+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ноябрь 2021, 19:00

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Икенсе өлөш

Илдəге хəлдəрҙе уртаһында ҡайнап түгел, радио ашараҡ белеңкерəгəн ҡартҡа был һɵйлəшеү айырата мауыҡтырғыс, шуға ул да табындашының ауыҙына теклəгəн. Ваҡыт-ваҡыт “һы-һы” тип мɵнəсəбəтен дə белдереп ала. — Тылҡый торғас, ниңə, үҙемде һынап ҡарайым һуң, тип уйланым эстəн генə. Былай үҙенə ɵндəшеү юҡ. Ялға сыҡтым да, аҡсаһын тулайым ғына усына йомдороп, балалар менəн бергə ауылға ҡəйнəмə апарып ҡуйҙым. Үҙем киттем Ишембай ойоҡ фабрикаһына. Йыл буйына унан һуҙып, бынан тартып тигəндəй бол йыйғайным, шуға тотош тауар, бер балыҡсы дуҫтан резина кəмə алдым.

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Икенсе өлөш
ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Икенсе өлөш

Ҡышҡыһын уҡ ныҡлап уйлағайным. Халыҡтың ихтыяжын самаланым. Ҡайтауыллап йɵрɵгəндə абайлайым, əсəмдең дə ойоғо ҡырҡ ямаулы, ҡəйнəмдең дə. Бына нәмə кəрəк əбей-һəбей, ҡатын-ҡыҙға, тинем. Аҡса бит аяҡ аҫтында. Ə ишембайҙар тауарҙарын һата алмай ултыра, ҡытай-тɵрɵк баҫты тиешеп илаулап.

Тɵшɵп киттем Ағиҙел буйлап. Ауыл һайын туҡтайым. Əбейҙəргə ойоҡлоштан бик тə ярап ҡалыр ине лə, аҡсаларын үҙҙəренəн үҙҙəре йəллəй. “Беҙ ҡырҡ ямауҙа йɵрɵһəк тə ярай хəҙер, бала-сағаны кейендерер кəрəк, — тиҙəр. — Күкəйгə йə майға һатһаң ине”. Риза булмай, ҡайҙа бараһың. Шул тиклем тауарҙы кире апҡайта алмайым бит инде.

Хəҙер ул күкəй менəн майҙы ҡайҙа итергə белеп булмай. Бына шундай шəп сауҙагəр сыҡты минəн. 

“Шəп” тигəнен əсенеп, хатта һыҙланып əйтте. Аҡса эшлəп ҡатынын шул тиклем ҡыуандырғыһы килгəндер инде, байғоштоң. Уны бик ныҡ ярата, күрəһең.

— Завод йүнлəп кенə эшлəп китə алмай шул, — тип артабан зарын түгə саҡырылмаған ҡунаҡ. — Заказдары юҡ. Аптыралды инде. Моғайын, контракт менəн армияға яҙылырмын да, һуғыш барған берəй ергə кителер. Военком да ɵгɵтлəй. Файҙалы эш, ти. Үлеп ҡалһаң да, исмаһам, балаларыңа буйтым аҡсаң килə.

Сараһыҙлыҡтан баш эйеп байтаҡ ɵнһɵҙ ултыра табындаштар. Унан ым менəн генə аңлашып, станкандарға ҡойолғанды йотоп ҡуялар.

***

Искəндəргə тɵнгɵ юлсының йɵҙɵндəге хистəрҙең сағылышын күҙəтеп ятыу ҡыҙыҡ. Шундай дəү кəүҙəлə балаларса ихласлыҡ, бер ҡатлылыҡ булһынсəле. Был кешенең булмышынан аңҡыған йылыны тойоу рəхəт. Əйтерһең дə, ғүмер буйы хыялында йɵрɵткəн ағаһы ҡайтып тɵшкəн. Шуға əзмəүерҙең “контракт, һуғыш” тигəн һүҙҙəренəн шомланып китте. Ҡапыл һɵйлəргə тəүəккəллəне. Олатаһына ла асылмағанды... Йəшергəндəн түгел, хəтерен яңыртҡыһы килмəгəндəн ине.

Əле иһə кинəт шундай телəк уянды ла ҡуйҙы.

***

—  Əжəл алдынан бер нисə секунд эсендə бɵтə тормошоң  күҙ алдыңдан үтə, имеш, тип яҙалар, — тип ҡапыл башлап китте ул, икəү-ара гəплəшкəн табындаштарҙы ғəжəплəндереп. — Ə мин автоматтың ɵңрəйеп торған ҡап-ҡара кɵпшəһенəн башҡа һис нəмə күрмəнем. Шунда теклəп ҡатҡанмын да ҡалғанмын: ниндəйҙер дəһшəтле бер кɵс шул тишеккə ай-вайыма ҡуймай ɵҫтɵрəй..

— Сəн ким?

Һорауҙы ишетһəм дə, үҙемə тɵбəлгəне башыма барып етмəй торҙо. Автоматтың һелкенгəн кɵбəгенə арбалған кеүек секрəйгəн күҙҙəремде саҡ айырып алып ҡоралдың хужаһына ҡараным. Оҙон бɵҙрə һаҡаллы мɵжəһид минəн:

— Сəн ким? — тип һорай. Тажиктар улай һɵйлəшмəй, моғайын, йə үзбəк, йə бүтəн бер тɵркиҙер.

Əҙəм хəтере ҡыҙыҡ инде, шул мəлдə олатамдың əллə ҡасан уҡ бер əзери менəн поезда сəфəрҙəш булғаны һəм юлдашының:

— Сəн ким? — тип һорағанына:

— Мəн мосолман, — тип яуаплағаны, юлдашының ҡыуанып шəп коньяк килтереп сығарғаны һəм юл буйынса:

— Когда наши творили, русские в лесу бродили, — тип маҡтанып бер булғанын мəрəкə итеп һɵйлəгəне иҫкə килеп тɵштɵ. Мин дə тутыйғош шикелле, күңелемдəге олатайым артынан, тап ул мəрəкə итеп һɵйлəгəн интонация менəн:

— Мəн мосолман, — тип һуҙҙым.

Моғайын, ошо үлемдəн алып ҡалғандыр ҙа. Шул кɵндɵ мине үлем тырнағынан аралаған икенсе бəхетле осраҡлылыҡ ине был.

 

...Искəндəрҙəрҙең ротаһы бейектə, тауҙар араһындағы полкҡа яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, боеприпастар алып барған колоннаны оҙатып барырға тейеш ине. Ике тиҫтəгə яҡын КамАЗ, ЗИЛ-дар бер-бер артлы сылбыр булып теҙелгəн.  БМП-лар эт кеүек уларҙы һаҡлап бара. Искəндəр нисəмə ай буйы тыуған йорт кеүек күнегелгəн, яҡын булып киткəн “БМП”-ның башняһы артында үҙе матрас бəйлəп, йəтешлəп алған ғəҙəти урынында ултырып бара. Эргəһендə бер туғандай булып бɵткəн дуҫы Андрей, арыраҡ улар кеүек үк контракт буйынса хеҙмəт иткəн Колян. Колоннаның алдында мина тралы таҡҡан танк бара.

Бормалы тау юлдарында засада ɵсɵн уңайлы урындар бихисап. Əммə ошонан да уңайлыһын юрый эҙлəһəң дə таба алмаҫһың: тар ғына юлдың бер яғында эре-эре аштар, икенсе яҡта — тɵбɵндə ялтырап тау йылғаһы ағып ятҡан тəрəн йырын.

Искəндəр шулай тип уйлап та бɵтɵрмəне, ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғыраны. Фугастың ҡеүəте əллə нисəмə тонна ауырлығындағы танкты юлдан балалар уйынсығы кеүек кенə алып бырғаны. Йырынға барып тɵшкəн танктың боекомплекты ҡот осҡос кɵс менəн шартланы ла броняны иҫке сепрəк кеүек йырҡысланы. Шул арала бер юлы тиҫтəлəрсə гранотометтан атып ебəрҙелəр. Арттағы һəм иң алдағы “БМП”лар ҡунда уҡ факел кеүек яна башланы. Колонна ɵсɵн алға ла, артҡа ла юл биклəнде. Хəҙер инде башҡаларҙы юҡ итеү дошман ɵсɵн бары ваҡыт эше генə. Десант башняларҙан шыптырҙап ҡойолоп, нисек етте шулай, тəгəрмəс, гусеница арттарында оборона билəне.

Ə юлда Əжəл тантана итə. Бер-бер артлы боеприпас тейəлгəн машиналар шартлай, ҡара һɵрɵм, түҙгеһеҙ эҫелек, аҡырышҡан тауыштар, үлемесле яралыларҙың иңрəүе. Хатта тамуҡта ла былай ҡурҡыныс булыуы мɵмкин түгелдер. 

“Патрондарҙы һаҡлағыҙ” — тип ҡысҡырҙы рота командиры. Андрей бер-бер артлы гранотометтан ата. Уның һалҡын ҡанлылығына иҫең китерлек. Хəрəкəттəре теүəл, əйтерһең дə эргə-тирəлə ысын пулялар һəм снарядтар осмай, полигонда күнекмә бара. Бер урындан икенсеһенə күскəн ыңғайға КамАЗ тəгəрмəсенə арҡаһы менəн терəлеп, башын ҡосаҡлап ҡатып ҡалған Максимды ҡапшаны. Уның яраланмағанын аңлағас, паниканан сығарыу ɵсɵн  битенə һуғып ебəрҙе лə, ерҙə ятҡан автоматын һəрмəп алып ҡулына тотторҙо.

КамАЗ аҫтына лыпын ятып, ҡаршылағы һандыҡ ҙурлығы ташҡа теклəгəн Искəндəр, унан гранотометтың кɵбəген абайлап, атып ебəрҙе. Шул арала ухылдап граната ла осоп сыҡты. Ул эргəлəге бензовозға килеп тейҙе. Бəхеткə күрə, цистернаға түгел, ҡайҙалыр аҫҡараҡ элəкте. Машинаның яйлап ҡына тɵтəй башлағанын абайлап, Искəндəрҙең башына хəтəр уй килде. Ул ҡапыл урынынан һикереп торҙо ла пулялар ямғыры аҫтында кабинаға табан йүгерҙе. Нисек килеп ултырғанын, машинаны тоҡандыранын һəм йырынға табан йүнəлткəнен үҙе лə аңғармай ҡалды. Əйтерһең дə ул түгел, ə ниндəйҙер үҙенəн күпкə кɵслɵрəк бер ихтыяр идара итə ине уға. Машина ауыр ухылдап йырынға ҡыйшайғас, шул уҡ кɵс егетте кабинанан юлға алып бырғаны һəм ул шул ыңғайға, башы менəн ташҡа барып тɵшɵп, аңын юғалтҡайны. Шуға күрə ул мɵжəһидтəрҙең аяуһыҙ рəүештə бɵтɵн колоннаны ҡыйратып бɵткəнен күрмəне.

Ныҡ итеп типкəнгə һушына килде. Ҡаршыһында ыржайып торған мɵһабəт кəүҙəле һаҡалтай уны елкəһенəн тотоп аяҡҡа баҫтырҙы ла, ни ɵсɵндɵр əлеге һорауын бирҙе:

— Сəн ким?

Мɵжəһидтəр бындай саҡта яралыларға пуля əрəм итеп маташмай, “Аллаһу əкбəр” тип мал кеүек салып ырғыталар. Əсиргə лə ала һалып бармайҙар. Тɵп маҡсат — колоннаны юҡ итеү, ҡулға ҡорал тɵшɵрɵү, ылауҙағы йɵктɵ талау.

— Утлы мəхшəр эсендə шундай һорау һəм минең, автомат кɵбəгенə теклəп ҡалтырап торған мəхлүктең, тыныс яуабы сəйер тойолдомо — мɵжəһит мине үлтермəне, — тип дауам итте Искəндəр.

Əллə ҡайҙан икенсе береһе Максимды ɵҫтɵрəп килтереп сығарҙы. Ул яраланған, башынан ҡан һарҡый.

— Мəн мосолман. Ул да мосолман, — тинем бəйелһеҙ саялыҡ менəн. Аяғында саҡ баҫып торған Максимға тоҫҡалған кɵбəккə минең яҡҡа боролдо. — Мин башҡорт, ə ул сыуаш, — тип ғырылданым, тамағым ҡарлығып. — Ул да мосолман.

Уның сыуаш түгеллеген дə, сыуаштарҙың христиан булыуын да белгəн юҡ. Башыма нимə килə, шуны əйттем дə һалдым. Ярай теге мɵжəһид тɵпсɵнɵп маташманы. Эргəһендəге комуфляжка кейгəн йəш тажик егетенə икебеҙҙе лə ситкəрəк алып китергə ымланы. Ниңə салманылар, һаман да аңламайым.

Күҙебеҙҙе бəйлəп, мал кеүек муйыныбыҙға арҡан тағып бик оҙаҡ алып барҙылар. Беҙ базанан сыҡҡанда ҡояш яңы ҡалҡҡайны. Алыш ваҡытында ла иртə ине əле. Барышлай бер килке бик эҫетеп алды. Унан киске һалҡын тɵштɵ.

Бер мəл туҡтап намаҙ уҡып алдылар. Ɵҫтɵрəлеп килə торғас, ҡанһыраған Максимдың бɵтɵнлəй хəле бɵтə башланы. Уны атып китергə лə йыйындылар, шикелле, шунан ниңəлер йəнə ҡалдырҙылар. Телəгəс, һɵйрəһен əйҙə тигəндəрҙер инде мине.

Үҙеңде белəм тип бер ваҡытта ла əйтергə ярамай икəн. Дозорҙа ла ултырған, атышта ла ҡатнашҡан, хатта засадаға элəгеп тере ҡалған да булды. “На миру и смерть красна”, — тип халыҡ дɵрɵҫ əйтə. Үҙемде шул тиклем ҡурҡаҡ тип уйламай инем. Ə бында шɵрлəнем. Бараһың-барыһың да, хəлең бɵтɵп аҙымыңды саҡ əкренəйтһəң, автоматтың кɵбəге ҡалаҡ һɵйəгең аҫтына ғына килеп терəлə. Шул саҡ ҡотоң пуля ҙурлығына тиклем тɵйɵрɵлɵп, булмышыңды ɵтə-яндыра табаныңа тɵшə лə боҫа. Үлəһең дə ҡайтанан терелəһең. Йəнеңдең ошо имəнес ҡырағай кешелəрҙең ихтыярында икəнен белеү бер яҡтан быуындарға тɵшɵп хəлде ала, шул уҡ яҡтан сытырман булып был тормошҡа йəбешергə мəжбүр итə. Əммə бара-бара самаһыҙ арыу һəм сарсау тойғоларҙы тɵҫһɵҙлəтте. Вайымһыҙлыҡ баҫты. “Əй ҙə, нимə булһа ла булһын!” — тигəн уй ҙа юҡҡа сыҡҡан саҡта муйындағы арҡанды йыға тартып, туҡтаттылар. Шул тиклем ҡапыл тарттылар, ɵҫтɵрəлеп килгəн Максим менəн бергə һɵрлɵгɵп барып тɵштɵм. Ятҡан килеш күҙҙе сисеп, типкелəп аяҡҡа баҫтырҙылар.

Тауҙар араһындағы бəлəкəс кенə ауыл кеүек бер урынға килеп еткəнбеҙ. Таштан буралған келəткə оҡшаған бинаға тɵрткɵлəп индереп биклəнелəр ҙə, үҙе һыйға килеп тейенгəс, атын ҡайғыртырға онотҡан йүнһеҙ хужа кеүек, беҙҙе таңға тиклем хəтерҙəн сығарҙылар. 

Кеше организмының йəтеш бер һəлəте барлығын белдем: кɵсɵргəнеш əҙəм күтəрерлек сиктəн үттениһə, һуш юғала икəн. Тɵндə ныҡ итеп ɵшɵгəнгə иҫемə килдем. Максимға ɵндəштем. Ул ыңғырашты ғына. Ҡараңғыла һəрмəнеп барып, ҡапшап ҡараһам, ут кеүек яна. Нишлəргə белмəй аптырап торғанымда, анальгиным барлығы иҫемə тɵштɵ. Теге аҙнанан бирле тешем һыҡрағанға кеҫəлə йɵрɵтə инем. Ауыҙына һалып, ҡыҫтап тигəндəй йотторғас, ҡосаҡлап яттым. Йылынғас, йоҡлап киткəнменме, онотолғанмын.

Шығырҙап ишек асылғанға күҙемде асһам, бер кибеп бɵткəн ҡарт тажик ҡатҡан лəүəш менəн литрлы банка һыу алып инеп килə. Артында бəһлеүəндəй дəү бер мɵжəһид автоматын тоҫҡап баҫып тора.

Асығыуҙан бигерəк сарсатылған. Иң элек һаташып ятҡан Максимдың башын ҡалҡытып йотторҙом. Дарыу килешкəн, күрəһең, тəне тɵнгɵ кеүек эҫе түгел. Шулай ҙа яраһын ҡарап бəйлəгəндə килешер ине, тип һаман ишек тɵбɵндə торған ҡартҡа ымланым. Ул: ”Юҡ”, — тигəнде белдереп башын сайҡаны ла сығып китте. Русса аңлағаны күренеп тора, тик һɵйлəшергə телəмəй. Тажик булһа ла, əлеге шул бер совет мəктəбендə, шул бер үк китаптарҙан уҡыған халыҡ бит инде. Шуға күрə уларҙың ɵлкəнерəк быуыны менəн аңлашырға мɵмкин.  Ə йəштəр бер нəмə лə аңламай хəҙер. Бына шулай аралар алыҫайғандан-алыҫая бара.

Һыу менəн лəүəш бирҙелəр ҙə беҙҙе икенсе кɵнгə тиклем оноттолар.

Ҡайһы берҙə ниңə икəнен үҙең дə аңламайынса тɵптɵ кəрəкмəгəн берəй нəмə һатып алаһың да бырғап ҡуяһың бит. Беҙҙең менəн дə шулай булды, шикелле. Биш-алты кɵн тирəһе теге ҡарт иртəнсəк əлеге лə баяғы ҡатҡан лəүəш алып инə, ɵс литрлы банкала һыу бирə, шуның менəн вəссəлəм. Тəүҙə кɵн һанауҙы уйлап еткермəгəнмен. Аҙаҡ бер мɵйɵшкə ваҡ таштарҙы һалып бара башланым. Келəттең бер урынынан яҡтылыҡ тɵшһɵн ɵсɵн саҡ ҡына ек ҡалдырғандар. Шунан ғына кɵн менəн тɵн алмашынғанын абайлап була ла, тəүлегенə бер бирелгəн ашантынан. Тағы ла шуныһы бар: бында тɵндəр бик һыуыҡ.

Максимдың организмы ныҡ булып сыҡты. Яраһы бɵтəшə башланы, боҙолоп китмəне. Яйлап хəл инə, бер аҙ кəйефе күтəрелə. Ни тиһəң дə, сыҡмаған йəндə ɵмɵт бар. Уның менəн кɵнɵн-тɵнɵн мыңғыр-мыңғыр һɵйлəшəбеҙ. Шулай ваҡыт саҡ ҡына булһа ла тиҙерəк үтə. Һɵйлəшмəген нимə ҡалдырманыҡ. Йəки шым ғына йырлайбыҙ.

Əрəмтамаҡ булып ятмаһындар, тип ҡарар иттелəр микəн, бер кɵндɵ тɵрткɵлəп тышҡа сығарҙылар. Кɵн яҡтыһында ғына үҙебеҙҙең ни тиклем бапаҡҡа əйлəнгəнебеҙҙе абайланыҡ. Ɵҫ-башыбыҙ ҡаҡашып бɵткəн, үҙебеҙҙе һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, бетлəгəнбеҙ.

Эткелəп алып барып аран кеүек ергə яптылар. Һалҡын осорҙа һарыҡ биклəйҙəр, күрəһең. Кɵрəк тоттороп, тиҙəк таҙаларға ҡуштылар. Хəл хɵртлɵктəн эт кеүек арылһа ла, хəрəкəтлəнгəс, рəхəтерəк булып китте. Тырышҡаныбыҙҙы, байтаҡ ыратҡанды күреп, кискеһен һурпа менəн лəүəш бирҙелəр. Улай ҙа тəмле ризыҡты ғүмерҙə лə ауыҙ иткəнем булмағандай тойолдо.

Дауамы бар.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: