-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ноябрь 2021, 20:00

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Өсөнсө өлөш

Бара-бара шул кɵнгə тɵштɵк: улар ɵсɵн беҙ ни, күндəм ишəк ни. Артыҡ иғтибар иткəн, ауыҙ асып һүҙ ҡушҡан кеше лə юҡ, аңра һарыҡ кеүек этеп-тɵртɵп ишаралайҙар ҙа. Туҡмарҙар, язаларҙар, тип ҡурҡҡан беҙгə был бик йəтеш булды.   Баштан уҡ бынан ҡасан да булһа ҡасып китергə тигəн уй йɵрɵткəйнем. Тик был хаҡта Максимға белгертмəнем, кɵнɵ килеп еткəнсе. Сɵнки хеҙмəттəшем шыйығыраҡ малай булып сыҡты. Холҡон һис кенə лə аңлап булмай. Ҡайһы берҙə, һис кəрəкмəгəндə тиҫкəрелəнə, хужаларҙың ҡушҡанын тыңламаҫҡа ҡырсына башлай. Шуны батырлыҡҡа һанай. Ут менəн уйнауҙың фəтүəһеҙ икəнен бер нисə тапҡыр аңлатырға ла маташып ҡаралды. Ə ҡайһы берҙə бɵтɵнлəй тɵшɵнкɵлɵккə бирелə, башын ҡосаҡлап лыпын ята ла, ҡуҙғатыр ɵсɵн йɵҙ һыуыңды түгергə, хатта кɵс ҡулланырға тура килə.

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Өсөнсө өлөш
ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Өсөнсө өлөш

Беҙҙе күҙ уңынан ысҡындырһындар, зыяныбыҙ юҡлығына ышанһындар ɵсɵн ɵсɵн уларға аңра, бары тик ҡара эшкə генə ярарҙай мəхлүк булып күренеү ҡулай ине. Шуға күрə был тəкəббер халыҡтың беҙ дəһриҙəрҙе əҙəмгə һанамауҙары мине саҡ ҡына ла кəмһетмəне. Ə Максимды, үҙе əйтмешлəй, ниндəйҙер бер чуркаларҙың əллə кем булып йɵрɵүҙəре рəнйетə.

Эске ризаһыҙлыҡ, булмышыңдағы ихтыяр — уларҙы йəшереүе ни тиклем ҡыйын икəнен шунда аңланым. Əҙəмдең сəме ялҡынланып күҙенəн бɵркɵлɵп тора бит ул. Хатта күтəрелеп ҡарамағанда, торошонан уҡ күҙгə ташлана, əйтерһең, арҡа һɵйəгенə мисəтлəнгəн.

Шуға Максимға:

— Баш баҫып йɵрɵргə тырыш, тура ҡарама, — тип ɵйрəтəм.

Үҙем əкрен генə ҡасыр яҡты самалайым.

Беҙҙең тыуған яҡтар ожмах кеүек икəнен шунда саҡ тɵшɵндɵм. Беҙҙə ҡаялы тауҙары ла, урманы ла, хəтфə болоно ла бар. Ə унда ҡаҡ ҡаялар. Бер-береһенең ɵҫтɵ-ɵҫтɵнə еңмешлəнеп менеп барған кеүектəр. Кешелəре лə таштарға оҡшаған — ҡырыҫ.

Ə тирə-яҡ ус тɵбɵндəгелəй күренеп тора. Бына, мəҫəлəн, бер кɵтɵүсе икенсеһенə:

— Эй, Баһадур, минең сатан бəрəсте күрмəнеңме? — тип һɵрəнлəй.

Ҡалҡыуыраҡ урында торғаны əйлəнə-тирəһенə ҡарай ҙа:

— Ана, урта түңдең был яғында утлап йɵрɵй, — тип яуаплай.

Ошондай шарттарҙа ҡасып китеп күҙ яҙлыҡтырырға ɵмɵтɵң булһын ɵсɵн пейзаждың əһəмиəтһеҙ бер биҙəгенə əйлəнергə кəрəк. Юл буйында суҡайып ятҡан аҡ таш, яңғыҙ ҡыуаҡ, һемтəңлəп йɵрɵгəн урам эте кеүек.

Йəйгеһен бында түҙгеһеҙ эҫе. Шуға күрə кɵндɵҙ тормош бɵтɵнлəй тиерлек туҡтап ҡала, бɵтɵнɵһɵ əлһерəшеп йɵрɵй. Тимəк, ҡасыуҙы ошондай кɵндəрҙең береһенə билдəлəргə кəрəк.

***

Мин дə тауҙар малайы бит инде. Атайҙар аҡса эшлəйбеҙ тип Себерҙə йɵрɵнɵ, мине, мəктəптəн бушау менəн ɵлəсəмдəргə оҙата һалырҙар ине. Ауыл тирəһендəге тауҙарҙа аяҡ эҙҙəрем ҡалмаған урын һирəктер. Тыным да, аяҡтарым да, ихтыярым да, хатта күҙҙəрем менəн мейем дə яраҡлашҡан тауҙарға. Тырабуз тиҙəр беҙҙə минең кеүек арҡыры, сəмле кешене.

“Тере ҡалам, — тигəн уй менəн серəштем. — “Йəшəге килə”, тип иламһыраманым. Тере ҡалам барыбер, тинем.

Тəбиғəттə, ихтыяр кɵсɵң булһа, башың эшлəһə, йəйгеһен астан үлеү — алйотлоҡ. Шуны ла белəм.

Бəлəкəй сағымда бер аҙашҡайным, ибет, олатай.

— Эйе, биш йəшеңдə... — тип теремеклəнеп китте бығаса ейəненə ҡыҙғанып та, йəш кенə баланың ул күрмəгəндəрҙе кисереүенə тетерəнеп тə, ярҙам итə алмағанына ажарланып та ултырған ҡарт йəнлəнеп китте. — Астан ҡырҡылғандыр инде был бала, тип борсолһаҡ, һимереп килеп сыҡҡайны.

— Һимереүен инде ҡорт сағып һимерткəйне. Былай асыҡманым инде. Əллə ниндəй тамырҙар соҡоп кимерҙем. Бында ла шулайтырбыҙ, тип уйланым.

Бер мəл килеп тəүəккəллəнек. Тəүге кɵндɵ йыраҡ китмəнек. Йылға аша сыҡтыҡ та боҫтоҡ. Эргəлə генə, йылға ашаһындағы битлəүҙə мəмерйə кеүек ышыҡ бар ине. Шунда сумып, беҙҙең юҡлыҡты абайлағанды, ҡарһаланып ҡыуа тɵшкəндəрен күҙəтеп яттыҡ. Улар бит беҙҙе мɵмкин тиклем алыҫҡа ынтылған, тип уйлай. Ат менеп саптылар.

Ə беҙ шунда ҡараңғы тɵшкəнен кɵттɵк. Күҙ бəйлəнгəс кенə элəгə-тəгəрəй тигəндəй, алға йомолдоҡ. Башта “тотолһаҡ, һуялар”, тигəн уй ҡыуаланы. Хоҙайҙың гонаһһыҙ бɵҙрə бəрəсе урынына тамағыңды салыу бысағы аҫтына ҡуйғы килмəй. — Искəндəр мɵжəһидтең ҡанһырап ятҡан дуҫы Андрейҙың сəсен аймап башын ҡалҡытҡанына һəм салып ебəргəненə шаһит булғанын — үлгəнсе тɵштəренə инеп ғазаплаясаҡ күренеште — əйтергə теле əйлəнмəне. — Артабан ҡурҡыу ҙа бɵттɵ. Күпмелер ваҡыттан ауыртыуҙы ла, аслыҡты ла тоймай башлайһың. Ихтыярың тарамыш кеүек тартыла, башта бер генə уй: “Бирешмəйем! Барыбер бирешмəйем...” Тора-бар уныһына ла кɵс ҡалманы. Ɵлəсəйем, йəйəүлегə янсыҡ та ауыр, тип əйтергə ярата. Ə хəлең юҡта башыңдағы уй ҙа иҙə башлай икəн.

Əйтеү əйттем шунда: ошонан иҫəн-аман ҡотолдониһəм, кеше илендə йɵрɵмəм, тинем. Берҙəн-бер сəйəсəт минең ɵсɵн: үҙ илемде, үҙ тупрағымды, үҙ халҡымды һаҡлау булһын, тинем. Ҡалғанына башым да, уҡымышым да етмəй: кем хаҡ, кем бинахаҡ. Бары тик талпан кеүек үҙ еремə сат йəбешəсəкмен. 

Тауҙар яттарҙы яратмай, бына шуны уйлап еткермəгəнмен. Башҡотостан — үҙ тɵйəгем. Яҫтап ятһам, ташы ла мамыҡ мендəр, һəр бер үлəнендə шифа. Уларҙы ауырыу мал кеүек əллə ниндəй эске һиҙемлəү менəн табып ашайым. Ə тегендə бɵтɵнɵһɵ лə бүтəн. Тау ҙа таш, тау ҙа таш. Таныш булмаған үҫемлектəр. Шулай ҙа, спецназдың нимə йыбырлай— бɵтɵнɵһɵ лə ашарға яраҡлы тигəн девизын тоторға тырыштым. Бигерəк тə ҡырмыҫҡалар тəмле, ҡыҙҙырылған ҡурмас кеүек. Етмəһə, файҙалы.

Ə Максим ас əжəл күҙгə теклəп торғанда ла үҙен еңə алманы. Аңҡы-тиңке килеп йɵрɵүебеҙгə ун-ун биш кɵн уҙыуға, бɵтɵлəй тɵшɵнкɵлɵккə бирелде. Атламаҫ булды, һаташа, йə һушһыҙ ята, йə илереп һɵйлəнергə тотона. Миңə дошман кеүек ҡарай, ҡасып китергə маташа. Артабан, кɵндɵң иң эҫе мəлендə саҡ ҡына булһа ла серем итеп алыр ɵсɵн аяҡ-ҡулын бəйлəп, ауыҙына сепрəк тығып һалырға тура килə башланы. Бер мəл йəллəберəк бəйлəгəнмен дə, ысҡынған. Ышылдап тын алғанына күҙемде асып ебəрһəм, ҙур таш менəн һуғырға киҙəнеп тора. Ярай етеҙ ҡыланырға хəле юҡ, ҡулынан саҡ тотоп ɵлгɵрҙɵм.

Бɵтɵнлəй аҡылдан шашҡандыр, тип ҡотом осҡайны. Бер шишмə буйына килеп сығып, тотош йыуындырып, сарсауын ҡандырып, кɵмбɵгɵп шешкəн аяҡтарын һыуға тыҡтырып ултыртҡас, йəнə əҙəм рəтенə инде, бахыр. Күҙҙəренə мəғəнə ҡунды.

— Мине ошонда ҡалдыр ҙа кит, — тип ялына. — Бүтəнсə һɵйрəклəп йонсотма инде, зинһар. Сикəһенəн бер генə бɵртɵк йəше ағып тɵштɵ.

— Һин нимə, — тинем үҙем иларҙай булып. — Һинһеҙ ҡайтып əсəңə нимə тип əйтəм? Уның күҙенə нисек ҡарайым? Ул ғəйеп менəн ҡайһылай йəшəйем? Нишлəһəк тə бергə, үлһəк тə, ҡалһаҡ та. Əжəл беҙҙе һынай-һынай күптəн туған итте бит инде, мəйтəм.

***

Үҙем дə эт йəн икəн. Ҡыл ɵҙɵрлɵк хəлем ҡалмайынса һɵрлɵгɵп барып йығылам да һушһыҙ ятам. Иҫ ҡуныр-ҡунмаҫтан, бармағым менəн ҡарманам, тамырмы шунда, үлəн һабағымы, ауыҙыма ҡабырға эҙлəнəм. Күҙем саҡ ҡына күрə башлаһа, Максимды ɵҫтɵрəп йəнə ҡыбырҙайым.

Нисəнсе кɵн барғанбыҙҙыр, бер мəл баш осонан беҙҙең “крокодил”дар осоп уҙҙы.

Үҙебеҙҙекелəргə ни рəүешле барып сығырыбыҙҙы, ҡотолоу мəлен һуңғы ярты йыл эсендə кəмендə миллион тапҡыр уйлағанмындыр. Сɵнки был иң татлы уй. Уны тɵрлɵсə күҙ алдына килтерəм. Бына, имеш, разведка вертолетына ҡул болғайым. Ул тəүҙə күрмəй осоп китə, тик ниндəйҙер мɵғжизə менəн кире боролоп килеп, абайлай. Бигерəк тə хыялымдың ошоноһон ҡат-ҡат күҙ алдына килтерергə яратам. Хатта ҡайһы берҙə ул вертолеттың тонсоҡторғос елен тоям һəм ҡыуаныстан ысынтылап иларға тотонам.

Ə тормошта бɵтəһе лə ябай килеп сыҡты. Ниндəйҙер бер мəлдə аңымды оҙаҡҡараҡ юғалтҡанмын. Разведканан ҡайтып килгəн взвод тап булған. Ауыҙындағы сепрəген теле менəн тɵртɵп сығарырға маташҡан Максимдың ғырылдауын ишетеп яҡын килгəндəр. Əҙəм ҡарағыһыҙ булып тетелеп бɵткəн комуфляжкабыҙҙан əсирлектəн ҡасҡаныбыҙҙы аңлағандар. Носилка кеүек нəмə əтмəллəп күтəреп алып киткəндəр. Улар ял итергə туҡтағанда аңыма килдем. Тəүҙə лыбыр-лыбыр һɵйлəшкəндəрен ишеттем. Тауыш килə, ə телде аңлай алмайым. “Ҡаптыҡ, элəктерҙелəр!” — тигəн хəүеф мейене телеп үтте, йɵрəккə барып ҡаҙалды. Шул саҡ яҡындағы берəүһенең тəмəке еҫе танауға бəрелде. Үҙебеҙҙең “Прима”, иң арзанлы һалдат тəмəкеһе. Миңə донъяла ошонан да лəззəтлерəк бер генə еҫ тə юҡ кеүек тойолдо.

— Үҙебеҙҙекелəр, — тип бышылданым.

— Уф, исмаһам, аңына килде, — тине бер яғымлы тауыш. Дуҫтарса тауыш, туғандарса. — Быныһы үҙ аҡылында, шикелле.

Килə-килə, минең Максимды ниңə бəйлəгəнемде  аңлағандар, ахыры.

***

Артабан инде һɵйлəп тораһы ла түгел, шатлыҡ та шатлыҡ. Бер туҡтауһыҙ ҡыуаныс яуа — йəйге ямғыр кеүек. Əсəйемдəргə үлгəн тип хəбəр итеп бɵткəндəр икəн. Сɵнки ул засадаға элəккəндəрҙең байтағының мəйете генə лə ҡалмаған, күптəр кɵл-күмергə əйлəнгəн. Телефондан ɵйгə шылтыраттым. Əсəйем ҡыуаныстан туҡтауһыҙ илай.

Бəхеттəн дə тылсымлыраҡ табип бармы ни? Йыуындырып, ҡырындырып, тамаҡты туйҙырып алғайнылар, шəбəйҙем дə киттем. Гел ырғып-һикереп кенə торғо килə. Нисəмə ай йүнле тамаҡ күрмəгəс, кəүҙə еңел.

Ɵс кɵн тигəндə штабҡа саҡырттылар. “Бəлки, ялға ҡайтараларҙыр? — тип ɵмɵтлəнеп барам. — Əллə наградаға тəҡдим иттелəр микəн? — тигəн уй ҙа инə яҙып ҡалды.

***

— Олатай, — Искəндəр хəтирəлəренəн бүленеп үҙенə йотлоғоп теклəп ултырған ҡартҡа ҡараны. — Һин инеп ят, йəме. Йонсоғанһың. — Ҡарттың болоҡһоу йɵҙɵндə сағылған ризаһыҙлыҡты абайлап йəнə ниҙер əйтмəксе ине, шығырҙап солан ишеге асылды ла ɵлəсəһенең борсоулы тауышы ишетелде.

— Бабай, ҡайҙа юғалдың? Искəндəргə бер-бер хəл булдымы əллə?

— Ана, ɵлəсəмдең дə йоҡоһон осорғанбыҙ. Инеп ят. Таң да ата башлағандыр инде.

Олатаһының əбейе менəн мɵңгɵр-мɵңгɵр һɵйлəшеп инеп киткəненə ҡолаҡ һалып, байтаҡ шым ултырҙы егет. Бɵтɵнлəй онотолдо. Түҙемһеҙлек менəн матур ваҡиғалар кɵтɵп ултырған Солтанға хатта дауам булмаҫ кеүек тойолоп китте бер мəлгə. Шунан башын күтəреп ишек яғына ымланы:

 — Артабанғыһы уның ҡолағы ɵсɵн түгел.

***

Бер кабинетҡа инергə ҡуштылар. Яңғыҙ ғына тəҙрəле ярым ҡараңғы бүлмə. Ишек тɵбɵндə туҡтаным. Фырт кейенгəн бер майор тəҙрə яңағына һɵйəлеп тышҡа теклəгəн. Сəлəмлəүемə иғтибар итмəне, йоҙроҡҡа йомарланған уң ҡулын һулы менəн һыйпап тора бирҙе. Ни ɵсɵндɵр: ”Хəҙер борола ла шул йоҙроғо менəн күҙҙəн ут сыҡҡансы тондора инде”, — тигəн уй ялтлап үтте.

Шул саҡ мɵйɵштəн: ”Үт-үт, һалдат”, — тигəн яғымлы тауыш ишетелде. Унда таҡыр башлы тумалаҡ ҡына майор йылмайып ҡарап ултыра ине. Ҡулы менəн ишаралап ɵҫтəле эргəһендəге ултырғысҡа күрһəтте. — Рəхим ит, батыр егет.

Йылы һүҙ бесəйгə лə килешə, тигəн кеүек, “батыр”ы күңелде йылытып ебəрҙе.

Ирəбе генə барып ултырҙым. Əҙəмсə генə һорашып алып китте: атам-əсəм, армиялағы тормошом. Ихлас итеп тыңлай, ара-тирə мəрəкəлəп ала. Яйлап ҡына нисек əсиргə тɵшɵүебеҙгə, тотҡонлоҡта күргəндəребеҙгə күстек. Тɵпсɵрлəп һораша, ҡайһы берҙə алдындағы ҡағыҙға нимəлер теркəй. Ҡайһылай ҡасып китеүебеҙҙе һораны, мəмерйəлə йəшенгəн килеш тыз-быз килеп йүгереклəгəндəрен күҙəтеп ятҡаныбыҙҙы тыңлап рəхəтлəнеп кɵлдɵ.

Асҡағы иһə һүҙгə ҡыҫылмай. Əйтерһең, миндə бɵтɵнлəй эше юҡ. Ғɵмүмəн, бүлмəлə үҙенəн башҡа бер кем дə булмаған кеүек ҡылана. Бер нисə тапҡыр ишекле-түрле йɵрɵп арттан ағылған хəүефте елкə соҡором менəн тойған кеүекмен. Һағаям, əммə ул йəнə урынына барып баҫа.

 

Дауамы бар.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: