+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь 2021, 11:00

АЛДАНДЫМ (Күҙәтеүҙәрҙән)

Иремдең сменаһы кискә булғас, ҡыҙымды баҡсанан үҙемә алырға тура килде. Атаһын таптырып мыжыған бәпесемде бар хәлемсә әүрәткәс, күтәреп, ҡайтыу яғына ыңғайланым. Ҡала урамында кеше күп: берәүҙәр эштән өйөнә ашыға, кемдер ял итергә сыҡҡан, йәштәр парлашып парк яғына ағыла. Яҙғы кис иҫ китмәле матур шул, йылы, яғымлы! Тар фатирға ҡайтып инге лә килмәй, ошо гүзәллекте күҙәтеп, яҙ һулышып һулап, тышта ғына йөрөһәң ине!

АЛДАНДЫМ (Күҙәтеүҙәрҙән)
АЛДАНДЫМ (Күҙәтеүҙәрҙән)

Яңы өс йәшкә ҡараған ҡыҙымдың минең ҡулда барғыһы килмәй, үҙ аяҡтарында тыпылдау уға нығыраҡ оҡшай, күрәһең. Тартҡылашып ергә төшә, ауа-түнә тротуарҙан йүгерә, кескәй генә ҡыҙыл итектәре менән күләүектәрҙе урап тормай, ҡап уртаһынан тасҡылдатып үтергә тырыша. Ҡаршыға осраған кешеләр бәләкәй генә йомроҡасыма яратып ҡарай, өлкәнерәк инәй-олатайҙар башынан һыйпап ҡала...

Спорт магазинының оло тупһаһында бер йәш ҡыҙ тора. Ыҫпай ғына кейенгән, һап-һары оҙон толомдары елгә елберләй. Ниңәлер беҙгә текләгәндәй үҙе. Уның кеүек һары сәсле аҡ йөҙлө миңә, атаһына оҡшап ҡап-ҡара бөҙрәкәй ҡыҙыма ҡарап, аптыраймы? “Атаһыҙ бала үҫтерә, бахыр”, – тип йәлләйме? Был уйҙарымдан күңелгә ҡыйын булып китте, “Бар баламдың атаһы, бар! Тик эштә!” – тип яуап биргем килде.

Тирә-яғыма ҡарандым. Әмәлгә ҡалғандай, артымда ҡара ғына буйсан егет килә икән. Боролдом да, юрый тауышымды көсәйтеп: “Әйҙә шәберәк атла, һөйөклөм, нимә артта ҡалдың!”- тип тегене көткән кеше булдым. Тартҡылашҡан ҡыҙым ыңғайына бер аҙ барғас, йәнә артыма боролдом: ҡыуып етмәйме, йәнәһе. Әммә үҙ күҙҙәремә үҙем ышанманым: ҡараҡай “егетем”  баяғы һылыуҡай менән ҡосаҡлашып тора! Бына кемде көткән икән! Улар ҙа беҙҙең кеүек тәһә: бер һарыға бер ҡара! Бәхетле генә булһындар! Тик ... Ни өсөн беҙгә текләне икән һуң? Бәлки, үҙенә ашҡынған һөйгәне менән ҡауышһа, тап беҙҙеке кеүек ҡараҡай ғына ҡыҙы булыр, тип хыялланғандыр... Һылыуҡайҙы алдайым тип, үҙем алдандым түгелме? Ахмаҡлығым өсөн ҡыҙыҡ булып китте лә, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Миңә селтер генә тауышы менән ҡыҙым да ҡушылды! Ошонан да ҙур бәхет бармы ни?!

 

 

Автор:Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
Читайте нас: