+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ноябрь 2021, 18:00

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Дүртенсе өлөш

Тумалаҡ майор һорай, мин яуап ҡайтарам — барыһы ла һəүетемсə. Яуаптарым менəн ҡəнəғəтмен, тəфтишсем дə риза кеүек. Шул саҡ абайламай ҙа ҡалдым, теге ҡанһыҙы бесəй етеҙлеге менəн ырғыны ла: — Оҫта алдайым тип ҡыуанып ултыраһыңмы, чурка?! Үҙеңде бɵтəһенəн дə аҡыллыраҡмын, тиһеңме?! — тип танауға ҡундырҙы. Шул тиклем ҡапыл булды, ялтанып ɵлгɵрмəнем. Боролдап ҡан китте. Күҙемдəн йəш атылып сыҡты. Аҙаҡтан иҫемə тɵштɵ, ҡайҙалыр уҡығайным: кешегə үҙ-үҙенə ихтирам тойғоһонан кинəнгəн мəлендə һуҡһаң, айырыуса тəьҫирле була. Тап битенə һуғырға кəрəк. Хатта еңелсə генə сикəлəһəң дə етə. Бында маҡсат ауырттырыу түгел, түбəнһетеү. Кеше рəнйей: “Ни ɵсɵн?” Ə йəллəт шул саҡ үҙенең ɵҫтɵнлɵгɵн күрһəтə. Һин ер ҡорто, селəүсен!

ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Дүртенсе өлөш
ИЛ ТОЙҒОҺО Хикәйә Дүртенсе өлөш

Һин уға бер нисек тə ҡаршы тора алмайһың. Хатта ҡулдарың бəйле булмаһа ла. Сɵнки əлегə ғəйебең юҡлығын иҫбатларға ɵмɵтлəнəһең: “Егеттəр, мин дə үҙебеҙҙеке, һеҙҙең берегеҙ, ситкə тибəрмəгеҙ мине!”

Ул арала “һəйбəт” майор килеп ҡыҫылды. Мине тынысландыра, əллə ҡайҙан бинт килтереп сығарып ҡанды һɵртɵргə бирҙе, һыу һондо. Үҙе күгəрсен гɵрɵлдəгəн кеүек кенə итеп ҡолаҡ тɵбɵмдə:

— Дɵрɵҫɵн генə һɵйлə лə бир, егет. Иң яҡшыһы шул. Ғəйебеңде таны, ə һиңə нисек ярҙам итеү тураһында бергəлəп уйлашырбыҙ: — тип мыңғырлай.

Ə мин нимə тип əйтəйем. Барыһын да ихлас итеп һɵйлəнем бит инде. Бер аҙ ɵгɵтлəгəндəн һуң: “Яҡшылыҡты аңламағас, үҙеңə үпкəлə”, — тигəн ҡиəфəт менəн сығып уҡ китте. Инде сират теге асҡағына күсте.

Нимə генə тиһəм дə, үҙемə ҡаршы бороп тик тора. Биографиямды ярайһы ғына ɵйрəнгəн. Башҡортостанға суверенитет даулап Салауат һəйкəле янында аслыҡ иғлан итеп ятҡан егеттəр араһында булғанымды ла асыҡлаған. “Сепаратист, мосолман-фундаменталист”, — тип теҙеп китте.

Ни ɵсɵндɵр уны бигерəк тə Максимды ҡотҡарыуым шиклəндерҙе. Шул хаҡта серəшеп ныҡышты. “Нишлəп уны ташлап китмəнең, нисек ɵҫтɵрəклəп йɵрɵнɵң?”

Унан нисəмə кɵндəр буйы əҙəм балаһының  ашамай-эсмəй сыҙай алыуына ышанырға телəмəне. “Мɵжəһиттəр ниндəй препарат бирҙе? Наркотикмы?”

Əйлəнə лə: “Улар нисек ярҙам итте? Ҡасырға юл ɵйрəтеп һыҙып биргəн карталары ҡайҙа? Ниндəй бурыс йɵкмəтеп ҡайтарҙылар?  — тип ҡабатлай. — Арҡадаштарың ҡайҙа? Улар менəн бəйлəнешкə нисек инергə тейешһең? Пароль нисек?”

Эт итте. Шпиондар тураһындағы кинолағы кеүек. Быныһы арығас, тегенеһе килеп ҡушылды. Икəүлəшеп ҡыҫалар. Бер сəғəт үтте, ике, ɵс. Унан ваҡыт тойғоһон да юғалттым. Алмаш-тилмəш юғалып торалар: ҡайҙалыр кɵс йыйып инəлəр, күрəһең. Миңə бер генə минут та йоҡларға форсат юҡ.

Уйларға, ни булып ятҡанын тɵшɵнɵргə тырышырға ла хəлем юҡ. Тик бер генə нəмə аңлашыла: улар мине һатлыҡ йəн һəм мɵжəһидтəрҙең шпионы тип күрһəтергə телəй.

Башта ғəйебем юҡлығын иҫбатларға, выждан, яуаплылыҡ тураһында һɵйлəргə маташып ҡараным. Мыҫҡыл итеп кɵлдɵлəр генə. Артабан һɵйлəүҙəн дə туҡтаным. Сɵнки рухымды нығытҡан ғəзиз тɵшɵнсəлəрҙəн кɵлɵүҙəре үҙемде кɵсһɵҙлəндергəнен тойҙом. Ɵндəшмəҫкə, иларға, һүгенергə, олорға — телəһə нишлəргə, тик ул ғəзиз тойғоларҙы бүтəнсə уларға һɵйлəп бысратмаҫҡа.

Уларға, бигерəк тə был ҡанһыҙ майорға минең мɵжəһид булыуым кəрəк. Моғайын, башында мине яңынан үҙ яғына ауҙарып, мɵжəһиттəргə  кире ебəреү хаҡында елле планы булған. Быны тəүге допроста уҡ аңланым. Кɵплɵ машинаға ултыртып əллə ҡайҙа алып киткəс тə, тɵрмə кеүек ергə килтереп биклəгəс тə бары тик бер нəмəгə, Максимдың һауығырына һəм яҡлап һүҙ əйтеренə ɵмɵтлəндем. Берҙəн-бер ышанысым ул.

 

***

— Миңə ышанмайһығыҙ икəн, Максимдан һорағыҙ, зинһар, — тип ялынам. — Ул барыһын да белə.

Хоҙайҙан: “Иҫəн генə булһын, аҡылына килһен, сəлəмəтлəнһен, — тип кɵнɵ-тɵнɵ һорайым. — Мине ҡотҡара аларлыҡ кеше ул ғына”.

Бер кɵндɵ йəнə допросҡа алып килделəр. Асҡаҡ майорҙың кəйефе шəп. Ундай саҡта миңə ҡаршы берəй нəмə соҡоп сығарғанын белə башлағайным инде. Тағы нимə тапты икəн? — Һағайҙым.

Ниндəйҙер бер мəлдə:

— Максимдан һорағыҙ, — тип ҡабатлағайным, нəҙек иренен мəсхəрəле ҡыйшайтып йылмайҙы:

— Максимдан да һораныҡ, — тине. Алдыма Максимдың һɵйлəгəндəре яҙылған ҡағыҙ һалды.

“Улар алдан таныш булған кеүек һɵйлəште. Искəндəр уларҙың телен белə. Аҙаҡтан: “Мин мосолман, тип əйттем, тип маҡтанды.

— Бəлки, был пароль булғандыр.

— Бəлки”.

Максимдың яуаптары буйынса засада ла, һɵжүм дə — барыһы ла алдан билдəлəнгəн план буйынса барған. Алыш ҡыҙған мəлдə, үлгəнгə һалышып ятҡанмын. Кире ҡайтырға мɵмкинлегем булһын ɵсɵн, алиби итеп, Максимдың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙы һорағанмын.

Уҡыйым да күҙҙəремə ышанмайым.

Уға биргəн анальгин кɵс ɵҫтəүсе ниндəйҙер аҡ таблеткаларға əйлəнгəн. Йəғни мин һəр саҡ ниндəйҙер наркотик ҡулланғанмын, шуға күрə арымағанмын. Ə Максимға ниндəйҙер илерткес дарыу биргəнмен һəм ул аңын юғалтҡан ваҡыттарҙа, мɵжəһиттəр, йəшертен генə килеп, миңə ярҙам иткəн.

Быларҙы уҡып бɵткəс, йəнем əсенеүгə сыҙай алмай ҡапҡанға элəккəн яралы бүре кеүек олорға керештем.

Камераға ҡайтҡас, бер ни тиклем тынысланғас, йəнə: ”Юҡ, ул былай һɵйлəргə тейеш түгел, — тигəн ҡарарға килдем. — Яуаптарын алдап яҙғандарҙыр”. Шулай ɵмɵтлəндем.

Икенсе кɵндɵ Максим менəн күҙмə-күҙ осраштырыуҙарын талап иттем. Бик тиҙ ризалаштылар.

Максим һауыҡҡан, ҡəҙимге мандып киткəн, ит ҡунған. Эсемə йылы инде, тимəк, үҙ аҡылында. Ə ул миңə йəллəп тə, ҡурҡып та ҡарап-ҡарап ала. Ə һорау ала башлағас, тынысланды. Аныҡ, теүəл яуаптар бирə башланы.

— Атыш башланғас та, дошмандарға атырға телəмəйенсə башын тотоп ултырғайны, миңə барып типкелəргə тура килде, — тип əйтеүе булды, уның ғəҙеллегенə ɵмɵтɵм юҡҡа сыҡты. “Һин бит үҙең башыңды аймап ултырыусы! Андрей бит һине сикəлəп аңыңа килтерҙе, автоматыңды тоторҙо! “ — тип əйткем килə, тик ғəрлегемдəн, кɵсһɵҙлɵктəн, нахағынан тамағыма күҙ йəшем тығылған. Ə ҡанһыҙ майор кинəнеп күҙəтə. Шуға бер һүҙ ҙə ɵндəшмəнем, əйтə лə алмай инем.

— Башлыҡтары Искəндəргə үҙе килеп ɵндəште. Əллə нимə һɵйлəштелəр, — тип дауам итте Максим.

— Бəлки, таныш булғандарҙыр?

— Таныш булғанға оҡшағайны.

— Ə һин нисек тере ҡалдың?

— Ул алып ҡалды.

— Ə ни ɵсɵн башҡаларҙы ла алып ҡалманы?

— Белмəйем.

— Ниңə һине ҡотҡарҙы? Бəлки, үҙенə аҡлау итеп файҙаланыр ɵсɵндɵр?

— Бəлки, — ти Максим.

“Нишлəп улайтаһың?! — тип ҡысҡырғым килə — тауышым сыҡмай. — Ниңə алдашаһың? Күҙеңə дошман автоматы тɵбəлмəгəн дə баһа, нимəнəн ҡурҡаһың?”

Ə Максим дауам итте. Һорамаһалар ҙа теҙеп алып китте.

— “Тажиктарҙы ла аңлап була. Ғɵмүмəн, һəр миллəттең бойондороҡһоҙлоҡҡа, үҙе нисек ҡулай күрə шулай йəшəргə хоҡуғы бар”, — тип ҡабат-ҡабат һɵйлəй торғайны. Үҙ халҡының азатлыҡ яратыуын, элек бер туҡтауһыҙ Рəсəйгə ҡаршы ихтилалдар күтəреп тороуын, 1919 йылда бер башҡорттоң Ленин менəн Сталинға башҡорттарҙың автономияға лайыҡ икəнлеген иҫбатлай алыуын, шуның арҡала ғына башҡа миллəттəргə лə автономия бирелгəненə əллə нисəмə мəртəбə маҡтанды.

— Олатайым башҡортҡа автономия алып биргəн ул кеше менəн аҙаҡтан ошо тауҙарҙа ҡасып йɵрɵргə мəжбүр булған, тип тə əйтте.

Кем ул кеше, исеме нисек? — тип тɵпсɵнəлəр.

— Исемен хəтерлəмəйем. Ул артабан Тɵркиəгə ҡасып сығып киткəн.

— Зəки Вəлиди, — тием мин.

— Нимə?

— Ул башҡорт Зəки Вəлиди булған.

— Күрəһеңме, — ти майор ҡəнəғəтлəнеп. — Дуҫыңдың һɵйлəгəндəрен инҡар итə алмайһың.

— Былар барыһы ла Башҡортостан тарихында яҙылған, уны һəр уҡыусы белə, — тип ҡарышлашам.

Тəүге ҡарашҡа, Максимдың яуаптарында фактик дɵрɵҫлɵк юҡ түгел, əммə барыһы ла ғəжəйеп хаяһыҙлыҡ менəн миңə ҡаршы йүнəлтелгəйне. Артабан нимəлер аңлатып маташыуҙың да фəтүəһеҙ икəнен тɵшɵнɵү менəн шундай битарафлыҡ, күңел тɵшɵнкɵлɵгɵ билəп алды.

Ə Максимдан һорау алыуҙы дауам иттелəр. Уның менəн һаҡ, аяп һəм ҙур ихтирам менəн һɵйлəшкəндəре ниңəлер ҡыйын булып килеп сəнселде. Тегендə маңҡаһын сосолдороп илап ятҡаны күҙ алдыма килде.

— Ни ɵсɵн һине ташлап ҡалдырмаған? Нисек уйлайһың? — тип һорайҙар Максимдан.

— Минең ғүмерем һинеке менəн туранан-тура бəйлəнгəн, тине.

Максимдың был яуабынан һуң майор миңə тексəйə:

— Ниңə шулай тинең? Ни ɵсɵн һинең яҙмышың уныҡына бəйлəнгəн?

***

Əгəр ҙə Максим күҙ йəшерһə, миңə тура ҡарарға тартынһа, уңайһыҙланһа, бəлки, саҡ ҡына аңларға булыр ине. Тик ул балаларса саф ҡараштары тɵбəгəн дə ҡаршы һɵйлəп тик ултыра.

— Шулай булды бит, — ти. — Мин бит дɵрɵҫɵн һɵйлəйем.

— Ни ɵсɵн һуң мин һине һɵйрəп килдем. Хатта һин, ташлап кит, йонсотма мине, тип инəлһəң дə.

— “Һине мин үҙем ɵсɵн һɵйрəйем. Үҙеңə кəрəкмəһəң, миңə кəрəкһең”, — тинең. Шулай түгелме ни?

— Шулай.

— “Миңə кəрəкһең”, тинең. Тимəк, һиңə ышанһындар ɵсɵн мин кəрəк булғанмын. Алиби ɵсɵн. Əгəр ҙə бер үҙең генə ҡалған булһаң, кем һиңə ышаныр ине? Ни ɵсɵн бɵтə колоннанан һин генə тере ҡалғанһың? Ни ɵсɵн мин хəлдəн тайҙым, ə һинең хатта мине лə күтəреп килергə хəлең етте?

Ул һорауҙарын теҙə генə. Ə минең бер генə яуабым да юҡ.

Ысынлап та, ни ɵсɵн уны үҙемə үлем янағанда ла ташлап китмəнем?

Хəйер, аптыраштың кɵнɵнəн тигəндəй, уны ниңə һɵйрəклəп йɵрɵгəнем тураһында үҙем дə уйлана башланым. Бəлки, ысынлап та, аңрамындыр, тик шул Максимдың əсəһенең ғазап тулы күҙҙəренə ҡарап улыңды ташлап киттем тип əйтеү минең ɵсɵн үлемдəн дə ҡурҡынысыраҡ ине.  Хатта əле лə.

Мəктəптə уҡығанда əҙəбиəт уҡытыусыһы беҙҙе “Восхождение” тигəн  киноға алып барғайны. Ул мине шул тиклем тетрəтте. Һуңынан тағы ҡараным. Шул кинола Рыбак тигəн партизан фашистарға əсиргə элəккəс, ҡурҡыуына бирешə. Үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр ɵсɵн, иптəшен һата. Бына иптəшен аҫырға килтерəлəр, башына элмəк кейҙерəлəр һəм Рыбакка уның аяҡ аҫтындағы ултырғысты тибеп ырғытырға бойоралар. Тибə. Шуның менəн үҙ ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Тик шунан һуң ниҙер була. Хыянат юлы менəн һаҡлап алып ҡалған ғүмере ҡапыл баһаһын юғалта. Əле генə иң ҡиммəтле булған йəшəүҙең кəрəге бɵтə. Шул кɵндɵң кисендə үк Рыбак бəҙрəфкə инеп үҙ билбауына аҫылынып үлə.

Был хаҡта оҙаҡ уйланым. Һаман уйлайым. Ни булды? Нимə үҙгəрҙе? Ни ɵсɵн əҙəм балаһы яңы ғына йəшəү ɵсɵн иң һуңғы түбəнлеккə лə тɵшɵргə əҙер ине. Выжданына хыянат итеп, шул тиклем ҡиммəт түлəп һатып алған йəне кəрəкһеҙ булып сыҡты.

Тимəк, ниндəйҙер һуңғы сик бар. Уны аша атлап үтəһең икəн, артабан йəшəү мɵмкин түгел. Эсемдəн генə ана шул һыҙыҡты үтеп ҡуймайым тип күҙəтə инем, сɵнки һуғышта уны аша атлауы еңел. Шуға күрə эске бизмəн һəр саҡ күҙəтеп торорға тейеш.

***

Ғəйебемде таныуымды, ниндəйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыуымды талап итеп, тағы ла аяуһыҙыраҡ туҡмарға керештелəр. Нимə эшлəргə?

Ниндəй ғəйебемде танырға? Уларҙың əйткəндəре менəн ризалашһам, мине тегендə кире ебəрəсəктəр. Мɵжəһидтəр мине шунда уҡ саласаҡ. Ə бында — йə тɵрмə, йə үлем. Ҡайһыһы яҡшыраҡ, үлемме, əллə был ғазаптар тағы ла оҙаҡҡараҡ һуҙыласаҡ тɵрмəме? Кɵрсɵккə килеп терəлгəйнем. Хатта ҡасып китергə тигəн ɵмɵтɵм дə юҡ ине. Ҡайҙа ҡасырға? Мин бит үҙ илемдə. Үҙебеҙҙекелəрҙə.

Ə туҡмауҙың кəрəген бирҙелəр генə. Эшлектəн сығарыу маҡсатын ҡыуып, хатта тɵрмəгə элəккəн хəлдə лə əҙəм булмаһын, тип тырыштылар. Ə шулай ҙа иң ҡыйыны туҡмау түгел, ə үҙебеҙҙекелəрҙең ышанмауы булды. Иң рəнйеткесе шул ине.

***

Мин бит башлыса рус мəктəбендə уҡыным. Атайым менəн əсəйем Себер гиҙҙе. Мəктəп булған урында эшлəһəлəр, мине үҙҙəренең янына алырға тырыштылар. Тɵрлɵ ҡалаларҙа уҡыным. Ҡайҙа ла үҙемде күптəрҙең береһе итеп тойҙом. Дуҫтарҙы миллəтенə ҡарап түгел, ə күңел яҡынлығы буйынса һайланым.

Əле мосолманлығыма, рус булмауыма баҫым яһай башлағас, тəүҙə улар кеүек булыуымды, уларҙан бер нисек тə айырылмауымды аңлатырға тырыштым.

Беҙ бер үк мəктəптə, бер үк нəмəлəргə уҡыныҡ. Ни ɵсɵн мин уларҙан аңғырараҡ булырға тейешмен? Шул уҡ Пушкин, уларҙыҡы кеүек минеке лə.

Россиянлығымды иҫбатлап маташыуым, мин дə һеҙҙең кеүекмен, тип серəшеүем ҡанһыҙ майорҙы ярһытты ғына. Уның минең кеүек чурка менəн туған булғыһы килмəне.

Мин дɵйɵм мəҙəниəткə, бəлəкəйҙəн ҡаныма һеңгəн ҡиммəттəргə, Пушкинға, Есенинға сат йəбештем. Ул тəмлəп,  ҡанһыратып, киҫəклəп-киҫəклəп мин “беҙҙеке — уртаҡ” тип һанаған донъянан ɵҫтɵрəп сығарып ташларға маташты.

Махсус əҙерлекле белгескə урта белемле бер һалдатты кɵрсɵккə индереп əхлəҡи һəм физик яҡтан ҡайыҙлау, психикаһын ҡыйратыу бер ни тормай ине. Байтаҡ туҡмалғас, ысынлап та улар ɵсɵн үҙ булмауым башыма барып етте: əлбиттə, бүтəнмен, тыумышым, ҡандан-ҡанға күсə килгəн тəжрибəм, халҡымдың тарихы, яҙмышы буйынса бүтəнмен. Йыл əйлəнəһенə эйəрҙəн тɵшмəгəн, дошмандан илен ҡурсалау, ауыр саҡта иптəшен ташлап китмəү тереклек итер ɵсɵн тɵп шартҡа əйлəнгəн халыҡтың улы булараҡ, сыҙамлығым да, тоғролоғом тəбиғи.

Үҙенсəлегем, миллəтем аша бирелгəн сифаттар, əсəй һɵтɵ аша күскəн тɵшɵнсəлəр, эпостарым, ҡобайырҙарым, йырым — рухи ҡиммəттəрҙең ысын баһаһын саҡ аңланым. Минəн  үҙҙəренеке тип иҫəплəгəндəрҙең барыһын да: бала сағымдан алып яратҡан кинолар, китаптар, дуҫтарым аша һеңдергəн бик күп ҡиммəттəрҙе ҡыҙғанып, һин уларға лайыҡ түгелһең, тип йолҡҡослап алып бɵтһəлəр ҙə тороп ҡалам икəн дəбаһа. Бабичым бар, Сəлəмем бар. Урал батырым бар, Салауатым. Бығаса уларға символ итеп кенə ҡарай инем.  Ə улар, баҡһаң, мине хасил иткəн күҙəнəктəргə ҡуша туҡылған. Ябай епкə алтын йəки ебəк ҡушып һуғылған кеүек.

Үҙемə, халҡым яҙмышына хыянат итмəйенсə бүтəн була алмағанымды тɵшɵндɵм. Хатта тамырҙарым буйлап аҡҡан ҡанымды тотош алмаштырһалар ҙа, булмышым күҙəнəктəрҙə, генда һаҡланасаҡ. Шулай булғас, үҙем булып ҡалыуҙан башҡа сарам юҡ.

Был кɵтмəгəндə ебəрелгəн рухи десант — ҡотҡарыусы мɵғжизə — булды. Ниһайəт, үҙемə һыйыныр урын, таяныс таптым. Минеке генə булған нəмəлəр тороп ҡалды.

Иң мɵһиме — ауыр мəлдəрҙə выжданыма тап тɵшɵрмəнем. Батыр, сыҙам, ярҙамсыл булып ҡалдым. Ирҙəрсə, яугирҙəрсə, ғɵмүмəн кешесə эшлəнем.

Аҙағы бар.

Автор:Гɵлсирə ҒАЙСАРОВА-ҒИЗЗƏТУЛЛИНА.
Читайте нас: