-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ноябрь 2021, 18:00

МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Беренсе өлөш

Хəмəтнур ҡарт танауын ҡытыҡлаған тəмле табикмəк еҫенə уянып китте. Тышта-шыбыр-шыбыр кɵҙгɵ ямғыр яуа. Ə ɵйҙə йылы. Бабай йомшаҡ түшəгендə рəхəт итеп кирелде лə дɵйə йɵнɵнəн һырылған ебəк юрғанына тағы ла урыныбыраҡ ятты. Ап-аҡ ерлеккə ваҡ ҡына зəңгəр сəскəлəр тɵшкəн матур тышлы мендəргə бала кеүек танауын йəшерҙе: унан əбейенең яратып һɵрткəн хушбуй еҫе килə. Ҡарсығы иртүк тороп сəхəр эскəн дə, ана, əле аш бүлмəһендə ҡыштыр-ҡыштыр йɵрɵп Хəмəтнурға тамаҡ яраштыра. Күпме генə тырышып ҡараһа ла, ул бабайын ураҙаға ылыҡтыра алманы инде. Динһеҙлектəн түгел ығышланыуы, тормошо менəн ҡəнəғəтлектəн, бəхеттəн. "Мин əле үк ожмахта йəшəйем. Əбейем барында, хур ҡыҙҙары йыраҡ йɵрɵһɵн, — тип кенə ебəрə ул. — Ошонан да артығына ɵмɵтлəнеү — гонаһ". Шулай кинəнеп ята ине, ҡапыл башҡа һыймаҫлыҡ ҡурҡыныс хəл булды: əбейенең исемен иҫенə тɵшɵрə алманы ла ҡуйҙы. "Нисек һуң əле ул?” — тип баш вата башланы ҡарт. Тегелəй ҙə уйлап ҡараны, былай ҙа, һис иҫенə тɵшɵрə алманы.  Гɵлниса, тиер инең, апаһы Гɵлниса. Гɵлсара ла түгел, əхирəтенең исеме шулай. Əйлəндерҙе, тулғандырҙы. “Гɵлйəүһəр” тип үҙенең бер яҙа-йоҙа һɵйəркəһенең дə исеме əллə ҡайҙан, йылдар араһынан йɵҙɵп сыҡты. Ниндəйҙер гɵл икəне раҫ. ***

МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Беренсе өлөш
МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Беренсе өлөш

Тормошта шулай: һəр саҡ ниҙер башланырҙан алда, нимəлер теүəллəнə. Бер кɵн килеп, Хəмəтнурҙың да элекке тормошо тамамланды. Үҙе ҡалды, ə бына етмеш туғыҙ йылға һуҙылған ғүмер юлы ɵҙɵлдɵ. Сɵнки йəшлəй һɵйɵп кенə ɵйлəнгəн ҡатыны унан алда мəңгелек йортона юлланды. Вафатынан элек шул тиклем оҙаҡ ыҙаланды, бахырҡай. Ғазаптары уны бисара тəненəн йəне сығып ҡасҡас ҡына ташлап китте. Быны Хəмəтнур үҙе күрҙе. Тəрəн бураҙналар менəн аяуһыҙ телгелəнгəн йонсоу йɵҙɵ, йəн биреү менəн ҡапыл яҙылып, күҙ алдына бер ун-ун биш йылға йəшəрҙе.

Был үҙгəреш Хəмəтнур ҡарттың Əжəлгə үпкəһен бер аҙ имшетте. Сɵнки ул əбейенə саҡ ҡына булһа ла ярҙам итə алмағанына үрһəлəнеүҙəн сараһыҙлыҡтың сигенə еткəйне. Əбейе һыҙланғанда үҙе лə тештəрен ҡыҫып кɵсɵргəнə, был халəте ҡурҡыу, йəллəү, йəнə əллə ниндəй əсенешле кисерештəргə үрелеп уҡмаша ла кɵнɵ-тɵнɵ ɵтɵп торған утлы йомғаҡҡа əйлəнə. Зɵлхизəһе ғазаптарҙан ҡотолғас, ҡарттың ана шул ҡурҡыуы ла юҡҡа сыҡты. Əҙəм балаһының был фани донъяла иң дəһшəтлəнгəне — Əжəл — килһə, ҡурҡыу ҙа үлə икəн.

Хəлəлен ерлəгəнсе, бала-саға, туған-тыумаса мыжғыған ваҡытта, ҡарт үҙен нисек тə ҡулда тотоп йɵрɵнɵ əле. Ə яңғыҙы ҡалғас, шауҙырлап тарала башланы. Кеше менəн оҙаҡ йылдар йəшəһəң, уға һулаған һауаға, алмашынып торған миҙгелдəргə, таң атып, ҡояш байыуға күнеккəндəй, нығытып ɵйрəнеп китəһең. Ул үҙенең ҡылыҡ-фиғеле, еҫе, һулышыы менəн һинең күҙəнəктəреңə үк үтеп инə, айырылғыһыҙ ɵлɵшɵңə əйлəнə икəн.  Шуны тойҙо ул.

Ə бит Хəмəтнур ғүмере буйы текə булды. Күренекле генə кешелəрҙең балаһы, үҙе лə тɵшɵп ҡалғандарҙан түгел. Мал да таба белде. Шуға күрə үҙен донъяның кендегелəй күреп, тормоштоң дилбегəһен шаҡарып тотҡанмын, тип уйлай торғайны эре генə. Ə əбейе бары хужабикə, балаларға əсəй, артыҡ ɵнɵ-тыны юҡ, иренең аҡыллы етəкселеге аҫтында ҡыштыр-ҡыштыр донъя кɵткəн була шунда.

Ғүмер буйы шулай уйлаған, хатта уйлап та тормаған, үҙен шулай тотҡан. Һəм ҡапыл, һис кɵтмəгəн, башына ғына ла инеп сыҡмаған һəлəкəткə дусар булды. Əйтерһең дə, Хəмəтнурҙың күҙəнəктəренə һыу менəн һауа түгел, əбейе тулған булған да, мəрхүмə ер ҡуйынына инеү менəн, улар яйлап ҡына ҡартты ташлап китə. Урынына иһə бушлыҡ ҡала, бер нəмə менəн дə бɵтəйтеп булмай торған бушлыҡ.

Шул арҡала Хəмəтнур емерелə, ыуала, ҡорғаҡһыуҙан тимер ҡоршау ҙа тота алмаған буш мискə, ҡомға əйлəнеүҙəн шыптырҙап ҡойолған ҡая таш кеүек. Ҡарт ана шул эске онталыуын ишетə, тик ҡайһылай итеп туҡтатырға белмəй. Хəмəтнурҙы тағы ҡурҡыу, был юлы бɵтɵнлəй икенсе, аңлайышһыҙ ҡурҡыу билəп алды. Ул был хəлен хəмер менəн үҙгəрткеһе, ҡурҡыуын араҡыға тонсоҡтороп юҡ иткеһе килде. Əммə был тормошта шулай бит ул: саҡ ҡына йомшарҙыңмы, һинең билəмəңə баҫып инергə, ботоңдан тартып үҙҙəренең кимəленə, аунаған бысраҡтарына ɵҫтɵрəп тɵшɵрɵргə генə торалар. Хəмəтнурҙың да ɵйɵнə əллə ниндəй əҙəм ҡиəфəте лə ҡалмаған бəндəлəр тулды. Донъяһының ҡото китте, иҙəн-түшəк ҡаҡашып ҡатты. Бабай үҙе лə кɵндəн-кɵн аҫҡараҡ ҡоланы. Шуныһы сəйер: ни тиклем түбəн тəгəрлəне, күңеленə шул хəтлем битараф еңеллек килде. Ул хатта был меҫкен халəтенəн ниндəйҙер ҡəнəғəтлек таба башланы.

Былай барһа, тағы ниндəй хəлгə тɵшɵр ине, билдəһеҙ. Күршелəре икенсе ҡалала йəшəгəн ҡыҙын саҡыртып ҡайтарҙы. Əсəһенең ауырыу килеш тə гɵл итеп тоторға тырышҡан ҡотло донъяһының бер-ике ай эсендə ошо рəүешкə килеүенə сəстəре үрə торған ҡыҙы илай-əрлəй аҙна буйы ҡырҙы, ышҡыны, таҙаланы. Күҙҙəре ташбайып, аяҡ-ҡулы ептəй булып ҡалған атаһының ɵҫ-башын алмаштырып, тамағын һыйлап, əҙəм рəтенə индерергə тырышты. Шунан телеграмма һуғып, ағаларын кəңəшкə йыйҙы. Ныҡ ҡына уйлашҡас, улар ҡартты кɵслɵк менəн тиерлек үҙҙəренə алып ҡайтып китте. Тик, ғəжəпкə ҡаршы, башы айнығып, сирҙəрен аҙыраҡ дауалап алыу менəн, ҡарт үҙенең онталып-ҡыйралып барғанын тағы ла нығыраҡ тоя башланы.

Ɵс ай: береһен больницала, икенсеһен ҡыҙында, ɵсɵнсɵһɵн улында ғазапланғас, Хəмəтнур үҙенең ҡабат əҙəм була алырына бɵтɵнлəй ɵмɵтɵн юғалта башланы. Тырышманы түгел, ихлас тырышып ҡараны ул яңы хəленə күнергə, балаларҙың ығы-зығылы, етеҙ елеп барған тынғыһыҙ тормошона күнегергə. Үҙе лə ғүмере буйы йүгерə-атлай йəшəгəн кеше булараҡ уларҙы аңлай ҙа ине. Шуға күрə хəл ҡəҙəренсə ярҙамлашырға маташты. Əммə тырышҡан һайын үҙенең оронсаҡ ҡына булыуын тɵшɵндɵ. Замана ағымы шул тиклем ҡеүəтле — суҡайып торған ҡаршылыҡтарға бəрелеп селпəрəмə килмəҫ, батмаҫ, артта ҡалмаҫ ɵсɵн йəштəргə шул итклем бɵтɵрɵлɵргə кəрəк. Шуға балалары бик телəһəлəр ҙə ҡартҡа тейешле иғтибар бүлə алманы шул.

Сəлəмəтлəнеүен сəбəп итеп, уғата  инəлгəс, ялҡытып бɵткəс, уны, исмаһам, һынамаҡ ɵсɵн ҡайтарып ҡарамаҡсы булдылар. Йыбанмай артынан эйəргəн ҡыҙы, ɵйҙɵ тағы йыйыштырып, түшəк-маҙарҙы ҡаҡҡылап, таҙанан йəйеп, һыуытҡысҡа ризыҡты шыплап тултырып, бер аҙналығын бешереп, атаһынан эскеселəрҙе индермəҫкə, хəмерҙе ауыҙына ла алмаҫҡа ныҡытып, күршелəренə ошо ҡағиҙəлəрҙəн саҡ ҡына ситкə тайпылыш булыу менəн хəбəр итергə үтенеп, күҙенə йəш алып кире китеп барҙы.

Ɵйɵндə яңғыҙ ҡалғас, Хəмəтнур ҡарт булмышына йəнə ҡолаҡ һалды: тɵшɵнкɵлɵк упҡынының ситендə генə кəңгерлəп торғанын самалап ҡото осто. Кɵткəн еңеллек килмəне, һағыныу əсеһе, ғүмерҙең ахыры еткəнен аңлау — барыһы бер юлы алҡымынан алды. Əбейенə ҡарата ҡылған гонаһтары һəм ҡылмаған яҡшылыҡтары, рəнйетеүҙəре, үҙендə йəшереп алып ҡалған йылы һүҙҙəре, əсендереп, күңелен ɵйкəне. "Уларҙы ҡасан əйтермен тип һаҡланым икəн", — тип үҙ-үҙен һүкте. Бер кис хəле əптəн хɵртəйгəйне. Йɵрəк ɵйəнəгенəн, бəлки, аяҡ һуҙып та ятыр ине иртəнгə саҡлы, Солтан килеп инде.

Ɵлкəн малайының дуҫы ул. Кɵлɵкəс, һəйбəт күңелле, ихлас кеше. Килеп инеүе була, донъя яҡтыра ла китə: аҙналап яуып үҙəккə үткəн ямғырҙан һуң ялтлап сыҡҡан ҡояш һымаҡ ҡəҙерле килə ул һəр саҡ.

— Нишлəп былай йəшəйһең? — тип гɵрһɵлдəне ул. — Бɵлɵп, ҡартайып киткəнһең. Үəт əй.

Ҡайғы ла уртаҡлашманы, ҡушылып илап та ултырманы.

— Зɵлхизə инəмə ожмахта ла лəззəт ҡосағында кинəнергə ирек бирмəйһең икəн, — тине. — Һинең ошолайтып əҙəмлектəн сығып ултырыуың уның ɵсɵн анһат тип уйлайһыңмы?

Мəсьəлəнең был яғын башына ла индермəгəн аллаһыҙ Хəмəтнур ҡартҡа тағы ла ҡыйыныраҡ булып китте:

— Нишлəйем һуң? — тип кенə əйтə алды.

— Һин түгел, мин эшлəйем, — тине Солтан. — Мин һине бер əбей менəн таныштырам. Əбей түгел, хазина. Ысын. Кɵмɵш ҡалаҡҡа һал да йот та ебəр.

Быны башҡа кеше əйтһə, ҡолағына ла элмəҫ ине Хəмəтнур. Əммə ҡояш кеүек балҡып торған Солтан ауыҙынан сыҡҡас, был һүҙҙəр уның үртəлгəн ҡамыл кеүек кɵйрəгəн күңеленə яңынан сəскə атыу ихтималын вəғəҙə иткəн кеүек ишетелде. Ə булмышы, ɵмɵт тигəн нəҙек кенə ептəр менəн сорнап ҡуйғандай, онталыуҙан туҡтаны кинəт.

***

— Инəм ɵйҙə юҡ, — тине сымдың теге яғынан ипле генə бер ҡыҙ бала тауышы. — Ҡалаға балаларына ҡыш сығырға китте.

Тулҡынланыуҙан башына ҡан һикергəнгə ҡолағы шаулай башлаған Хəмəтнур ҡарт иһə: "Ҡалаға бабайға сығырға китте", — тип ишетте. "Ɵлгɵрмəнем, һуңланым", — тигəн үкенес мейеһен яра телеп үтте. Шулай ҙа үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанырға телəмəй, тамағы ҡарлығып:

— Нимə тиһең, кемгə сыҡты? — тип ҡысҡырҙы.

— Миңə һəйбəт ишетелə, ағай, — тине ҡыҙ. — Ҡалала йəшəгəн балаларына ҡышҡыһын йəшəргə китте. Яҙға ҡайта.

"Яҙға ҡайта", — тигəн һүҙҙəр Хəмəтнур ҡартҡа иҫ киткес ҡыуаныслы хəбəр булып яңғыраны. Ул башҡаса бер нәмə лə һорашып торманы, хушлашып, трубканы һалырға ашыҡты. Артабан һɵйлəшһə, бары тик яҙға, бына ғына торған яҙға тиклем кисектерелгəн ɵмɵтɵн һɵрɵмлəрлек һүҙ ишетеп ҡуйыуҙан шиклəнде.

Һəр бер айҙың башында һəм уртаһында, шунан үҙен айырыуса етем тойған мəлдəр — байрамдарҙа — шылтыратып əбейҙең ҡайтыу-ҡайтмауын белешергə ғəҙəтлəнде. Октябрь байрамында, унан элекке, СССР ваҡытында — конституция кɵнɵ итеп билдəлəнə торған байрамда, үҙенə 79 йəш тулған кɵндə, Яңы йыл байрамында... Иҫкесə Яңы йылда ла шылтыратырға ынтылғайны, тик теге юлы, Яңы йыл табынын ҡорған йəштəрҙең тауышында кɵлɵмһɵрəү шəйлəп күңеле ҡырылғас, 23 февралгəсə сабыр итергə булды.

Ə Совет Армияһы кɵнɵндə шылтыратһа ла ярай. Зɵлхизəһе уға йыл һайын был байрамға бүлəк əҙерлəй торғайны. "Шунан Һигеҙенсе март та етə, ə март — ул инде ысын яҙ", — тип йыуатты үҙен Хəмəтнур.

Егерме ɵсɵнсɵ февралгə тиклем артыҡ оҙаҡҡа һуҙылып киткəн ваҡытты ни рəүешле йəһəтерəк ҡыуаларға белмəй аптыранды тəүҙə. Ярай əле байрам яҡынайғас əүрəр шɵғɵлɵ табылды. Һуғыш ветеранын əле бер, əле икенсе мəктəпкə саҡырҙылар. Элек бындай осрашыуҙарҙан: "Күрмəгəндең күргеһе килə, күргəндең ҡоҫҡоһо килə", — тип баш тартыңҡырай торғайны. Быйыл ихлас йɵрɵнɵ. Ысынлап та, ҡарт яугирҙəр һаман аҙая бара. Ə ошо балаларҙың бəхете ɵсɵн йəн аямай һəлəк булғандар тураһында улар һɵйлəмəһə, кем һɵйлəргə тейеш.

Байрам кɵнɵ "ветерандар советы"нан кисəгə алырға килделəр. Унан табын булды, мəжлестə иһə "наркомовский сто грамм" инде — хəлəл.

Ҡыҙмасараҡ ҡайтҡас, телефонға үрелеп-үрелеп алды Хəмəтнур, нишлəптер тыйылды. Түҙмəй номерын йыйған ерҙəн, ниндəйҙер эске һиҙемлəү ярамағанын иҫкəртте. Фронтта саҡта ошо уҡ тауыш разведканың ниндəй буласағын алдан һиҙҙертə торғайны. Бер тапҡыр ҙа алдамағайны. Шуға буйһондо. “Түҙ, йɵрəгем, иртəгə”, — тине. Нишлəптер, тап иртəгə ниндəйҙер мɵһим бер ваҡиға булыр кеүек тойолдо.

***

Тап ошо мəлдə Алмагɵл ҡарсыҡ, үҙенең ҡапҡа тɵбɵнə килеп, ɵлкəн улы ултыртып ебəргəн "Джип" машинаһынан тɵшɵп тора ине. Кɵрт баҫҡан, ташлап киткəнгə үпкəлəгəндəй сүгеп киткəн ɵйɵнə ҡарап, күҙенə йəш тулды. Оҙон ҡышты əле бер, əле икенсе улында ҡунаҡ булып, шаулы ҡаланы мɵрхəтһенмəй зарығып саҡ үткəргəн Алмагɵл, яҙ ҡояшы саҡ ҡына ялтырай башлау менəн, һис тə ҡайтарып ебəргелəре килмəгəн балаларын мең хəйлəлəр менəн албырғатып, һағынып килеп тɵшкəйне. Шул тикле ашҡынғайны. Əйтерһең, унда ɵйɵ генə түгел, һелкетə баҫып, тормоштоң уртаһында ҡайнап, бына тигəн итеп йəшəгəн шəп саҡтары кɵтɵп торорға тейеш. Əле иһə ɵйɵн таный алмай. Шул тиклем кɵрт аҫтында ҡалғанғамы, бɵтɵнлəй бəлəкəсəйеп, иҫкереп киткән кеүек. Ə бит заманында Йылайыр сығып, һайланма ҡарағайҙарҙы йыҡтырып, мин-мин, мин кем тип йɵрɵгəн ир-аттың эсен кɵтɵрлəтеп, дан итеп һалдырған йорт. Уттары янмай. Ə элек алты тəҙрəнең һəр береһенəн ут кɵлтəһе сəселеп, бɵтɵн урамда бер булып балҡып ултыра торғайны. Кɵҙҙəн кɵрəлмəгəн бейек ҡар ɵйɵмɵ ɵҫтɵнəн һуҙылған берлəм һуҡмаҡтан бата-бата ихатаға инде. Үҙе эстəн генə фатирға индереп ҡалдырған ҡыҙҙарҙы əрлəне.

Шулай ҙа ɵйҙəлəр икəн. Ҡурҡып ҡына ишекте астылар. Килеп инде. Ҡотһоҙайып киткəн алғы бүлмəлə май шəм генə яна.

— Нишлəп былай утһыҙ ултыраһығыҙ? — тине ул тупһаны аша атлап инеү менəн.

— Ҡырҡып киттелəр.

—Нишлəп? Түлəмəгəйнегеҙме əллə?

Тегелəр шымтайып ҡына баш ҡаҡты. Хужабикə шунда уҡ тəҙрə тɵбɵндə бойоғошоп ултырған гɵлдəренең тɵбɵн ҡапшаны. “Кем донъяһы кемгə кəрəк”, — тип кəйефе тағы ла нығыраҡ ҡырылды.

Ялҡылдатып тотҡан монаятының ҡəҙерһеҙлəнеп, етемһерəп ҡаршы алыуына эсе янып, бер сынаяҡ ярым һыуыҡ сəйҙе шɵптɵрлəтеп эсте лə ятырға булып китте. Утын аҙлыҡҡа һылтанып түрьяҡҡа яҡмағандар икəн. Һалҡындан стеналары бəҫлəнеп ултырған бүлмəнəн дым тартҡан түшəген был яҡҡа алып сығып мейес буйындағы урындыҡҡа йомарланып ятты. Бик оҙаҡ йылына алмай, эстəн генə күҙ йəшен йотто.

Башҡортостандың халыҡ рәссамы Федор Кащеевтың "Хат" тигән картинаһынан фоторепродукция.

Дауамы бар.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: