-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ноябрь 2021, 20:00

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Бишенсе өлөш

Кəмендə һуңғы ярты йыл эсендə гелəн əллə үлəм, əллə ҡалам тип бысаҡ йɵҙɵнəн йɵрɵгəнгə, яҡты донъя менəн хушлашыу ихтималы ҡотомдо алманы. Тетрəнергə йəнемдең дə, ите тотош һуйылып тɵшкəн сибек кенə тəнемдең дə, хатта рухымдың да хəле ҡалмағайны. Хатта быларҙың ҡулынан туҡмалып үлеүҙең бер ɵҫтɵнлɵгɵн дə таптым. Йəллəт майорҙың түрəлəрен алдауы, ғəйебен тулыһынса таныны тип ялған рапорт яҙыуы ла ихтимал. Тик икебеҙҙең арала, шəхси беренселектə, хатта үлһəм дə еңеүсе булып ҡаласаҡмын.

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Бишенсе өлөш
ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Бишенсе өлөш

Ошоларҙың барыһын да аңлау əйтеп биргеһеҙ еңеллек бирҙе. Елеккə тɵшɵп əрнеткəн тойғо — рəнйеүемдəн ҡотолдом, уйҙарым икенсе юҫыҡҡа йүнəлде: бɵтəһенə лə ҡул һелтəп ҡайттым да киттем. Ошо наҙлы, ябай, аңлайышлы илемə. Мɵлəйем тауҙарға, йомошаҡ һыулы тыныс Ағиҙелгə, күк үлəнгə. Бер кемдəн дə рɵхсəт һорап торманым. Тɵрмə ситлектəренə лысҡылдатып тɵкɵрҙɵм дə. Тəнем зиндан һаҫығында изылып ятып ҡалды, ə азат рухым кинəнеп бында гиҙҙе. Шул саҡ үҙемде ғүмер буйы сорнаған яратыуҙың ҡɵҙрəтен яңынан тойҙом. Əгəр ҙə кешене, мине бында яратҡан ҡəҙəрле яраталар икəн, уның кɵрəшһеҙ генə донъянан китеп барырға хоҡуғы юҡ. Сɵнки ул, үҙенең үлеме менəн артыҡ күп кешегə хəсрəт килтерəсəк.

Шуларҙы аңлағас, йомолдом. Туҡмайҙар, ыҙалайҙар, тик инде күңелемə инə алмайҙар. Йоҙаҡланым. Йырлайым, башҡортсалап аталарын-инəлəрен ҡалдырмай һүгенəм. Əйтергə бер нəмə лə ҡалмаһа, ҡысҡырып һанарға керешəм.

***

Əммə был һорау алыуҙарҙың, туҡмауҙарҙың еңелсə “һыйпау” ғына булғанын, ысын ғазаптың хəрби разведка ҡулына килеп элəккəс кенə башланғанын һɵйлəп еткермəне Искəндəр.

Бер кɵндɵ уны машинаға ултыртып ҡайҙалыр алыҫҡа алып киттелəр. Эңер ҡуйырғанда ғына барып етеп, хəрби базалағы бер бинаға алып инделəр. Бəлəкəй генə бүлмəлə иҙəнгə ныҡлап беркетелгəн тимер ултырғыс, уның эргəһенəн тимер торба үтə, иҙəндə йəмшəйеп бɵткəн иҫке цинк биҙрə. Ɵҫтəл эргəһендə ауыр ҡарашлы урта йəштəрҙəге полковник баҫып тора. Искəндəрҙе тɵрткɵлəп алып килеп тимер ултырғысҡа ултырттылар. Горилла кеүек дəү прапорщик Искəндəрҙең ҡулындағы наручниктарҙы ысҡындырҙы ла, һулаҡай ҡулын ҡыпһыуыр кеүек аймап алып, “белəҙек”те торбаға элəктереп ҡуйҙы.

— Исем-фамилия, ҡайҙан, контракт буйынса ҡасан алынған? — Полковник ошондай ғəҙəти һорауҙарҙан башланы ла ҡапыл:

— Ҡасан, кем тарафынан вербовкаландың? Мəғлүмəттəрҙе кем аша тапшыра инең?

Полковниктың һорауҙары ҡыҫҡа һəм ҡамсы һыҙырған кеүек киҫкен. Күҙҙəре һалҡын нəфрəт менəн ҡарай.

Ирекһеҙҙəн уның һɵйлəшеү тоны Искəндəргə лə күсə.

— Юҡ. Бер кем дə вербовкаламаны. Ғəйебем юҡ.

— Башланды, — тине шул саҡ əллə ҡайҙан пəйҙə булған асҡаҡ майор.  — Үҙ туҡһаны туҡһан.

— Етте, — ти полковник. — Малайҙар уйыны бɵттɵ. Перепечай! — башын бормай ғына прапорщикҡа ɵндəшə. Быға тиклем Искəндəрҙең артында таш ҡая кеүек бер хəрəкəтһеҙ баҫып торған прапорщиктың сабый бала башы ҙурлығындағы йоҙроғо күҙҙəн ут сығара. Искəндəр ултырғысынан осоп китə, əммə прапор уны еңел генə элəктереп ала ла, ҡулдарынан түшəмдəге ырғаҡҡа аҫып ҡуя. Инде Искəндəр бокс грушаһы кеүек аҫылынып тора. Йоҙороҡ — бɵйɵрɵ һытылғанын, йоҙороҡ — ҡабырғаһы һынғанын, йоҙороҡ — бауыры иҙелгəнен тоя. Ҡысҡырыу ғына түгел, һулыш алырға ла форсаты юҡ, ҡан бɵркɵлгəн ауыҙынан тик хырылдау ғына сыға. Перепечай оятһыҙ һүгенеп үҙен ҡыҙҙыра-ҡыҙҙыра дɵмбəҫлəй.

— Падла, һинең кеүектəр арҡаһында беҙҙең егеттəр баш һала.

Искəндəр һушынан яҙғас, уны ырғаҡтан тɵшɵрɵп, битенə һыуыҡ һыу һибəлəр. Ҡот осҡос ауыртыуҙан аҡылын юйыр сиккə еткəн Искəндəр күҙҙəрен асыу менəн полковниктың нəфрəтле ҡарашын осрата. Искəндəрҙе бер кем дə тамсы ла ҡыҙғанмай. Əйтерһең, ул, кеше, аяулы əсə балаһын түгел, бары тик робот, информация сығанағы. Разведкала мəрхəмəт юҡ. Уларға информация, информация кəрəк. Уларҙың эш һɵҙɵмтəлəренə Искəндəр кеүек меңəрлəгəн егеттəрҙең ғүмере бəйлəнгəн. Шуларҙы аңлау полковникҡа кешелекһеҙ булырға хоҡуҡ бирə. Тик ул үҙенең яңылышҡанын аңларлыҡ түгелме икəн ни?

— Ҡасан, кем вербовкаланы? Һɵйлəйһеңме, юҡмы?

Əгəр һɵйлəрлек ғəйебе булһа, бɵтəһен дə түкмəй-сəсмəй һɵйлəп бирер ине Искəндəр. Сɵнки был тиклем ғазаптарға əҙəм балаһы сыҙарлыҡ түгел.  Тик нимə əйтһен?

Тағы ырғаҡ. Тағы туҡмау. Артабан үҙен нисек электр заряды менəн ғазаплағандарын Искəндəр иҫкə алып һɵйлəү түгел, хатта аңынан ҡыҫырыҡлап сығарырға тырыша.  Улар, аң йоҡоға талып, контроль кəмегəс, əллə ниндəй юлдар менəн тɵштəренə килеп инеп яфалай, башты боғалаҡҡа тығыр сиккə еткереп ғазаплай. Хатта был хəтирəлəр менəн, бындай мəсхəрəле һəм ҡурҡыныс иҫтəлектəр менəн йəшəргə ярамай кеүек тойолоп китə уға ҡайһы бер мəлдəрҙə.

Ҡайҙа быны, зинданғамы, соҡорғамы? — тип һорай прапорщик.

— Зинданға, — тип ҡул һелтəй полковник.

***

Ошонан һуң ғəжəп хəл булды: минең хаҡта оноттолар. Əллə майорыма ɵмɵтлɵрəк эш йɵкмəттелəр. Хеҙмəттəш егеттəрҙең береһе минең хəлде телефондан үҙенең атаһына һɵйлəгəн. Атаһы тиҙ арала атайыма хəбəр иткəн. Юллай башлағандар. Ҡыҫҡаһы, мине госпиталгə килтереп һалдылар. Ҡарарға ҡурҡынысмын инде, ҡан тɵкɵрəм, һейҙек тота алмайым. Үпкəлəрҙе лə, бɵйɵр-бауырҙы ла урын еренə еткереп иҙгелəгəндəр. Врачтар ҡайҙан тотоп дауаларға белмəгəндəрҙер, күрəһең. Үлһə лə ҡулыбыҙҙа үлмəһен, тип уйлап, саф һауа, ҡымыҙ, һəйбəт ашау, йəн тыныслығы, тигəн булып сурытып, мине алырға килгəн атама тоттороп ҡайтарып ебəрҙелəр.

***

Ҡайтҡаныма йылдан ашыу булып килə. Инде арҡан оҙонлоғондағы ҡышҡы тɵндəр үтте, уйланырға ваҡыт та, форсат та бар. Майорҙың һабағын һис тə онотмайым. Был бик аяуһыҙ дəрес, итеңə, унан һɵйəктəреңə сүкеш менəн туҡмап индергəн ҡырҡлы ҡаҙаҡ кеүек. Яратҡандар, аяу белгəндəр был файҙалы һабаҡты ул ҡəҙəрле һеңдерə алмай. Юҡ, майор ситкə тибə тип кенə дуҫтарымдан ваз кисмəнем мин. Улар Рəсəйҙең тɵрлɵ тарафтарында йəшəй. Яҙмыштары гражданкала тɵрлɵсə. Шулай ҙа бер-беребеҙгə һүҙ ярҙамы менəн генə булһа ла таяныс булырға тырышабыҙ. Һəлəк булған дуҫтарым Андрей менəн Коляндың ата-əсəлəре менəн хат алышам. Андрейҙың атаһы килеп, хəл белеп китте. Əллə ниндəй дарыуҙар ебəреп тора.

Бығаса: йəшəйем тек йəшəйем. Артыҡ уйланып та бармай торғайным. Аныҡ ҡына маҡсатым да юҡ. Ниндəйҙер тышҡы шалтырауыҡтар артынан йүгерəм: ҡыҙыҡ, аҡса, романтика. Атай менəн əсəй маҡтаһын тип дəрес əҙерлəйем, уҡытыусы əрлəмəһен тип яуап бирəм, командир ҡəнəғəт булһын тип плацты һеперəм. Баштан һыйпаһалар — ҡыуанам, артҡа типһəлəр — йүгерəм.

Ə үҙем ҡайҙа? Нимə телəйем? Нимəгə эшкə ашам?

Мəктəпте бɵткəс, институтҡа инеп белем алырға мɵмкин ине бит. Əммə минең армияға барғым, үҙемде ысын мəғəнəһендə ир-егет итеп тойғом килде. Бəлəкəйҙəн спецназ да спецназ тип уйнап үҫелгəн бит инде. Бурысты үтəп ҡайтып тɵштɵм: мин-мин, мин кем, тигəндəй. Артабан нишлəргə? Һаман да уҡып, мейе серетеп ултырғы килмəй. Ары һуғылып, бире бəрелеп йɵрɵй бирҙем дə, атай менəн əсəйҙең əйткəненə ҡарамай, контракт буйынса ялланып Тажикстанға сыҡ та кит. Йəнəһе, байығып ҡайтам да, эшҡыуар булып китəм. Шулай барып юлыҡтым бит мин һуғышҡа.

Тɵптəн уйлап ҡарағанда, беҙ кемдəрҙеңдер тормош маҡсаттарын бойомға ашырыусы ҡоралбыҙ. Донъя хужаларының бысраҡ эштəрен йыуған ҡан, пушка ите хəленə тɵшмəҫ ɵсɵн нимə эшлəп була? Был хаҡта күп уйлайым. Əле бер, əле икенсе фекергə килəм. Хəҙергə бер генə нəмəне ныҡлы белəм — аңлы, ғəмле йəшəргə кəрəк. Аҡылға таянырға. Һɵнəрле булырға.

Əлбиттə, энə менəн ҡойо ҡаҙыу ура ҡысҡырып атакаға барыуҙан күңелһеҙерəк тойолорға мɵмкин. Əммə мылтыҡ болғап, һуғыш уйнап танһығым ҡанған кеше мин əйтəм быны. Һуғышта бер ниндəй ҙə романтика юҡ. Ул бысраҡ, ҡанлы, кешелекһеҙ шɵғɵл. Пушка ите булып аҡса табыу — хурлыҡ. Үҙеңдең башҡа бер нəмəгə лə эшкинмəүеңə мɵһɵр баҫыу. Фəхешлек менəн йəшəгəн боҙоҡ ҡатындарҙан да оятыраҡ.

Инде томошомдо үҙ ҡулыма алдым. Талапсан йоҙроғома ҡыҫтым яҙмышымдың дилбегəһен: килəсəктə ҡаршылыҡтарға һылтанып, үҙемде алдап, ҡорбан итеп тойоп, йəлəүес булып ултырмаясаҡмын.

Башҡалар кешене бəхетһеҙ итə ала, ə бəхетле булыу — тик үҙенең генə ҡулынан килə. Был һүҙҙəрҙе ҡасандыр уҡығайным, ə яһил уҡытыусымдың аяуһыҙ дəресенəн һуң бар тəрəнлегендə аңланым. Йəллəттəрем мине бəхетһеҙ итте, ə мин үҙемде бəхетле итəсəкмен.

 

***

Солтан күптəн инде эстəн генə илай-илай тыңлай, алаптай усы менəн маҙаһыҙлап аҡҡан йəшен һыпыра.

— Рəхмəт, ағай, — тине Искəндəр бер килке шымып ултырғас.  — Бер кемгə лə һɵйлəй алғаным юҡ ине. Əле күҙ йəштəрең күңелемдəге юшҡындарҙы йыуып тɵшɵргəн кеүек булды. Һинең кеүек ихлас итеп кеше хəленə инə белгəн тыңлаусы кɵткəнмен, күрəһең. Ҡорһағыма тулышып һыҙландырған шеш һытылды. — Шулай тине лə ҡапыл шымды егет, балалар кеүек йомарланып йоҡлап китте.

Тɵнгɵ юлсы, ишеткəндəренə əҫəрлəнеп, эске ярһыуына сыҙамай тороп китмəксе булды. Искəндəрҙе борсоуҙан ҡурҡты. Һаҡ ҡына баҫып егет эргəһенə килде, ɵҫтɵн йəтешлəп япты ла, ҡыуыҡлы шəмде ɵрɵп һүндереп, урындыҡтың икенсе яғына түшəлгəн йомшаҡ кейеҙ ɵҫтɵнə һуҙылды.

 

***

Күңелендə рəхəт еңеллек тойоп, күтəренке хис менəн уянып китте Искəндəр иртəнсəк. Ҡунаҡ та, ɵлəсəлəре лə тышта. Ҡояш ярайһы ғана ҡалҡып та ɵлгɵргəн. “Мине борсомаҫҡа була сəй ҙə эсмəй йɵрɵйҙəрҙер”, — тип хəленəн килгəнсə ашығып аласыҡтан сыҡты.

Түңкəрелгəн резина кəмəһенең ɵҫтɵнə кисə еүешлəнгəн тауарын — бисəлəрҙең ойоҡло ыштандарын оҙон итеп сосолдороп элеп йɵрɵй “сауҙагəр”.

— Быларҙы ни, кипһə лə кеше алмаҫ инде, — тине Искəндəр уны йəллəп.

— Алмаһындар ҙа, — тип яуаплай Солтан. Тауышына ҡарағанда, артыҡ бошонғанға оҡшамаған. — Күкəйҙе сей килеш тə эсəм, бешереп тə ашайым. Бəлəкəйҙəн күкəй яратам мин, шуға бүктермəне. Ə бына майҙы ҡайҙитергə лə белеп булмай.

— Иретеп, һары май итеп алырға кəрəк һуң, — тип кəңəш бирə ɵлəсəһе.

Быныһы ҡыуанып китте:

— Инəй, үҙең эш итеп кенə ал да ҡуй инде, йəме.

— Ҡуйсы, балам, бер һыйырҙың һɵтɵн нишлəтергə белмəй хитланам. Иретəйем дə, ɵс литрлы банкаға тултырып алырһың. Ул һеҙгə, ҡала кешеһенə, байтаҡҡа етер. Һəлəк тəмле була бит, һатып алған байы булмаҫ. 

— Ҡуйсəле, инəй, — тип ҡарышлаша быныһы. — Май күп ул беҙҙең. Ҡатындың əсəһе лə, əсəмдəр ҙə ебəреп кенə тора.

Ойоҡло ыштандарҙы кɵлтə кеүек итеп яурынына  һалып алып килде лə:

—  Мə, инəй, рəхəтлəнеп кей, — тип һондо.

Əбей ямау ɵҫтɵнə ямау һалынған ойоҡтарынан оялып китте.

— Ҡуй, балам, кəрəкмəй. Аҡса юҡлыҡтан түгел бит. Тəнгə рəхəт булғанға ташларға йəллəп тик йɵрɵйɵм. Простой... Үҙебеҙҙең Ишембайҙыҡы. Атыу хəҙер синтетик ҡушалар ҙа, əҫпем ҡалҡа ла китə.

— Бер ниндəй ҙə синтетик ҡушылмаған, инəй. Былар һиңə байтаҡҡа етер. Ямап та йонсомаҫһың, тишер ҙə ырғытырһың, тишер ҙə ырғытырһың, — тип ɵгɵтлəй ҡунаҡ.

Искəндəр ҡыуаныстанмы, уңайһыҙланыуҙанмы нишлəргə белмəй ыуаланған ɵлəсəһенə ҡарап ултыра бирҙе лə:

— Олатай, — тип саҡырҙы.  — Ɵй башынан теге миңə инселəп тотҡан тɵлкɵнɵң тиреһен аптɵшɵп бир əле, еңгəйгə күстəнəс итеп ебəрəйек.

***

— Абзый, үҙеңде һəлəк итмə. Балаларыңды уҡыт, еңгəне рəнйетмə. Ул дɵрɵҫ уйлай. Ə һиңə был тормошта үҙеңде табырға кəрəк, — тине Искəндəр Солтандың кɵслɵ ҡулын ҡыҫып.

Кеше менəн күптəн артыҡ һɵйлəшеп бармағанға күрə, кисə тɵндə нығыраҡ сиселеп китеүе ɵсɵн уңайһыҙыраҡ егеткə. Тик уйындағын əйтеп ҡалғыһы килə. Сɵнки əйтергə кəрəклеген һиҙə. Солтандың, тупһыҙыраҡ, вайымһыҙыраҡ күренһə лə, тышҡы туңлығы аҫтында нəфис йəне һулҡылдағанын тоя. — Үҙеңде əрəм итмə. Күңелең матур. Һинең кеүектəр һирəк. Шуға ла һин ҡиммəтһең. Ысын афəт килə-бəлəн ҡалһа, ил яҙмышы аҡса моҡсайҙарына түгел, һинең күҙеңə мɵлдɵрəп ҡарап ҡаласаҡ, сɵнки был ерҙең ысын солтаны — һин.

Солтан ɵндəшмəй. Бына ул айыуҙай дəү кəүҙəһен кɵмɵрəйтə биреп, кəрəк-ярағын кəмəһенə ташып йɵрɵнɵ лə, күңеле тулыуҙан мыршылдаған танауын шурылдата тартып, күҙенəн сурылдап аҡҡан йəшен һыпырҙы ла, ҡураныс ҡына, малай ғына булып баҫып торған Искəндəрҙе һаҡ ҡына күкрəгенə ҡыҫты.

Үҙенə хас хəйлəһеҙлек менəн:

— Туғаным, һин үлə күрмə инде, — тине. — Ныҡ тор, йəме. Тешлəнеп йəбеш ошо ергə.  — Шунан сараһыҙлығына йəне кɵйɵп: — Бер ниндəй доктор ҙа ярҙам итə алмаймы һуң? — тип үжəтлəнде.

— Ана үлə, бына үлə, тип алып килеп бырғағандарына йыл тулып үтте. Бирешергə һис тə иҫəп юҡ. Һин улайтып тɵшɵнкɵлɵккə бирелмə. — Искəндəр кɵлə. Ул ысынтылап, рəхəтлəнеп кɵлə.  Сɵнки был донъяла иң ҡəҙерле нəмə — йəшəү ɵсɵн кɵрəшкəнен белə. Хəйер, улай түгел. Иң ҡəҙерле нимə ошо ер, йəнтɵйəк, туған тупраҡ, ошо Уралтау. Ул бер секунд та уйлап тормайынса, йəнен бирергə əҙер булған берҙəн-бер хазина шул.

Искəндəрҙең ошо хаҡта ла əйткеһе килə инде кəмəһенə менеп ултырған һəм ҡулындағы ишкəге менəн ярға этеп ҡуҙғалып китмəйенсə үҙенə яратып ҡарап торған Солтанға. Тик бындай тойғоларҙы ҡысҡырып əйтһəң, яһалма яңғырар кеүек. Əммə Солтан да шулай уҡ хис итə, күңеле бɵтəйеп, кешелек дəрəжəһе нығынып, мыҡтыланып киткəн юламан үҙе лə ошондай уҡ тойғолар солғанышында.

Тыуған илен һаҡлап ҡорбан булған батырҙарҙың рухы юҡҡа сыҡҡан тип əйтеп ҡараһындар шунан!

 

Аҙағы.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: