+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ноябрь 2021, 20:00

МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Икенсе өлөш

Ни тиклем генə һəйбəт булһалар ҙа, балалары янында үҙен артыҡ йəн, оронсаҡмын итеп тойоуына сыҙамай бында атлыҡҡайны. Тормоштоң элекке ҡыҙығын табырмын, тигəн ɵмɵтɵ аҡланмағанға һыҙылып ҡына һыңҡылданы. Ҡыҙҙар ишетеп ҡуймаһын тип, юрғаны менəн баштан алып бɵркəнде лə. Үҙен был икһеҙ-сикһеҙ ғалəмдə япа-яңғыҙ, бер кемгə лə кəрəкһеҙ кеүек хис итте. Егерме дүрт йəшендə дүрт бала менəн тороп ҡалып, иң ауыр мəлдəрендə лə үҙен яңғыҙ итеп тоймаған, усында ҡош һайратып, баҫҡан урынында гɵлдəр үҫтереп йəшəгəн ҡатын ҡартайғанын аңланы, таныны, ниһайəт. Тɵндə илап күңелен бүҫкəрткəнгəме, ҡыҙҙарҙың ихлас итеп уңайһыҙланғанынамы, əллə яҙмышына күнепме, иртəнсəк моңһоу, тик асыуһыҙ торҙо. Яратҡан электр самауырын яндырғандарын белгəс тə, кɵймəне. Элек бер бɵртɵк саң тɵшɵрмəй тотҡан иҙəненə кəмендə аҙна тирəһе еүеш сепрəк теймəгəненə лə иҫе китмəне. Тынғыһыҙ холҡона сəйерерəк тойолған битарафлыҡҡа ҡолаҡ һалып, уйсан ғына сəй əҙерлəште. "Эй, — тине, — исрафланһын да. Минəн ҡалһа был хəтлек ҡаралды кемгə тейə? Балалар үҙҙəренə кəрəген үҙҙəре етештереп бɵткəн инде. Ата малы менəн ул тормай, əсə малы менəн ҡыҙ тормай, тигəндəй, һаулыҡтары булһын".

МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Икенсе өлөш
МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Икенсе өлөш

Ҡыҙҙар хужабикəнең күңелен күрергə тырышып ɵлтɵрəп йɵрɵнɵ, ни алып ни ҡуйырға, нимə һɵйлəп кɵлдɵрɵргə белмəй аптыранды.

— Кɵҙҙəн алып бер бабай һораша, — тип ҡапыл иҫенə тɵшɵрҙɵ береһе.

Икенсеһе лə, был мəҙəкте хəтергə тɵшɵргəндəренə ҡыуанып, һүҙгə ҡыҫылды.

— Байрам һайын шылтырата. Ҡайтҡаныңды кɵтə, инəй.

— Нимə кəрəк һуң? Нимə ти? — тип аптырап китте Алмагɵл. — Исеме кем?

— Хəмəтнур, — тине.

— Аста, ундай танышым юҡсы, — тип аптыраны əбей.

Ул арала телефон шылтыраны.

***

"Бер уҫыраҡ ҡарттың бысраҡ ыштанын йыумаға ни. Ни бысағыма кəрəк ул миңə? — тип үҙен-үҙе əрлəне Алмагɵл. — Йəшерəк саҡта ниндəй кешелəр һоратҡанда бармағанды".

Тик теге яҡта, бынан йɵҙҙəрсə саҡырым аранан ɵмɵт тə, тɵшɵнкɵлɵк тə шəйлəнгəн зарығыу менəн, йəнен усына тотоп, яуабын кɵткəн кешенең күңелен ҡыра алманы, ахыры. Сая ҡушаматын алған, əллə кемдəрҙең күҙенə туп-тура ҡарап һеңгəҙəткəнсе əйтеүҙəн, хатта йɵҙ йыртыуҙан тартынмаған кешегə əллə ни булды:

— Кил һуң, əтеүһə, — тине. Шунан "артыҡ ɵмɵтлəнеп-фəлəн китмəһен" тигəндəй, ашығып ɵҫтəне. — Кил əле, күрəйек, һɵйлəшəйек. — Бабайҙың ɵндəшə лə алмай, тəүҙə "эһ" тип ауыр кɵрһɵнɵүенəн, яуапты тын да алмай кɵткəнен аңланы. Уның шул тиклем ярһыулығына ғəжəплəнде. Ҡалай ҡыҙыҡ əле ул. Ошо йəштə лə шул тиклем тойғолар буламы икəн ни һуң? Трубка тотоп əллə ҡайҙа торған ҡарттың тулҡынланыуы тимер сымдар буйлап килеп уға ла күсте, буғай. — Кил һуң, — тип ҡабатланы. — Ҡасан килəң?

Əҫəрлəнеүҙəн аңҡы-тиңкерəк булып киткəн ҡарт, фекер ебен туплап, йəһəт кенə яуап бирə алмай ыҙаланы, үҙе тағы "алйығандыр был" тип уйларға сəбəп биреүҙəн шыртланы. Шуға:

— Хəҙер, —тип əйтə һалды. — Хəҙер, — "Иртəгə мунса инһəм, билет алһам, иртəгəнəн һуңға... Ə билет булмай ҡуйһа? Иртəгə — йома. Ялға ҡаршы". — Йəкшəмбе, — тине. — Йəкшəмбе барам. Ҡайһы автобусҡа билет була, шуның менəн. Билет алғас та хəбəр итермен.

Шулай тине лə, йɵрəкһенеүҙəн башы əйлəнеңкерəүен тойоп, хушлаша һалды. Бер сирлəшкə, тиер йə.

Кɵҙгɵгə барып, үҙенə оҙаҡ ҡына, ныҡ тикшереп ҡарап торҙо Хəмəтнур. Ҡараған һайын кəйефе тɵштɵ. Солтан һɵйлəгəн хазина ҡарсыҡты үҙенə тормошҡа сығырға риза булдырырлыҡ бер генə нəмə лə тапманы. Əптəн тɵшɵнкɵлɵккə бирелеп, түшəгенə барып ауҙы. Беренсе тапҡыр Аллаға ышанмағанына үкенде. Ышанһа, исмаһам, Хоҙайға тапшырыр ҙа ҡотолор ине яҙмышын. Ə былай, ят инде баш ҡатырып.

 

Бабайға сығыу тураһында уйғынаның башына инеп кенə сыҡҡаны ла юҡ ине бығаса. Ҡапылда күрмəгəн-нитмəгəн кешегə йомшаҡлыҡ күрһəтеп: “Кил һуң атыу”, — тип əйтеп ташлауына инде аптыраны. Əллə күпме үҙен-үҙе орошоп йɵрɵнɵ. Эсенəн ҡап уртаға ярылып, һүҙ кɵрəштерə башланы:

— Килһен дə, ти, — тип тиҫкəрелəнде береһе. — Килһə ни булған.

— Ɵмɵтлəнеп килер. Күҙе бəзерəйеп ҡарап ултырыр. Нимə тип кенə ɵгɵтлəгəн булыр, ни вəғəҙə итер, байғош.

Эйе, шулай итер. Ə Алмагɵл күрмəгəн нимə ҡалды был тормошта?

Йəшлəй генə кейəүгə сығып балаға батҡан, һɵйɵшɵү тигəнде аңлап та етмəгəн. Ишле ғаилə, бер бəлəкəй генə ɵйҙə ҡайны менəн ҡəйнə — ул саҡта ҡарт күренһəлəр ҙə, бɵтɵнлəй йəш булғандар — ҡырҡ йəш нимə генə инде ул.

Ҡайны менəн ҡəйнə. Ҡəйнештəр, бикəстəр. Оҙон урындыҡҡа теҙелешеп ятып йоҡлайҙар. Кɵнɵ буйы эшлəп арығас, мендəргə баш тейер-теймəҫтəн əүен баҙарына олағыла.

Йəш кенə кɵйɵ дүрт малай əсəһе булып торҙо ла ҡалды ул һуғыштың тəүге кɵндəрендə үк фронтҡа алынған иренəн.

Балалар саҡ ҡына ҙурайып, үҙенə аҙ-маҙ ит ҡуна башлағас, кɵтмəгəндə ҡапыл матурланды ла китте Алмагɵл. Ир-аттың ашарҙай итеп ҡарай башлауынан аңланы ул үҙендəге үҙгəреште. Саяланырға, уҫалланырға тура килде. Һатыусылыҡҡа уҡып сыҡты. Дан итеп эшлəп китте. Ул ваҡытта əйбер юҡ. Хəҙерге кеүек "мə, ал" тип торған кеше ҡайҙа. Бешмəгəнерəк булһаң, сəй-шəкəрһеҙ ҙə, шырпыһыҙ ҙа ултыртаһың ауылдаштарыңды. Ə уның магазинында кəштəлəр һығылып торор булды. Сɵнки йыбанманы. Ырымбурына ла сығып китə, Стəрлеһенə лə ɵлгɵрə, Ɵфɵһɵн дə ҡалдырмай. Үҙе килеп тороп иҫəпкə теүəл, ғəҙел, халыҡҡа ипле, хужаларға хɵрмəтле булды. Ғəҙəттə бит уның береһе етмəй: түрəгə ярағаны кешегə тупаҫ, ғəҙеле түрəлəргə ҡарата тупһыҙ. Урлашманы ла, үҙен эшкə ɵйрəткəн ҡарт йəһүд əйтмешлəй, ҡулына йоҡҡанын ғына алды. Хəрəм ашаманы. Сумарт та булды, етеш тə йəшəне. Күңеле лə китек түгел ине. Һуғыштан һуң ни, яңғыҙҙар күп, етемдəр менəн донъя тулған. Шуға балалар ҙа етемлек тоймай үҫте.

Тик утыҙ ɵсɵн тултырған йылды ғəжəп хəлгə тарыны. Быға тиклем китап менəн кинола ғына булалыр тип уйлаған һɵйɵү тигəн нəмə ɵтɵп алды уны. Быуындарға тɵштɵ.

Алмагɵл быға əҙер түгел ине. Үҙен тотош ялмап алған ялҡынды бер ҡыҫымға индереп, шаҡарып тоторға ихтыяры етте былай. Юғиһə башына гонаһ ала ине. Уның йɵрəген арбаған ир-азамат биш балаһын, бисəһен зар илатып, уға килеп ауырға əҙер ине.

— Балаларыма сытрайған үгəй йɵҙɵн күрһəтмəм, тигəн əйтеүем бар, — тип уландарын үҙенə ҡалҡан итеп ҡуйҙы.

Əммə йəшерен һɵйɵүҙəн баш тарта алманы. Ун биш йыл дауамында донъяларын яҡтыртты, йылытты был ялҡын. Уны бɵтɵн ғалəмдəн сер итеп тоторға ла аҡылдары етте. Теге ғаилəгə бер тинлек зыян, бер бɵртɵк күҙ йəше килтермəгəненə иманы камил Алмагɵлдɵң. Хатта йəшереп кенə үҙе ярҙам итеп тора торғайны. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды һɵйгəненең. Бəлки, сəғəттəре һанаулы булып, ваҡыт ҡыҫтағанға шулай янып йəшəгəндер ғəзизе.

Бына шулай ул Алмагɵл. Һɵйҙɵ лə, һɵйɵлдɵ лə. Донъяһын да кɵттɵ. Ɵмɵтɵн һəлберəтеп, кешенəн кɵтɵп ултырманы. Ə хəҙер бер ете-яттың донъяһына барып йығылырғамы? Кɵтɵп тор.

— Нейə? Пенсионер ҡарттың эше бармы? Юл хаҡы буш. Килер ҙə ҡайтыр. Бер мажара булып ҡалһын əле, — тип ҡул һелтəне.

***

Килə-килə, уйлай-уйлай ҙа, етеш донъяһында тыныс ҡына йəшəп ятҡан һау-сəлəмəт əбейҙең башына мəшəҡəт алып уға, йəғни Хəмəтнурға, тормошҡа сығырға ниңə риза булырға тейешлеген аңламай. Аңламағас, ҡайһылай йомро, йəтеш кенə итеп тəҡдим яһарға белмəй. Юл буйы баш ватты, марама булды. Бер мəл, күҙе эленеп киттеме, əллə ҡайҙан нур кисеп килгəн Зɵлхизəһен күрҙе. Уныһы йəп-йəш. Эргəһенə килеп, ҡарттың маңлайына аҡҡош мамығылай йомшаҡ ҡулы менəн ҡағылды. “Фатиха бирҙе”, — тип ҡыуанып уйланы Хəмəтнур тɵшɵндə. Шунан, тынысланып, хəтһеҙ генə серем итеп алды. Тик ауылға килеп еткəс, элекке икелəнеүҙəре йəнə билəп алды.

Əллə шуға, кɵпə-кɵндɵҙ аҙашты ла ҡуйҙы. Хəйер, ауыл тигəне ҙур ғына булып сыҡты. Тəүҙə бɵтɵнлəй яңылыш яҡҡа тартҡан икəн, һораша-һораша кəрəк урамына саҡ килеп сыҡты. Шунан ɵйҙɵ таба алмай йонсоно. Автобустан тɵшкəнендə яҡты ғына булһа, əле буйтым күҙ бəйлəнə башланы. Ҡояш йылытҡанда ҡəҙимге имшегəн кɵн, кискеһен шыҡырайтып туңдырырға самалай, етмəһə. Ə Хəмəтнур бейəлəйенең һыңарын əллə ҡайҙа тɵшɵрɵп ҡалдырғанмы, сумаҙанына яңылыш тығып ҡуйғанмылыр. Бер урында əйлəнгелəгəс, яҡындағы ɵйҙɵң ҡапҡаһы тɵбɵндəге йыуан бүрəнəгə терəлеп хəл йыйырға ла, ишек алдына инеп, һорашып сығырға ҡарар итте. Ɵшɵгəн ҡулын кеҫəһенə тығып, кɵшмɵрəп кенə ултыра бирҙе лə, ихтыярһыҙ һəленгəн башын ҡалҡытып ҡарағайны, саҡ ҡысҡырып ебəрмəне. Ана лаһа ул, Салауат урамы, 5. Тыҡырыҡ мɵйɵшɵндəрəк, саҡ ҡына эскə инə биреп ултырған сынъяһау ɵй. Нисек күрмəгəн тигəн? Күргəн инде ул, тик үҙе лə аңғармаҫтан, əбей кешенең ɵйɵн эҙлəгəс, был алты мɵйɵшлɵ, һарайҙай йортҡа иғтибар итмəгəн. Ҡандай донъя! Солтан əйтеүен-əйтеңкерəгəйне ул, тик əйтеп еткермəгəн икəн шул.

Ихатаға инеү менəн, танауҙы рəхəт ҡытыҡлап, ҡаҙ һурпаһының еҫе сыҡты. Баҙнатһыҙ ғына ишек туҡылдатыу менəн, йүгереп килеп аса һалдылар. Йəш кенə ҡыҙ бала. Квартиранттарының береһелер. Хəмəтнур ҡарт ҡарашын балҡып торған йорт эсенəн йүгертеп хужабикəне эҙлəне. Күрҙе лə ҡатты.

Ɵлкəнəйгəс, матурлыҡ тураһында һɵйлəһəң, йəштəр хихылдашҡан була башлай. Ə бит ысын матурлыҡ ул олоғайғас ҡына беленə. Йəш саҡта ни кем дə матур. Күҙең һазлап, битең алһыуланып, ирендəрең ɵрɵлɵп торғанда. Тик ул матурлыҡҡа үҙеңдең бер генə лə ҡыҫылышың юҡ. Уны һиңə тəбиғəт биргəн. Ə бына яҡты булһа ла, аҙаплы ғына ошо донъяла кəмендə илле-алтмыш йыл йəшəгəс матур булып ҡара һин. Сɵрɵшкəн битте, күпме генə кершəн һɵртһəң дə ағартып, күкшел епкə əйлəнгəн иренгə ҡыҙыл яғып ҡына күркəм күренеп булмай. Ҡартлыҡҡа яһалма матурлыҡ йоҡмай. Хəҙер булмышыңда сырайыңды йəмлəрҙəй сифатың бармы-юҡмы, шул хəл итə. Киң күңелең сағыла йɵҙɵңдə, ҡарашыңды ихласлыҡ, миһырбан балҡыта. Ауыҙың аҫҡа кəүшəйеп тɵшкəн икəн, мыжыҡһың, ҡаш араларыңды тəрəн бураҙналар уйған икəн — йəмрəйһең. Бер нәмəне лə йəшереп булмай. Ə Алмагɵлдɵң битендəге һəр йыйырсығына нур ҡунған кеүек күренде. Ə ҡарашында ниндəйҙер йəштəрсə саялыҡ уйнаҡлап тора, етмəһə.

 

Башҡортостандың халыҡ рәссамы Федор Кащеевтың "Хат" тигән картинаһынан фоторепродукция.

Аҙағы бар.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: