Ҡаяның иң текə урынына суҡайып менеп баҫыуҙан əллə ниндəй бер кинəнес тапҡан олағара мɵгɵҙлɵ аҡ кəзə тəкəһен инде əйтеп тə тораһы түгел! Ул гүйə үҙенең сослоғо, йырғырлығы менəн Искəндəрҙең сəменə тейергə телəй. Ике-ɵс бɵртɵк кəзəһен артынан эйəртеп, əллə ҡайҙа урман-тау ҡыҙырғандан һуң, кис һайын ɵйгə ҡайтыр алдынан ана шул түбəһенə менһəң баш əйлəнерлек текə ҡаяның сосайып сыҡҡан ташына баҫып торғанын Искəндəргə күрһəтмəйенсə тɵшɵү юҡ. “Тапҡанһың ярышыр кеше, — тип йылмая Искəндəр һис бер асыу-үпкəһеҙ. — Ярышам тиһəң, һəр иртə һайын тɵнгɵлɵккə утлауға сығарып ебəргəн тайын ҡайҙан-ҡайҙа эҙлəп алып ҡайтырға йыбанмаған етмеш дүрт йəшлек олатам менəн ярыш, шəп булһаң. Арт һанын һɵйрəп саҡ йɵрɵгəн эшкə ашмаған Искəндəр байғош менəн түгел”.
Ошо ҡаялар, ошо йəн эйəлəре, мɵлдɵр йылға, анау күбəлəк, баянан бирле, ҡыуалап-ҡыуалап ебəргəнгə ҡарамай маҙаһыҙлаған себене — барыһы бергə Искəндəрҙең оло, ишле ғаилəһе, тотош бер донъяһы. Улар меңəрлəгəн күҙгə күренмəҫ ептəр менəн уны ер ɵҫтɵнə сырмап бəйлəгəн дə, май шəм кеүек һыҙылып ҡына ана һүнəм, бына һүнəм тип былҡылдаған ғүмер филтəһенə кɵн һайын, минут-сəғəт һайын яғыулыҡ ɵҫтəй.
Йəйгеһен Ағиҙелдə мəрəкə күп. Кɵндəр йылыныу менəн йылға оло юлға əйлəнə. Кɵнɵнə йɵҙəрлəгəн кəмə, байдаркалар, һалдарға ултырып бихисап халыҡ үтə. Ҡайһы береһе тəбиғəттең хозурлығын үҙенə һеңдереп яй ғына йɵҙə. Күптəре ҡайҙалыр уҡ кеүек атлыға, ашыға. Ҡасандыр Искəндəр дə шулай ашҡына, күңеле билдəһеҙ яҡтарға талпына торғайны. Ысын мауыҡтырғыс тормош шунда, кешелəр бергə тупланып гɵж килгəн ҙур ерҙəрҙəлер кеүек ине.
Сəйəхəтселəрҙең бəғзелəре туҡтап китə. Ɵлəсəһенəн ризыҡ, һɵт-ҡаймаҡ, йомортҡа һатып ала. Искəндəр улар менəн аралашып бармай. Донъя хəлдəрен һорашырға, гəплəшергə олатаһы əүəҫ. Ғүмер буйы урман хужалығында, халыҡ араһында, ҡайнап ɵйрəнгəн кешегə, ҡасандыр умарта ҡортолай гɵжлəп торған ауылы бɵтɵп, ҡартайған кɵндə бер ɵйгə тороп ҡалыуҙарына күнеү ауыр. Урманынан, ҡаяға һырығып үҫкəн шəм кеүек тɵҙ ҡарағайҙарынан башҡа ғүмер итерен күҙ алдына бик килтермəһə лə, кешеһеҙлекте үҙе кеүек үк ҡыйын кисергəн əбейенең баҫымына бирелеп ауылға күсергə булып та бɵткəйнелəр. Ɵлкəнəйгəн кɵндəрендə ҡутарылып китергə Искəндəрҙең килеп йығылыуы ҡамасауланы. Дɵрɵҫөрəге, ҡалырға сəбəп сығыуы йəтеш булды.
Ə Искəндəрҙе бындағы тормоштоң матурлығы сихырланы. Ул сəғəттəр буйы һис ялыҡмай ҡырмыҫҡаларҙың арлы-бирле йүрмəлəүен, ҡарышлауыҡтың яй ғына ҡыбырлап ботаҡ буйлап үрмəлəүен, зəп-зəңгəр күктəге ап-аҡ болоттарҙың иреп юғалғанын онотолоп ҡарап ултыра.
Олатаһы менəн ɵлəсəһе үҙҙəренə мəшəҡəт табылғанға ирəйеп, уны сабый бала кеүек əпəүлəп, ɵф итеп тора. Əле лə, кɵн кисəүлəү менəн олатаһы аҫтына иҫке фуфайкаһын алып сығып түшəне, үҙе илəгəн кəзə тирəһенəн теккəн кəзəкейҙе яурынына һалды. Ɵлəсəһе ɵлтɵрəп килеп яңы ғына һауған йылы һɵт эсереп китте.
Улар Искəндəрҙең ɵндəшмəүенə лə, үҙ алдына, ҡалай телəһə, шулай йəшəүенə лə күнгəн. Бына əле лə хəстəрлектəренə ҡарашы менəн генə рəхмəт əйтеп, йылғаға ҡарап ултырыуын тəбиғи күрҙелəр. Əбей менəн бабайҙың бер-береһен хуплап, сɵкɵрҙəшеп йəшəгəне ниндəйҙер аңлатып бирə алмаҫлыҡ лəззəт килтерə Искəндəргə.
— Һыйырҙы ла, быҙауҙы ла тɵпкə биклəйек, — ти ана олатаһы. — Тɵндə килтереп яуырға оҡшаған.
— Ныҡ ҡына ҡойоп китһə ҡана ла бит, — тип ҡушыла ɵлəсəһе. — Картуфтарға һəйбəт булып ҡалыр ине.
— Яҡшы булыр ине шул, — тип йɵплəй ҡарты. — Тамырына үткəрəрлек итеп бер яуһа етер ҙə ҡуйыр ине.
Искəндəрҙең дə ғəзиз йəре менəн шулай йəшəгеһе килер ине. Тик бында ҡыҙҙар юҡ шул. “Яҡын тирəлəге илле саҡырымда, ғɵмүмəн, əҙəм əҫəре юҡ”, — тип ҡабатларға ярата олатаһы.
Берəй ҡыҙыҡайҙың үҙен оҡшатырына шиклəнмəй егет. Армияға тиклем ҡыҙҙар уны бик ярата торғайны. Хатта хеҙмəттə саҡта ла бер нисə ҡыҙ ярышлашып хат яҙып торҙо. Торғайны... Моғайын, улар кейəүгə сығып, бала-сағалы булып бɵткəндер инде. Былай тип уйлау Искəндəрҙе болоҡһотмай. Тормош булғас, үҙгəреп торһон ул. Кеше ғаилə ҡорорға, балалары тыуырға, донъя кɵтɵргə тейеш. Сəлəмəтлеге булһа, Искəндəр дə тиңен тапҡан булыр ине. Һау кешегə илле саҡырым ер алыҫ арамы һуң инде. Олатаһының атын атланыр ҙə, күңеле тартҡан ҡыҙ янына кис һайын барып урар ине.
— Бабай, тɵнə яуған ямғыр тауыҡтарҙың кетəгенə ҡəҙимге үткəйне, — ти ɵлəсəһе. — Анау түлде алып менə һалып түшəп тɵшəйекме əллə?
— Əйҙə һуң, — тип ихлас риза була ҡарт шуны ғына кɵткəндəй. — Күптəн ябырға уйлағайным да, кɵндəн-кɵн ҡала килə, ҡала килə... Əллə нимə менəн үтə был ғүмер.
— Балам, сəй эсмəйһеңме беҙеменəн? — тип ɵндəшə ɵлəсəһе торараҡ.
— Юҡ, рəхмəт, — ти Искəндəр. — Тɵнгɵлɵккə мəшəҡəт арттырмайым.
Ɵлəсəһенə Искəндəрҙең шаяртыуынан рəхəт. Ейəненең һəйбəт кəйефенə ҡыуанып, юҡ ҡына мəрəкəһенə лə ихлас кеткелдəп кɵлə. Аласыҡта уны олатаһына ҡабатлап һɵйлəп, икəүлəшеп шарҡылдашҡан булалар. Уларҙың ошо йəшкə еткəнсе баштарын артҡа ташлап ебəреп, ихлас итеп ҡысҡырып кɵлɵү һəлəттəрен юғалтмағандарына һушың китер.
— Мəшəҡəт тип ни, алыҫ йɵрɵйһɵ юҡтаһа, — тип гɵрһɵлдəй олатаһы аласыҡтан.
“Тɵнгɵлɵккə мəшəҡəт”, — тип сержант Поликарпов əйтергə ярата торғайны. “Ысынлап та унда был ысын мəшəҡəт була торғайны”, — тигəн уй килə Искəндəрҙең башына. Тик уның хəтирəлəргə тəрəнəйеп тɵшɵп киткеһе килмəй. Йомшаҡ фуфайкаға йəтешлəп ҡырыная, кəзəкейҙе биленерəк тартыштыра ла ҡап-ҡара булып болот ҡаплап килгəн күккə ҡарай. Ялт-йолт ялағайҙар балҡыған ҡарағусҡыл күк кɵмбəҙҙе күҙəтеү ҡыҙыҡ, тик ямғыр еле һалҡынса. Ɵлəсəһе сəй урынын ғына йыйып алһа, аласыҡҡа инергə кəрəк булыр. Ана олатаһы ɵйгə инеп китте ашығып. Ул радионан үҙенең “Һуңғы хəбəрҙəр”енə һуңлап ҡуймайым тип борсола инде. Йүнле хəбəр ишетерҙəй булып...
— Балам, — тип ɵндəшə ɵлəсəһе йəнə. — Шəмде һүндерəйемме, əллə инəһеңме? Урыныңды һалдым.
— Рəхмəт, ɵлəсəй, — ти Искəндəр. — Хəҙер инəм.
— Ин, балам, — ти əбей. — Ел һуғып ҡуймаһын.
Үҙе юҡ-бар эшен табып, һаман ɵйгə инеп ятмай. Ярҙам кəрəк булһа-бəлəн тип һуҙыла инде. “Ята һалһын, оҙон кɵн буйы тыпырлап йɵрɵп арый инде”, — тип уны йəллəй-йəллəй урынынан ҡуҙғалды егет. Юҡҡа борсола ɵлəсəһе. Һуңғы осорҙа ҡəҙимге атлап йɵрɵй башланы Искəндəр.
— Асығып китһəң, шунда йылы икмəк бар, сүлмəктə йəш картуф, — ти əбей. Артыҡ ҡурсалап, борсолғанын күрһəтеп, рəнйетеүҙəн дə ҡурҡа. Бабайы был хаҡта ҡат-ҡат ныҡытҡан. “Күҙеңде шəмəртеп, баланың кəйефен боҙма, — тигəн. Шулай ҙа хатта үҙенəн дə йəшереп барыбер ҡурсаламай булдыра алмай. Балаңдың балаһы балдан татлы бит ул. Йəллəмəй ҡалайтаһың...
Ɵлəсəһе кислəтеп кенə, кɵндɵң ҡыҙыуы һүрелə биргəс, икмəк һалып алған. Шуға аласыҡтың мейесе йылы, рəхəт. Искəндəр шəмде һүндереп, мейес буйына һалынған урындыҡтағы түшəгенə ҡырынайыуы булды, ҡапыл ғына ямғыр ҡотороп алды ла китте. Ҡурҡыныс итеп йəшене ата етмəһə. Атҡан һайын Искəндəр үҙе лə һиҙмəҫтəн тертлəп, хатта шомланып ала. Ҡурҡыныс хəтирəлəренəн арынып, йəшен тауышы бары йəшен тауышы ғына булған саҡтарын уйларға маташа. “Тəбиғəттең мəхшəрен йылы түшəгеңдə генə тыңлап ятыуы рəхəт”, — ти ул үҙ-үҙенə, эске кɵсɵргəнешенəн ҡотолорға тырышып. Шул саҡ ҡаты итеп ишек ҡаҡҡанға йəнə тертлəп китте. “Инегеҙ”, — тип ҡысҡырҙы. Туристарҙыр.
Берəү ишекте асып башын тыҡты, йəшен ялтлаған ыңғайға уның алыптай дəү шəп-шəрə бер ир кеше булыуы күренеп ҡалды.
— Шырпы бирмəҫһегеҙме икəн? — тине тɵнгɵ ҡунаҡ. — Кəмəм түңкəрелде лə тəмəке тоҡандырырлыҡ та шырпым ҡалмаған.
— Инегеҙ-ин, — тине Искəндəр. — Ямғыр аҫтында тормағыҙ. Шырпы шунда, мейес ҡаҙнаһындалыр.
— Аяғым бысраҡ, ҡойо килеп тороп...
— Шунда иҙəн сепрəге ята, һɵрт тə ин. Иҙəн бысрай, тип бынау ғəрəсəттə тышта тормайһың бит инде, — тип ҡыҫтаны Искəндəр. — Һалҡын тейер.
— Шайтаным да булмай, — тине юлсы. — Сыланырлығым ҡалмаған инде. Трусигыма тиклем һығып алмалы. — Шулай ҙа инде. Ҡуҙы һазлап ятҡан усаҡ ауыҙына сүгəлəне.
Искəндəр һəрмəнеп янындағы шəмгə ут тоҡандырҙы. Саҡырылмаған ҡунаҡ утыҙ йəштəр тирəһендəге оҙон буйлы, ҡалын кəүҙəле башҡорт абзыйы булып сыҡты.
— Əйҙə, үтеп ултыр, ағай. Тамағың астыр, — тип ɵлəсəһе мейес башына, йылыға ултыртып киткəн картуфты сүлмəге менəн үрелеп алды, киндер ашъяулыҡҡа тɵрɵлгəн, ҡабарып бешкəн, əле һыуынып та ɵлгɵрмəгəн əсикмəкте ҡалын итеп телде.
— Урындыҡ аҫтынан ҡаймаҡмы, маймы шунда үҙең ынтылып ал, — тине. Артыҡ ҡыбырҙап ташлауынан башы əйлəнеп, мейескə арҡаһын терəй һалды.
— Рəхмəт, ҡусты, ныҡ асыҡтырылғайны, — тине юлаусы. — Тəүлə танышайыҡ. Солтан булам.
— Искəндəр.
Асығыуы ысынлап та үҙəгенə үткəндер, бүтəн ҡыҫтатып торманы, мейес буйында торған ҡомғанды тупһаға алып сығып арлы-бирле ҡулын сая һалды ла картуф менəн икмəккə йомолдо.
— Эрəхмəт инде, туған, — тине ауыҙ тултырып сəйнəй-сəйнəй. Шунан оялып киттеме: — Бер яртым бар ине. Ҡайҙа авинəйем.
— Мин эсə алмайым, абзый, ярамай, — тине Искəндəр. — Үҙеңдең эскең килһə генə алып ин.
Тегеһе күңеле һүрелə биреп:
— Яңғыҙ эсеп ултырырға ни, мин алкаш түгел дə... — тип мығырҙағайны, əллə нишлəп бɵтɵнлəй ирəйеп киткəн егет:
— Ана, олатамды саҡыр, — тип əйтə һалды шығырҙап ишек асылғанын ишетеп. — Кɵнɵ буйы арып йɵрɵгəн кеше рəхəтлəнеп йоҡлар, исмаһам.
***
— ...Аҡса тип игəй ҙə игəй, игəй ҙə игəй. Үҙəккə үтте, тəҡəтте ҡоротто. Шалам-балам бер бисə булһа, ҡул һелтəп сығыр ҙа кителер ине ул. Бɵтə яҡтан килгəн. Үҙем ошолай ғына булһам да кəлəш һылыу ул минең, олатай. Уҡымышлы ла. Техникум бɵткəн, əле ситтəн тороп йəнə уҡый. — Тɵнгɵ ҡунаҡ алдындағы стаканды кɵрəктəй ҙур йоҙроғона йомған килеш Искəндəрҙең олатаһына эйелə биреп йотлоғоп һɵйлəй. Уның да кешегə һыуһағаны күренеп тора. Эс бушатҡыһы килə. — Минең арифметиканан мəсьəлə сисə алмаған ɵсɵн ɵсɵнсɵ класта ике йыл ултырған һабаҡташ малай, бизнес тип йə Ҡытай, йə Тɵркиə сабып сереп байығас, əптəн түҙҙермəй башланы.
Илдəге хəлдəрҙе уртаһында ҡайнап түгел, радио ашараҡ белеңкерəгəн ҡартҡа был һɵйлəшеү айырата мауыҡтырғыс, шуға ул да табындашының ауыҙына теклəгəн. Ваҡыт-ваҡыт “һы-һы” тип мɵнəсəбəтен дə белдереп ала.
Дауамы бар.