+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ноябрь 2021, 20:00

БЫЛ КЕМДЕҢ БИТЛЕГЕ? Скетч

Иртәнге мәл, шығырым тулы маршрутка, бөтәһе лә битлектән, алғы рәттә икәү ултыра. Береһе – оҙон, береһе – ҡыҫҡа, ләкин йыуан. Оҙон, ҡапыл боролоп, Йыуанға ҡарай, тәҙрәгә аңшая, тағы ла күршеһенә текәлә.  

БЫЛ КЕМДЕҢ БИТЛЕГЕ? Скетч
БЫЛ КЕМДЕҢ БИТЛЕГЕ? Скетч

Оҙон. Ғәфү итегеҙ, беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме?

Йыуан. Ғәфү итәм, ләкин мин һеҙҙе күргәнем юҡ.

Оҙон. Шулай шул. Тауышығыҙ ҙа таныш түгел, күҙегеҙҙе лә күргәнем юҡ... Тағы бер һорау мөмкинме? Һеҙ ҡайҙа эшләйһегеҙ?

Йыуан. Мин эшләмәйем, мин сауҙа итәм.

Оҙон. Сауҙағыҙҙа уңыштар теләйем! Бәлки, ғәфү итегеҙ, һеҙ минең ҡатынымды беләһегеҙҙер?

Йыуан. Мин һеҙҙең ҡатынығыҙҙы ҡайҙан беләйем?

Оҙон. Нисек белмәйһегеҙ? Сауҙа итәм, тинегеҙ. Ул да сауҙала эшләй. Бәлки, һеҙ минең ҡатыным менән бер маршруткала ҡайтып йөрөйһөгөҙҙөр?

Йыуан. Ярай. Һеҙ бик ныҡытҡас, ризалашам. Мин уның менән ҡайтҡылап йөрөйөмдөр. Шунан, нимә булған?

Оҙон. Мин дә шуны һөйләп торам! Һеҙҙең битлегегеҙ миңә таныш...

Йыуан. Мин уны һеҙгә бүләк итергә лә риза булыр инем, әгәр тағы бер битлегем булһа. Мә, тотоп ҡарағыҙ. Бәлки, таныштыр, ысынлап та.

(Оҙон битлекте һыйпап ҡарай).

Оҙон. Юҡ! Шундай таныш – йомшаҡ, ҡытыршы ғына...

Йыуан. Һеҙ мине йонсоттом тип уйламайһығыҙмы?

Оҙон. Нисек йонсоттом? Һеҙ үҙегеҙ һыйпап ҡарарға рөхсәт иттегеҙ.

Йыуан. Боғаҙҙан алып талап иткәс, рөхсәт итмәй, ҡайҙа барайым? Ысынлап, танышмы?

Оҙон. Бик таныш. Кисә генә күргән һымаҡмын. Уның эсендә элек нимә булды икән? Белмәйһегеҙме?

Йыуан. Нисек, нимә булды икән? Һеҙ нимәгә ишаралайһығыҙ?

Оҙон. Ну, минең ҡатынымдыҡы ошондай материал ине.

Йыуан. Ошондай материал?

Оҙон. Эйе, тап ошондай материал ине, ул һуңынан юғалды. Мин уны ошолайтып, ошолайып, һыйпап ятырға ярата инем. Ә уның эсендә нимә ине?

Йыуан. Һеҙ нисек беренсе күргән кешегә ундай әҙәпһеҙ һорауҙар бирәһегеҙ? Һеҙгә оят түгелме?

Оҙон. Һеҙҙең битлегегеҙҙең минең ҡатыныма мөнәсәбәте бар икән, мин ни эшләп һорамаҫҡа тейешмен, ә һеҙ ниңә йәшерергә тейешһегеҙ?

Йыуан. Юҡ, мин һиңә хәҙер битлегемде тоттороп ҡына китәм!

Оҙон. Хәҙер беҙ бергәләп минең ҡатын эшләгән ергә барабыҙ, мин һеҙҙе күҙләштерәм, мин һеҙҙе фашлайым! Һеҙ һатыусы ғына түгел, һеҙ – аҙғын, тәртипһеҙ кеше!

Йыуан. Халыҡ, ҡарағыҙ әле, нимә һөйләй ул? Һеҙ берәй нимә аңлайһығыҙмы, юҡмы?

Тауыш. Һеҙҙең бәхәсте бер литрһыҙ хәл итеп булмай.

Йыуан. Мин уға бер литрҙы түгел, буш шешәһен дә бирмәйем! Бының өсөн тәүҙә әйтһен, мине нимәлә ғәйепләргә итә?

Оҙон (аяғүрә баҫа). Билләһи, ант итәм, бына был әфәнденең битлеге минең егерме йыл бергә йәшәгән бисәмдекенә оҡшаған.

Тауыш. Әйтегеҙ, нимәһенә оҡшаған?

Оҙон. Һуң, нимәһенә оҡшаған – ыштанына оҡшаған!

Йыуан (һикереп тора). Йәмәғәт, ишеттегеҙме, ул миңә нахаҡ бәлә яға! Мин үҙ ғүмеремдә, үҙ ғүмеремдә, ант итеп әйтәм, кеше бисәһенең ыштанын кейеп ҡайтҡаным булманы. Улай булһа, миңә әйт: һинең хәләл ефетеңдең ыштаны нисәнсе размер ине?

Оҙон (ҡулдарын йәйә лә, аҡрынлап, тарайта һәм күрһәтә). Ошо сама булыр.

Йыуан. Һинең был нәмәң иң күбе 40 – 45-се размер. Ә һин ентекләп ҡара, тотоп ҡара, һинең бисәңдеке минең бер ботома саҡ һыя. Минең бында (янбаштарына һуғып күрһәтә) – 80-се размер!

Оҙон. Ә әгәр минең бисә икене юғалтҡан булһа? Йыуан. Нисек икене? Нисек икене? Һеҙҙең бисәгеҙ икәүме ни?

Оҙон. Юҡ, берәү генә. Әйтәйек, тәүге көндә – берҙе, икенсе көнөнә – тағы берәүҙе! Һуң, үҙең әйттең бит, һинең бисәнең минең бер ботома саҡ-саҡ һыя, тип. Халыҡ, ишеттегеҙме, әйттеме шулай тип?

Тауыштар. Әйтте, әйтте!

Оҙон. Улайһа, әйт, һинең битлегең элек нимә булып хеҙмәт итә ине?

Йыуан. Һуң, туған, ҡайҙан беләйем мин уны? Иртән бисә әйтте: “Бына һиңә – битлек, урамда кейеп йөрө! Полиция штраф һала, эштән ҡыҫҡарталар, штраф түләргә аҡса юҡ”, – тине.

Оҙон. Бына, бына, осо сыға башланы! Ҡара, һин бит тартышаһың! Тимәк, ҡурҡаһың. Ҡурҡһаң, тимәк, ғәйебең бар. Минең бер таныш бар – Ғәрәфи – шул алдаһа, ҡурҡһа, тартыша башлай.

Йыуан (һикереп тора). Мин бит ул – Ғәрәфи! Ә һин кем?

Оҙон. Сәләхи.

Йыуан. Һуң, Сәләхи, ниңә уны шунда уҡ әйтмәнең?

Оҙон. Мин һиңә әйтмәнемме?

Йыуан. Эйе, әйтмәнең.

Оҙон. Шулай ҙа бисәңдән һораш әле, был битлекте ҡайҙан алды икән?

Автор:Р. МОСТАФИН.
Читайте нас: