-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Ноябрь 2021, 14:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Алтынсы бүлек.

Бына бәләкәй ҡапҡа аша Азатты елкәһенә ултыртҡан, ҡулына мул ғына сәскә гөлләмәһе тотҡан Айзат килеп инде. Әлиә үҙ эше менән мәшғүл.– Һаумыһығыҙ! – тип ҡысҡырып иҫәнләште Айзат.Хужабикә йүгереп уның эргәһенә килеүгә, Айзат анһат ҡына итеп сәскә гөлләмәһен Наҡыя менән Нәғимәнең әсәһенә тотторҙо. Был егеттән рәт сығырлыҡ, – тип уйлап ҡуйҙы эстән генә Әлиә, ҡыҙҙарына күҙ ташлап.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Алтынсы бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Алтынсы бүлек.
Ай-һай, был донъяла ҡыҙҙар үҫтереүе анһат түгел шул, ошо хаҡта бөгөн иртән ире менән дә һөйләшеп алдылар. Батырҙың ни эше күп булғас, төшкө ашҡа ҡайтып ҡына йөрөгән кеше, эшенән һис тә бушамай. Иртәнсәк аталарына һөйләп алғайны, Айзаттың килеүе, Рәмзиә менән осрашыуы, Бүкәндәр менән эш итеүҙең ауыр икәнлеген төшөндөрөргә тырышҡайны, Айзаттың эштән һуң килеп йөрөүен, ҡыҙҙары менән бик яҡын аралашыуын да онотманы. “Их, был икәүҙең береһен алып китһә, йәки өйләнһә, ҡайһылай шәп булыр ине”, – тип һөйләнде ул иренә һыйынып.
Ә ире нимә тигән була инде:
– Алам-маҙар тигән булһа, икеһен дә тоттор ҙа ебәр.
Ҡатыны урынынан һикереп тора биреп ҡуйҙы:
– Мин һиңә етди итеп һөйләйем, – тине ул асыуланып. – Һин көлкөгә бораһың да ҡуяһың.
– Уйлағаным да юҡ, – тип тынысландырҙы ире. – Ана, береһен ҡабаландырып, бер һантыйға тоттороп ебәрҙең дә, эште уйҙың да ҡуйҙың. Ни үҙенән ҡотолоп булмай, йә алып китеүсе юҡ.
– Айзатты әйтәм, Наҡыяны күрәм, тип килгәйне бит, Нәғимәһен күреп ҡалған да, апаһының йәш сағына оҡшатып, баяғы, әүрәне лә ҡуйҙы.
– Һуң, был хаҡта һин миңә бер һөйләнең дә инде. Мин дә аптырандым, – тине Батыр. – Наҡыяны эҙләп килгән икән, һәйбәт булған. Ә бына һеңлеһенә иғтибар итеүе насарыраҡ. Икеһе лә, үҙеңә оҡшап уҫалдар, бында мин бер яҡшылыҡ та көтмәйем. Егетен беләбеҙ, инженер, уҡыған кеше. Ундайҙар хәҙер күп, ләкин эшләгәндәре әҙ. Мин инде алға ҡарап әйтәм, хәҙер һыйырҙар бар, тағы грант тәҡдим итәләр. Еребеҙ етерлек, техника кәрәк буласаҡ. Беҙгә инженер ҙа артыҡ түгел. Шулай булғас, ҡыҙҙарыңды ғына түгел, ферманың эшен хәстәрләргә кәрәк.
Ҡайһылай хәйләкәр, аҡыллы баш, тип уйлай Әлиә ире хаҡында. Ошоларҙы бер ай элек кенә иренә һөйләп, аңлатып биргәйне, хәҙер вис кенә үҙенеке итеп кешегә һөйләп тә йөрөй икән. Теге көн район гәзитенә лә интервью биргән, телевизорға төшкән, радиоға һөйләгән. Ҡатыны иһә, хәҙер эйәреп йөрөгән кеше һымаҡ ҡына була инде. Ә малдарҙы кем ашата? Һөтөн-маҙар кем эшкәртә? Баҙарҙа кем һата? Юҡ, Әлиәне иҫкә алыусы ла юҡ. Тик был хаҡта өндәшеп булмай. Бер генә һүҙ әйт, хәҙер тоҡанып китәсәк, йорт буйлап дөбөр-шатыр йөрөй башлаясаҡ. Ә кисен инде эсеп-иҫереп ҡайтырын көт тә тор.

***
Айзаттың ҡайтыуын Рифмир көтөп тора ине. Көтмәй, һөйләшмәй сараһы юҡ, Рәмзиәһе бая сәғәт буйы тылҡыны. Өйләндерергә кәрәк. Донъяһы ҡараулы булыр. Ана, кешеләр, мал-тыуар алып, кем әйтмешләй, эштәрен ҙурайталар. Өс һыйыр менән алыҫ китеп булмай. Ауыл хужалығы идаралығында һөйләште, ғариза яҙ, документтарыңды килтер, ерен дә,таналарын да алып бирәбеҙ, техника менән ярҙам итәбеҙ, тип торалар.
Рифмир улына бик оҙаҡ һөйләне. Тегеһе көнө буйы эшләп арыған булһа ла, ҡайһы бер һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға тырышты.
– Әле кемделер тапҡанһың түгелме һуң, улым? – тине Рифмир, улына ентекләп ҡарап. – Ниңә һайланып тораһың, береһен ал да ҡайт.
– Атай, үҙең һөйләп тораһың бит, әсәйең һин Бөкөләрҙең ҡыҙын алыуға ҡаршы, тип. Мин инде Наҡыяны күрәм, тип барғайным, Нәғимәһе сығып, мөлдөрәп тик тора.
– Әсәйеңде тыңлап йөрөһәң, ғүмерҙә ҡатын ала алмаясаҡһың! – тине атаһы. – Ғөмүмән, бындай эште ир-ат үҙе хәл итһен ул. Шуны бел, улым. Ҡатын-ҡыҙ ул иң ҙур һәм, асылһа, нимә ятҡаны ла билдәле булмаған серле һандыҡ. Үҙеңсә эшлә. Ҡатын-ҡыҙҙы аңлап, аңлатып, хатта һәр ваҡыт уныңса ҡабул итеп тә булмай. Һин түгел, ошо йәшкә етеп, үҙем ҡабул итә һәм аңлай алмай йонсойом. Ай-һай, икәү тинең бит әле. Һине ҙур һынауҙар көтә. Хәйер, бисә менән кемгә еңел икән? Бына, утыҙ йылдан артыҡ йәшәйбеҙ, әсәйең менән донъя көтөүе ҡасан еңел булды икән, тип уйлайым, ләкин хәтергә төшөрә алмайым. Сер түгел, әсәйең мине күп эштәргә дәртләндерҙе. Һәм бына ошо көнгә төшөрҙө.
– Сеү, атай, әсәйем тыңлап тормаһын, –
 
тип ишек яғына күҙ һалды улы. – Икебеҙҙе лә ҡыуып сығарыр.
– Ниңә? Артыҡ бер һүҙ әйтмәнем. Мин был хаҡта әсәйеңә ғүмер буйы һөйләйем, – тип Рифмир ҡатыны ишетһен, тигән маҡсаттанмылыр, тауышын ныҡлы күтәрҙе. – Шуны бел һәм онотма: ҡатын-ҡыҙ – изге йән. Улар кешегә ғүмер бирә, тормошто дауам итә. Ә беҙ инде ғүмер буйы ҙур сабый булып ҡалабыҙ. Улым, ҡатынды аңлап булмай. Уларҙы иғтибарлабыраҡ ҡарарға һәм түҙергә генә ҡала. Баяраҡ, бала, тинем. Тик бала ғына үҙенең нимә эшләгәнен белмәй һәм халыҡ әйтеүенсә, холоҡ-фиғелдәре өсөн яуап бирмәй. Үҙеңде ҙур һынауҙарға әҙерлә, улым. Тик мин һине тәүге көндәрҙән үк үҙеңде ғүмер буйы оҙатып йөрөрлөк һынауҙарға дусар итеүеңде теләмәҫ инем.
– Ә быныһын нисек аңларға? – тине улы, ауыр итеп иҫәнләп.
– Нисек бар, шулай аңла, улым. Әле өйләнеп өлгөрмәгәнһең, ә үҙең кемгә өҫтөнлөк бирергә белмәйһең. Ярай, апайын алырһың, ти, һеңлеһе йәл. Ә һеңлеһе һинән байтаҡҡа йәшерәк тә, шикелле. Уртаҡ тел таба алырһығыҙмы икән?
Шул ваҡыт Айзаттың телефонына СМС-ка килде. Егет үрелеп телефонға ҡараны һәм ауыҙы йырылды. “Тыныс йоҡо! Ә мин һағынып та өлгөрҙөм. Ҡасан кис була инде...” – тип яҙылғайны.
Бер ыңғай Айзаттың телефоны шылтыраны, урам яғынан ишек шаҡығандары ишетелде.
– Бар әле, Айзат, ҡара, кем һуңлатып йөрөй унда? Һинекеләр түгелме?
Айзат урам яғына сыға торған бәләкәй ҡапҡаны барып асһа, Гөлсирә апай менән ҡыҙы Хәбирә тора.
– Һеҙгә мөмкинме? – тине апай ҡоро ғына. – Көпә-көндөҙ килеп керергә уңайһыҙландыҡ.
Өйҙән Айзаттың атаһы менән әсәһе килеп сыҡты. Улар һуңлап килгән ҡунаҡтарҙы күреп, ғәжәпкә ҡалды. Гөлсирә апай ошо ауылдыҡы. Ҡыҙы медколледж бөтөп, ҡалала дауаханала эшләп йөрөй. Элегерәк ишетелеп ҡалғайны, Айзат ҡыҙын өйөнә оҙатҡылап ҡуйғанмы шунда, хатта бер-ике тапҡыр ҡунып та ҡайтҡайны. Уныһы нимә менән бөткәндер, ләкин хәҙерге һуңлаған сәфәр Айзат өсөн бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй. Ғөмүмән, уның яңғыҙаҡ тормошона өр-яңы бит өҫтәр һымаҡ тойолдо.
Ауылдарҙа килгән кешене ҡапҡанан бороп ебәреүгә юл ҡуйылмай. Ғәҙәттә, ҡунаҡ кем генә булмаһын, һый өҫтәленә саҡыралар. Быныһы йола һәм мәңге һаҡланасаҡ традиция. Юғиһә, һуңынан сәй ҙә эсермәй сығарғандар икән, тигән хәбәр оҙаҡ йылдар һаҡлана, хатта ҡаҙан тултырып билмән, йәки итле туҡмас менән һыйлаған осраҡта ла, эсерелмәгән сәй онотолмай.
Бер-береһенә ҡараштылар, өҫтәл артына ултырыштылар.
– Атаһы Себерҙә йөрөй, – тип һөйләй башланы Гөлсирә. – Йәйгелеккә ике вахтаға ҡалам, тигән. Ҡалһа, ҡала инде, бер әмәл дә юҡ, түҙербеҙ. Ә бына ҡыҙымдың хәле һис тә кисектерелек түгел.
Мәьәләнең нимә хаҡында барасағын һиҙемләгән Рифмир уралтып-суралтып торманы:
– Улай уҡ ашығыс һәм һанаулы булғас, нисә аҙналыҡ инде? – тип һораны.
– Үҙе әйтә, алты аҙна, ти. Айзатты әйтәм, һеҙҙең улығыҙҙы, өйләнәм, тип тә әйткән, шикелле.
Йорт хужаһы йөҙөнә талапсан ҡиәфәт сығарып, улына ҡараны:
– Йә, Айзат, хәҙер нимә әйтерһең? – тине.
Ә улы нимә әйтһен инде? Көнө буйы кирбес ташып, иҙмә бутап йонсоған егет ултырған ерҙән йоҡлай ине.
Әсәһе улына төртөп алды:
– Нәмә йоҡлап ултыраһың? Ана бит, һиңә килгәндәр! – тип сәрелдәп тотондо әсәһе.
Ваҡиғаларҙың бындай көтөлмәгән үҙгәреше Рәмзиәнең уй-ниәттәренә тап килә һәм ул был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырырға йыйынмай ине. Бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң, шулай ҙа? Айзатҡа йоҡлау мөмкинлеге бирергә һәм йәштәрҙең хәлен әлегә үҙ-ара ғына тикшерергә ҡарар иттеләр.
Йоҡлап ултырһа ла, Айзат әсәһе менән ҡыҙының ни өсөн килгәненә төшөнгән икән.
– Мин риза! – тине ул ап- асыҡ итеп. – Тик, ҡарағыҙ уны, сабый тыуғас, ДНК анализын асыҡлайбыҙ, әгәр минеке икәнлеге раҫланһа, шартына килтереп, туй үткәрәбеҙ.

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: