-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ноябрь 2021, 20:00

ҠЫШ БАБАЙ ҺЫНЫ Хикәйә Икенсе өлөш

Малайҙары менән уңышһыҙ һөйләшеүҙән һуң, Рәҡип ысынлап үҙ тормошо, үткәне тураһында уйлана башланы. Уйланырлыҡ, шатланырлыҡ бер ваҡиға ла иҫкә төшмәй йөҙәтте тәүҙә. Фәндең беренсе класҡа мәктәпкә барғанын да хәтерләмәй, ҡайҙа йөрөп ҡалғандыр инде. Маратын да балалар баҡсаһынан ҡаршылағаны булманы. Бер айнығанда күҙенә салынып ҡалған шул бәләкәсенән: – Хәлдәр нисек? – тип һорағас, – Нисауа, оло галшукка күстем, – тип аптыратҡайны. Рәҡип, Фән аңлатҡас ҡына, Мараттың инде өлкәндәр төркөмөнә күскәнен “салагынан-дедҡа” әйләнгәнен, шуға ла оло горшокка ултыра башлағанын төшөнгәйне атай кеше.

ҠЫШ БАБАЙ ҺЫНЫ Хикәйә Икенсе өлөш
ҠЫШ БАБАЙ ҺЫНЫ Хикәйә Икенсе өлөш

Ошоларҙы уйлағас, нисектер күңелгә йылы ғына ел ҡағылып үтте. Әле бит һуң Рәҡиптең ғүмере үтеп бармай. Арҡа терәр ике улы үҫеп килә, ҡатыны ышаныслы. “Ана бит, бер үҙенә ике бала, ике эш, мал-тыуар. Уның өҫтәүенә Рәҡип ауырыу-аҡһаҡ булып ята. Ысын егеттәрсә тота бит донъяны, үҙе бәләкәс кенә”, – тигән булып,ғорурланып та ҡуя Рәҡип. “Һин эскәс, мин дә эсәм”, – тип торһа, ятырһың былай, йылы өйҙә, әҙергә – хәҙер булып. Күрәсәгең булмаһын...
Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай, тип әйтергә ярата ине  атаһы мәрхүм. Егәрле лә булды, аҙып-туҙып та йөрөмәне Мөхтәсәр ҡарт. Малайҙарына ла матур тәрбиә биргән кеүек ине. Биш малайҙың дүртеһе тетеп донъя көтәләр. Ә Рәҡип, төпсөк булғанғамы, иркәрәк үҫте шул. Күберәк йоҡланы, тәмлерәк ашаны, тигәндәй. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агрономлыҡҡа алған дипломы ята ана нисә йыл туҙан эсендә аунап. Ә үҙе ғүмерендә өс һуған да үҫтереп ҡарағаны юҡ икән. Агрономлыҡ серен белмәһә лә, ҡатыны үҫтереп тоҙлаған, ҡайнатҡан нәмәләре яҙға етеү генә түгел, артып ҡала, етмәһә. Туҡ тормошҡа кинәнеп, “ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан” тип, тик йөрөлгән бит, ә!
Бына шулай, нисәнсе көн үҙ-үҙе менән эстән көрәшеп ята Рәҡип. “Бер ҡарарға килергә, былай ел ҡайһы яҡҡа иҫһә, шунда тәгәрләгән ҡамғаҡ хәленән сығырға кәрәк, – ти бер яртыһы. – Бер ҡайғыһыҙ йәшәйһең, йәш сағыңда аша ла эс, уйна ла көл!” – ти икенсе яртыһы.
– Кешенең эсендә ике йән бар, – тип әйтә ине атаһы. – Яҡшы йән менән яман йән. Һәр саҡ улар көрәш өҫтөндә. Яҡшы йән еңһә, һин яҡшы, яманы еңһә – яман. Шуға ла кеше үҙендәге яманды еңергә тейеш. Үҙ-үҙен егәрле иткән дә, ялҡау иткән дә – бәндә үҙе. Яман йәнде еңер өсөн алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа, ялҡауланмаҫҡа, эшләргә кәрәк! – тигән була торғайны  мәрхүмең. Ошоларҙы иҫенә төшөргәс, Рәҡип ирекһеҙҙән ашҡаҙанын һыйпап ҡуйҙы. Күберәген араҡы, сәмәй, әсегән бал, одекалон, һыра, тағы әллә нәмәләр төшөп ятҡан шул бахыр ашҡаҙанында ниндәйҙер ҡотһоҙ имәнес йән эйәһе ултыралыр кеүек булып китте: оҙон бармаҡлы, ҡарпыш ҡолаҡлы, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан быжыр бысраҡ йөҙлө...
Үҙ уйҙарынан үҙе арыны Рәҡип. Тик ятып та йонсотто. Ҡатынының төнгө дежурствоһы ла килә лә етә. Ни эшләптер, ул өйҙә булмаһа, бөтә нәмә етемһерәп ҡалған кеүек була, балалар ҙа шым ғына һөйләшә башлайҙар. Ана бит, бер-береһенә һыйынышып ҡына дәрес әҙерләпме, һүрәт төшөрөпмө аҙапланалар. Эшһеҙ ултырмайҙар, афариндар.
Уларға ҡарап шатланды ла, уйланды ла Рәҡип. Эйе, нисә йылға беренсе тапҡыр атайҙарса ныҡлап уйланыуы ине уның. Кем булып үҫер улар? Ниндәй һөнәр һайлар уның улдары? Ә атай булараҡ нисек ярҙам итте һуң ул ошо көнгәсә? Эсеп ҡайтҡан саҡтарында өйҙә лә ҡунмайҙар ине шикелле. Ул йылы өйҙә хырлап йоҡлағанда, ҡайҙа, кем тупһаһына барып баҫҡан булдылар икән?
Рәҡип ирекһеҙҙән үҙенең бала сағын күҙ алдына килтерҙе. Ел-дауыл күрмәй, атай-әсәй, туғандар ышығында ғына үҫте ул. Атаһына һыйынып, мөғжизәле әкиәттәр тыңлап ҡына йоҡлап китер ине. О-о,уның атаһымы?! Оҫта әкиәтсе! Әкиәттәрҙе шул саҡлы образға инеп, ысын итеп һөйләүе әле лә хәтерендә. Тышта йөрөһә лә, өйҙә лә атай эргәлә – күршенең уҫал ата ҡаҙы ла, хатта мәңге һуғышырға яратҡан Шаһман да ҡурҡыныс түгел... Ә бына уның улдарын кем яҡлар һуң? Туғанын ағаһы ҡурсалаған була ла һуң. Ләкин Фән үҙе лә бала ғына бит әле.
Уйҙарының ошо еренә еткәс, Рәҡип тағы малайҙарына ҡараны. Бер тапҡыр ҙа уларға “балам”, “улым” тигәне лә юҡ икән бит, йә инде. “Малай”, “молокосос”, “пацан”, “чувак” – бөтә белгән һүҙҙәре. Нисек балалары “атай” тип өндәшә әле уға.
Рәҡиптең ҡапыл ғына ошо матур һөймәлекле балаларын беренсе тапҡыр  атайҙарса ныҡ итеп ҡосаҡлар яратҡыһы, ел-дауылдарҙан, донъялағы бөтә насарлыҡтарҙан һаҡлағыһы килеп китте. Йөрәгенә ут ҡабырҙай булғанға “уф-ф-ф!” тип уфтанды ла:
– Фән! – тип өндәште. Малайҙар шунда уҡ йүгереп килеп еттеләр.
– Нимә? Әллә сәй кәрәкме? – тип өндәшә һалды Фән.
– Бас алута? – тигән булды бәләкәсе, йомшаҡ ҡына ҡулдары менән атаһының маңлайын тотоп.
– Егеттәр, һеҙгә “улым” тигән һүҙ оҡшаймы, әллә “балам” тигәнеме?
Матур һүҙҙәрҙе гел ҡатын-ҡыҙ әйтә, ирҙәр “грубый”  булырға тейеш! – тигән була ине бер дуҫы! Бына ошо дуҫ һүҙе аша һеңгән “грубыйлығын” еңеп әйтте быны Рәҡип. Шунан ышаныслы итеп өҫтәне:
– Мин һеҙҙе шундай яратам! Бынан һуң эсмәҫкә һүҙ бирәм! Ысын!
Малайҙар бер мәлгә баҫҡан урындарында ҡатып ҡалдылар. Үҙен ысын ирҙәрсә тоторға тырышҡан ун бер йәшлек кенә Фән ҡапыл балаға әүерелде: күҙҙәре осҡонланды, бит алмалары алһыуланды. Бәләкәсе, әле атаһына, әле ағаһына ҡарап торҙо ла, башын ҡырынайтып, күҙҙәрен ҡыҫа биреп:
– Ә алдасһан?– тине.
– Юҡ,алдашмайым! Честное пионерское! – Рәҡип, бала саҡтағыса, уң ҡулын күтәреп, салют бирҙе. Был минутта ошо һүҙҙәрҙән дә көслөрәк дәлил ни эшләптер башына килмәй ине.
– Атай,әйтәһең икән, уйлап әйт, эсмәһәң генә...
Ышанырғамы-юҡмы тигән кеүек, ике бәләкәй бала өмөтлө ҡараштарын аталарына төбәнеләр. Рәҡиптең хәтеренә бала саҡтағы ант һүҙҙәре килде:
– Ашым – ашҡа, башым – башҡа, һүҙемдә тормаһам – әйләнәйем ташҡа, – тип, баш бармағының тырнаҡ сите менән тешен сирттерҙе. – Һеҙ минең менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәргә тырышырмын.
– Ур-р-ра!
Малайҙар, шаян кәзә бәрәстәре кеүек, атайҙары ятҡан карауатҡа һикерҙеләр ҙә икеһе ике яҡтан уның йылы ҡосағына һыйындылар. Бигерәк бәләкәс кенә әле улар, көсһөҙ генәләр. Ә үҙҙәренсә әсәләрен яҡлашҡан булып, көслө, йүгәнһеҙ атайҙарын тәрбиәләшергә тырышыуҙары тиң...
Ҙур ышаныс менән үҙенә һыйынған ошо бәләкәс йән эйәләренең үҙ дауамы, үҙ ҡаны булыуы күңелен нескәртеп ебәрҙе Рәҡиптең. Бөгөн уның йә илағыһы, йә йырлағыһы килә ине.
– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә йыр йырлайым, – тигәйне, Фән ҡырыҫланып китте:
– Ә-ә,теге йырыңмы ни?
– Ҡайһы йырым?
– Аяҡыны эсәл өсөн сапылдап тоя ауыз, – тип йырлай ҙа башланы Мараты.
– Юҡ, юҡ, ҡартатайығыҙ былай тип йырлай ине. – Ул әкрен генә тауыш менән моңло итеп атаһының яратҡан йырын башланы:
– Ҡаҙ бәпкәләре лә ала икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән...
Балаларын ҡурсып, ашатып булһа ла китәйем тип, эшенән йүгереп ҡайтҡан Яҙгөл, иренең йырлауын ишеткәс, хәле бөтөп, стенаға һөйәлде, тағы эскән икән, тигән уй башына бәрҙе. Ләкин ярым асыҡ ишектән ире ятҡан бүлмәгә күҙ һалғас, тынысланып китте. Рәҡип айныҡ көйө әкрен генә йырлай, ә улдары  икеһе ике яҡтан аталарын ҡосаҡлағандар ҙа тыныс ҡына йоҡлайҙар ине. Яҙгөл был күренешкә шатланып та, һоҡланып та ҡарап торҙо ла, шым ғына ишекте ябып, эшенә китте...
– Фән! Марат! Әйҙәгеҙ зарплата алырға! Ҡыяр-помидорҙарҙы һатып бөттөк! Килем күп кенә булды! Бынау ведомосҡа ҡул ҡуйығыҙ ҙа аҡсаларығыҙҙы һанап алығыҙ.
Ҡулдан матур итеп эшләнгән ведомосҡа өлкәндәрсә тәүге тапҡыр имза ҡуйып булашҡан малайҙарына атайҙарса яратып ҡараны Рәҡип.
Теге ваҡыт, сәтләүектәй генә улдарының үҙ фекерҙәрен ҡурҡмай әйтеп, уны тәнҡитләүҙәре, шул уҡ ваҡытта һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороуҙарымы, күңелен нескәртеп иҫенә төшкән атаһының яратҡан йырымы – уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарғайны бит. Бәхет – шешә төбөндә лә, эске хаҡына кемгәлер бил бөгөүҙә лә түгел, ә ғаиләлә – балаларың һәм һөйгән ҡатының эргәһендә икән.
Аяғының һыныуы ла Тәңре иҫкәртеүе булғандыр – өйҙә тороп, айыҡ баштан уйланырға форсат биргәндер Хоҙай.
Аяғына баҫа башлағас та ҙур ғына суммаға кредит юллап, бәрәңге баҡсаларының яртыһына йылытмалар урынлаштырҙы Рәҡип. Тәүҙә ғаиләһе менән, ә инде эштең айышына төшөнгәс, ерҙе киңәйтеп, йылытмалар һанын да арттырҙы ла, эшһеҙ йөрөгән бер нисә дуҫы менән гөрләтеп эшләп алдылар ҙа киттеләр. Балалар ҙа  уҡыуҙан бушағанда ҡул араһында йөрөй, ҡатыны ла шат, “атай”  тигән исемде лә аҡланы шикелле Рәҡип. Һәр хәлдә улдарына биргән һүҙендә торорға тырышты. Бына бөгөн, бөтә кредиттарҙы ҡаплап, бурыстарҙы бөтөрөп, нисә йылға бер йәшелсәләр һатҡан аҡсаны бөтәүләй төйнәүе. Эшселәрен дә бәхилләгән, үҙҙәренә лә төйөрөм генә һан ҡала. Шуға ла улдарына эш хаҡы түләүҙе иң һуңғы, иң тәмле минуттарға ҡалдырҙы ла инде. Аҡса һалынған конверттарҙы улдарына тапшырғас, бер ус тинлек аҡсаларҙы Ҡыш бабай һынлы теге аҡса янсығына төшөрҙө. Хәҙер ул һын шкаф башында тормай инде, телевизор эргәһендәге өҫтәлдә ултыра.
Рәҡип улдарының аҡса һанап, мәж килгәндәрен ҡарап тора бирҙе лә, хәйләкәр генә йылмайып:
– Ҡыш бабайҙан великтар һорап хат яҙһағыҙ ҙа була. Бөгөн генә ишетеп ҡалдым: йыһандағы космонавтар  Ирәмәлдәге Ҡыш бабай өйөнөң ихатаһында бик күп велосипедтар торғанлығын хәбәр иткәндәр, ти. Араларында скутерҙар ҙа бар икән, – тине.
Малайҙар шат йылмайып атайҙарына ҡаранылар. Эй  Тәңрем! Донъяла бәхетле бала йылмайыуынан да матурыраҡ күренеш бармы икән? Юҡтыр! Һәр хәлдә Рәҡипкә шулай тойола. Ошондай матурлыҡтан мәхрүм булып, эске һаҙлығына бата яҙҙы бит, ҡуйсы.

– Ур-ра-а! Ҡыш бабайға хат яҙырға кәрәк! – тип, хәйләһеҙ Марат, инде мәктәп уҡыусыһы, өҫтәле эргәһенә ашыҡты. Уларҙың берҙәм татыу ғаиләһенең шатлыҡтарын уртаҡлашҡандай, үҙҙәренең аҡлығы, сафлығы менән һоҡландырып, күк көмбәҙенән талғын ғына бәүелеп төшкән беренсе ҡар бөртөктәре тәҙрә быялаһына килеп ҡундылар. Бәлки улар ҙа олпат аҡһаҡал кеүек түрҙә ғорур ғына ултырған, ваҡытында Рәҡипкә тос ҡына аҡыл биргән Ҡыш бабай һынын күрергә теләгәндәрҙер.

Аҙағы.

Автор:Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: