-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ноябрь 2021, 18:00

ҠЫШ БАБАЙ ҺЫНЫ Хикәйә Беренсе өлөш

Рәҡип йығылып аяғын һындырҙы. Дауаханала гипс һалдылар ҙа ҡайтарып ебәрҙеләр. Хәҙер бына ята инде, дүрт стенаға бикләнеп. Ҡатыны йүгергеләгәнен күҙәтеп арығас, телевизор ҡарай, шунан йоҡо һимертә – былай ярайһы. Элек тә ята ине, әле законлы ята. Ҡатыны эшләй әле – бер туған ирен астан үлтермәҫ. Әлбиттә, уҫлаптай иргә өйҙә ятыуы күңелһеҙ инде. Күпме ерҙә “ҡалым” бар ине, аяғы һынмаһа, исмаһам, рәхәтләнеп эсеп ҡайтып йоҡлар ине... Эске тураһындағы татлы уйҙарын улы Фәндең тауышы бүлдерҙе: – Атай, күҙеңде йом әле, копилкаға аҡса һалам, күрһәң, йә урларһың, – ти малай киҫәге.

ҠЫШ БАБАЙ ҺЫНЫ Хикәйә Беренсе өлөш
ҠЫШ БАБАЙ ҺЫНЫ Хикәйә Беренсе өлөш

Эске тураһындағы татлы уйҙарын улы Фәндең тауышы бүлдерҙе:
– Атай, күҙеңде йом әле, копилкаға аҡса һалам, күрһәң, йә урларһың, – ти малай киҫәге.
– Икмәк шүрлегеңә менеп төшөр инем – аяҡ ебәрмәй, малакасус, атай менән шулай һөйләшәләрме? – Шулай ҙа атай кеше күҙҙәрен йомдо. Дүртенсе класта уҡыған малайы, ултырғысҡа баҫып, шкаф башында торған Ҡыш бабай һынының бысаҡ менән киҫелгән түбәһенән шылтыратып аҡса төшөрҙө.
Фән аптырағандан шулай аҡса йыя башланы. Күстәнәс өсөн. Атаһы бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, Ҡыш бабай бүлгән күстәнәстәр балаларға эләкмәй шул. Ә туғаны Марат Яңы йыл яҡынлашҡан һайын мөғжизә көтә башлай. Аттар мисәлгән саналағы Ҡыш бабай таратҡан тоҡсайҙағы кәнфиттәрҙе әллә ниндәй тылсымдай күрә инде. Шуға ла Фән алдан әҙерләп ҡуйған мәмәйҙәрҙе Ҡыш бабайҙың ҡыңғыраулы аттары үтеп китеүе менән тупһаға ҡуя һала.
Ә ул ялтыр ҡағыҙлы кәнфиттәр йыйылһын өсөн төрлөсә көс түгә ағай кеше: өлкәндәргә ярҙам итә, ҡағыҙ йыйып тапшыра. Бер тинен дә әрәм итмәйенсә ошо үҙе эшләп алған аҡса янсығына һалып бара. Ә әсәһе улының был эшен хуплай ғына, әлбиттә.
Ана шул аҡсаларға атай кеше эйәләшеп алды бит. Балалар өйҙә юҡта  Ҡыш бабай һынының төбөн йәтешләп ярҙы ла эрерәк аҡсаларҙы сүпләпме- сүпләй. Һыра менән тәмәкегә тап-таман. Ҡулда илле һумдай аҡсаң булһа ла, шешәләш дуҫтар табыла ул. Ас та, туҡ та түгелһең, шулай булғас, йәшәй бир ағым ыңғайына.
Ҡатыны иренең был эшен һиҙеп ҡалды. Балалар өйҙә юҡта оялтып та булашты үҙенсә.Тик ире ҡолағына ла элмәгәс, теге Ҡыш бабай һынын шкаф башының төбөнәрәк көслө елем менән йәбештереп ҡуйҙы ла үҙе лә тинлек аҡсаларын шунда һала башланы.
– Йыуаш ҡына кеүек үҙе, ә этлеккә килгәндә әллә кемеңде уҙҙырыр, эт! – тип уйлап ята Рәҡип, сөнки шул ҡәһәр Ҡыш бабай һынын алам тип аяғын һындырҙы бит инде. Элек  бармаҡ тейһә лә еңел генә килеп төшкән һын ҡып та итмәй шкаф башында ултырып ҡалды. Ә ҡулы шыуып киткән ир иң тәүҙә диван ҡырына ауҙы, һыңар аяғы менән бәләкәсе Мараттың уйынсыҡ машинаһына баҫты...  ”Йығылдым, иҫтән яҙҙым, уянһам – гипс!" тигән кино геройы кеүек ята хәҙер бот һуҙып.
Ә оло улы көн дә шкаф башындағы аҡса янсығына аҡса төшөрә.
– Эй, пацан, һин урлашып йөрөмә тағы, көн дә аҡса ҡайҙан алаһың? – тине бер көн Рәҡип.
– Күрше Мәликә әбейгә һыу килтерҙем, ул бирҙе ун һум, Сәлмән бабайға быҙау ҡыуыштым – ул биш һум бирҙе. Ир кеше ни аҡса таба инде. Урлаған һин генә урла инде, атай, – тине малай нисектер ололарса итеп.
Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡолағына тиклем ҡыҙарҙы Рәҡип. Йә инде, кеше көнлө кеше булып ята, етмәһә, бынау малайына тиклем әрем телле.
Үҙенең йомшаҡлығын белдермәҫ өсөн тәпешкәһе менән малайына бәреп ебәрҙе, ләкин Фән күптән сығып ысҡынғайны.
Кисен, ҡатыны тәүлеклек дежурҙа булғанда, балаларының шахмат уйнағандарын шым ғына ҡарап ята торғас ойоп киткән Рәҡип  улдарының бышылдап һөйләшкәндәренә уянды.
– Ағай, әҙә Ҡыс бауайға һат язайыҡ, ағай, – тип илаулай Марат. – Миңә сәпит кәрәк!
– Ҡыш бабайҙың сәпитлек аҡсаһы ю-юҡ. Ул аҡсаһы күп кешеләргә генә бүләк алып килә, ә беҙҙең атай эскәс, беҙгә бирмәй.
– Ә беҙ уңа әттәнең эскәнен әйтмәйек, ул әйвәт тип яҙ һун, – тип һаман ныҡыша Марат.
– Туғаным, етәр, минең дәрес әҙерләйһем бар. Ҙууур үҫкәс, мин һиңә сәпитте үҙем һатып алырмын, даже икене. Ә Ҡыш бабайға мәмәйҙәр һорап яҙырбыҙ, әтеү беҙҙең сәй эсергә писук та бөткән...
Фән  мыш-мыш танауын тартып ҡуйҙы – ул туғанына белдермәй генә илай ине шикелле.
Улдарының ҙурҙар сисә торған проблеманы үҙҙәренсә әүәләп булашыуҙарына шаһит булған Рәҡиптең ҡапыл күңеле нескәреп китте. Ошо балалары тыуғас, шатланып йөрөгәнен, иптәштәре менән күңелле итеп “малай тояғы" йыуғандарын иҫләне.
Нисә күтәреп йөрөнө, нисә тапҡыр бишектәрен тирбәтте икән балаларының?! Ике улы тыуғас та аяҡ тибеп эсте, һыйланы, үҙенсә шатланды. Һәм... Шуның менән бөттө, шикелле. Быға тиклем нимә ашаған, нимәгә йәшәлгән?.. Ҡара әле әй, уйлай башлаһаң, бер уй береһенә баланс бирмәй булаша түгелме һуң?
Рәҡипкә һауа етмәгәндәй тойолдо. Үҙен бер көләмәс геройы кеүек тойҙо ул ниңәлер. Бер ир  бисәһе менән йәшәгәндә, аҡсаны ҡайҙа ҡуяһың, тип әрләшһә, айырылышҡас, бөтәһенә аҡса нисек еткерҙе икән, тип аптыраған, ти.
Ә бит Рәҡиптең ошо көнгәсә ус тултырып аҡса эшләгәне лә юҡ икән. Эсеп йөрөп, эшенән ҡыуылыуына ҡасан... Шунан бирле бөтә йөктө ҡатыны күтәргән икән бит. Балалары бәләкәй тип тормаған.
Уйҙары үткәндәрҙе барлаған һайын, Рәҡиптең эсендә нимәлер әрнеп, ҡыжмырҙап ҡуйҙы. Ҡатыны Яҙгөл, балаларҙың береһен етәкләп, береһен күтәреп, иртүк бер әбейгә алып барып ҡуйыр, кис  эштән һуң ғына алып ҡайтыр ине. Фән дә бәләкәй, ә Марат ҡул балаһы ғына булғандар шул. Балалар баҡсаһын да яңыраҡ ҡына астылар, ярай, бөгөнгө көндә Мараты шунда йөрөй. Ә элегерәк үҙенең:  “Балаларҙы инә тауыҡтай туда-сюда ташыйһыңмы?" тип көлгәне иҫенә төшкәс, бөтөнләй йөҙө яна башланы. Эшләмәү генә түгел, шул балалар менән өйҙә лә ултырмаған, эске хаҡына алданып, йәп-йәш башы менән һәптәңләп кешегә эшләшеп тик йөрөлгән.
Йә Хоҙай! Эскәндә генә донъя түңәрәк икән. Бына, аяғы һынғандан бирле шешәләш  “дуҫтары” күренгәне лә юҡ, шуғамылыр ауыҙына хәмер теймәй тора. Ә айныҡ башҡа уй төшә икән шул, күҙгә лә донъя икенсерәк, иҫерек ваҡытҡа ҡарағанда төҫһөҙөрәк күренә икән. Йә инде, бугай кеүек атай, анау бала бәләкәс кенә ҡулдары менән эшләп тапҡан аҡсаны урлап, шатлана-ҡыуана һыра һемереп ултырһын инде.
Икенсе көндө лә ошо ауыр уйҙары тынғы бирмәне. Малайҙарының баштарын башҡа терәп шып-шым ғына танау мышҡылдатыуҙары күҙ алдына килеп йөҙәтте. Һәм көнө буйына йәне көйөп ятҡан Рәҡиптең ҡапыл иҫергәнсе эскеһе килеп китте. Берәй ерҙә йәшергән әйбере барҙыр ҙа бит – сатнаған һөйәге ялғанғансы оҙаҡ баҫып торорға ҡушманылар әлегә...
Рәҡиптең уйҙарын бүлдереп, шығырҙап ишек асылды. Фән мәктәптән ҡайтты, бер юлы туғанын да балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡан. Малайҙар Рәҡип ятҡан бүлмәнең ишеген асып “Привет!” тинеләр ҙә үҙҙәренсә донъя көтә башланылар. Әсәләре һуң ҡайта шул бөгөн: почтальон булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡышын мәктәптең пар ҡаҙанлығында оператор булып та эшләй ҡатыны.
Аш бүлмәһендә шалтор-шолтор килгәс, Фән ҙур ғына тәрилкәгә аш һалып алып керҙе, бәләкәсе, Мараты, ҡалаҡ, май буялған икмәк тотҡан булған. Юҡ инде, алдыңа килгән ризыҡты “бисмилла” тип кенә аша ла бит. Рәҡиптең ишетәһе хәбәре булған икән.
– Фәән! – тип майлы тауыш менән һүҙ башланы Рәҡип, – үткән шәмбе, аяҡ һынғансы, бер айнып уянғанда минең салбар кеҫәһе лә, куртка кеҫәһе лә еүеш ине. Берәй “сүлли” булғандыр, әсәйең берәр ергә алып ҡуйманымы икән? Аяҡ һыҙлай, эсһәм еңелерәк булыр ине...
Малайҙарҙың хәрәкәттәре бер генә минутҡа гипнозлаған кеүек туҡталып торҙо. “Эсеү, эске, араҡы” тигән һүҙҙәрҙе шул саҡлы күрә алмауҙары  йөҙҙәренә сыҡты сабыйҙарҙың. Ләкин Фән үҙен ҡулға ала һалды, атаһына туп-тура ҡараны ла:
– Эй, атай, араҡы түгел ул. Һин иҫереп урамда ятҡанда, Сәлих ағайҙарҙың оло эттәре, роквеллермы шул, һинең өҫтөңә пес итеп киткән бит. Шуға һине лә, беҙҙе лә ,,Кабелев"тип үсекләйҙәр. Ә һине беҙ  әсәй менән кәритәгә һалып алып ҡайттыҡ. Ҡуй, ҡасан аҡылға ултыраһың инде! – тип сәпәне лә ҡуйҙы. Мараты ла бит әле уның:
– Әттә, ааҡы эсмә, бетин асҡа уллама, әтеү маһмай пес итә, – тип бәләкәс кенә бармаҡтарын һелкеткән буласы. Тереләй генә тунаны былар.

 

Аҙағы бар.

Автор:Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: