+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ноябрь 2021, 10:00

МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Өсөнсө өлөш

*** — Юл буйына баш ватып килдем, ниңə һин миңə кейəүгə сығырға тейешһең əле? тигəн һорауыма яуап таба алманым, — тип туп-тураһын ярҙы ла һалды, бер нисек тə йылына алмай, шɵрпɵлдəтеп сəй эскəндə. — Бер генə нəмə əйтəм, һин миңə шул тиклем кəрəкһең. – Шулай тине лə, ҡапыл баҙнатһыҙланып ( тəүəккəл Хəмəтнур ниндəй кɵнгə тɵшһɵн əле!) əллə юҡ тигəн яуапты ишетеүҙəн ҡурҡып, башын эйҙе. Ə Алмагɵлдɵң тəне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. "Хоҙай был бахырҙы үҙе əшкəрткəндер", — тип уйланы. Сɵнки уның күңеленə ошонан да ятышлыраҡ дəлилде, иң кəрəкле һүҙҙе ɵйрəтеп ҡуйһаң да табыуы ҡыйын. Тик кисерешен һиҙҙермəне, ҡырҡыу ғына итеп: — Тартаһың икəн, — тине. Бабай, уҡытыусы тарафынан бəҙрəфтə тɵтəтеп торғанда тотолған уҡыусы һымаҡ, ғəйепле ҡиəфəт менəн баш ҡаҡты. — Эсмəйһеңдер ул?

МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Өсөнсө өлөш
МƟХƏББƏТТЕҢ ХУШ ЕҪЕ Хикәйә Өсөнсө өлөш

Был һорауҙы ишетеү менəн Хəмəтнурҙың күңеле йылыныңҡырап китте. Сɵнки был бик етди мəсьəлə. Уны ҡуҙғатыу Хəмəтнур менəн осрашыуға əбейҙең дə етди ҡарауын аңлата.

— Юҡ, — тип əйтергə ашыҡты. — Ауыҙыма ла алмайым тип əйтеп булмай булыуын. Байрамдарҙа, мəжлестə, аш һеңдереү ɵсɵн, самаһын белеп кенə. — "Сама" тиеүен-тине лə, эскесенең дə үҙ самаһы булыуын уйлап: — Йəштəн үк дуҫ булманым, — тип ɵҫтəй һалды. Быныһы ысын ине.

— Иман яғы нисек?

Был һорау Хəмəтнурҙы ҡаушата тɵштɵ. Аллаға бик ышанып бармаһа ла, (коммунист таһаң ул), шул тиклем ерҙəн килеп, иманһыҙмын, тип ултырырға тɵптɵ алйот түгел. Баш ҡағыу менəн сиклəнде, нисек телəһə, шулай аңлар. Был мəсьəлəлə хужабикə тɵпсɵнə тɵшɵр ине, моғайын, телефон шылтыраны. Ҡыҙҙарҙың береһе:

— Гɵлнисинəй шылтырата, — тип килеп етте.

— Əйт, инһендəр, — тигəн фарман булды.

Хəмəтнур тəфтиштең əлегə имен-аман тамамланыуын, əммə алда тағы ла етдиерəк имтихандар торғанын тɵшɵндɵ.

Ул арала аллы-гɵллɵ кейенгəн ɵс ҡарсыҡ килеп инде. Шул тиклем гɵлдəр баҡсаһында ҡаушарғараҡ самалап тора ине Хəмəтнур, соландан берəүҙең ауыр баҫып, ҡых-ҡых килеп инеүен ишетеп, тынысланды. Уға иптəшкə бер ҡарт тəмəжникте саҡырғандар икəн. Хужабикəнең:

— Дəүлəтбай еҙнəм йəнə шул һаҫыҡ тəмəкеһен тартып ингəн, — тигəн һүҙҙəрен хəтер янсығына тɵйнəп ҡуйҙы шулай ҙа.

***

Хушлашҡанда ɵҙɵп кенə əйтмəне Алмагɵл.

— Тороп тор, барып донъяңды күрəйем, шунан һɵйлəшербеҙ, — тиеү менəн сиклəнде. Ҡарттың мəсьəлəне оҙон-оҙаҡҡа һуҙырға һис кенə лə телəге юҡ ине:

— Ҡасан килəһең һуң? Артыҡ һуҙылма, — тип түҙемһеҙлəнде. Бəндə күңеле əңгəмə инде, уның сабырһыҙлығы ифрат оҡшаны Алмагɵлгə.

Шулай ҙа, аҙна-ун кɵн һуҙып, юлға йыйынды. Телевизорҙы һүндереп ятайым, тиһə, йəйге ваҡытҡа күсеү тураһында хəбəр итеп торалар. Əл дə ишеттем əле, тип ҡыуанып, сəғəткə генə ынтылғайны, телефон шылтырай. Хəмəтнур.

— Һин ваҡытты күсерергə онотма инде, автобусҡа һуңлап ҡуйырһың, — тип борсола. Ул да теге оста телевизор ҡарап ултырған да, белемсе булып аҡыл ɵйрəтеп торған була инде. Ғүмере буйы үҙен-үҙе ҡайғыртып, үҙе ɵсɵн үҙе яуап биреп иркен ɵйрəнгəн Алмагɵл ҡапыл сыпраңланы ла китте.

— Нишлəп шул тикле əпəүлəйһең ул? Мине хас та бала-саға күреп... Бығаса һинһеҙ ҙə кəм-хур булмай йəшəгəн дəһаң мин.

— Бала күрмəй һуң, мин ҡыҙҙарға күҙ ҡыҫып йɵрɵгəндə һин əле тыумаған да булғанһың, — тип шаярыуға бора һалды ҡарт.

Былай ҙа күңелендə мең уй, бихисап шик-шɵбһə мыжғыған Алмагɵл йəнə ҡуҙғып китте. Оҙаҡ ҡына күҙен ташбайтып ятты. Иртəнсəк иһə йоҡлап ҡала яҙған. Сəй ҙə эсеп тормай, əлəн-борхан кейенеп сығып йүгерергə тура килде. Үҙе автовокзалға китеп бара, үҙе икелəнə. Етмəһə, аҙым һайын танышы осрай.

— Ҡайҙа китеп барыш, Алмагɵл апай? — тиҙəр. Бɵтəһе лə уның, алтмыш туғыҙ йəшлек əбейҙең, кейəүгə сығырға китеп барғанын белеп, юрый кɵлɵп һорашалыр кеүек тойола. Ҡыҙара-бүртенеп, тирлəп-бешеп:

— Аша ауылдағы əхирəтемдең хəлен белеп ҡайтам, — тип алдаша. Ҡайһы береһе ошоноң менəн мɵрхəтһенə, бəғзелəре:

— Ҡайһы ауылға, ниндəй əхирəтеңə? — тип тɵпсɵшɵргə тотона.

— Автобусҡа ашығам, — тип ҡуҙғалһа,

— Ниндəй автобус? — тип һорай башлай. Вокзалға еткəнсе ярты ауыл белгəндер Алмагɵлдɵң күрше ауылға барырға юлға сыҡҡанын. Шулай инде, ҡыҙыҡһыналар, ғүмер буйы шаран-яран булып, барыһы менəн ҡатнашып йəшəгəс. Үрмəксе ауына сорналғандай ялғанға буялып, саҡ килеп етте билет кассаһына.

— Ҡыҙыҡайҙарым, билет ҡалдырабыҙ тигəйнегеҙ Сибайға.

— Һуң, Алмагɵл инəй, автобус бер сəғəт элек үк китте бит һуң, — тиеште ҡыҙҙар.

Ҡоромағыр, кисə сəғəткə үрелгəн ерҙəн шылтыраған телефонға əүрəп ваҡытты күсерергə онотоп ятҡан даһаң!

Икелəнеүе еңеп, "уңмаған юлды ҡыума" тигəн кəңəште тотоп, кире боролам тигəйне, əллə ҡайҙан үҙен ғүмере буйы хур итмəгəн тəүəккəллеге "былҡ" итеп ҡалҡып сыҡты.

Ҡыҙҙар уны сəғəт ярымдай кɵттɵрɵп, сəй эсереп, үткесе автобусҡа ултыртып ебəрҙе. Уныһы алама, алыҫ юлға нисек сығарып ебəргəндəрҙер, үргə табан бɵтɵнлəй тартмай. Ығышланып, Алмагɵл кеүек үк тырабузлығы арҡаһында ғына бара. Етмəһə, кɵнɵ боҙолоп китте. Əсе ел сыҡты.

Былай барһалар, ваҡытынан ɵс-дүрт сəғəткə һуңлаясағын самалаған Алмагɵл юл буйы план ҡороп барҙы.

Бəлки, ошолай килеп сығыуы һəйбəттер ҙə əле. Ярты кɵн буйы кɵтɵп тормай бит инде ул бабай. Алмагɵл əхирəтенə генə инеп ҡуна ла, килгəнен белгертмəй, иртəгə үк кире ҡайта ла китə. Кис ултырып хат ҡына əтмəллəй ҙə. Былай тип:

"Мəскəүҙəрҙəн мине табалмағас,

Магадандан эҙлəп йонсома", — тигəн таҡмаҡты яҙып тора ла, "Башҡаса эҙлəмə, шылтыратма. Мине лə борсома, үҙең дə борсолма. Хуш. Сəлəм менəн Алмагɵл". Вəссəлəм. Биғəйбə.

Нишлəп Мəскəү? Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул Магадан? Үҙе лə белмəй. Мɵһим дə түгел. Уның шулай тип яҙғыһы килə. Үəт.

Хатын конвертҡа һалып, əхирəтенə ҡалдыра. Үҙе иртəнге автобус менəн ҡайтып китə. Шунан һуң ғына əхирəте хатты бабайға илтеп тапшыра. Бик тə йəтеш килеп сыға бит был. Бəлки, əхирəте менəн бабай оҡшатышып та ҡуйыр. Хəтирəгə кейəүгə сығыу кəрəк тə əле ул. Алмагɵл кеүек эше иреккəндəн түгел, етди сəбəбе бар. Холоҡһоҙ килен менəн бына нисəмə йыл инде үҙе кɵнɵ-тɵнɵ тир түгеп алған фатирында йəне ҡыйналып йəшəй, бахыр...

Алмагɵл шул ике арала уйынан ғына изгелек тə ҡылып ташланы. Тик үҙенə ҡапыл моңһоу булып китте. Шунан һиҙмəй ҙə ҡалған, тəмле итеп йоҡоға талған. Ҡалаға килеп инеп, кешелəр унда-һанда тɵшкɵлəй башлағас ҡына уянды.

Автовокзалы ла үтə йыраҡ түгел икəн. Кɵн кискə һарыҡҡас — килере килеп, китере китеп бɵткəндер — кеше-маҙар күренмəй. Үҙенең уйындағыһына шул тиклем ышанғағамы, артыҡ ҡаранып торманы, тəҙрəгə бер һирпелеп баҡты ла, ашыҡмай ғына сығырға ыңғайлаған юлдаштары артынан эйəрҙе. Инде аяғын һуҙып ергə баҫам, тиһə, ҡулындағы сумкаһына ынтылғанына тертлəп китте. Хəмəтнур! Күгəреп ҡатҡан, ə үҙе шат.

— Шулай булыр, тип уйланым инде, — тип күгəргəн ирендəрен йыйып ала алмай йылмая. — Ярар, иң мɵһиме иҫəн-аман килеп еттең.

Ул ҡыуана, ə Алмагɵлгə рəхəт. Ошо ыжғыр елле ҡара яҙҙың əле генə шыҡһыҙ күренгəн эңере күҙ алдында зəңгəрлəнə, тормош урам фонарҙары булып балҡый, магазин тəҙрəлəре аша емелдəй. Хəмəтнурҙың да ɵшɵүҙəн тɵшɵңкɵрəгəн яуырындары яҙыла, һыны турая, йыйырсыҡтары юғала.

Ағзаларҙы эшлектəн сығарып, һаулыҡты ҡаҡшатып, сəс-теште йолҡоп, ажғырып, бɵрɵп алып барған ҡартлыҡты шып туҡтатырлыҡ: “Тороп тор əле, иптəш! Был донъяла һинəн ҡɵҙрəтлерəк илаһи кɵстəр — һоҡланыу менəн яратыу барлығын онотма!” — тип əйтə алырлыҡ мɵҡəддəс тойғо ағыла уның күҙҙəренəн.

Күптəн бындай һоҡланыу күргəне булмаған икəн Алмагɵлдɵң.

Бына бит ул, үҙеңдең ни телəгəнеңде белмəй йəшəйһең дə, иң кəрəген алдыңа килтерə лə ҡуя миһырбанлы донъя.

— Ҡəҙимге мандып киткəнһең, — ти Алмагɵл, автобусҡа ултырып, Хəмəтнурға матурыраҡ ҡарағас. — Беҙгə килгəндə бигерəк ябыҡ инең.

— Тəмəкене ташланым, — ти ҡарт ғорурлыҡ менəн. Алтмыш йылдан ашыу тартҡан, яу ҡырында һалҡын окоптарҙа ҡайһы ваҡыт берҙəн-бер йылылыҡ сығанағы булған тəмəке һынлы тəмəкене ташлауҙың ни тиклем ҡаһарманлыҡ икəнен Алмагɵл, əлбиттə, аңлап етмəй. Əммə уның хаҡына шундай ҡорбандарға барыуҙың баһаһын барыбер һиҙемлəй.

***

Бына шулай башланғайны уларҙың яңы тормошо. Хəҙер инде ун бер йыл бергəлəр. Хəмəтнурға кɵҙгə туҡһан тула. Алмагɵлгə етмеш туғыҙ. Бəпəй генə əле ул.

Туҡһан була. Туҡһан булғас, анда-һанда, ҡайһы бер нəмəлəрҙе кинəт кенə онотоп ҡуйыу артыҡ ғəйеп тə кеүек түгел дə...

“Туҡта, — ти ҡарт. — Шəйехзада Бабичтың "Исемдəр баҡсаһы"нда ла бар ул. Йомғаҡты шунан һүтергə кəрəк. — Мыңғыр-мыңғыр килеп күңеленə биклəгəн шул шиғырҙарҙы барлай башлай.

Быныһының да əтнəкəһе бар, əлбиттə. Ҡартлыҡ сат йəбешə алмаһын ɵсɵн башты əүҙем эшлəтергə кəрəклеге хаҡында уҡығайны. Мейе шыйыҡланмаһын тиһəң, берəй сит тел ɵйрəнергə тотонорға, һис булмаһа шиғыр ятларға кəрəк икəн. Шуға арымай-талмай Туҡай, Бабич шиғырҙарын ятҡа биклəргə тотондо. Əбейенең кəңəше менəн доғалар ҙа ɵйрəнə башланы. Тик шиғырҙар тиҙерəк һеңə лə ҡуя шул.

“Гɵлгɵнəнең керпектəре гɵл кейенгəн,

Ике күҙе киске тымыҡ күл, тиелгəн...”

Ошомо? Юҡ, Гɵлгɵнə лə түгел.

Тик былай эҙлəү бик оҙаҡҡа һуҙылмаҡсы. Ул арала ҡорһаҡ та үҙ дəғүəлəрен алға һɵрə башланы. Ə аш бүлмəһенəн сыҡҡан тəмле еҫтəр аҡылдан шаштырырлыҡ кимəлгə етте. Шуға ла үҙен башҡаса йонсотмаҫҡа булды Хəмəтнур.

Иркə бесəй кеүек мырылдап ҡына:

— Əбей, — тип саҡырҙы. — Əбей, исемең кем əле ул һинең?

Аш бүлмəһендə ҡыштырҙау туҡтаны. Бер нисə генə секундҡа һуҙылған тынлыҡтың һɵрɵмɵ алъяпҡысын сисə-сисə ялпылдап килеп ингəн əбейенəн алда уҡ хəүеф ипкене булып бабайға ҡаҡлыҡҡайны инде.

— Ə, һин шулаймы əле? — тине ҡарсығы һаман йəштəрсə осҡон сəсеп торған тəрəн күҙҙəренең ҡара ялҡыны менəн ɵтɵп алып. — Исемемде лə иҫеңə тɵшɵрə алмай аҙапланып ятаһыңмы? Ыҙаланма, ҡартыҡайым. Онот ул алама əбейҙе, булмаған, тип иҫəплə. Мин шым ғына үҙ донъяма ҡайтып китəйем. Ə һин исемен онотмаҫлыҡ əбей алып йəшəрһең, йəме! — тип шифоньерҙың ишеген шар асып, аҫтағы ҡара сумкаһын һɵйрəй ҙə башланы.

Шул саҡ Хəмəтнур ҡартҡа ун һигеҙ йəшлек егет етеҙлеге ҡунды Ул юрғанын һирпеп асып, ҡайһы арала һикереп торғанын, ни рəүешле əбейе янына барып баҫҡанын да һиҙмəй ҡалды. Ҡурҡышынан зиһене шунда уҡ салтланды.

Ғəзизенең яурынынан ҡосоп:

— Ҡуй, улайта күрмə, — тип бышылданы. — Һинəн мине Əжəлем генə айырһын.

“Алмагɵл, аһ, бешеп еткəн алмалы бит.

Иманлы бит, илһамлы бит, аллалы бит.

“Үп!” — тине лə үптермəне, күҙҙəн тайҙы.

Аһ, сихырсы алмалы бит, алданы бит!” —

Ситкə шыуып киткəн кешмир яулығының ҡырыйынан сығып торған сал сəстəренə башын терəне. Уларҙың тəмле еҫенəн хатта башы əйлəнеп китте. Ғүмер ахырын нурға сорнаған ҡɵҙрəтле мɵхəббəттең хуш еҫе ине был.

 

Башҡортостандың халыҡ рәссамы Федор Кащеевтың "Хат" тигән картинаһынан фоторепродукция.

Аҙағы.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: