-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Ноябрь 2021, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Бишенсе бүлек.

Айзат хәҙер ике ут араһында ҡалды. Бер яҡтан – Наҡыя, икенсе яҡтан – Нәғимә балдыҙы. Нисек кенә булмаһын, иргә үҙенең хәҙерге хәле оҡшай ине. Эргәһендә быға тиклем хушлашҡан ҡиәфәттәге Наҡыяны алыштырған Нәғимә булһа, икенсе яҡтан – күҙенә генә ҡарап торған Наҡыяһы.Апалы-һеңлеле икәү әлегә асыҡтан-асыҡ бәхәскә ингәндәре юҡ. Икеһе лә ипле, тәрбиәле ғаиләнән сыҡҡас, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡуйыртмайҙар, тыныс юл менән хәл итергә тырышалар. Был осраҡта хәҙерҙән мәғлүм, быҫҡып ҡына янған бәхәс еңел генә хәл ителмәҫ. Дөрләп тоҡанып китеп, өсөһөн дә ялмамаһа ла, ҡайһы бер юғалтыуҙар булыуы бик ихтимал.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Бишенсе бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА Хикәйә. Бишенсе бүлек.
Наҡыя, магазинға барып килеү һылтауы менән, һеңлеһен бергәләп йөрөп килергә саҡырҙы. Наҡыяның ғаилә мөнәсәбәттәре ҡатмарлашҡан саҡта атаһы менән әсәһе, уның әхлаҡи кисерештәрен өлөшләтә булһа ла ҡайтарыу маҡсатында, матди теләктәшлек күрһәткәндәр. Был һүҙҙәрҙе ябай тел менән әйткәндә, – “Пежо” автомобиле алып биргәндәр. Наҡыя “Пежо”һын ярата инде! Тәҙрәләрен һөрткөләй, саң ултырырға ла бирмәй. Еңел автомобиль, зыйлап, урамға килеп сыҡты ла, ҙур тиҙлектә трассаға ынтылды. Наҡыя оҫта ғына йөрөтөргә өйрәнгән, күрәһең, һыңар ҡул менән генә рулде борғолап, газға баҫыу менән, һеңлеһе, йөрәген усына йомарлап, ултырғысҡа һылышты ла ҡуйҙы. Ошо урында Нәғимә “Ипләп, ипләп! Ҡайҙа ҡыуаһың?” тип әйтергә тейеш ине. Өндәшмәне, түҙҙе. Сөнки белә, әгәр саҡ ҡына ҡурҡҡанын һиҙҙерһә, апаһы, тиҙлекте арттырып, уның ҡотон артабан осорасаҡ. Ә Наҡыяға нимә, көн һайын тегендә-бында машинала ҡыуып өйрәнгән кешегә, ен урынына елдерә генә!
Нәғимәһе күҙҙәрен сытырлатып йомған да, тын алырға ла онотоп, ни үле, ни тере түгел, “Пежо”ның ултырғысында күренер-күренмәҫ кенә булып ята бит инде.
Нәғимә тиҙлектең кәмеүен һиҙҙе, һәм автомобиль бөтөнләй туҡтаны. Алда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тора икән.
– Документтарығыҙҙы! – тигән ҡәтғи тауыш ишетелде. – Ҡайҙа ҡабаланабыҙ? Сәғәтенә 120 километр!?
– Бына, һеңлем сирләп китте, – тине апаһы күҙен дә йоммай. – Шуның менән дауаханаға ҡабаланабыҙ, үҙен ҡотҡарып ҡалырға ине.
– Дауаханаға? – инспектор аптыраны. – Ҡала бит кире яҡта. Тимәк, дауахана ла шул яҡта.
– Бәй, мин бит йүнәлеште бутағанмын! – Наҡыя яңғыратып көлдө һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә хәрәкәттәр менән биш меңлекте протоколдар араһына һондо.
– Эх, ханым, – тине инспектор. – Һеҙ мине законды боҙорға мәжбүр итәһегеҙ.
– Беҙҙең закондар бынау электр бағанаһы һымаҡ, – тине Наҡыя, юл ситенә күрһәтеп. – Күтәрелеп булмай, ләкин урап үтергә мөмкин. Йә, һеҙ минең һеңлемдең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға мөмкинлек бирәһегеҙме, әллә юҡмы?
– Әлбиттә, әлбиттә! – тине инспектор. – Һеҙгә юл асыҡ.
Наҡыя “Пежо”ны әҙәм рәүешлерәк йөрөтә башланы. Ҡабаланмай, машиналарҙы туҡтауһыҙ үтеп китмәй.
– Апай, беҙ ҡайҙа барабыҙ ул? – тине Нәғимә, ҡалтырана-ҡалтырана.
– Бер ҡайҙа ла бармайбыҙ, – тине Наҡыя. – Мин һинең апайыңа ҡарата уй-фекерҙәреңде генә белергә теләйем.
– Уның нимәһен беләһең? – тине һеңлеһе. – Беҙҙең бер-беребеҙгә ихтирамыбыҙ иң юғары нөктәгә етте.
– Ә быны нисек аңларға һуң? – тине Наҡыя. – Мин үҙемдең киләсәгем өсөн тыныс була аламмы?
– Һис шикһеҙ! – тине Нәғимә.
Сөнки, тиҙлек менән һынауҙан һуң уның ҡолаҡтары шаулай, башы ауырта, күңеле болғана ине. Бар маҡсаты – апаһынан һәм уның “Пежо”һынан ҡотолорға, өйгә ҡайтып, исмаһам, бер-ике сәғәт ял итеп алырға.
– Тимәк, мин Азаттың атаһы өсөн борсолмаһам да була? – тип һүҙен дауам итте Наҡыя. – Һин уға ҡарата дәғүәләреңде ҡалдырғанһыңдыр, тип уйлаһам, хаталанмайыммы?
– Әлбиттә, юҡ, апаҡайым! – тип яуап бирҙе Нәғимә һәм эстән генә: “Был “Пежо”ға тағы бер ултырһаммы!” – тип уйлап ҡуйҙы.
– Улайһа, килештек! – тине Наҡыя. – Һин тағы аҙаҡтан, Азаттың яңы атаһы хаҡында һүҙ барғанын белмәнем, тип кире ҡағып тораһы булма! Шуны бел: Ғирфан Ғүмәр улының миңә бер бурысы ла юҡ. Мин унан үҙ ихтыярым менән баш тартам. Мәҫәлән, ә ниңә һиңә уны үҙеңә ҡаратып, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап алмаҫҡа? Бушаҡ кеше, ләкин ул тиклем юҡҡа сыҡҡан әҙәм түгел. Һәр хәлдә, ҡулланыу ваҡыты үтмәгән.

***
Иртүк килеп, Рәмзиәнең ишеген ҡаҡтылар. Хужабикә үрелеп ҡараһа, ишек төбөндә Ғирфан
 
Ғүмәр улы тора. Ҡулында – йәтеш кенә тоҡсай. Рәмзиә аптыранды: таң менән ни эшләп йөрөй икән? Кисә лә килгәйне, ире Рифмир, күреп ҡалып, көнләшеп ҡуймаһын. Үҙенең ҙур пландары, ябай ғына итеп әйткәндә, Айзатты Наҡыянан биҙҙерергә тырышыуы хаҡында ишетһә, ире, үәт, һантый Барбара, тип кенә әйтәсәк.
Әллә ҡайһы арала Ғирфан Ғүмәр улы өйгә килеп тә инде.
– Мин аңламаным, – тине ул ишек төбөнән үк. – Һеҙҙең менән һөйләшкәндә мин иртән һауылған һөт һәм шулай уҡ иртән үткәрелгән ҡаймаҡ тураһында һүҙ баралыр, тип уйлағайным. Ә һеҙҙең кисәге ҡаймағығыҙҙан әсе тәме килә ине. Хатта бөгөн эсем дә гөбөрләп торҙо. Әсегән ҡаймаҡ арҡаһында булманымы икән, тип уйлап ҡуйҙым хатта.
– Шунда уҡ һыуытҡысҡа ултыртмағанһыңдыр? – тине Рәмзиә. – Минең ҡаймаҡ һәр ваҡыт өр-яңы була. Әсегәненән беҙ май бешәбеҙ.
– Шулайҙыр, тип уйлағайным да, – тине Ғирфан Ғүмәр улы. – Шулай ҙа, һөйләшеп ҡуяйыҡ әле. Күңелһеҙ хәлгә осрамаҫ өсөн, мөмкин булһа, һеҙ миңә ҡаймаҡты килеп алырға рөхсәт итегеҙ. Һәр көн иртән.
– Юҡ! – тине Рәмзиә өҙөп. – Мин бөтә килешеүҙе юҡҡа сығарам. Һеҙгә хәҙер ҡаймаҡ түгел, ҡатыҡ та эләкмәйәсәк! Сөнки һеҙ – бер нимәгә лә эшкинмәгән мәғәнәһеҙ кеше.
Был һүҙҙәр Ғирфандың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ул Рәмзиәгә асыуланып, ниндәй һүҙҙәр әйтергә икән, тип баш вата ғына башлағайны, ишек араһынан саҡ һыйып, Рифмирҙың килеп сыҡҡаны күренде.
– Йә инде! – тине ул яңғырауыҡлы тауыш менән. – Тағы бер ҡаймаҡ яратыусыны эйәләштергәнһең икән!
Ҡаймаҡ яратыусы? Был һүҙҙәр Рәмзиәгә оҡшаны, ул яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Йә, бер һантыйға ярҙам иткәндән, әллә нимә булмаҫ, – тип Ғирфанға ҡаймағын тотторҙо ла, этеп-төртөп тигәндәй, өйҙән ҡыуа ла башланы.
– Әйткәндәй, килешеүҙең юҡҡа сығыуында минең ғәйебем юҡ, – тип һөйләнде Ғирфан. – Һеҙ улығыҙҙың минең никахлы бисәмә әүрәүен икенсе планға ҡалдырһағыҙ ҙа була. Тәк, минең бисәнең исеме нисек булды әле ул? Наҡыя бит әле. Һеҙҙең улығыҙ, тәк, Наҡыянан төңөлөп, баштан-аяҡ Нәғимәгә ғашиҡ булған. Күңелем һиҙә, һеҙ был хаҡта беренсе тапҡыр ишетәһегеҙ. Ләкин ул һеҙҙе ҡыуандырыр, тип өмөт итмәйем. Ә һеҙҙең улығыҙ маладис! Һайлай ҙа, һайлана ла белә! Ана бит, күҙ алдында ҡартынан баш тартты ла, йәшенә ҡапланды ла ҡуйҙы! Дөрөҫ эшләй, уға нимәгә арбалы автомобиль? Тормош юлын өр-яңынан башлай ул!
Был хәбәр Рәмзиәне шаңғытты ғына түгел, тамам йығып һалды, ултыра төшөргә мәжбүр итте. Ул үҙе өсөн Наҡыянан һәм улынан ҡотолоу еңел тип иҫәпләһә лә, Нәғимә менән сәкәләшеү уның пландарына инмәй һәм өҫтөнлөк ҡыҙ яғында икәнлеге күренеп тора ине. “Йә инде, – тине эстән генә Рәмзиә. – Айыуҙан ҡотолоп, бүрегә барып эләктек”.
– Мин һеҙгә уңыштар теләйем! – тине Ғирфан Ғүмәрович. – Бик ҙур һәм тешегеҙ үтмәҫлек эшкә тотонғанһығыҙ. Бөкөләрҙе һеҙ белмәйһегеҙ әле. Бөкөләр хәҙер элекке Бөкөләр түгел. Уларға бер барып эләкһәң, еңел генә ҡотолоп булмай. Минең кәңәшем шул: улығыҙға Нәғимәһен алып бирегеҙ ҙә, эште түңәрәкләгеҙ. Юғиһә, ҙур һынауҙарға дусар булыуығыҙ бар.
Ғирфан Ғүмәр улының янау ҡатыш кәңәштәре Рәмзиәне тағы ла уйланырға мәжбүр итте. Әллә был Бөкөләр менән юҡҡа бәйләнде инде? Бәлки ҡул һелтәргә лә ҡуйырға кәрәктер? Юҡ. Бер башлағас, аҙағына еткерергә кәрәк! Шуларға барып, тағы баш эйеп торһа инде!..

***
Һеҙ, Айзат ҡайҙа булды, тип уйлайһығыҙҙыр инде. Ул ҡайҙа булһын инде, тырышып-тырышып, күршеләге Ҡафтау кешеһенә өй төҙөргә ярҙам итә. Ярҙам итмәй сараһы юҡ, аҡса кәрәк. Бында эш, дөрөҫөн әйткәндә, ҡыҙыҡ ҡына ҡоролған. Кавказлыға төҙөйҙәр, ә төҙөлөш эштәре менән Үзбәкстандан килгән кеше идара итә. Ә аҡсаны, башҡарылған эш күләменә ҡарап, әллә урыҫ, әллә башҡорт түләй. Ҡыҫҡаһы, кемдең кемгә эшләгәнен дә белгән юҡ. Ләкин барыһы ла быны ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул итә һәм мөмкин тиелем күберәк эшләргә тырыша.
Кискә тиклем Айзат ошонда тир түгергә, бил бөгөргә һәм күҙ бәйләнә башлағас, үҙенең мең ярымын кеҫәһенә тығырға тейеш. Бына шундай шарттарҙа беҙҙең Айзат. Ул үҙенең әсе яҙмышын барлай һәм кискә буласаҡ осрашыу хаҡында хыяллана. Тик уны унда көтәләрме икән? Көткән осраҡта ла, ул ҡайһыһына нығыраҡ кәрәк? Эйе, уға юғары инженер белеме менән бер баштан икенсе башҡа кирбес һәм иҙелмә ташып йөрөүе еңел түгел.
 
Килеп, көндәр эҫе тора, һыуһата. Кисен йыуынып өлгөрөргә лә кәрәк бит әле. Ә уға тиклем, бара һалып, сәскә гөлләмәһе һатып алырға кәрәк.
Эш сәғәте бөттө, буғай. Һәр кем үҙ мәшәҡәттәре менән таралышты. Әсәһе Айзатты аңдып ҡына йөрөй:
– Улым, ҡайҙа ҡабаланаһың? – тине ул. – Көнө буйы эшләп арының.
Егет өндәшмәй. Белә әсәһе ҡайҙа ҡабаланғанын. Тағы үҙенә оҡшамаған һүҙ ишетеп, һөҙөмтәһеҙ бәхәскә тарытырға йыйына. Йүгерә-атлай йыйына һалды. Кипмәһә лә, сәсен һыпырып ҡуйҙы:
– Ярай, әсәй, мин барып киләйем, – тине ул.
– Ял итер инең, – тине әсәһе. – Көнө буйына эшләнең.
Ә улы күңелдән булған һәм булырға мөмкин булған сығымдарын иҫәпләй. Таксиға – йөҙ тәңкә, гөлләмәгә – мең тәңкә. Эх, теге малай бер бүләк көтөп тора бит инде. Уға нимә алаһы икән? Ярай. Бөгөндән дүрт йөҙ тәңкә ҡала, иртәгә – дүрт йөҙ тәңкә. Ҡушһаҡ, берәй нәмә булыр әле.
Бына такси Наҡыяларҙың өйө эргәһенә килеп туҡтаны. Ике тәҙрәлә ике баш күренде. Әлбиттә, береһе Наҡыя булһа, икенсеһе – Нәғимә. Ә сәскә гөлләмәһе, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, берәү генә. Ә Азат инде, уйынсыҡ машинаһын этеп, әллә ҡайҙан: “Атайым килгән! Атайым килгән” – тип, һөрәнләп, йүгереп, килеп сыҡты.
Ә шулай ҙа, гөлләмәһе кемгә икән? Хәҙер беләбеҙ. Айзат, малайҙы етәкләп, эскә атланы.

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас в