+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Ноябрь 2021, 20:00

ҠОТОРҘО ЭТТӘР ӘҮӘЛ... Ҡыҫҡа хикәйә

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын алыҫтан уҡ ҙур тиҙлектә килеүсе иҫке генә “ВАЗ” автомобиле йәлеп итте. Тигеҙ булмаған асфальтта йыйылып ятҡан ҙур күләүектәрҙе тирә-яҡҡа сәсрәтеп елдергән машина, туҡталырға бойорған “гаишникҡа” ла буйһонмай, уны баштан-аяҡ бысраҡ һыуға сумыҙып, уҙҙы ла китте.

ҠОТОРҘО ЭТТӘР ӘҮӘЛ... Ҡыҫҡа хикәйә
ҠОТОРҘО ЭТТӘР ӘҮӘЛ... Ҡыҫҡа хикәйә

– Ах, инәңдең шуныһы! – Туҫтаҡтай битен ҡулъяулығы менән һөртә-һөртә һүгенгән йыуан инспектор, “ДПС” иномаркаһының емелдәк уттарын ҡабыҙып, дыуамал водителде ҡыуа төшөргә әҙер иптәше янына ҡунаҡланы, – ну кәрәген ала икән хәҙер был консерва хужаһы!
Иномарка “ВАЗ”ды тиҙ арала ҡыуып та етте. Юл хужалары рупор аша күпме генә бойормаһындар, тегеләр был юлы ла туҡталырға уйламаны. Уҙып китеп, алдарына сығып ҡаранылар – юҡ. “ВАЗ” водителе, машинаһын юлдан ситкә бороп, сиҙәмдән һыпыртты. Сығырынан сыҡҡан йыуан инспектор, иҫкәртеп-нитеп тормай, ҡасҡалаҡтарға пистолетынан ике-өс пуля осорҙо. Тик теймәне шикелле – баҫтырыҡлау дауам итте. Власҡа буйһонмаусылар уны ныҡ ҡоторттомо, әллә үҙенең яҙа атыуы ғәрләндерҙеме, инспектор ажғырып ҡабаттан ут асты...
Еүеш сиҙәмдән елдергән машина ҡапыл бер уңға, бер һулға кәйелеп китте лә  юл ситендә торған бетон бағанаға барып бәрелде. Авария урынына йыуантыҡ иптәшенән алда йүгереп килеп еткән йәш инспектор ярыҡ тәҙрә аша иҫен юйған водителдең ҡанға буялған башына пистолетының көбәген терәне. Бер ниндәй ҙә хәрәкәт тойолмағас, ярым асыҡ артҡы ишекте үҙенә тартты. Унда ла ҡанға батып, сепрәктәргә уралған кескәй балаһын алдына һалып ҡыҫып ҡосаҡлаған йәш ҡатын ыңғырашып ултыра ине.
– Улымды, улымды ҡотҡарығыҙ, зинһар!.. – тине ул көс-хәлгә. – Уны ҡоторған эттәр таланы. Өлгөртәйек тигәйнек тә бит дауаханаға... Ҡотҡарығыҙ инде, зинһар...

Автор:Мәүлит КӘРИМИ.
Читайте нас: