Бына үҙе, малайын етәкләп, урамдан килеп инде.
Наҡыя өҫ-башын рәтләштерҙе лә, тамағын ҡыра-ҡыра ҡунаҡ йортона үтте. Ҡосаҡлашып ултырмаһындар тағы. Күреп ҡалһа-мәгәр, үҙен тыйып тота алмаҫ. Наҡыя еңелсә ишеккә шаҡыны һәм эскә керҙе лә, ҡатып ҡалды.
***
Ә был ваҡытта Рәмзиә Ғирфанды эҙләп йөрөй ине. Әллә икеме, өсмө адрес табып бирҙеләр, береһе лә дөрөҫ түгел. Әллә бисәләренең, әллә адвокаттарының адресы булып сыҡты. Уға тип, Ғирфан Ғүмәровичҡа тип ярты литр ҡаймаҡ, тоҡсай тултырып эремсек, бәлки кәрәктер, тип бер литр һөт тә ҡойоп алғайны. Ҡуй инде, эҙләп тапҡансы, һөт кенәһе ҡаймағы менән әсеп ҡуя инде. Аҙаҡ стадионда ниндәйҙер ярыш бара, Ғирфанды шунда күрҙек, тинеләр. Рәмзиә “алтылыһы” менән барып туҡтағайны, һис ҡайҙа парковка юҡ. Тегеләй үтте, былай үтте, машина өҫтөндә машина тора. Аптырағас, капотын асты ла, “аварийка”һын тоҡандырҙы ла китте. Намыҫтары етһә, иҫке машинаны алып китеп ҡараһындар!
Ғирфанды көс-хәл менән барып тапты. Уныһы ҡарап тороуға ипле генә бер иргә оҡшаған. Рәмзиәнән бик ентекләп, төпсөп һорашты. Ҡатын уралтып-суралтып торманы, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Тегеһе бик иғтибарлап тыңланы. Тыңлаған ыңғайы, ҡатынға оҙаҡлап ҡарап торҙо. Хатта, үрелеп, тоҡсай эсендә нимәләр ятҡанын да барланы, шикелле.
– Мин яңыраҡ Әлиә менән осраштым, – тип күҙен дә йоммай алданы Рәмзиә. – Хатта һеҙҙе хөрмәт итәләр. Һеҙ улар өсөн, ғөмүмән, бик абруйлы кеше икән. Шулай булғас, беҙ уртаҡ тел табырбыҙ, тип уйлайым. Өс һыйыр тотабыҙ. Килеп, һөттө күп бирәләр! Бына быныһы беҙҙән күстәнәс булыр.
– Әллә ҡаймаҡмы? Күптән ауыҙ иткән юҡ! Ҡайһылай тәмле, һөт еҫе килеп тора! Әһә! Һөтө лә бар! Маладис!
– Әгәр һеҙ, Ғирфан Ғүмәрович, Юламановтарҙың ҡыҙын үҙегеҙгә ҡаратып, үҙегеҙгә алһағыҙ, йәғни, өйөгөҙгә ҡайтарһағыҙ, мин һеҙҙе ҡаймаҡтан өҙмәм, тип уйлайым.
– Ә бына ҡаймаҡты һәм һөттө көн һайын минең өйөмә килтереп тороуҙы нисек ойошторорға уйлайһығыҙ?
– Бер нимәһе лә юҡ.Минең машинам бар. Көн һайын һеҙгә туҡталып китеү минең өсөн мәшәҡәт булмаясаҡ.
– О! Һеҙ автоледи икән!? – тип Ғирфан ҡаймаҡ һауытып асып, бик асыҡҡайнымы икән, шыйыҡ ҡаймаҡты эсеп тә күрһәтте.
Рәмзиә ҡаймаҡты көн һайын килтерәм, тиһә лә, ул әлегә был хаҡта уйламай. Һөттө көн һайын кешегә ташый башлаһаң, үҙеңә нимә ҡала? Үҙе ашамаған ҡаймаҡты бынау әрәмтамаҡҡа ташып тормай бит инде.
– Ғирфан ағай, мин шуныһын беләм, Наҡыяны әйтәм, ул һеҙҙе көтә. Тик һеҙҙән ҡыйыуыраҡ аҙымдар кәрәк. Үҙем ишеттем, шундай яғымлы, көслө ир, ти. Малайы ла атаһын таптыра. Ни хәл итергә лә белмәйем, тик кире ҡайтарып ҡына ала алмайым инде. Өйөбөҙгә бер килеп инһә,ҡәҙерләп кенә тотор инем, тип әйткән, тип тә ишетелде.
Иргә был туҙға яҙмаған һүҙҙәрҙе ишетеү күңелле ине. Хатта ауыҙы йырылып, ҡаймаҡҡа буялған ирендәре ялтырап китте. Эргәләге кешеләр уларға боролоп-боролоп ҡарай.
– Әйҙә, бынан китәйек, – тине Рәмзиә. – Беҙҙең нимә хаҡында һөйләшкәнде белмәһендәр.
Ғирфанға был һүҙҙәр оҡшаманы:
– Былар барыһы ла – минең дуҫтарым. Уларҙан минең серем юҡ. Егеттәрем һәр ваҡыт минең яҡлы булды.
– Ярай, улайһа, мин ҡабаланам, – тине Рәмзиә. – Иртәгә берәр букет алырға онотма. Шоколад тотҡан бул, малайыңа – уйынсыҡ.
– Сәскә, шоколад, уйынсыҡ... Беләһеңме, күпме аҡса кәрәк? Иң кәмендә – ике-өс мең! – тип ыңғырашты ир. Күренеп тора, аҡса һығып ҡалырға самалай.
– Ярай, улайһа, бер букетлыҡ һәм малайыңа шоколадлыҡ бирәм – мең тәңкә. Башҡа аҡсам юҡ.
– Һеҙ мине шикләндерә башланығыҙ,– тине Ғирфан. – Бая ғына бик ҡаты, иркен һөйләшә инегеҙ. Иң кәмендә унлап һыйырығыҙ барҙыр, тип уйлағайным.
– Уныһы ла булыр, – тине Рәмзиә. – Әйҙә, мин һине хәҙер үк алып китәм.
– Ҡайҙа алып китәһең?
– Ҡайҙа тип... Кәләшең янына алып барам.
– Әйҙә һуң барайыҡ. Күптән