҡаҡты. – Саҡ ҡына... – Әсәй, һин дә бейеүсе торна  булып тыуғанһың. – Белмәйем, улым. – Ә мин беләм! Һинең хыялың булдымы?

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Икенсе өлөш
УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Икенсе өлөш

– Һинең кеүек  саҡта ҡошҡа әйләнеп, берәй утрауға китеп йәшәргә хыяллана торғайным. Бәхет утрауына. Һинең йәшеңдә ата-әсәм үлеп, йәтим ҡалып, аслыҡты, тормош ҡатылығын иртә татығанғамы... Бәхет утрауы теләк кенә булып ҡалды. Ә һинең хыял тормошҡа ашһын.

– Әсәй, кешеләргә яҡшылыҡ эшләүсе торналар ҡайҙа йәшәй? Моғайын, уларҙың  айырым бер утрауы барҙыр?

Фәриҙә баш сайҡаны.

– Атайың менән байтаҡ ер-һыу кистек. Бер утрау күргәнем булманы. Һәр хәлдә, бәхет утрауын. Ул хыял ғына.

– Зәйтүнәне торналар бәхетле итте.

– Зәйтүнгөлдө, тигән.

– Юҡ, Зәйтүнәне! Ә тылсымлы торналар бар. Әсәй, ҡара минең торна бейеүемде, – Рудольф аяҡ остарына баҫты ла ҡулдарын күтәрҙе. – Бына ҡалай була ул Уралға ҡайтҡан торна!

– Ошондай  һығылмалыҡ миндә лә булды бәләкәй саҡта, үҙемә оҡшағанһың... – тип улын үҙенсә хуплай Фәриҙә ханым.

– Ә мин ниндәй? Мин! – тип һорамайынса түҙмәй иғтибарға эләгергә тырышҡан Рәзидә. Ул килбәтһеҙерәк, кәүҙәгә ауырыраҡ.

Әсә уны ла йыуата.

– Һин атайыңа нығыраҡ тартҡанһың. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ миңә лә, атайығыҙға ла оҡшағанһығыҙ, балалар.

Рудольф бындай яуаптан ҡәнәғәт. Сөнки уның атаһына оҡшағыһы килә. Дөрөҫ, атайҙың ниндәй икәнен белмәй малай. Һигеҙ йәш тулды, ә уларҙың күрешкәндәре юҡ. Хәрби кешенең ихтыяры үҙенә бәйләнмәгән, әрме уға ниндәй бурыс ҡуя, шуны иң алда үтәргә тейеш. Ул бары Хәмит Нурыевтың тиҙерәк ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Атаһы уны яҡлар, терәк булыр тип өмөтләнә. Юғиһә, тиҫтерҙәре араһында буйға иң бәләкәсе, ҡаҡса булғаны өсөн йәберләүселәр етерлек. Туҡмаҡ та эләгә. Уның бейеү оҫталығын атаһы баһалар. Ниндәй икән уның атаһы? Эх, бөтөнләй хәтерләмәй шул!

                                     ***

– Етте! Бүтән бейеү түңәрәгенә йөрөмәйһең! Тоҡомда булмағанды ҡылана. Кеше алдында сәпәкәй өсөн ҡыуанып, маймылланып  йөрөүеңде туҡтат! Һин бит хәҙер  пионер!

– Ә фронттан яраланып ҡайтҡан һалдаттарға кем рухи көс бирҙе? Беҙ – уҡыусы балалар.  Тап беҙҙең мәктәп унда йыш булды, беҙҙе, бейеүселәрҙе госпиталгә гел саҡырып торҙолар. Нисек кем? Һалдаттар! Үҙҙәре саҡыра ине. Башҡорт бейеүен бейеп бөтһәм, ҡосаҡлап алалар ине. Хәҙер мин белмәгән милли бейеү юҡ, атай.

– Ваҡытлыса был нәмәләр. Ваҡытлыса!

– Минең оҫта бейейем. Быны бөтәһе лә таный.  Атай, уҡытыусым Елена Вайтович үҙе әйтте һиңә был турала. Рудольфты Киров театры эргәһендәге балет мәктәбенә уҡырға ебәрергә тырышығыҙ, тине.

– Иң алда ир һөнәре үҙләштерәһең!

– Минең бейеү түңәрәгенә йөрөүем бер һиңә генә ҡамасаулай.

– Телләшмә!

– Телләшмәйем. Үҙ фекеремде генә әйтәм. Бейеү – минең донъям.

Бына шулай бейеү сәнғәте, уҡыу,  өлгәш, тәртип – бөтәһе лә бергә буталды. Улар Рудольфтың тормошонда камил яраша алмай, шуға ла  ата менән улы араһындағы тартҡылашыу ҡай бер көндәрҙә өйҙә айырыуса көсөргәнеш тыуҙыра.

Рудольфтың үҫмер йылдарында, бигерәк тә үҙаллылыҡа ынтылғанда,  аңлашылмаусанлыҡ көсәйә генә төштө.

– Мин һиңә асыҡ әйттем. Хәрби юлды һайлайһың, – тине атаһы тағы бер һөйләшеү мәлендә.  

– Юҡ. Һуғыш  уйыны минең өсөн түгел.

– Улайһа, инженер! Инженерҙар кәрәк тыныс тормошта. Заводтар, фабрикалар тотош ил буйлап төҙөлә! Советтар Союзы ҡеүәтле держава. Шулай булып ҡаласаҡ, тимәк, иң кәрәк һөнәр техника менән бәйле.

– Атай, нисәмә йылдар буйы бер нәмәне тылҡыйһың! Ялыҡманымы үҙең дә? Юғары сәнғәтте үҙләштергем килә.

– Балерина!

Атаһы ҡаты ҡулы менән биткә сәпәй. Ғәрлегенән ҡып-ҡыҙыл булған үҫмер атылып сығып китә. Ул йүгерә, нимәлер һөйләнә. Шунан туҡтай. Күккә күтәрелеп баға. Унда, бейектә, ҡоштар тубын күргәндәй. “Сыңрау торна” балетын ҡарағандан һуң, ул кешеләргә ауыр саҡта ярҙамға килер торналар барлығына ышанғайны. Хәҙер юҡ. Ул тик ышанырға һәм үҙенсә көрәшергә тейеш.

Бына шулай Рудольф Нурыев ҡаса-боҫа бейеү дәрестәрен ала. Ҡасандыр Рауза апаһы уны бейеү түңәрәгенә алып барһа, бөгөн дә яҡлаша. Мәҫәлән, атай кешегә: ”Рудик математиканан өҫтәмә дәрес алырға китте”, тип әйтә. Сөнки өлкән Нурыев улының математиканан насар өлгәшкәнен белә.

Ата менән ул низағлашҡанда Фәриҙә ике ут араһында ҡала. Төрки ҡатындарына хас булғанса, ул ирен хөрмәт итә, ғаиләлә уның ихтыяры закон булырға тейеш. Шулай уҡ  улын ярата, уның ынтылышын аңлай. Ана шуға ҡатындың күҙҙәрендә һағыш. Ул күптән йылмайыуҙы онотто, тик эстән генә һыҙҙы. Йөрәге менән әсәһенең үҙе яғында икәнен һиҙенгән Рудольф  атаһының кәмһетеүенә теш ҡыҫып түҙҙе, үҙенең оло һөйөүенән – бейеү сәнғәтенән ваз кисмәне.

– Беҙҙең бейеү төркөмө бөтөн мәктәптәр араһында еңеүсе булды! Мин башҡорт бейеүен бейенем. Атайым ҡыҙыҡһынманымы?

– Мин Опера һәм балет театрында массовкаларҙа ҡатнашам! Атайыма был яңылыҡ кәрәкмәйме?

– Мине кордебалет артисы итеп алдылар. Ни өсөн атайым  риза түгел?

– Мин заводтарҙа халыҡ бейеүҙәрен өйрәтәм. Унда миңә ике йөҙ һум түләйҙәр. Мин үҙем аҡса эшләй башланым. Атайым нишләп ҡаршы булһын, эйеме?

– Мин үҙем эшләп алған аҡсаға Мәскәүгә барып ҡайттым. Һорашманымы атайым?

– Мин декадала ҡатнашам. Солист! Атайым минең балет артисы булғанымды күрһә, барыбер ризалашыр!

Мәскәүҙә үтәсәк башҡорт мәҙәниәте көндәре Рудольф өсөн яңы шатлыҡ бүләк итте.Ҡасандыр уны әсир иткән “Сыңрау торна” уны үҙ эсенә саҡырҙы. Унда бейейәсәк солист ауырып киткәнен ишеткәс, Рудольф һис икеләнеп тормай ошо ролгә үҙен тәҡдим итте. Һәм Нурыевты,  ролде бер ҙә уйнап ҡарамаған егетте, солист итеп тәғәйенләнеләр!

– Әсәй, минең дебют уңышлы булды!

– Улым, был уңышыңа шатбыҙ! Юҡ-юҡ, атайың ҡәнәғәт, ризаһыҙлыҡ белгертмәне!.

Мәскәү публикаһының алҡышы, тәнҡитселәрҙең итәғәтле мөнәсәбәте егетте яңы осошҡа ҡанатландырҙы. Рудольф үҙенең балет тигән сихри донъяға үтеп инәсәгенә һәм унда лайыҡлы урын биләйәсәгенә тамсы ла шик тотманы. Тылсымлы һандыҡ өс йоҙаҡҡа бикләнгән булһа, бөгөн уның бер биге ысҡынды, һәм Нурыев ҡалғандарын ҡалайтып булһа ла асырға тейеш!

– Әсәй, мине Опера һәм балет театры директоры артист итеп эшкә саҡырҙы. Йәнә лә Ленинград балет мәктәбенә саҡырыу алдым. Мин Ленинградты һайланым.

– Ленинград?!.

– Нимә хафаға һалды? Мин һынауҙы уңышлы тотасаҡмын.

– Улым, зинһар был турала атайың белә күрмәһен.

– Атайым? Атайым күптән минең сәнғәткә ынтылышыма битараф.

– Яҙмышыңа битараф булһа, ҡул һелтәгән булыр ине. Инде нисә йылдар ул һиңә бер нәмәне аңлата...

– Мин уның менән һигеҙ йәштә саҡ күрештем. Улын тәрбиәләүҙә  саҡ ҡына һуңланы...

– Бәләгә тарытмағайың туғандарыңды. Бәлки, кире уйларһың, Рудил!

“Ә мин үҙемдең Нурыев бөйөк бейеүсе икәнемде раҫлаясаҡмын. Бының өсөн әллә нимәләр талап ителмәгәйе!”

Рудольф яуап урынына ишекте шартлатып ябып сығып китте.

Ун ете йәшлек егет Ленинградҡа табан юл алғанда, ышаныс эҙләгәндәй, төпһөҙ зәңгәрлеккә баҡты. Ә күк шундай аяҙ, шундай киңлек, шундай асыҡлыҡ, шундай сикһеҙлек! Ҙур, бөйөк маҡсат хаҡына талпынған Рудольф Нурыевтың ихтыярын һындырырҙай көс юҡ! “Сәнғәт күгенә мин үҙ ҡанаттарым менән күтәрелергә тейешмен. Ҡасандыр һеҙ миңә  шуны аңлатҡайнығыҙ, торналарым!”

                           ****

 

– Егет, һеҙ бик сағыу бейеүсе булырһығыҙ йәки  был юлдан төшөп ҡалырһығыҙ. Аҙаҡҡыһы дөрөҫкә тура килмәгәйе, – балет мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы Вера Костровицкаяның ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр Рудольф өсөн киләсәккә осасаҡ  уҡты кереш өҫтөнә һалыуға бәрәбәр ине. Яндың кереше тартылды, һәм уҡ киләсәккә табан атылырға әҙерләнде – Башҡортостандан бары тик ярһыу дәртен тоғро юлдаш итеп алған Рудольф Нурыев балет сәнғәте серҙәренә төшөнөр һәм унда үҙ урынын яулар  өсөн арыу-талыуһыҙ бейеү һөнәрен үҙләштерергә кереште. Был юлда, был шөғөлөндә үҙенә ҡамасау итә тип шикләнгән бөтә нәмәне тар-мар итте, туҙыналармы, битәрләйҙәрем, мыҫҡыл итәләреме – тик үҙенекен “ҡыуыуын” белде. Үҙе өсөн кәрәк түгел тип тапһа, интернаттың ҡаты ҡағиҙәләрен, талаптарын үтәүҙән дә баш тартты. Күптәр аңламаны. Көлдөләр. Ситләттеләр. Үҙһүҙлелеге, еңмешлеге, сәнскеле теле, дисциплинаға буйһонмауы арҡаһында ауыр хәлдәргә лә ҡалғыланы, кенә тотоусылар, дошмандары күбәйеүенә лә иғтибар итмәне  Рудольф бейене лә бейене. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән түгел, уйлап эш итә белеүе күп осраҡта уны еңеүсе яһаны ла инде. Ахыр килеп, талантлы педагог А. Пушкиндың класына уҡырға төшөүе балет өлкәһендәге ҙур уңыштарының береһе булды. Ленинград балет театрында Советтар Союзынан йыйылған таланттар уҡыны, ә йәше буйынса инде “ҡарт” тип иҫәпләнгән Рудольф Нурыев шулар араһында өс йыл эсендә аҡылдан яҙырлыҡ хеҙмәте менән профессиональ юғарылыҡҡа өлгәште.

Киров балет театрына Башҡортостан егетенең ҡабул ителеүе тураһындағы хәбәр кемдәргәлер, әлбиттә, йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте.

Киров театрының әйҙәүсе балеринаһы Дудинская менән  ҡушарлап бейеү тураһында ниндәй генә артист хыялланманы икән! Прима-балерина Рудольф Нурыевты мәшһүр театрға аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан “Лауренсия”ға үҙенә партнер итеп саҡырҙы. Әлбиттә, театрҙа эшләгән профессионалдар быны төрлөсә ҡабул итте. Үҙҙәрен сәхнәлә балҡытыу теләге менән янған йәш артистар араһында ла бәхәстәр булып алды – кемдер һоҡланды, кемдер мыҫҡыллы йылмайҙы, кемдер аптыраны, кемдер уртын сәйнәне. Коллектив тарафынан “перспективалы” тип аталған йәш, матур артист Егор Соловьев, үҙенә көслө конкурент килгәнен һиҙемләп, бүтәндәрҙән нығыраҡ һағайҙы. Етмәһә, Дудинскаяға партнер итеп үҙен тәҡдим итергә йөрөгәйне, ләкин театрҙың “королева”һы уның яғына боролоп та ҡараманы. Репетицияны күҙәтеп ултырған ҡараңғы сырайлы Егор, бүтәндәрҙән айырылып, ситкәрәк барып баҫты. Яңы ҡалҡа башлаған йондоҙҙоң бындай хәлгә тарығаны юҡ ине...

Дошманы ла, дуҫы ла булмаған, ғөмүмән, кешеләргә битараф ҡараған К. шундай кәйефһеҙ мәлдәренең береһендә уның эргәһенә килеп баҫты.

– Сығышы менән Башҡортостандан, тиҙәр был...

Егор йөҙөн сирыштырҙы:

– Шайтаным белә! Шуныһы асыҡ: провинциалдар баҫып ала башланы юғары сәнғәтте. Әрһеҙлектәре менән.

– Эгоцентрик булһа ла, ул талантлы, –  тип тамаҡ ҡырҙы К. – Балет театрында уҡығандар Башҡортостанға кире ҡайттылар, ә  Нурыев һөҙөшә белә. Аяғында ныҡ тора.

– Ә мин ул Киров театрында тәүге һәм һуңғы “башкиренок” булыр тип уйлайым.

– Йәш саҡта барыбыҙ ҙа ҡыҙыу. Тик ауыҙыңды үлсәп ас, быны һиңә яҡшы ниәттән әйтәм.

– Миңә яҡшы ниәттәһегеҙ, – Егор көлдө, шунан Рудольф шөғөлләнгән тарафҡа эйәк ҡаҡты. – Ә уға, минең аңлауымса, бөтә нәмәгә лә рөхсәт бирелгән.

– Бөтә нәмәгә?..

– Ну, берәү ҙә шәм тотоп тормаған... – Егор артыҡ ысҡындырғанын һиҙеп, икенсегә борҙо. – Уның ауыр холҡо, тәртибе тураһында хәҙер легендалар йөрөй. Барыһы ла ғәфү ителә.

– Ләкин һеҙҙең ауыҙҙан ысҡынды, берәү ҙә шәм тотоп тормаған... Әйтеп бөтөгөҙ.

– Сит илдән килеп уҡыған ҡай берәүҙәр менән шикле дуҫлығы тураһындағы хәбәрҙәр йөрөй. Бәлки, ялғандыр, раҫларға йыйынмайым. Минең таратҡан ғәйбәт тә түгел. Шулай ҙа совет артисының мораль облигына бысраҡ яғыла.

– Ялғанды ысынға әйләндерергә була. Булышлыҡ итегеҙ, – К. ауыҙын асып ҡатҡан Соловьевҡа хәйләкәр ҡарап алды. – Уны шикле әҙәмдәр менән таныштырығыҙ, – хәҙер ул етди ҡиәфәт алды. –  Мин шаярттым ғына!.. Юғиһә, бер кешене еңелмәҫ конкурент итеп күргәнһегеҙ ҙә, башығыҙҙан алып ташлай алмайһығыҙ. Ижад кешеләре үтә лә хисле, аҡылдан яҙып ҡуйыуығыҙ бар. Ә һеҙгә үҙегеҙҙе киләсәк өсөн һаҡларға кәрәк, артист дуҫ!

Егоровтың иңбашынан ҡаҡты ла К. ары атланы.

Данлыҡлы Мариин театры традицияларын үҙендә һаҡлаған  Киров театрында эш башлағас, Рудольф Нурыев уның эске тормошо балҡып торған шөһрәтле сәхнә тормошонан айырылғанын аңланы. Бала саҡтан үҙ һүҙле булып, шул арҡала әрен дә, туҡмағын да алып, барыбер үҙенекен ҡыуған егет эш башлаған театрында ла, тәбиғи, юғалып ҡалманы. Һәр ойошмаға хас булғанса, бында ла партиялы һәм партияһыҙҙар төркөмө бар. Йәштәрҙең коммунистик берлеге ағзаһы булыу – ышаныс билеты тоттороуға бәрәбәр. Үҙенең киләсәген ҙур сәнғәттә генә күргән Рудольф бер төркөмгә лә ҡушылманы. Уның был холҡон “ҡырағай азиат”лығы менән аңлаттылар.

– Һиңә балалыҡтан сығырға, комсомолға инегә ваҡыт, – тине уға театрҙы комсомол етәксеһе Александр Осипов.

– Комсорг, мин һеҙгә теге ваҡытта уҡ асыҡтан-асыҡ әйттем Нурыев үҙенең ваҡытын тик бейеү сәнғәтенә сарыф итә. Һәм был берәүгә лә сер түгел!

– Тимәк, беҙҙең эш – ваҡытты әрәм-шәрәм итеү?

– Мин улай тимәнем, Александр. Һеҙ, фантазер.

– Но...

– Һеҙгә ижад менән шөғөләнергә тәҡдим итәм. Балетта түгел, әҙәбиәттә! Мин репетицияла. Бүлдермәгеҙ!

Александр ҡып-ҡыҙыл булып сығып китте. Уға саҡ ҡына ла иғтибар итмәгән Рудольф өҙөлгән вариацияһын дауам итте.

Тағы ла бер нисә көндән Нурыевты театр директоры үҙ янына саҡыра.

– Нурыев, ни өсөн дөйөм йыйылышта булманығыҙ?

– Бер үҙем шөғөлләндем. Яңғыҙлыҡ минең дуҫым.

– Яңғыҙлыҡ түгел, ә яуапһыҙлыҡ!

– Мин үҙемдең индивидуалист икәнемде генә әйтәм!

– Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Театр – бөтәһенән элек коллектив!

– Мин үҙ көсөмә ышанам, – тине Рудольф тыныс ҡына.

– Үҙ көсөңә ышаныуың яҡшы. Тик беҙҙең һәр премьера хөкүмәт хуплауын алғас ҡына тамашасыға сыҡҡанын да онотма, Нурыев.

Рудольф менән ошондайыраҡ әрепләшеүҙәр ғәҙәти бер күренешкә әйләнде, тиергә була. Ләкин Киров театрында эшләгән профессионалдәр уның талантлы артист икәнен таный, балериналар уның менән бейеүҙе хуп күрә, тамашасы уны нығыраҡ алҡышлай, тәнҡитселәр, сәнғәт белгестәре уға иғтибар бүлә, Болгария, Көнсығыш Германия, Мысырҙағы сығыштары матбуғатта киң яҡтыртылды. Шуға ла уның кирелеге, ауыр холҡо ғәфү ителә килә. Хәйер...

 

Дауамы бар. 

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: