+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ноябрь 2021, 18:00

БЕРГӘ – БЕР! Юмореска

Тауыҡтарға һалырға ем алайым, тип келәткә ингән Фәриға әбей лар төбөндә бер устай ғына ҡалған бойҙай бөртөктәрен күреп, саҡ йығылып китмәне. — Бурҙар төшкән, ҡороғоро! Үткән аҙнала ғына алған ике ҡапсыҡ емдән өс бөртөк ҡалған! Ҡәһәр һуҡҡырҙар, яңғыҙ ҡарсыҡты таламаһалар, ауылда байҙар бөткәнме, ҡулдары серегер!? — тип яр һалып, урам яғына йүгерә-атлай сыҡты. Әлбиттә, кемдәр урлаған, улар был ҡарғыштарҙы ишетмәй ине. Сөнки төндә эш башҡарыусылар көндөҙ йоҡо һимертә. Күршеләге Фаягөл ҡарсыҡ ишетеүен ишетһә лә, күрмәмешкә һалышты. Сәбәпһеҙ түгел был ҡылығы. Әлеге лә баяғы ем инде… Кемдеке икәнен белә тороп та алды шул. Алмаһаң, тауыҡтар ас. Ә ас тауыҡтан ней ит, ней күкәй, тигәндәй. Шулар арҡаһында көн иткәс, ауыҙыңды дүрт яҡтан ябырға тура килә. Тәҙрә ҡорғанына йәшеренеп кенә әхирәтен күҙәтте лә: ”Күпме әйттем, шул келәтеңде йоҙаҡҡа биклә тип. Тыңламағас, үҙеңә үпкәлә”, — тип шыбырларға ғына эшкинде.

БЕРГӘ – БЕР! Юмореска
БЕРГӘ – БЕР! Юмореска

— Бер-ике һиберлек ем алып торайым, үҙемдекен тапҡас, индерермен, — тип, Фәриға әбей һөйләнә-һөйләнә инеп килгәнен абайлап, Фаягөл йәһәт кенә шәленә уранып диванға барып ятты.
— Нишләп йөҙөң ҡасҡан? — тип күршеһе аптырап китте.
— Билем ҡуҙғалған шикелле, тын алдырмай.
— Кисә генә йүгереп йөрөгән кеше, бер бөгөн күргәнһең ауырырға! — тип, тағы ярһып китте Фәриға. —Яңғыҙым, һинһеҙ нисек табайым мин ул бурҙарҙы, һе? Сәпсим дә тора алмайһыңмы?
— Юҡ шул. Ҡайҙан эҙләмәк булдың инде? Ҡуй, яңғыҙың йөрөмә. Учасковыйға әйтмәнеңме?
— Эй-й, унан ней файҙа? Вис һатып алынған учасковыйға әйттең ней ҙә әйтмәнең ней! Ғариза яҙҙырған булып, улай-былай-тегеләй саҡыртып, ғәйепте үҙемә тағып ҡуясаҡ. Улайтып йөрөргә минең ваҡыт та юҡ. Ана, тауыҡтар ас, бөгөн бесәнде лә ҡайтартырмын тип тора инем, трактыр һөйләшкәйнем. Йә, бирәһеңме ем, тием?
— Бирәм, бирәм, әйҙә, — тип, Фаягөл ауырыуын онотоп, һикереп килеп торҙо. Ярай әле соланда бер биҙрә ем ултырған, шуны тоттора һалып сығарып ебәрҙе.
Ҡырылмаһа ҡырҡ яҡҡа ярылып, йырып инмәҫлек эштәре йәйелеп ятһа ла, Фаягөл ҡарсыҡ был көндө ҡыл да ҡыбырлатманы. Ауырығас, бер көн булһа ла ауырыйым инде, тип диванда нисек ятҡан, шулай ята бирҙе. Йоҡоһо ла йоҡо булманы. Бар ҡурҡҡаны шул әхирәтенең еҫкәнеп йөрөп, бының келәтенә килеп юлығыуы. Унан булмаҫ тимә! Яттыҡын бушлай алмаҫ, үҙенекен бирмәҫ кеше бит ул. Үәт, шунда әҙәм ыстырамы буласаҡ! Ғүмере бындай хәлгә ҡалғаны юҡ ине лә баһаң! Әллә нишләп алды ла ҡуйҙы шул хәйерһеҙ емде. Бынан ары нисек кеше күҙенә күренергә? Балалар ишетеп ҡалһа? Былай ҙа йылына бер-ике генә ҡайта алалар, бынан һуң, йөҙөбөҙҙө ҡарайттың, тип бөтөнләй онотоп та ҡуйыуҙары бар… Эй, әттәгенәһе, бына ҡайҙа ул ысын бәлә! Ул саҡта тауыҡтарың этемәме? Суҡынғыр ем…
Саҡ таңды аттырып, Фаягөл иң тәүҙә Фәриғаға йүгерҙе. Күршеһенең йөҙөндә кисәге бәләнән бер тамсы ла ҡалмаған. Ул шат йылмайып тауыҡтарына ем һибә ине.
— Әйттем бит, табыла ул, тип, төндә Һәрит ҡарттың анау малайы ике ҡапсыҡты бер яртыға ғына биреп китте, әй, — тип шатлығын һөйләп ҡаршы алды. — Билең ебәргән икән, шәп булған. Ана, самауырым да ҡайнап сыҡты, әйҙә, бадруга, ҡаймаҡлап сәй эсәйек.
— Юҡ, рәхмәт. Таптыңмы, тип кенә һорашырға ингәйнем дә, сәй эсешеп тормайым, — тип кире әйләнде Фаягөл ҡарсыҡ. “Миңә лә шул Һәрит малайы һатҡайны бит әле… Түңкәрелеп киткер! Ярай, бәләң миңә теймәгәне яҡшы, әхирәт. Ғүмерҙә бер тапҡыр арзанға нәмә алам тип, алйый яҙҙым. Ҡош-ҡортто тәрбиәләй һалайым да хәҙер үк барып хәйер бирәйем, бәләһенән баш-аяҡ”, — тип ауыҙы эсенән мыңғырлап келәтенә барып ингәйне, тип-тигеҙ ерҙә саҡ эләгеп йығылманы: кисә төндә генә тултырылған лар буп-буш ерҙә тәгәрәп ята ине…

 

Автор:Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Читайте нас: