Ҡыҙы тотлоҡто:
– Ә әс-әсәйем ни хәлдә?
– Насар, ҡыҙым, ана, йөрәген тотоп ултыра.
– Атай, нимә булды? Тиҙ ярҙам саҡырҙығыҙмы?
– Әгәр һин Салауат һәйкәленән төн уртаһында көн һайын һуңлап ҡайтаһың икән, тиҙ ярҙам машинаһына тик беҙҙең өй эргәһендә генә ултырырға тура киләсә-әк, – тине атаһы һуҙып.
– Һуң, атай, унда бөтәһе лә булды. Беҙ яңы таралыштыҡ, – тип аҡланды ҡыҙы.
– Ә мин һинең өсмө, дүртме егет менән йөрөгәнеңде күрҙем. Иртәрәк түгелме, ҡыҙым?
– Ҡайҙан күрҙең, атай?
– Бәлки һин белмәйһеңдер. Өфө ҡалаһы интернетҡа тоташҡан видеокамералар менән солғап алынған. Уларҙың бер нисәүһе тәүлек әйләнәһенә Салауат һәйкәле эргәһендә һәр хәрәкәтте күҙәтеп, теркәп бара. Икенсе тапҡыр сыҡҡаныңда Телеүҙәк ҡыйығына һәм Зәки Вәлиди урамындағы 1-се һанлы йорттоң түбәһендә 5-6 видеокамера күрерһең. Тик берүк иҫән-һау икәнлегеңде белгертеп, беҙгә ҡул болғарға онотма!
Бына нисек? Ҡыҙыҡай тәүҙә атаһы менән әсәһенә шылтыратҡандар, тип бүлмәләш ҡыҙҙарына үпкәләргә йыйынғайны, шаҡ ҡатты. Ул үҙе, устағы һымаҡ, бар донъяға күренеп тора икән. Етмәһә, үҙе сағыу итеп кейенгәйне. Тимәк, башҡаларҙан айырылып торған. Рәлиәгә телефонға әсәһен саҡырып, ғәфү үтенеүҙән башҡа сара ҡалманы: “Ғәфү итә күр инде, әсәй, әсәкәйем! Һүҙ бирәм, башҡаса ҡабатланмаҫ”.
Шунан һуң ноутбук аша кереп, Салауат һәйкәлен, Совет майҙанындағы ремонт эштәрен барланы, хатта Мостай Кәримдең һәйкәлен ҡарап сыҡты.
– Йә, күрҙеңме, ҡыҙыҡай, һин хәҙер видеокамералар йондоҙона әүерелеп бараһың. Һинең һәр аҙымың атайың менән әсәйеңә онлайн күренеп торасаҡ. Эргәңдә дүрт егет күрҙек, – тине Эвелина.
– Дөрөҫ түгел. Дүртәү түгел, бишәү ине, – тине ҡыҙыҡай. Әллә маҡтанды, әлә ғорурланды.
– Былай барһа, бишәү-алтау менән дә сикләнмәҫһең һымаҡ. Беҙ һинең һымаҡ йәштә баҫалҡыраҡ һәм тәртипле булдыҡ. Егет күрһәк, әллә ҡайҙа ҡаса инек. Үкенесле хәл, ләкин мин һиндә ундай хис-тойғо күрмәйем. Үҙеңде бындай урында егет ауларға сыҡҡан йыртҡыс һымаҡ тотма. Улар тик торғандан үҙҙәре килеп йәбешмәй. Тимәк, ымлағанһың, ишара яһағанһың.
– Бер ниндәй ымлау ҙа, ишаралау ҙа булманы! – тип ҡаршылашты Рәлиә. – Улар үҙҙәре, килеп, минең менән танышырға теләк белдерҙе.
– Улай булһа, тәбиғи һорау: исемдәрен атап сыҡ әле...
Рәлиә ҡағыҙын алды һәм һанай башланы:
– Аграрныйҙан – Юлдаш, күҙлеклеһе – Фәнүр, ул иҡтисадсы буласаҡ. Артур – Нефтянойҙан, Юлай – Авиационныйҙан, Кәрим – инженер буласаҡ.
– Бына күрҙеңме? – тине Эвелина. – Улар һинең егеттәреңме әллә буласаҡ ҡорбандарыңмы? Быныһын асыҡларға кәрәк әле.
Тәьҫораттар менән уртаҡлашыу күмәкләшеп ултырып кофе һәм сәй эсеү менән тамамланды. Һыуытҡыстан әсәйҙең ауылдан ебәргән һуңғы бәлеш киҫәктәре әле лә тәмле ине. Рәлиә эстән генә, иртәгә нимә ашарбыҙ икән, тип уйлап ҡуйҙы. Өйөндә алдынан ҡалғансы ашап өйрәнгән ҡыҙыҡай тамаҡ туйҙырыуҙың төп мәшәҡәттәрҙең береһенә әйләнәсәген күҙ алдына килтерҙе. Ойоп бара ине, Эвелинаның тауышы ишетелде:
– Егеттәреңде әйтәм, нисегерәктәр? – тип һораны.
– Юлдаш туңдырма менән һыйланы. Береһе – чемпион, бокс буйынса. Икенсеһе – еңел атлетика буйынса чемпион. Фәнүр, күҙлеклеһе, ҡәҙимге “ботаник”, – тип һанап китте.
– Һуғыштырманыңмы һуң? – тип һораны бүлмәләш ҡыҙҙарҙың береһе.
– Әлегә өлгөрмәнем, – тине ҡыҙ.
– Өлгөрөрһөң, – тине Эвелина. – Сама белергә кәрәк. Тәүге сыҡҡаныңда уҡ – биш егет. Бер үҙеңә күп түгелме? Һиңә – бишәү, ә беҙгә берәү ҙә юҡ. Моғайын, шул бишәү араһында әҙәм рәтле берәү ҙә юҡтыр әле. Матди хәлдәре нисек?
– Уныһын нисек аңларға? – тип аптыранды Рәлиә.
– Фатир, авто, үҙ аллы бизнес һәм башҡалар...
– Белмәйем, әлегә һорашманым.
– Провинциянан килгәнлегең күренеп тора. Танышыуҙы шунан башларға кәрәк. Килеп иҫәнләшеү менән, шым ғына бармаҡтарына күҙ һал. Теүәлме, йәғни, никах балдағы юҡмы.
Булһа, һөйләшеп тә торма, һыйыр урынына “һау-һау” ҙа, ситкә ҡыу. Ундайҙарҙың киләсәге юҡ.
– Ярай, шулай итермен, – тине Рәлиә.
Үҙе эстән генә баш вата. Нисек һауырға? Һыйыр һауғаны бар, ә бына егет-еләнде нисек һауырға икәнлеген күҙ алдына ла килтерә алмай. Һорашһа, тағы ла көлөр ҙә ҡуйырмы икән? Рәлиә һорап өлгөрмәне. Арығайны, йоҡо баҫты үҙен. Бер тамсы төш күрмәй, телефонының уятҡысы шылтырай башлағансы, йоҡланы ла ҡуйҙы. Иртән тороу, ҡоро сәй эсеү күп ваҡытты алманы. Тәнәфес ваҡытында берәй буфетта бәлеш-мәҙәр эләктерер әле.
Университет буйлап йөрөгәндә ҡыҙ шуға иғтибар итте: ул үҙенең мәктәп уҡыусыларына ғына хас күҙлеге менән күптәрҙән айырылып тора икән. Төркөмдәш ҡыҙҙары менән әңгәмәләшкәндә шуны асыҡланы, улар күптән күҙлектән баш тартҡан һәм линзалар менән файҙалана. Бер аҙ мәшәҡәтле, үҙен хеҙмәтләндерергә кәрәк. Уның ҡарауы, ифрат уңайлы. Төштән һуң шәхси клиникаларҙың береһендә линзаларға заказ бирҙе.
Ике көндән, килеп алығыҙ, тип шылтыраттылар. Барып, линзаларын күҙенә йәбештергәйне, көҙгөгә ҡарағас, үҙен таныманы ла ҡуйҙы. Кисәге уҡыусынан тамам студенткаға, хатта Өфө ҡыҙына әйләнде.
Бөгөн – сираттағы шәмбе – кискә тағы бейеүҙәр буласаҡ. Салауат һәйкәле эргәһендәге майҙан яҡты ваҡытта уҡ ҡайнап тора. Бүлмәләш ҡыҙҙар менән бергә, майҙанды яулар һәм егеттәр күҙенә салыныр өсөн, алға уҡталдылар.
– Ауыҙыңды асып йөрөмә! Абай бул! Был юлы һәр егеткә ташланырһың, тип уйламайым. Улар бында бөгөн күп. Башың әйләнеп, йығылып ҡуйма! – ти Эвелина һәм һуңғы күрһәтмәләрен еткерә. – Әйткәндәй, ауылса атлауыңды ташла. Олпат ҡына, һалмаҡ ҡына атла, янбаштарыңды уйнатып ал. Нимә ул хәтле һелкетәһең? Кеше көлдөрөргә итәһеңме әллә?
Ҡыҙыҡай уның һөйләгәндәрен әллә ишетә, әллә юҡ, ләкин күҙҙәре менән Телеүҙәк ҡыйығын һәм Зәки Вәлиди урамындағы беренсе һанлы йорттоң түбәһен ҡапшай. О, унда камералар! Ҡыҙ түҙмәне, төркөмдән айырылып сыҡты һәм ике ҡулын да күтәреп, тирә-яҡҡа сәләм бирҙе: “Һаумыһығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Мин – иҫән-һау! Һеҙгә лә һаулыҡ һәм именлек теләйем!” – тип әйтеп өлгөрмәне, телефоны шылтырай ҙа башланы: “Һаумы, ҡыҙым! – тине әсәһе, – Беҙ һине ҡарап торабыҙ. Һин бигерәк матур күренәһең! Беҙ һиңә бәхет теләйбеҙ!”
Шул ваҡыт эргәһенә Фәнүр килеп сыҡты.
– Вау! Мин һине саҡ таныным! Һине хәҙер танырлыҡ та түгел! – тип ҡосаҡлап алды ул ҡыҙыҡайҙы. – Күҙлегеңде сискәнһең бит!
– Шулай шул! – тине Рәлиә. – Нимә менән килдең?
– Маршрутка менән. 249-сы ун минутта килтереп еткерҙе, – тине егет.
Аңлашылды. Тимәк, машинаһы юҡ. Ҡыҙыҡ, фатиры бармы икән? Ун минутта килеп еткәс, Үҙәктән бик йыраҡ түгелдер. Үҙәк Баҙар тирәһе булыуы ихтимал, тип уйланды ҡыҙыҡай.
– Атайың менән әсәйең ни хәлдә? – тип һораны ҡыҙ.
– Улар, ни, дачала. Ҡар яуғас ҡына ҡайталар. Фатирҙа бер үҙем.
– Тимәк, һиндә аулаҡ икән... – тип шаяртты Рәлиә.
– Эй, аулаҡ булыу менәнме ни? – тип зарланды Фәнүр. – Әсәй менән атай аҫта консьержды киҫәтеп ҡуйған. Ышанаһыңмы, эт һымаҡ өрөп ултыра, миңә килгән егеттәрҙе лә үткәрмәй.
Быныһы ҡыҙыҡ мәғлүмәт. Консьерж бар, тимәк, элиталы йорт. Ә бына берәүҙе лә үткәрмәүҙәре насар. Шул арала эргәһендә, шәүлә һымаҡ, Эвелина ҡалҡып сыҡты:
– Нимәләр бар? “Сиртәме”? – тип һораны.
– Нимә булһын, машинаһы юҡ. Маршруткала килгән. Уның ҡарауы, элиталы йортта фатиры бар, тик консьерж үткәрмәй икән. Ата-әсәһе баҡсанан ҡар яуғас ҡына ҡайтасаҡ! – тип әйтеп өлгөрҙө Рәлиә.
– Оh! Yes! – тип сәпәкәй итте Эвелина, – Артабан эшкәрт. Клиент, артабан тормошҡа ашырыуға, оҙаҡламай, әҙер булырға тейеш. Ҡара уны, ҡулыңдан ысҡындырма! Юғиһә, йүнле мал күренмәй. Исеме кем әле? Фәнүр бит әле. Тәк, юҡ, быны ҡулдан ысҡындырыу юҡ! Нығыраҡ тот!
Рәлиә Фәнүрҙе ҡултыҡлап уҡ алды, күҙ ҡырыйы менән генә видеокамераларҙы барланы:
– Әйҙә, тегеләйерәк китәйек, – тине.
Аҡрын ғына атлап, Ағиҙел ярына тиклем барып еттеләр, күпер аша поезд үткәнен ҡарап торҙолар. Уф! Бында ла камералар туп-тулы ла инде! Аҫҡа төштөләр, һуҡмаҡтар аша үттеләр. Фәнүр үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡыҙ ҡултыҡлап китеп бара. Эргәһенән үтеүселәр барыһы ла уны таный һәм күрә, егет өсөн ҡыуана һымаҡ. Хатта саҡ ҡына башы әйләнеп алды. Әйләнмәҫлекме ни, ҡаршы килеүсе
апайҙар һәм ағайҙар: “О, Фәнүр килә! Ҡыйыуыраҡ! Ҡыйыуыраҡ бул! Ҡулыңа килеп ҡунған ҡошто ысҡындырма!” – тип дәртләндерә һымаҡ... Ә ҡыҙыҡайҙың үҙ мәшәҡәттәре. Фатирына бөгөн үк саҡырырмы икән? Саҡырһа, бөгөн үк барып булмай инде. Нисек тәүге көндә үк барып, сит фатирҙа ҡунып ятмаҡ кәрәк!? Әллә нәмәләр уйлауы бар. Туҡта әле, кем әйтте тәүге көндән үк, тип? Икенсе көн дә инде! Эйе, бөгөн – икенсе көн! Ҡыҙ егеттең фатирына танышҡандан һуң нисә көн үткәс барырға тейеш? Юҡ ундай ҡағиҙә һәм талап. Әгәр егет саҡыра икән, үҙеңде тәртипле тотһаң, әлбиттә, ул үҙе лә тәртипле булһа, тәүге көндә үк, юҡ, тәүге төндә үк барырға мөмкин. Рәлиәнең еңелсә башы әйләнә, йыш-йыш тын ала, эргәһендә күбәләктәр осоп йөрөй, улар берәм-берәм килеп, ҡыҙҙы һырап алалар һәм иркәләйҙәр һымаҡ. Уф, юҡҡа сыҡты бөгөн ҡыҙыҡай, бүлмәһендә ял итеп кенә ятманы. Бынау Фәнүре етәкләп алған да, бер аҙым да ситкә ебәрмәй, ныҡ тота. Шулай буламы икән инде?
– Арыным, – тип бышылданы ҡыҙыҡай, күҙенә эскәмйә салынды.
– Әйҙә, бынауында ултырайыҡ, – тине егет.
Эскәмйәнең ситендә бер кешелек кенә урын күренә. Егет ултырҙы, аһ, ул ҡыҙҙы йомшаҡ ҡына итеп килтереп, алдына ултыртты. Юҡ, ултырманы ҡыҙыҡай, осоп ҡына килеп ҡоланы ла ҡуйҙы. Әлбиттә, егеттең алдына. Саҡ һушын юғалтманы Рәлиә, хатта линзалары аша “Торатау” Конгресс-холын күрергә һәм видеокамераларҙың күплегенә иғтибар итергә өлгөрҙө.
Дауамы бар.