+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ноябрь 2021, 10:00

БЕЗ БУМАЖКИ ВЫ БУКАШКИ

Сәбилә Әхмәҙуллина – тырыш, намыҫлы ҡатын. Үҙен белгәне бирле республика гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләне. Уның яҙған очерктарын, мәҡәләләрен бергә йыйһаң, ун томлыҡ китап булыр. Бына уның хаҡлы ялға сығырға ла ваҡыты етте. Пенсия юллап йөрөй башланы. Пенсияһы ун меңгә лә етмәй булып сыҡты. Был ун меңгә мин нисек йәшәрмен? Пенсияның яртыһынан күберәге квартплата, капиталь ремонт, газ, электр, йылы һыу, һыуыҡ һыу, телефон, телевизор, компьютерға түләүгә китә. Дүрт мең аҡсаға ай буйы нисек йәшәрмен, тип ҡабат соцобесҡа барҙы. Начальник:

БЕЗ БУМАЖКИ ВЫ БУКАШКИ
БЕЗ БУМАЖКИ ВЫ БУКАШКИ

– Наградаларың, званиеларың булһа, пенсияң ике тапҡырға артыр ине. Ҡайҙа һинең маҡтау ҡағыҙҙарың? Ҡырҡ йыл буйы журналист булып эшләгән башың менән, бер звание юллап алырға ла эшкинмәй нимәңде ҡарап йөрөнөң? – тип әрләп алды.

– Әлләсе, – тине хәбәрсе. – Уны мин юллап алырға тейеш инемме ни? Етәкселәр үҙҙәре бирмәйме ни?

Соцобес хеҙмәткәре Сәбиләгә икенсе планетанан килгән кешене күргәндәй булып, ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла:

– Беҙгә ҡағыҙ кәрәк, ҡағыҙ! – тине. – Аңламайһыңмы ни, ҡағыҙ кәрәк! Без бумажки вы букашки, а с бумажкой как нибудь. Вот так! Һинең ҡырҡ йыл эшләүеңдең кемгә хәжәте бар бер ҡағыҙың да булмағас?

Башын түбән эйеп сығып киткән Сәбилә артынан контора хеҙмәткәрҙәре бер килке һөйләп ҡалды:

– Тоже мне журналист! Ҡағыҙҙы мин юллап алырға тейешме ни. Әйтерһең, Айҙан төшкән.

Икенсеһе өҫтәне:

– Бешмәгән! Шуның шуныһын белмәй. Знамо, отсталый! Тома наҙан! Нисек журналист булып эшләй алған?

Өсөнсөһө башын сайҡап:

– Простота – хуже воровства. Званиены үҙенә йөрөп юллап алыуҙы ла белмәй. До чего дожили? – тине.

Бер яҡ ситтә тын ғына коллегаларының хәбәрен тыңлап торған ҡатын башҡалар менән килешмәүен белдерергә булды:

– Ғәфү итегеҙ, мин башҡаса уйлайым. Юғары исемдәрҙе, наградаларҙы әрһеҙҙәр, ояла белмәгәндәр генә үҙҙәре юллап ала. Әҙәпле, тәүфиҡлы, баҫалҡылар, уның намыҫлы хеҙмәтен күреп, етәкселәрҙең, түрәләрҙең биреүен көтә. Бына шуға ла беҙҙә иң лайыҡлы хеҙмәт эйәләре наградаһыҙ тороп ҡала.

Автор:Лира ЯҠШЫБАЕВА.
Читайте нас: