-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Ноябрь 2021, 12:08

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 7. Аҙағы.

Такси тиҙ килде. Улар дауаханаға ингәндә бер ҡаршылыҡ та булманы. Ишек төбөндә ултырған егет хатта палатаға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Инһәләр, аптырап киттеләр: Сәлихә әбей, ҡиблаға ҡарап ултырып, намаҙ уҡый ине. Улы менән килененә иғтибар ҙа итмәне. Рәүҙәт менән Маһинурға байтаҡ көтөп ултырырға тура килде.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 7. Аҙағы.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ – 7. Аҙағы.
– Намаҙ ваҡытына тура килдегеҙ, – тине Сәлихә инәй, уҡып бөткәс. – Изге хәбәрҙәр менән килһәгеҙ, ярар ине. Һиҙеп торам, кәйефтәрегеҙ һәйбәт, хатта шатлығығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан. Минең юрағандарым тормошҡа ашһа ярар ине.
– Әсәй, һинең эргәгә күңелһеҙ хәбәр менән килергә буламы инде! – тип арҡаһынан һөйҙө улы. – Һин бит беҙгә һәр ваҡыт яҡшылыҡ теләнең. Миңә 5-6 йәштәр булғандыр, хәтерләйһеңме, әсәй, ошонда, ҡала күрһәтәм, тип алып килгәйнең. Мин – ялан аяҡ, ҡаланың таш урамдарынан, ҡап-ҡара, ярылып бөткән аяҡтарымды сәпелдәтеп, атлап барам бит. Миндә һис уңайһыҙланыу тойғоһо юҡ, үткән-һүткән кешеләргә ҡарайым. Барыһы ла ботинкалар, туфлиҙар кейгән. Ә улар ғәжәпләнеп, минең аяҡтарыма күрһәтә. Шунан, әсәй, һин миңә ботинкалар алып бирҙең. Мин уларҙы шунда уҡ кейеп, бауҙарын бәйләп алдым. Кешеләр һымаҡ итеп атлап китеп ҡарайым, юҡ, булмай бит атлап, аяҡтар өйрәнмәгән. Етмәһә, ботинка саҡ ҡына ҙурыраҡ булып сыҡты. Атлап барған ыңғайы, бер-ике тапҡыр һөрөнөп тә киттем. Кеше ыңғайына атлап йөрөгөм килә, юҡ, булмай, әсәй. Шунан, өйгә ҡайтҡас, ботинкаларымды сисеп, төпкәрәк йәшереп ҡуйҙым. Ә аяҡтарым икеһе лә ышҡылып, уйылып сыҡҡан. Шулай шул, әсәй. Әгәр атлап йөрөргә өйрәнһәң, осоп йөрөү беҙгә килешмәй.
– Ул көндө мин дә хәтерләйем, – тине әсәһе.
– Һин бит бигерәк тырыш булдың. Мәктәптә уҡытыусыларың да ғәжәпләнә торғайны – Рәүҙәт шым ғына бар эшен башҡара ла йөрөй, тип.
– Хәлең нисек, ҡәйнәм? – тине Маһинур.
– Хәҙер, һикһәнгә етеп барғанда, йүгереп йөрөп булмаҫ, – тине ҡәйнәһе. – Аллаһы Тәғәлә күпме бирһә, шул тиклем йәшәлер. Икәүләп шатланып килеп инеүегеҙ күңелемә яҡын. Һәйбәт хәбәрҙәр менән килгәнегеҙ күренеп тора. Мин һеҙгә бәхет һәм шатлыҡ теләйем.
Бергәләп ултырып сәй эстеләр. Маһинур менән Рәүҙәт ҡайтырға сыҡҡанда күҙ бәйләнә башлағайны инде. Туранан ғына йәйәүләп ҡайтырға булдылар.
– Ярай, килгәнбеҙ, ҡәйнәм кәйефләнеп тороп ҡалды, – тине Маһинур, иренә һыйынып.
– Әсәйем ғүмер баҡый шулай булды, – тине Рәүҙәт. – Ул беҙгә, балаларына, һәр ваҡыт яҡшылыҡ теләне һәм шулай булырына ышанды. Тормош та шулай ҡоролған бит. Беҙ атайҙарыбыҙың, әсәйҙәребеҙҙең тормошон дауам итеү өсөн генә йәшәйбеҙ.
– Әгәр мөмкин булһа, минең һиңә тағы бер һорауым бар ине. “Мин үс алдым инде”, тигән һүҙеңә ниндәй мәғәнә һалаһың? Үкенмәйһеңме? – тип һораны Маһинур.
– Ял итергә бармай тороп ҡалыуымда бер хәйлә лә һиҙмәнеңме? – тине ире боролоп, ҡатынының күҙҙәренә ҡарап.
– Әллә тағы, – тип аптыранды Маһинур. – Мин һеҙҙең завод өсөн кәрәктер, тип уйланым.
– Юҡ, бында эш мәнфәғәте – иң тәүге планда. Ләкин хәҙерге техника, компьютерлаштырыу заманында һәр эште ситтән тороп, алыҫтан башҡарырға мөмкин. Минең алда ла һайлау мөмкинлеге бар ине. Бүлек начальнигы баштан уҡ әйтеп ҡуйҙы: “Теләһәгеҙ, барығыҙ. Әгәр мөмкинлек булһа, тороп ҡалһағыҙ ҙа, ҡаршы түгелмен”, – тине. Шунан һуң мин, дөрөҫөн әйткәндә, уйға ҡалдым. Был – берҙән-бер өмөт. Әгәр ишетергә теләһәң, минең өсөн – һуңғы сара, – тине Рәүҙәт.
– Һәм һин ул мөмкинлекте файҙаланырға ҡарар иттеңме? – тине ҡатыны.
– Шулай булғас, был аҙымға мин һине үҙем этәрҙем, тип иҫәпләй алаһың, – тине Рәүҙәт. – Шулай итеп, мин үс алдым. Үҙемдән, иң тәүҙә мин үҙемдән үс алдым. Күк емерелеп төшөрлөк бер сәбәп тә күрмәйем. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Күрәһең, беҙгә был һынауҙы ла үтергә кәрәк булғандыр.
– Ә үҙеңә ышанаһыңмы һуң? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатыны.
– Әлбиттә, ышанам. Үҙемә ышанмаһам, айыҡ аҡыл менән бындай хәл иткес аҙымға бармаҫ инем.
– Рәхмәт һиңә, – тине ҡатыны, иренә нығыраҡ һыйынды.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в