-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ноябрь 2021, 15:25

УҠАЛАРЫ ҠОЙОЛМАҪ ӘЛЕ.

“Һәнәк” журналының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөндә “Мөлкәт бүлешкәндә” исемле әҫәрҙе күреп ҡалғас, көн һайын уҡып барам, әлегә бүлешеүгә барып етмәнеләр әле. Алдараҡ булыр, тип көтәм һәм үҙемдең хәлдәремде уйлайым. Ҡыҫыла, тип борсолмағыҙ, һеҙҙең әҫәрегеҙ шуға тарта – саҡ ҡына идеаллаштырылған, романтикаға бирелгән Нәғим Миңниса менән өйләнешә, сереп байый һәм айырылышыу процесы башлана, тип уйлайым. Хаталанһам, ғәфү үтенәм.     

УҠАЛАРЫ ҠОЙОЛМАҪ ӘЛЕ.
УҠАЛАРЫ ҠОЙОЛМАҪ ӘЛЕ.
Әле шуға яҡын йәки шулайыраҡ осор кисерәм.
...Иртә яҙҙа урамда эттәр туйын күргәнегеҙ бармы? Мин йәшәгән йорт ҡаланан ситтәрәк. Беҙҙә иркен, шуға ваҡыт-ваҡыт төркөм-төркөм эттәр килеп сыға. Төрлө калибрҙағы арландар кәләште оҙатып йөрөй һәм уның иғтибарын яуларға тырыша. Береһенән-береһе ҡеүәтлерәк эттәр уның мөхәббәтен яулау өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәргә әҙер. Ҡарағыҙ әле, араларында бер сатаны ла бар. Уныһы кәләштең (кәнтәй, тип яҙғы килмәй) эргәһенән, терәлеп, тигәндәй, юрғалай.
Мин үҙем дә шундайыраҡ хәлдә инем. Иғтибарымды, мөхәббәтемде яуларға теләгән егеттәр байтаҡ булды. Ә мин үҙемдең йәремде шиғриәт кисәһендә таптым. Урындарыбыҙ йәнәш тура килде. Шиғриәт ярата икән был егет. Барыһынан да көслөрәк ҡул саба, мөкиббән китеп тыңлай, кәрәк урындарында: “Браво!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Ул мине шулайтып арбаны. Бикбайҙың, Үтәбайҙың, Хисмәттең шиғырҙарын яттан белгән кешене нисек яратмайһың? Аҙаҡ шуға төшөндөм: ул үҙенең шиғриәтте белеүе менән минең иғтибарымды йәлеп итергә тырышҡан икән.
Әле йәр һайлап өлгөрмәгән ҡыҙҙарға кәңәшем: алтын уҡалы кейемдәр кейһә лә, шиғриәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт менән арбаһа ла, егет-еләнгә ышана һалып бармағыҙ. Улар һеҙҙең иғтибарҙы яулар өсөн ниндәй генә хәйләкәрлеккә бармай һәм ҡулына килгәнде лә, килмәгәнде лә эшләй. Быны хәҙергесә әйтһәк, һеҙҙең иғтибарығыҙҙы яуларға теләүсе үҙенә күрә PR-акция үткәрә.
Беҙ өйләнештек. Егеттәрҙең көндәшлек бәйгеһендә мин өҫтөнлөк биргәне, Ирек, еңеп сыҡты. Уға – 30, миңә 24 йәш. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, айырма ҙур түгел. Ләкин холоҡ-фиғелдәге төрлөлөк тәүге көндәрҙән үк һиҙелә башланы. Беҙ ер менән күк, ут һәм һыу, эт һәм бесәй. Уның һәм минең тәүге көндәрҙән үк күп мәсьәләләргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙ ҡырҡа айырылды. Мин күберәк сигенергә, килешергә, компромиссҡа барырға тырыштым. Һәм, шуның иҫәбенә тәүге осор никахыбыҙҙы һаҡлауға өлгәштем. Аҙаҡ мин уның ҡайһылыр көс структураларының береһендә хеҙмәт итеүен һәм, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, яратҡан эшен ҡалдырырға мәжбүр булыуын белеп ҡалдым. Белмәҫ инем, бер әһәмиәте лә булмаған, хатта хәҙер онотҡанмын, мәсьәләгә ҡарата беҙҙең ҡараштар айырылды, мин риза булмауымды ҡәтғи рәүештә белдерҙем. Ул уң ҡулын ҡапыл күтәрҙе лә һулаҡайлап сикә менән ҡолаҡ араһына һуҡты. Мин хатта йығылыуымды һәм һушымды юғалтыуымды һиҙмәй ҡалдым. Был һуғыуҙа юғары һөнәри оҫталыҡ ярылып ята ине. Шаңғыта, һуҙып һала, шунда уҡ ысынбарлыҡтан айыра. Иң хәүефлеһе шул: эҙе ҡалмай. Һушыма килгәс, күпме ятҡанымды хәтерләмәйем, ул минән иң тәүҙә:
– Һиңә нимә булды ул? – тип һораны.
Миңә нимә булды ул?.. Әсәйем менән апайымдың, ағайҙарымдың, апайҙарымдың яратҡан ҡыҙы, һылыуы, үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр йоҙроҡ көсөн шулай татып белдем. Мин шуға төшөндөм: хәҙер бөтә минең һүҙемде, аҙымдарымды, мөмкинлектәремде иремдең йоҙроғо сикләп торасаҡ.
Хәҙер бар үпкәләрем, уңайһыҙланыуҙарым, уның өсөн оялыуҙарым иҫкә төшә. Туйыбыҙға бер аҙна ваҡыт ҡалды, Минең күлдәгем, уның костюмы, икебеҙҙең дә балдаҡтарыбыҙ юҡ. Нимә булһа ла булһын тип, мин уны ювелир салонына алып киттем. Икебеҙгә лә балдаҡтар һайлап алдыҡ. Оҙаҡ һайланыҡ, һатыусыларҙы аптыратып бөттөк. Кейәү түләмәй ҙә ҡуя бит. Мин белмәйем, бәлки никах балдаҡтары өсөн аҡсаны һәр кем үҙе йә кәләш түләйҙер? Инде уның аҡса сығарыуына өмөтөмдө өҙгәс, ярай, картамда мул ғына аҡса бар ине, сығарҙым да түләнем. Бер һүҙ ҙә өндәшмәй, балдаҡты алып, кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Хәҙер туй күлдәге һәм костюм менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды.
Ялланған фатирҙа йәшәйбеҙ. Ҡуртым өсөн мин түләйем. Ҡыҙҙарға әйтер һүҙем: әгәр бик иҫәпсел булһағыҙ, егеттәрегеҙҙең матди мөмкинлеген туйға тиклем барлағыҙ. Текә һәм уңышлы, бай күренгән егеттең бер альфонс йә алимент түләүсе
 
булыуы бик ихтимал. Мин уның ике балаға алимент түләүен һуңынан ғына белдем һәм ни өсөн аҡсаһы юҡлығына төшөндөм. Ундайҙар никах уҡытып, никах кенәгәһен ҡулға төшөрөүгә, бөтөнләй юҫығын юғалта һәм, миңә хәҙер бөтәһе лә рөхсәт ителә, тип шаша башлай. Ләкин таныҡлыҡ ҡалҡан түгел икән шул. Ул ваҡ ҡына бер мәсьәлә өсөн миңә тағы бер һуҡты. Миңә полиция идаралығына барырға тура килде, улар экспертизаға ебәрҙе, табиптар еңелсә ҡыҙарыуҙан башҡа, бер нәмә лә тапманы. Мин айырылырға ҡарар иттем һәм ул фатирҙан сығып китте.
Ғаиләбеҙҙе һаҡларға өмөтөм бар ине әле. Мин уны һәр көн иртән дә, кисен дә көттөм. Мин эштә саҡта уртаҡ төйәгебеҙгә килеп йөрөгәнен дә беләм. Итте, ашты уның өсөн ҡалдырғайным, ашап ҡуйған. Тимәк, әлеге урынында туҡланыуы шул самалыр. Шкафты ҡарайым, кейемдәре тора. Туйға мин алып биргән костюмы юҡ. Элекке эшен ҡалдырған, яңыһында әңгәмәләшеп йөрөйҙөр, тип уйлайым. Минең уны ҡайтарырға теләгем бар ине. Ул бит минең ирем. Иң ныҡ асыуланған, миңә һис йәлләмәйенсә һуҡҡан көндәрендә лә мин уға һыйынып, тыныс күңел менән йоҡлай торғайным. Бына, мине ҡалдырыуына айға яҡын ваҡыт үтте, ә мин уны уйлап үҙемде ҡарауҙы ла онотҡанмын. Иҫемә килеп, аптеканан тест һатып алып, әйләндереп ҡараһам – ап-асыҡ ике һыҙат. Хәҙер миңә уны күрергә һәм һөйләшергә кәрәк! Иртән иң арыу кейемдәремде кейҙем, эшкә китер алдынан аш бешереп, һыуытҡысҡа ҡуйҙым һәм ишектән кергәс тә, иң күренгән урынға тесты һалдым һәм эргәһенә ҡағыҙға: “Беҙ һине көтәбеҙ, ҡайт!” – тип яҙып ҡуйҙым. Кисен ҡабаланып, ашҡынып, эштән һуңламайынса ҡайттым. Йыраҡтан уҡ бал кәрәҙе һымаҡ тәҙрәләр араһында үҙебеҙҙекен табырға тырышам. Әллә күрмәйем, әллә уты янмаған. Бишенсе ҡатҡа осоп ҡына менәм, ишекте асам. Тесты әйләндереп һалған, ҡағыҙ битен төпкәрәк этеп ҡуйған. Кейем шкафы шар асыҡ, кейемдәре юҡ. Бушлыҡ аш бүлмәһендә лә барлыҡҡа килгән. Ашы эселгән кәстрүл ултыра. Һыуытҡыс, микроволновка, электр сәйнүге юҡ. Мин, эсте тотоп, кухняля ултырып ҡалған берҙән-бер ултырғысҡа ултырам да, һыным ҡатып ни иларға, ни көлөргә белмәйем. Шунда ғына мин үҙемдең бер ҙур бәләнән ҡотолоуыма, иҫән-һау ҡалыуыма төшөнәм.
И.Р.
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: