Маһинурҙың маҡсатына ҡәтғи шул маҡсат та ҡоролғайны: үҙ ғүмерендә шундай вазифа тәҡдим итәләр, ә бында иһә, шундай “ҡыҙыҡлы хәлгә” тарыуың ихтимал. Ләкин хәҙерге заманда хатта дауахананың дауаханаһында, үтәнән-үтә күренеп торған ерҙә, сер һаҡлау – мөмкин булмаған талаптарҙың береһе. Сөнки шәфҡәт туташының бөгөн генә ялға сыҡҡан әхирәте янына килеү менән, ни эшләп йөрөйһөң, тигән һорауына, чиновниктың килеүе хаҡында әйтеүе менән, тегеһе хәтирәләргә бирелеп китте:
– Маһинурҙың ире Рәүҙәттең тәүге ғаиләһе менән бер ятаҡта йәшәгәндәр икән. Күпме генә дауаланмаһындар, ғаиләнең уртаҡ емеше булмаған. Аҙаҡ ирен, сирләй, тип тапҡандар, – тигән хәбәрен һөйләп тә өлгөрҙө.
–Ярай, чиновниктың да йәне бар. Килһә, ни булған. Шуның менән, һүҙ өҙөлдө.
Ә кабинетта табип тәүге һөҙөмтәне иғлан итеү менән шаңғырға мәжбүр булған Маһинур Йәүҙәт ҡыҙын тынысландырырға тырышалар ине. Юҡ, юҡ, ул йығылманы, йөрәге лә тотманы – йөҙө таштай булып ҡатты һәм ултыра төштө лә ҡуйҙы. Маһинурҙың күҙе алдынан ире Рәүҙәт, ҡәйнәһе Сәлихә ҡарсыҡтың төшөн һөйләүе, ап-аҡ ҡомло диңгеҙ буйы, киске һунарға сыҡҡан атлант кәүҙәле ирҙәр һыны сағылып ҡалды. Күп тә түгел, икәү генә булдылар бит. Ә бына исемдәрен онотҡан. Әллә ҡыҙыҡһынманымы икән? Белә Маһинур иренең хәлен, яҡшы белә. Тиҫтәләрсә йылдар буйы бала табыу өсөн көрәшеп, бәхеткә ирешә алмаған, ләкин аҙаҡ, һис көтмәгәндә, Аллаһ ҡөҙрәте менән генә ауырға ҡалып, балалар үҫтергән ғаиләләр ҙә бар. Ярай, мөғжизә менән Рәүҙәттең атай, үҙенең әсә булыу мөмкинлеге лә бар, ти. Ләкин, нисек кенә үҙеңде ышандырырға, алдарға тырышма, күләгә булып, улар өҫтөндә мускулдары уйнап торған егеттәр ҡалҡа ла сыға.
Маһинур хәҙер тәжрибәһеҙ егете менән йоҡлаған һайын, ауырға ҡалыуҙан ҡурҡҡан ҡыҙ бала ла, кейәүгә сыҡҡас, үҙ сабыйын ҡыҫып, ҡосаҡларға хыялланған кәләш тә түгел – әсә булыуҙан тамам төңөлгән, иренең ысын хәлен дә яҡшы белгән, күпте кисергән ҡатын. Йәше үтеп бара, тип тә әйтеп булмай. Хәҙер медицинаның мөмкинлектәре киң...
Ә эргәһендә нимә эшләргә белмәй өлтөрәп торған ике табип та, ҡуй инде, әйтерһең, улар ғәйепле, вазифа биләгән ҡатынды йыуатырлыҡ та, тынысландырырлыҡ та һүҙҙәр таба алманылар. Маһинурҙың күңелендә бынан аҙна самаһы элек өйөнә кергәс, шифоньерҙы асҡас, аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡартайып бөткән ҡәйнәһенең туҙған, тип әйтерлек, халатын күргәс тыуған мәкерле тәьҫораттар урғылып-урғылып алды. Ни өсөн уға тап бөгөн, инде нисә йылдар хыялланған юғары урындың яҡтыһы һәм йылыһы килеп еткәс кенә, шундай итеп аяҡ салалар? Эй, Аллаһым, күпме кешегә ярҙам иттем, рәхмәттәр уҡып китә торғайнылар, байрамдарҙа иң күп ҡотлауҙарҙы алған кеше лә мин булдым, ни гонаһтарым өсөн, ҡылған изге ғәмәлдәрем береһе лә иҫәпләнмәй, мине язаға дусар итәһең?..
Ҡасанан бирле балаға уҙыу һинең өсөн язаға әйләнде һуң әле? Хаталанды, тип уйлар инең, оҙаҡ йылдар эшләгән, ҙур тәжрибә туплаған табип ҡараны бит үҙеңде. Юҡ, былай ярамай, ауырға ҡалған һәм эҙһеҙ һеңер тип өмөтләнгән мәктәп уҡыусыһы һымаҡ фекер йөрөтөүеңде һиҙеп ҡалмаһындар тағы...
– Ысынлапмы, доктор? – тине ул битенә йылмайыу ишараты сығарып. – Мин был хаҡта ғүмер буйы хыялландым бит! Бишәр-алтышар, күберәк бала табып, өсәр йыл декрет ялында ултырып, пенсияға сығып киткәндәргә ысын мәғәнәһендә көнләшеп ҡарай торғайным. Ниһайәт, был көн минең үҙемә лә килде буламы инде?
– Беҙ һеҙҙе ҡотлайбыҙ, Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы! Һеҙҙең өсөн шатбыҙ! – тине баш табип урынбаҫары.
– Хәлегеҙ һәйбәт күренә. Беренсе тапҡыр булыуын иҫәпкә алһаҡ, барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайбыҙ, – тип эләктереп алды табибы, – бында килер алдынан шылтыратып ҡуйһағыҙ, был тирәлә тыныс булыр һәм кеше-маҙар йөрөмәҫ.
Уларҙың тынысланыуы Маһинурға саҡ ҡына ла күсмәне. Тормошҡа ысынбарлығында ҡарап өйрәнгән реалист ҡатын үҙенең тормошондағы ҡырҡа боролошто, ике табипҡа ҡарағанда,
яҡшыраҡ аңлай. Шулай булмай, уларҙың бар белгәне – кеше дауалау. Ә Маһинур дауалаусыларҙы ла, дауаланыусыларын да берҙәй ҡарарға, финанс мәсьәләһен хәл итеп торорға тейеш.
Сығып китер алдынан Маһинур етди генә итеп:
– Минең визитым хаҡында һәм хәлем тураһында мәғлүмәт сығармау һеҙҙең мәнфәғәттә, – тине икеһенең дә күҙҙәренә ныҡ итеп ҡарап.
Донъя хәлдәре, белеп буламы, бөгөн – бер төрлө, иртәгә 180 градусҡа үҙгәрә лә ҡуя. Дүшәмбенән ул яңы вазифала эш башлай, артабан күҙ күрер. Ярай, ундай ғына ваҡ-төйәкте хәл итер ләкин мәсьәләнең хәл ителешендә башҡа кешеләрҙең ҡыҫылышы ла бар бит әле. Мәҫәлән, ире менән был хаҡта нисек аңлашырға? Белә Маһинур – иренең хәлен дә, кәре юҡлығы ла мәғлүм. Бәлки ҡалала был хаҡта белгән кешеләр ҙә барҙыр. Ләкин бөгөн улар түгел, ире борсой Маһинурҙы. Уға нисек аңлатырға, ниндәй һүҙҙәр табырға һәм тынысландырырға? Ә бына быныһы еңел булмаясаҡ.
Ә бер тапҡыр үҙе менән һөйләшеп ҡарағайны. Әллә тәрбиәгә берәр бала алайыҡмы, тип тәҡдим иткәйне. Ҡәйнәһе лә, һиҙгән һымаҡ, шул хаҡта һөйләнгәйне. Бала кәрәк, быны берәү ҙә инҡар итмәй. Ләкин әлеге осраҡ бар хыялдарҙы һәм теләктәрҙе юҡҡа сығарып ташлауы ихтимал. Шулай шул, балкондан балаларҙың уйнағанын ҡарап ултырғайнылар. Маһинур иренә, бала алайыҡ, тип әйткәйне. Ут һымаҡ, гөлт итеп ҡалды, тоҡанды ла китте. “Булһа – бар, булмаһа – юҡ!” – тине ул. Кеше һүҙенә ҡалырға теләмәгән Маһинур үҙе лә ризалашырға мәжбүр булды.
Ә ниңә баш вата һуң әле ул? Был бала Маһинурға кәрәкме? Өфө тирәһенә барып, берәй түләүле клиникала булһын да ҡайтһын. Һиҙмәй ҙә ҡаласаҡтар. Ә ниңә был хаҡта шунда уҡ уйламаны икән?..
Дауамы бар.