+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь 2021, 12:00

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Өсөнсө өлөш

Мәҙәни ағартыу саралары – советтар иленең иң ҙур идеология ҡоралы. Шуға ла мәҙәниәткә ҡараған һәр объект хөкүмәттеке, ундағы ижадсылар  дәүләт сәйәсәтенә хеҙмәт итә. Был йәһәттән именлек һағында тороусылар уяу булды. Бөтә барлығын фәҡәт сәнғәткә бағышлаған Рудольф, әлбиттә, тормошта үҙенсә юл ярҙы. Буш ваҡыты булдымы, башҡа театрҙарға йөрөнө, сит илдәрҙән килеп уҡыған студенттар менән гәпләште, ә Ленинградҡа сит ил труппалары килеүен – күктән төшкән бәхет һымаҡ ҡабул итте. Балет сәнғәте алға киткән Европа илдәренән килгән оҫталар менән тиҙерәк танышырға, аралашып ҡалырға тырышып, бер нәмәгә ҡарамай Мәскәүгә лә сығып китте.

УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Өсөнсө өлөш
УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Өсөнсө өлөш

“Дон Кихот”ты бейегәндән һуң, Рудольф Нурыев өҫтөнә сәскәләр яуҙы. Сәхнә иҙәне ҡыҙыл раузалар менән түшәлде.  Был көтөлмәгән һәм көтөлгән уңыш ине. Журналистар Киров театрында яңы йондоҙ ҡалҡыуын кемуҙарҙан яҙҙылар.

Соловьев, балҡып сәхнә артына килеп сыҡҡан Рудольфты күрмәгән кеше булып, арҡаһы менән боролдо. Һиҙгер артист  быны иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ғәҙәттәгесә, төртмә теле тик торманы:

– Егор, һиңә ошондай сәскәләр яуғанда, бер һүҙһеҙ сәхәнәгә сығып, йыйып бирешәсәкмен!

“Мин Киров театрында уйнағанда, һинең бындай мәлең бер ҡасан да булмасаҡ!” тип аңланы был әсе шаяртыуҙы Егор Соловьев. Шулай ҙа уны бер нәмә йыуатты: ышанысһыҙ элемент булараҡ, комсомол сафына инмәгән Рудольф Нурыевты хәҙер сит илдәрҙә үткән турнеларға йыш сығармайҙар, хөкүмәт концерттарына алмайҙар, тимәк, киләсәге томанлы. Үҙенең ижадын һанламаған етәкселек менән Рудольф конфликтҡа ла йыш инә. Бәхәс мәлендә тура һүҙле талант эйәһе ҡайһы бер артистарҙың эшмәкәрлегенә лә тәнҡит эләктерә. Был хәбәр тегеләргә барып еткәс, әлбиттә, ғәмһеҙ ҡалманылар. Кемдер үҙ фекерен Рудольфҡа асыҡ әйтте, кемдер эстән генә үс тотто. Уның тураһында шикәйәттәр төрлө органдарға барып етә торҙо.

Парижға турне алдынан шулай уҡ һәр артист тейешле кимәлдә тикшерелде. Дөйөм йыйылыштарҙан тыш, айырым кабинеттарҙа ла артистар менән профилактик һөйләшеүҙәр үткәрелде, инструкциялар иҫкә төшөрөлдө. Бына шулай көндәрҙән бер көндө  Соловьевты ла кабинетҡа саҡырҙылар. Ҡаҡса кәүҙәле ир ҡаршы алды уны.

– Рудольф тураһында һеҙҙең фекерҙе ишеткебеҙ килә.

– Ни өсөн мин? – тип һағайҙы Егор.

– Процедура шуны талап итә. Аңлайһығыҙҙыр. Беҙ сит илгә сыҡҡан һәр артист менән һөйләшәбеҙ. Һеҙ Советтар Союзының үҫешкән сәнғәтен генә түгел, юғары мораль йөҙөн дә күрһәтәсәкһегеҙ. Ҡаҡшамаҫ совет берлегенән буржуаз илдәр шаҡ ҡатырға тейеш. Нурыев тураһында беҙҙә шаҡтай белешмә тупланған. Тимәк, һорауҙар етерлек.

– Уның тураһында төрлө хәбәр йөрөй. Был сер түгел... – тип мығырланы Соловьев. – Ә дәлилдәргә килгәндә... – Ул иңбашын йыйырҙы.

– Бына беҙҙә “нормаль булмаған бәйләнештәре” тураһында анонимкалар бар.

– Ғәфү итегеҙ, бер кем дә шәм тотоп тормаған...

– Дәлилдәр табыу – һеҙҙең эш түгел. Кемдәр менән аралаша, ҡайҙа бара, шул турала мәғлүмәттәр кәрәк. Синфи дошмандар менән уратылып алынған бөйөк державаның юғары сәнғәтен бысраҡлыҡтан, коммунистик мораль обликты һаҡлап ҡалыу – беҙҙең барыбыҙҙың да бурысы. Ахыр килеп, былар ил хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк. Әгәр ҙә был егетте фашларлыҡ мөмкинлек тыуа икән... – унан яуап көткән кеше тәмәке тоҡандырҙы, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк ҡарап алды. - Шикләнмәгеҙ, театрҙа үҙегеҙҙең бөйөк киләсәгегеҙҙе хәстәрләй алаһығыҙ.

Соловьев яуап ҡайтарманы.

– Идеология – таланттың үҙе. Ул бөтәһен дә хәл итә, аңлайһығыҙҙыр минең нимә әйтергә теләгәнде. Һәр артист театрҙа әйҙәүсе танцовщик булыу тураһында хыяллана.

– Беҙҙең барыбыҙға ла бер-беребеҙгә шымсылыҡ итергә ҡушалырмы?

-Һы... –  Ҡаҡса кәүҙә көлөмһөрәне, – кем тип уйлайһығыҙ үҙегеҙҙе йәки Нурыевты? Дәүләт серен һаҡлаусы объект эшмәкәрҙәре итепме әллә? Беҙҙең һеҙгә сығыуыбыҙ, бөтәһенән элек, һеҙгә булған ышанысты аңлата! Беҙ һеҙҙән бер нәмә лә талап итмәйбеҙ. Ләкин уяулыҡты юғалтмау мөһим икәнен генә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ҡабатлайым, был һеҙгә ҡарата ышаныс.

Соловьев өсөн шуныһы асыш булды: бер ниндәй интригаларға ҡыҫылмаған, тыныс холоҡло К. ошо именлек һағында тороусыларҙың агенты икән. Тап ошо иптәш Соловьевты ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнаштырырға тәҡдим иткән. Артабан К. килеп инде, һәм ул кәрәк саҡта Соловьевҡа терәк буласағын әйтте. Һөйләшеү үҙенән-үҙен тәрәнгәрәк күсте...

Рудольф Нурыев самолетҡа ултырғансы үҙенең Францияға осасағына ышанманы. Сөнки исемлек раҫланып та, аэропортҡа юлға сыҡҡан мәлдә төшөрөп ҡалдырылған актерҙар тураһында ишеткәне бар ине. Ләкин Нурыевтың Францияға осоуы ысынбарлыҡ булып сыҡты. Самолет креслоһына барып ултырғанда уҡ  уҡыған француз нәфис әҙәбиәте геройҙары, авторҙары, картиналар, рәссамдар, музейҙар, театрҙар, үҙе өсөн таныш һәм таныш булмаған артистарҙың исемдәре, улар уйнаған ролдәр – барыһы бергә башында буталды. “Тағы килә аламмы-юҡмы был илгә, билгеһеҙ. Ләкин әлеге мәлде ҡулдан ысҡындырмаясаҡмын! Һәр буш секундым юғары мәҙәниәткә эйә ил менән танышыуға арналасаҡ!” Парижға килеп төшөү менән уның һауаһы иҫерткес тәъҫир иткәндәй тойолдо. Турнеға бирелгән бер ай эсендә Лувр, Версаль, Де Сен Клу паркы, Сен Мишель, Сен Жермен ҡалаларындағы студент кварталдарында булды, мәктәп йылдарында уҡ өйрәнә башлаған Франция мәҙәниәтен эстән күрергә өлгөрөү, сәнғәт әһелдәре менән ҡатышып, һөнәрҙәштәре менән гөрләп-ҡайнап алыу теләге Рудольфта ташҡын булып урғылды.  Француз артистарҙың уға йышыраҡ мөрәжәғәт итеүе, тиҙ арала яңы дуҫтар табыуы  көнсөл партнерҙарҙың һарыуын ҡайнатты. “Тыуып үҫкән ерендәге ҡырағай йолалары һаман үҙендә йөрөтә. Бәйҙән ысҡынған эт,  шуға коллективты һанға һуҡмай” һәм башҡа “шыш-пыштарҙы”, мыҫҡыллы көлөүҙәрҙе ул ишетмәне.

Тейешле урынға: “Низағсы, тәкәббер, коллектив дисциплинаһына буйһонмаған артист Рудольф Нурыев Парижға аяҡ баҫыу менән үҙенең элекке холҡон үҙгәртергә уйламаны ла. Киреһенсә, совет артисы режимын боҙоп, Францияның шикле кешеләре, буржуаз элементтар менән бәйләнеш нығытырға кереште”, тигән донесение осто.

Отель фойеһында Нурыев яңы дуҫтары менән осрашҡанда бүлмәләше Соловьев ҡай саҡ улар янына килеп-киткеләне. Шулай ҙа берәүҙә лә шик уятмаҫ өсөн, тиҙерәк китергә тырышты. Икенсенән, Рудольфтың французса, инглизса һупалауын бик ишетергә теләмәне ул. Нурыевты “провинциал” тип кәмһетһә лә, Соловьев үҙе нәфис телдәрҙең береһе иҫәпләнгән француз телен аңламай ине.

Шулай тура килдеме, әллә осраҡлыҡмы, фойеға төшкәс, ул Рудольфты йәнә француздар ҡамауында күрҙе.

– Кил әле, Егор, – тине Нурыев. – Күрәһеңме, мин кемдәр менән! Донъя балетында уларҙы яҡшы беләләр. Һине гел эйәртеп йөрөмәгәнгә асыуланма. Улар минең  дуҫтар! Һәм дуҫ булыуҙарына бик шаттар. Ни өсөн тип уйлайһың? Улар алып килгән гәзиткә күҙ һал: “Рудольф – балет сәнғәтенең космонавты”! 

–Ҡотлайым... Ярай, киттем, эш бар.

– Ҡасан да булһа, һине лә сәхнәлә танырҙар. Әгәр мин теләһәм. Киров театрында, – Рудольф тағы үҙенсә шаяртты.

“Был шаҡтай һуҡмыш!”

– Мин һиңә ярҙам итермен. Икенсе театрҙа танылыу ала торорһоң, – тип һүҙен дауам итте Нурыев.

– Икенсе театрҙа? Ни өсөн? – тип һорамайынса булдыра алманы Егор.

– Мин шулай теләйем. Бар, юлыңда бул. Һин үҙ юлыңды беләһеңме?

 “Беләм, – тине Егор теш араһынан. – Хәҙер беләм. Көслөнөкө донъя. Миндә ниндәй көс барлығы тураһында һинең башыңа ла килмәй, азиат.”

Шаҡтай ғына ҡыҙмаса булһа ла, Рудольф шул мәл көйҙөргөс ҡарашты тойҙо. Ни өсөндөр Рудикҡа Егорҙың йөҙө ала-сола булып күренде. Йөрәге өшөп китте. Егор башын ситкә борҙо. Был нимә? Ни өсөн һөнәрҙәше тура ҡарамай? Ала-сола, һы... Нишләп күҙгә юҡ-бар нәмә күренә? Әллә, ысынлап та,  үҙе дуҫтары менән күберәк һыйланып ташланымы? Шикле уй шундуҡ осоп китте.

Рудольф Нуриевты француз журналистары атаған яңы исемдәр менән ҡотлауҙар ресторанда дауам итте. Таң атыр алдынан ғына дуҫтары уны отель ишеге ҡашында ҡалдырып хушлаштылар. Бүлмәләше Егор Соловьев уның нисәлә ҡайтырын теркәр өсөн күҙен дә йомммағайны. Ирекһеҙҙән, кирелгән кеше булды.

– Егор! Шундай иҫ киткес Париж төнөндә йоҡлап ятаһыңмыһыңмы? Ебегән һин! Беләһеңме кемдәр менән таныштым мин! О Егор! – ҡосаҡтарын йәйеп уға атланы. – Һинең төшөңә лә инмәйәсәк... Кил әле!

Ҡапыл Егор өҫтөндәге япмаһын атып бәрҙе лә коридорға атылды.

– Ҡотҡарығыҙ! Аралағыҙ был кешенән!..

Шул мәлдә мөйөштән К. килеп тә сыҡты: “Мин бөтәһен дә күрҙем, мин шаһит!”

Рудольф тормошон, яҙмышын үҙгәртер өсөн барған аҫтыртын алыштың ни тиклем етди икәнен электән үк аңлай ине. Тик бала саҡтан көрәшеп, үҙенең яҡлап, хаҡлығын  даулап өйрәнгәнлектән, был юлы ла бирешмәйәсәкмен, тип, күңелгә инеп ултырған хәүефте ситкә ҡыуҙы. Һа, кем ул Егор?  Егорға бәйләнергә уй ҙа юҡ! Рудольфты бысраҡ юл менән юҡҡа сығарырға һәм үҙеңдең маҡсатыңа өлгәшергә маташаһыңмы? Үҙеңде талант эйәһе, алыштырғыһыҙ артисмын, тип иҫәпләһәң, әйҙә, ярыш сәхнәлә! Был егетлек, исмаһам! Ҡара ниәт һәм ағыулы тел һинең меҫкенлекте асты! Көтмәгәндә баш ҡалҡытҡан (хәйер, көтмәгәндәме икән..) һинең кеүек йыландан Рудольф сағылмаясаҡ. Һәм Нурыев артабан килеп тыуған ығы-зығыға ла, имеш-мимештәргә лә иғтибар бирмәҫкә тырышты. Ләкин Системаның уны ауыҙлыҡлау эшенә тотонғанын, был аҙым Системаның теләге менән башланғанын башына ла килтермәй ине. Ул Соловьевтың ҡылығында бары актер, партнер көнсөллөгөн генә күрҙе.

Ә бына К.-ға нимә булды? Декорация-биҙәү эштәре менән шөғөлләнгән, театрҙағы ығы-зығыларға ҡыҫылмаған был әҙәм ҡапыл ғына ҡайҙан пәйҙә булды? Быныһы инде бөтөнләй аңлашылмай...

 

 

                                ***

Тағы ла ике көндән Рудольф Нурыев көнсығыштан көнбайышҡа табан атлаясаҡ. Ҡайтыу юлы бикләнәсәк. Сәйәсәт, идеология, синыфтар тураһында гәп һатыуҙан ҡасҡан кеше тап шул синфи идеологияның бер ҡорбанына әйләнәсәк. Хәйер, ниндәй ҡорбан ти? Уның балет сәнғәтендәге бөйөк юлы башланды.

Совет артистары араһынан “иң тәүге ҡасҡынсы” исемен алған сәнғәт маһирының уңышлы сығыштары Парижда, артабан Данияла дауам итте. Ярты йылдан Нурыев Лондондағы Король балеты йондоҙо булып танылды.  Нурыевҡа үҙенең ижад ғүмерендә классик балеттағы барлыҡ тиерлек төп ир-ат партияларын башҡарыу насип булды.

Хистәр ҡайнарлығын бирә алған тасуири бейеүе, кеше тәненең хәрәкәттәге матурлығын, камиллығын үҙ ролдәре аша күрһәтеп, Рудольф балет сәнғәтендә  партнер роленең баһаһын күтәрҙе һәм ир артисты балеринаны ғына йөрөтөүсе булыуҙан “азат итте”.

Ул йылына 300 спектаклдә уйнаны, был рекордты балетта берәү ҙә ҡуйғаны юҡ ине.

Венала “Аҡҡош күлен” бейегәндән һуң, Фонтейн менән Нуриевты  бис аҫтында 89 тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығарҙылар. Был ваҡиға Гиннестың Рекордтар китабына индерелде.  Британия балеты менән  Рудольф Европаны ғына түгел, Американы ла яуланы. Ә бит арҙаҡлы дуэттың спектаклдәренә эләгеү анһат булмаған. Ул килгән саҡта халыҡ билет алыр өсөн 'Метрополитен-Опера' бинаһы эргәһендә палаткаларҙа йәшәп, өсәр көн сиратта торған. Балет сәнғәтен яңы бейеклеккә мендереште Рудольф.

 

Кеше булараҡ, Нурыевты яратмаусылар күптер, ләкин, бейеүсе булараҡ, уны барыһы ла таный. Беҙ ҙә уның ошо яғына,  даһи артист булыуына, матур хеҙмәтенә иғтибар итәбеҙ. Сөнки күпме дәүер үтһә лә ул бүтәндәрҙе уҙҙырмай торған сәнғәт генийы булып ҡаласаҡ.

Президент Кеннедиҙың ҡатыны уны ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итте.

Бер бейеүсегә лә Лондонда король ғаиләһе алдында яланаяҡ бейеү рөхсәт ителмәй, ләкин Англия королеваһы ҡаршыһында сығыш яһағанда Нурыев туфлийын сисеп ырғыта. Артистың был ҡылығын күрмәмешкә һалышалар.

 

Иордания королеваһы Фәриҙә әсәһе һәм ҡыҙы менән Өфөгә визит яһай, Рудольф Нурыевтың  әсәһе менән күрешә, талантлы улының сәләмен еткерә.

“Әсәй, һин ҡасандыр дүрт балаңды етәкләп, бер билетҡа “Сыңрау торна” балетына алып барҙың. Театрға билетһыҙ инеп, балет сәнғәтенә яҙмыш билеты тотоп сыҡтым. Тәүге ҡанатты Өфөлә елпенем. Барыбер, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ҡоштар осор бейеклеккә  мендем! Тик һиңә уңыштарым ишетелмәй. Минең хаҡта бер нәмә лә тиерлек белмәйһең...”

 

1976 йылда уҡ танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәренән торған комитет төҙөй, улар СССР-ҙан Фәриҙә Нурыеваны сит илгә сығарыуҙарын һорап, меңәрләгән ҡултамға йыя. АҠШ-тың ҡырҡ ике сенаторы ил етәкселегенә мөрәжәғәт итә, БМО  рөхсәт юллап ҡарай, ләкин СССР етәкселеге бар үтенестәргә битараф ҡалды, әсәне сит илгә сығарманылар. Был кем өсөн нығыраҡ ғазап булғандыр, уныһын инде уҡыусы үҙе әйтер. Ә беҙ тасуирлағаны икенсе нәмә тураһында.

 

Аҙағы бар.

Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: