Венера хәҙер үҙе ҡырҡҡа етеп килә, ҡустыһы менән ҡосаҡлашып илағанын, ҡалын ҡайыштың алмаш-тилмәш, икеһенең дә иң йомшаҡ ерҙәренә төшкәнен әле лә хәтерләй. Урамда уйнап, бысранып ҡайтһалар ҙа, әллә биш тинлек булды, стаканды төшөрөп ватһалар ҙа, ҡайыш әсәй кешенең ҡулында уйнап ҡына торҙо.
Венера менән ире Солтан бына инде ун йылдан артыҡ йәшәйҙәр, бала үҫтереү хаҡында һүҙ даими сыға, еңелсә бәхәстән башлана һәм үпкәләшеп, әрләшеү, аҙналар буйы һөйләшмәү, хәл дә белешмәү менән тамамлана.
Бер йыл ҡатыны менән ҡустыһы Сәғит ҡайтҡайны. Ике малай үҫтерәләр икән. Ире Солтандың балаларҙы яратып уйнауына хайран ҡалғайны. Әй, уйнанылар. Көн һайын паркка сыҡтылар, балыҡ тоторға йөрөнөләр. Шул ваҡыт Венера тәүәккәлләп ҡарарға ла ниәт иткәйне, ләкин кире һүрелде. Әлеге, мөйөшкә һырынып илаған ике бала күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя. Әгәр балаларын ҡарай алмаһа, тыңламаһалар, нимә эшләр? Тағы ҡайыш алып ярырға тура килерме? Юҡ инде! Шул да булған тормош! Икәүһе лә бик матур йәшәп яталар. Иренең фатиры әллә ни ҙур ҙа түгел, икеһенә таман ғына.
Әсәһенең балаларын ни өсөн яратмағанын Венера аҙаҡ ҡына төшөндө. Ҡустыһы менән икеһенең дә исем ҡағыҙында атаһы тигән графала һыҙыҡ тора ине. Венера аҙаҡ яҙа-йоҙа ишетеп ҡалды, уның атаһы – ошо колхоздың элекке бригадиры Уйылдан ағай, ә ҡустыһының атаһы – йәй көнө ҡаланан ураҡҡа килгән бер шофер икән. Венера теге оста йәшәгән Уйылданды йыш ҡына күргеләй ине. Уныһы хатта бер тапҡыр магазин алдында тура килтереп: “Һаумы, ҡыҙым! Хәлдәрең нисек?” – тип һорашты. Бындай мөнәсәбәтте күреп өйрәнмәгән ҡыҙ уңайһыҙланып, китте лә барҙы.
Ә шулай ҙа Венераның бала табырлығы бар ине. Хатта бер тапҡыр әле училищела уҡыған саҡта уҡ бер егеткә әүрәп китеп, ауырға ла ҡалғайны. Әсәһе һиҙеп ҡалып, башын стенаға төйөп-төйөп әрләне. Уның ҡарғышлы һүҙҙәре араһында “йүнһеҙ”, “уйнаштан тыуған”, “тыума” – иң ябайҙары ине. Солтан менән өйләнешкәс тә, икеме, өсмө тапҡыр ауырға ҡалғайны. Ләкин эш араһында, йә ҡаралам, йә дауаланам, тип тиҙ генә барып, төшөртөп килде. Ә инде ире бик ныҡышҡас: “Табиптар әйтте инде, минән булмай”, – тип тегенең өмөтөн тамам өҙөп ҡуйҙы.
Ире Солтан һигеҙ тулыр-тулмаҫ, эшкә сығып китте. Килеп етһә, эшкә инә торған ишек алдында бер ҡатын көтөп тора.
– Солтан Мәғәфүр улы һеҙ булаһығыҙмы? – тине ул ентекләп ҡарап. – Мин мәғариф идаралығының опека бүлегенән. Әле эшләгән урынығыҙға һеҙҙең хаҡта һорашырға килдем. Һеҙгә ыңғай баһа бирҙеләр. Эш былайыраҡ тора: Һеҙ, Солтан Мәғәфүр улы, һеңлегеҙ менән бик аралашмайһығыҙ икән. Ул әле дауаханала ята, хәле бик ауыр. Ә улы менән ҡыҙын алып, социаль приютҡа урынлаштырырға тура килде. Икеһе лә бик илайҙар, малайҙары һеҙҙе бик ярата икән. Ҡыҙы ла өйрәнеп китер ине. Бәлки алып, ҡарай алырһығыҙ?
Солтан һеңлеһе Нәзирә менән бик аралашыр ине, ҡатыны Венера өнәп бөтмәй. Матур ғына итеп уйнаһалар, көнләшкән һымаҡ итә. Солтан ике уйлап торманы, ял алды ла, шунда уҡ ҡатынды “Жигули”йына ултыртты һәм социаль приютҡа китте. Барып, Нәзирәнең улы Раян менән уның һеңлеһе Гөлшаттың буҫығып бөткән йөҙөн күргәс, Солтан үҙе илап ебәрә яҙҙы. Балаларҙы ваҡытлыса тәрбиәгә алыу тураһында рөхсәт ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйғас, өйгә ҡайттылар. Гөлшатҡа бында бик оҡшаны:
– Бында кемдәр йәшәй? – тип бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты.
Ә Раян иһә, шунда уҡ:
– Беҙгә йоҡларға урын булырмы икән? – тип күҙҙәрен Солтан бабайына төбәне.
Ашап, ял итеп алғас, өсәүләшеп паркка сыҡтылар, магазинға кереп, китаптар һатып алдылар. Балалар менән уйнау Солтандың үҙенә лә оҡшап ҡалды.
Кисен Солтан ашарға бешереүгә, Венера ҡайтып керҙе һәм балалар ботинкаларын күреп, аптыраулы ҡарашын иренә төбәне:
– Кемдәр килде? – тип ҡаты ғына өндәште.
Солтанға барыһын да аңлатып бирергә тура килде. Венера, итеген дә сисеп тормай, төпкә үтте һәм
балаларҙы күргәс:
– Кеше балаһымы? Юҡ, кәрәкмәй! – тине.
– Венера, көтөп тор, саҡ ҡына һөйләшәйек! – тип ире уны туҡтатып ҡараны.
– Һөйлә, һөйлә, тыңлайым! – тип шифоньерҙа соҡона башланы. Сумаҙанын һөйрәп сығарҙы.
– Бәлки улар оҙаҡ тормаҫ. Күп булһа, ике-өс аҙна. Әсәләре һауығып сыҡҡас та, ҡайтырҙар, – тип өмөтһөҙ генә мөңгөрләне Солтан.
– Ике-өс аҙна ғына... Бәлки ҡайтыр, – тип үсекләне ҡатын икенсе сумаҙанды алып, кейемдәрҙе тултырғанда.
Солтан аптыранып балалар янына төпкө бүлмәгә үтте. Ҡыҙ менән малай ҡосаҡлашып илайҙар ине.
– Солтан бабай, һин беҙҙе детдомға илтеп бирәһеңме? – тине күҙ йәштәре аша өлкәне илай-илай.
– Юҡ. Икегеҙ ҙә ошонда йәшәйәсәкһегеҙ! – тине йомшаҡ ҡына итеп Солтан.
Оҙаҡламай, ишекте шартлата ябып, Венераның сығып киткәне ишетелде. Шулай итеп, аралар өҙөлгән һымаҡ булды. Венераның ошо подъезда әхирәте йәшәй. Ҡатын ара-тирә шылтыратып, иренең һәм балаларҙың хәлен белешеп торҙо. Солтан тырышып ҡарай икән. Малайы беренсе класта уҡый, ҡыҙыҡайы балалар баҡсаһында йөрөй. Өҫ-баштары ҡараулы. Опека бүлегенән килеп, һорашҡандар, бик ҡәнәғәт ҡалғандар. Етмәһә, икеһенә лә бер ыңғай шифаханаға юллама алып биргәндәр. “Солтан үҙе ҡабаланып йөрөй, хатта йәшәреп китте”, – тип йәнен көйҙөрҙө әхирәте. Хатта бер мәл Венера, әллә ҡайтайыммы, тип уҡталып та ҡуйғайны. Икеле-микеле йөрөй торғас, йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Венера төңөлдө. Кәрәк булһам, килеп алыр әле, тип ҡул ғына һелтәне.
Улар көтмәгәндә осрашты. Баҙарға сығам, тип Венера парк аша үткәйне, ҡараһа, Солтан теге ике бала менән ҡайҙалыр ҡабаланып үтеп бара. Венераның эргәһенән бер йәш кенә ауырлы ҡатын шат йылмайып тегеләр яғына атлай. Уны күреп ҡалғас, малай менән ҡыҙ: “Әсәй, әсәй килә!” – тип ҡаршыһына йүгерҙеләр. Теге ҡатын: “Эй, минең бәләкәстәрем!” – тип ҡулдарын йәйеп, балаларға табан талпынды. Шул ваҡыт Солтан уны күреп ҡалып, иҫәнләште лә:
– Әллә күпме шылтыраттым, алмайһың. Беҙҙең айырылышыуҙы рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк, – тине.
– Ә был ҡатын кем? – тине Венера уҫал ғына.
– Никах уҡыттыҡ, балаларҙың әсәһе үлде бит. Бер үҙемә ауыр булыр, тип өйләнергә тура килде. Хәҙер бына өсөнсөһөн көтәбеҙ.
– Ә балаларҙың әсәһе ҡайҙа? – тип төпсөштө һаман Венера.
– Һин сығып киткәс, бер аҙна ла үтмәне, үлде ул. Һеңлемде ерләргә тура килде, – тине ҡайғылы ғына төҫ менән Солтан. – Балаларҙың икеһен дә үҙемә яҙҙырҙым. Ә үҙең нисек?
Венера өндәшмәне. Ауырлы ҡатындың малай менән ҡыҙҙы етәкләп килгәнен күреү менән, шәп-шәп атлап, китеп барҙы.