-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ноябрь 2021, 18:00

ЙӘШӘЙ БИРӘМ ӘЛЕ! Хикәйә

Туҡһан йәшен ауғыста тултырҙы Әлмира әбей. – Һу-у, быныһын үткәс, йөҙөнә етәм әле мин! Балалар ғына йыбанып китмәһен ошо бер мәңге һыуын эскән әбей ҡасан үлә инде, тип. Үҙе хәйләкәр йылмая. Әйтмәй уның балалары, Әлмира әбейҙе өф итеп кенә торалар улар. Өҫтө таҙа, тамағы туҡ, күңеле бөтөн. Ҡурсаҡ һарайы кеүек кенә матур өйөндә рәхәтләнеп көн итә. Ятып ала, тороп китә, һайт тигән юҡ, тайт тигән юҡ. Үҙе һәйбәт булғас, балалары ла, уларының балаларының балалары ла әбейҙе ҡәҙер итә. Юлына саң ятҡырмай килеп-китеп торалар. Тик халыҡ иҫәбен алыу тураһында ишетеп ҡалды тине лә тыныслығы юғалды әбейҙең: – Был переписте үтә алмай үлеп кенә ҡуймаһам ярар ине, – тип хафалана, ыуалана башланы. – Нишләп үктәберҙе көтәләр икән?

ЙӘШӘЙ БИРӘМ ӘЛЕ!  Хикәйә
ЙӘШӘЙ БИРӘМ ӘЛЕ! Хикәйә

Килде, ниһайәт, иҫәп алыусы. Әстәғии, ир кешеме был, ҡатын йортонанмы? Аҫты-өҫтөлө кейемдә, башында спарсминдарҙыҡы кеүек шапкы, битендә маска (уныһы мотлаҡ инде, Әлмира әбей үҙе лә маскала). Ярай, кем булһа ла булһын, иҫәпкә кереп ҡалһа, булды! Йөҙгә әллә етә, әллә юҡ, уныһы Хоҙай хөкөмөндә.
– Әйҙә үт, балаҡай.
Иҫәпсе өҫтәл янына үтте, әммә, әбей көткәнсә, ҡағыҙҙар йәйеп һалманы. Китап ҙурлыҡ ҡына нәмәһен сығарып ҡуйҙы.
– Әәә, был нәмәкәйгә теркәйһеңме?
Иҫәпсе һорай, Әлмира яуап бирә. Ултыра торғас, иҫәпсенең тауышы таныш һымаҡ була башланы.
– Һин үҙең ҡайһы яҡтанһың, балаҡай?
– Мин Әлниса бит, инәй, һеҙҙең уҡыусығыҙ Ришаттың ҡыҙы.
– Ауыҙыңа май! Нишләп әйтмәй ҙә ултыраһың, мәрйә!
– Таныйһығыҙҙыр, тип уйланым.
– Танырһың хәҙер һине! Көплө ҡорт кеүек кейенеп алғанһың бит.
Үҙҙәре бирҙеме ни? Кире алмайҙармы аҙаҡтан? Алмаһындар шул! Анһатмы эш ҡалдырып йөрөүе! Аҡса ла бирерҙәр, миҙалын да бирә торғандар – минең ҡыҙымдыҡы бар.
Әбей ирәйеп, күңелләнеп китте.
–Туҡһанымды тултырҙым, Аллаға шөкөр. Пенсияға илле йәштән сыҡтым, ике мең ярым ине ул саҡта пенсия аҡсаһы. Илле ете йәшемә тиклем эшләнем үҙем. Бына хәҙер ҡырҡ йыл инде хөкүмәт елкәһен кимерәм. Уға шул кәрәк, тием. Ана, бабайым пенсияға сыҡты тине лә, ауырып үлде лә китте. Уның өлөшө бар тип алдым пенсия аҡсаһын. Һикһән йәшем тулғас өҫтәлгән аҡсаны, мине ҡараған өсөн бирелгән аҡсаһына ҡушып, ейәнсәрем өлөшөнә һалып барҙым. Уҡып йөрөгән балаға хатта килеште. Өлкән кейәүемде, йәше тулһа ла, йыл ярым көттөрҙөләр, үҙемә минималын ғына ҡалдырам да, ҡалғанын уларға биреп торҙом. Шунан улыма шулай итеп ярҙам иттем. Был ниндәй дурацкий политикалыр – ирҙәрҙе зарыҡтырып... Хәҙер сиратта – тағы бер улым, тағы бер кейәүем. Уларҙың симейәләренең өлөшө тип биреп торам. Йә сәләрке, йә бесән... – алһындар, миңә аҡса нимәгә. Хөкүмәткә үс итеп, елкәһен кимереп, йәшәй бирермен әле Алла бойорһа. Үҙе ашамаһын кеше өлөшөн! Быныһын яҙып ҡуйма, Әлниса ҡыҙым, – тип шаяртып, Әлнисаны арҡаһынан һөйөп оҙатты тағы бер иҫәп тарихына яҙылып ҡалған Әлмира әбей.

 

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәғиз Шәйхетдиновтың  "Ҡатын-ҡыҙ портреты" тигән картинаһынан фоторепродукция.

Автор:Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: