Юҡ, юҡ, ашауға зарланмайбыҙ. Келәтеңдә нимә бар, шуны ашаттың. Һәр шаршамбы – балыҡ, ә беҙ уға ҡаршы. Ана, япондар, көн һайын өс тапҡыр балыҡ кимерә һәм ниндәй айфондар йыя. Хәҙерге һымаҡ лангустар, пармезон сыры, уф, телем дә әйләнмәй, әллә нимәләр менән тулған ашҡаҙандарҙы боҙманың. Эйе, ашағаныбыҙ ябай ғына сыр, эскәнебеҙ таҡта сәй, өсмөйөшлө һөт, ҡағыҙға төрөлгән колбаса булды.
Уның ҡарауы, ашҡаҙандың бушлығын уҡыу алмаштырҙы. Эй, ниндәй генә китаптар сыҡмай торғайны?! Түңәрәктәр, секциялар, һәр иртә ун тингә киноға барабыҙ. 20 тингә театрҙар ҡаршы ала, аҙаҡ драма, опера һәм балет. Уҡыу йорттары, академиялар...
Үҙең ғәйепле, сөнки уйларға өйрәттең. Ә инде кәрәгер-кәрәкмәҫ һығымталарҙы беҙ үҙебеҙ сығара торғайныҡ. Беҙ игелекһеҙҙәр, шикләнергә, алдарға һәм ризаһыҙлыҡ белдерергә өйрәндек. Ҡулдан килгәнсә мыжыныҡ һәм әҙәпһеҙ анекдоттар сығарҙыҡ. Йәнәһе, ана, Көнбайышта шулай, ә беҙҙә ниңә былай.
Шулай ҙурайҙыҡ, аҡыл тупланыҡ, исемдәр һәм ордендар алдыҡ. Карьера яһаныҡ. Ә үҙебеҙ бер нимә лә аңламайбыҙ. Ә кеше араһында беҙ беләбеҙ, барыһына ла төшөндөк, тип фәстергән булабыҙ.
Ә беҙҙе туҡтауһыҙ уҡыталар. Беҙҙең өсөн университеттар һәм институттар тоталар. Саҡ ҡына буш ваҡытың булһа, стадионға, көҙ көнө, әлбиттә, колхозға, кишер һәм картуф йыйырға. Беҙҙе туҡтауһыҙ ҡайҙалыр ебәрәләр. Экскурсияға, музейҙарға, төҙөлөш отрядтарына, БАМ-ға һәм йыһанға. Үҙебеҙ тешебеҙ-тырнағыбыҙ менән ҡаршы булһаҡ, беҙгә ниндәйҙер маҡсаттар ҡуялар. Әгәр барырға теләмәһәк, етәкләп алып, төрткөләп, этәкләп алып баралар. Ә инде беҙ күңелле йырлашып һәм шаулашып ары атлаһаҡ, йылмайышып, ҡыуанышып беҙҙе оҙатып ҡалаһың.
Юҡ, һин аҡса һанай белә торғайның. Дәүләт аҡсаһы бик һаҡсыл һәм йүнсел тотонолдо. Урлашыу һәм ҡаҙнаға ҡул һоноу бик һирәк була ине, сөнки барыһы өсөн дә кейем-һалым магазинда һатыла. Әлбиттә, күбеһе үҙебеҙҙеке, совет заводтарында һәм фабрикаларында етештерелгән.
Ни хәл итәһең инде, ҡайһы берҙә килеп сыға торғайны, Американан, мәҫәлән, кино, һағыҙ һәм пепси. Франциянан хушбый, ниместәр ботинка, финдәр куртка. Ярай әле күп түгел, бик аҙ ғына. Номенклатуранан артып ҡалғаны ғына. Беҙ 100 курткаға мең кеше йыйылып, өҫтөбөҙҙә булғандарын йыртҡылап, төймәләрен ҡойорлоҡ ғына. Әлбиттә, уларҙа сифат һәйбәт булғандыр, туҙмағандыр, йылы ла күренгәндер. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙең тән йылытҡыс куфайкаға етәме һуң инде, арзан, биш һуммы, алтымы. Ә араҡы 3 һум 62 тин. Сират та юҡ, мират та юҡ, күпме кәрәкһә, шул саҡлы алаһың. Мин әле лә хәтерләйем, һәр яңы куфайканы балаларса һоҡланып кейеүемде. Үпкәләмәйем, бөтәһенә лә еткерә алмағандыр, бер нисә һуғыш үткәрҙең. Ә һин еңдең, илдә коммунизм төҙөнөң, ҙур-ҙур маҡсаттар ҡуйҙың, хатта төньяҡта кукуруз үҫтереп ҡараның. Ә беҙ игелекһеҙ балаларың, мыжыныҡ, һөйләндек, һинең хаҡта төрлө ғәйбәт тараттыҡ, һәм иртәнән алып кискә тиклем үҙебеҙҙең ризаһыҙлығыбыҙҙы белдерҙек. Ә беҙгә барыбер күпме бирһәң дә етмәй ине. Шуға күрә бер көн килеп, беҙ һиңә асыуландыҡ, етди талаптар ҡуйҙыҡ. Һин аптыраманың, ләкин барыһын да аңланың, шуға күрә бер һүҙ ҙә өндәшмәнең. Ауыр итеп уфтандың да, туҙып, йыртылып бөткән куфайкаңды кейеп, әйләнеп тә ҡарамайынса, ҡайҙалыр киттең. Бөтөнләйгә, мәңгелеккә. Беҙ һиңә аптыраныҡ, һин үпкәләмәнең, баҡтиһәң ошо ауыр йылдар һинең өсөн бушҡа үтмәгән. Һин барыһына ла күнгәнһең икән.
Эйе, һин һәр яҡтан камил, бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерелек түгел инең, һәм быны үҙең дә аңлай инең. Эйе һин тере инең, тырышып эшләй инең, шуға ҡайһы бер хаталарға ла юл ҡуйҙың. Ҡайһы ваҡыт хаталарың бик ҙур булды. Фажиғәле төҫ алды. Ә ул хаталарың йыш ҡына беҙҙең файҙаға булды, иң аяныслыһы шул, һин быны беләһең, аңлайһың. Беҙҙең йүнһеҙ икәнлегебеҙҙе лә күрәһең, ләкин беҙҙе ғәфү итәһең. Шуға күрә беҙҙең өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшләнең. Һәм беҙҙе һаҡлау сараһын күрҙең. Ә беҙ йүнһеҙҙәр, үҫеп еттек, беҙ һинән башҡа ла йәшәй алабыҙ, беҙ хәҙер ҙур һәм аҡыллылар, ә һине йүнһеҙ һәм тәрбиәһеҙ тип иғлан иттек. Ысын, беҙ үҫеп еткәс барыһы ла булыр, һинән башҡа ла йәшәрбеҙ тип өмөт иткәйнек, ә һин шым ғына тыңлап торҙоң да, көрәшмәйенсә, өндәшмәйенсә, үҙең теләгән яҡҡа китеп барҙың. Беҙ хәҙер үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, ошо көнгә тиклем беҙ хөрриәттең нимә икәнен белмәгәнбеҙ. Муллыҡ ҡына түгел, ҡайғы ла беҙҙе тулыһынса үҙ ҡосағына алды, бәхетлеме беҙ? Белмәйем. Беҙ хәҙер үҙебеҙҙең малайҙарса оятһыҙлығыбыҙ өсөн түләйбеҙ. Беҙ бындай тормоштоң барлығын белмәй инек һәм, бәлки, теләмәгәнбеҙҙер ҙә, хәҙеге аҡыл менән беҙ бөтәһен дә беләбеҙ. Кисер беҙҙе һәм ғәфү ит. Беҙҙе ауыр һүҙҙәр менән иҫкә алма. Рәхмәт һиңә, Тыуған илебеҙ!
М.М. Жванецкийҙан “Һәнәк” өсөн ижади сәлдермеш.