+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ноябрь 2021, 14:33

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 3. Хикәйә.

Маһинур өйөнә ҡайтты, киске тамаҡҡа ире яратҡан аштарҙы бешерҙе, әллә ҡайһы арала бәлеше лә өлгөрҙө. Рәүҙәт һуң, арып, үҙе әйтмешләй, һуты һығып алынған лимон һымаҡ, ҡайтып ҡоланы. Эше күп. Бына бөгөн, ниһайәт, эштәренең осо күренгән – түрәләрҙән йылы хәбәр килгән. Проект башҡарыусыларының эшмәкәрлеген дөрөҫ, тип баһалағандар. Рәүҙәт тырышты, бар оҫталығын ҡушып эшләне.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 3. Хикәйә.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 3. Хикәйә.
Ҡатыны был юлы бик йылы ҡабул итте. Күҙҙәренә ҡарап ҡына үбеп алды, шунда уҡ өҫтәлгә саҡырҙы. “Әйҙә, осрашыу ҡыуанысынан”, – тип бер шарап, бер виски сығарҙы. Ҡыҙыл шарабы – үҙенә, “ҡатырағы” иренә була инде. Һүҙ араһында ғына, береһе – ялда, икенсеһе эштә булған саҡта нимә күргәндәрен, ниҙәр кисергәндәрен барлап алдылар. Һүҙҙәре күберәк Рәүҙәттең әсәһе хаҡында булды. Ир, йәшереп торманы, ҡатынына барыһын да һөйләп бирҙе. Ошо алда торған көндәр, аҙналар һәм айҙар хәл иткес буласаҡ. Рәүҙәттең уллыҡ бурысы – әсәһенең хәлен мөмкин тиклем еңеләйтеү һәм ошо хәсрәтле мәшәҡәттәрҙе бергә кисереү. Маһинурҙың ялының әле бар аҙна самаһы ваҡыты бар. Ул ҡәйнәһенә мөмкин тиклем ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә әҙер. Ир иртәгәһе эште иҫкә төшөрҙө. Ҡатын, телефонына күҙ һалып, һуңлап ҡына төшкән СМС-хәбәрҙе күреп ҡалды. Иртәгә уны иртәнге һигеҙҙә башлыҡ көтә һәм һуңламауын һорай. Әллә ни иғтибар итмәнеләр. Ғәҙәттә була торған эш. Ләкин ҡатын иртәгә үҙен ниндәй тәҡдим һәм һорау көтөрөн әле күҙ алдына ла килтермәй, хатта уйламай ҙа ине.
Башлыҡ һәр көн саҡырып тормай. Маһинур, иртәнге биштән үк тороп, үҙен тәртипкә килтерә башланы. Душ ҡабул итеп сығыуға, ире лә йөрөп ята. Еңелсә иртәнге аш әҙерләй. Ҡатынын хакимиәт эргәһендә 8 тула 20 минутта ҡалдырып китте. Хатта хушлашыр алдынан ирененән үбеп алырға ла онотманы:
– Уңыштар һиңә!
– Һиңә лә шулай уҡ, ҡәҙерлем!
Кабинетына үтеп, ҡалдыраһы әйберҙәрен урынына ҡуйҙы ла, аҡрын ғына, башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһенә ыңғайланы. Хужа кеше эшкә бик иртә килһә лә, ҡалғандарҙан быны талап итмәй. Һынап ҡарағаны бар: кабинетта икәнлеген белһәләр, уға күренергә, күҙенә салынырға, ваҡ-төйәк менән мәшәҡәтләргә, һис юғында ошаҡ ташырға теләүселәр һәр ваҡыт табыласаҡ.
Теүәл һигеҙ. Башлыҡтың ишеге асылды, һәм үҙе килеп сыҡты.
– Һаумыһығыҙ! Рәхим итегеҙ, Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы!
Йә, инде, үҙе сығып алды. Тимәк, мөһим, хатта хәл иткес мәсьәлә көтә. Нимә булыр икән? Тулҡынланды Маһинур. Хатта яңы туфлиҙар кейгәйне, яҙа баҫып, аяғы келәм ситенә эләкте, ҡолай яҙҙы. Ярай, эргәһенән атлап барған башлыҡ сос, тотоп ҡалаһы итте. Кисәге хәл тағы ҡабатланды: еңелсә башы әйләнеп китте лә, бейек, иркен, киң бүлмә икеме, өсмө тапҡыр әйләнде, Маһинурҙы еңелсә уҡшытып ҡуйҙы. Ҡуйсы, күпме кешене үҙенең ауыҙына ҡаратып тота, ана, эргәһенән ҡаланың дәһшәтле башлығы өлтөрәп килә. Ә ул, күңеле болғанып, уҡшый яҙып торһон әле!
Бәй, башлыҡ, ипле генә ҡултыҡлап, төпкө бүлмәһенә алып кереп китте түгелме һуң? Яҙылмаған ҡанундарҙы белә Маһинур. Төпкө бүлмә ул – ашап-эсеү, йонсоғанда ял итеү, кәрәккәндә күңел асыу урыны ғына түгел. Ял зонаһына ҡатын-ҡыҙҙың килеп инеүе ҙурыраҡ мәғәнәгә эйә. Маһинур әлегә эш тураһында уйлай. Хужа кеше бында саҡырғас, үҙенең миһырбанлығын, айырым сифатҡа эйә булған иғтибарын һәм хөрмәтен билдәләй.
Иң тәүҙә ваҡ-төйәк хаҡында һөйләштеләр. Нисек ял иткән, нимәләр күргән. Быныһы – ҡәҙимге күренеш. Ике аҙнанан артыҡ Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан кеше нимә хаҡында һөйләргә тейеш һуң?
Аҙаҡ башлыҡ уралтып торманы:
– Ял иттегеҙ, көс тупланығыҙ, тимәк, ҙур эштәргә әҙерһегеҙ, Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы. Һеҙҙең бүлектәге эшегеҙ менән бик ҡәнәғәт инек. Һеҙҙең тәжрибә, талапсанлыҡ, ойоштороу оҫталығы беҙгә ҙурыраҡ ышаныс белдерергә мөмкинлек бирә. Юғарыла әлегә фатиха бирҙеләр, хәҙер үҙегеҙҙән тора. Һеҙгә башлыҡтың урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итергә булдыҡ. Һеҙҙең ҡулығыҙҙан килеренә, ҙур, яуаплы эште еренә еткереп башҡарыуығыҙға мин шикләнмәйем. Әле һеҙҙең ялығыҙҙың өсмө, дүртме көнө бар, һил ваҡыт, ял итеп бөтә алаһығыҙ. Дүшәмбенән яңы кабинетта эш башлайһығыҙ. Иртәнге оперативкала мин һеҙҙе тәҡдим итәсәкмен.
Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы телһеҙ ҡалды, тип әйтеү генә аҙ булыр һымаҡ. Ул бөтөнләй шаңғыны. Һис көтмәгәйне,
 
 
хатта юғалып ҡалды, нимә әйтергә лә белмәне. Был бит бик ҙур, яуаплы эш. Нисәмә кеше менән эшләргә, күпме проблемалар хәл итергә тура киләсәк.
– Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт! – тине ҡатын. – Һис көтмәгәйнем. Һеҙ ял итергә биргән 3-4 көндө иркенләп уйларға мөмкинлек, тип аңлайым. Һаман да иҫемә килә алмайым. Шунда уҡ әйтәм: мин һеҙҙән күп нимәгә өйрәндем. Теүәллек, яуаплылыҡ – беҙҙең эштә төп талаптарҙың береһе. Артабан да шулай эшләргә насип итһен, тигән теләгем бар.
Хакимиәттән сығыуына, Маһинурҙы машина көтөп тора ине. Шофер, ҡатын кереп ултырғас, боролмай ғына:
– Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы, һеҙҙе ҡайҙа алып барырға? – тине. “Тойота” ға көс-хәл менән килеп еткән, ауырлыҡ менән инеп ултырған ҡатынды үҙе ғүмер буйы хыялланған, ләкин күҙ алдына ла килтерергә ҡурҡҡан тойғо әсир итте. Был тойғо алдында барлыҡ дәрәжәләр, береһенән-береһе бейегерәк вазифалар тоноҡланып ҡала, хатта юҡҡа сыға.
Руль артында ултырған водитель яуап көтөп боршаңланы, хатта аҙ ғына газға баҫып алды. Маһинур, өйгә, тип әйтергә лә йыйынғайны, ләкин һуңғы секундта: “Дауахана ҡаласығына”, – тип әйтеп өлгөрҙө. Әлбиттә, уның дауахана ишектәрен асып, көтмәгәндә килеп инеүе күптәрҙе шаҡ ҡатырасаҡ. Ниңә, ҡаланың мул ғына бюджетын бүлеүселәрҙең береһе – финанс идаралығы начальнигы көн дә дауахана буйлап йөрөмәй. Ярай, кисә ҡәйнәһенең хәлен белергә килде. Ә бөгөн нимә ҡалмаған? Әллә башҡа эше юҡ, тиһегеҙме? Маһинур һиҙә, ул хәҙер ике ут араһында, һәр аҙымы күҙәтелә һәм төрлө һығымта яһала. Ләкин ҡатынды кешеләрҙең уның хаҡында нимә уйлауы түгел, һаулығы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Ни өсөн ҡыҙыҡһындыра? Ишетмәнегеҙме ни, уға ҙур һәм яуаплы вазифа тәҡдим иттеләр. Ә был яуаплы урында эшләгән кеше ат һымаҡ көслө, бүре һымаҡ талымһыҙ, имәндәй ныҡ булырға тейеш. Ләкин ниндәй генә сифаттарға эйә булма, ябай ҡатын-ҡыҙҙан һинең бер айырмаң да юҡ. Һинең һымаҡ талымһыҙҙар, көслөләр һәм ныҡтар ана, көтөүе менән йөрөй. Уларҙың да һәр береһенә дауахана кәрәк. Уларҙың да йылына, исмаһам, бер тапҡыр үҙ ҡулдары менән гүзәл заттар өсөн генә тәғәйенләнгән кабинет ишектәрен асып инергә хоҡуҡтары бар.
Ярты битен, тип әйтерлек, күҙлек менән ҡаплаған ҡатын иң тәүҙә баш табиптың урынбаҫары бүлмәһенә инде һәм бер аҙҙан уның оҙатыуында мөйөштәрәк урынлашҡан кабинетҡа ыңғайланы.

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: