+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь 2021, 20:00

ҠАПҠА Хикәйә

Ҡыйыҡлы, бейек, бағаналары ҡолас еткеһеҙ йыуан, кандауай ҡарағайҙан йәки ҡарағастан ултыртылған, таҡталары йымдап ҡына, екһеҙ итеп, закруй алып (уныһы нимә булалар инде) ҡатылған ҙур ҡапҡалар оҡшай Камилаға. Урыҫ ҡапҡаһы тиҙәр бындай ҡапҡаны өлкәндәр. Камилаға улар үҙе бер өй һымаҡ күренә. Ямғырҙа күшекмәйһең, эҫелә – күләгә. Ҡарағай бағананың гәрәбә шикелле һап-һары сайыр тамсылары эҫе ҡояшта сырҡып сыға ла тәмле генә әскелтем еҫ тарала донъяға. Уйынға әүрәп, бағанаға, таҡтаға һөйәлдеңме – бөттөң. Күлдәгеңә, беләгеңә, сәсеңә сарт йәбешә сайыр. Булһын! Йәбешһен! Зату урыҫ ҡапҡаһы матур! Ҡыйыҡлы, бейек.

ҠАПҠА Хикәйә
ҠАПҠА Хикәйә

Инеп-сығып йөрөү өсөн өлкән ҡапҡаға янлатып эшләнгән бәләкәйе лә бар. Уны асам, тиһәң, бағананы үтәләй тишеп үткәреп ҡуйылған тимергә баҫаһың да ҡапҡаны этеп инәһең. Ә ябылыуын бәләкәй ҡапҡа үҙе ябыла. Камилаға уның шарт итеп ҡалыуы оҡшай. Асып инеп китәһең, артыңа ла ҡарамай, ә ҡапҡа – ша-арт! Асып сығаһың да китә лә бараһың, ә артыңда ҡапҡа – ша-арт!
Егелгән атты урамға ҙур ҡапҡаны асып индерәләр. Ат инһә, ҡапҡаның ике яғын тигеҙләп ябаһың да шып-шыма булып йылтырап киткән һайғауҙың остарын ике яҡ бағанаға ҡатылған тимер дүңгәләктәргә үткәреп ҡуяһың. Төнгөлөккә арҡыры ағастың осон бәләкәй ҡапҡа яғына ла үткәрә тартып ҡуяһың. Эт тә инә алмай урамыңа.

Ана шундай матур урыҫ ҡапҡаһы Камилаларҙың юҡ. Атаһы эшләмәгән. Ике яҡ күршеләрҙеке, ҡаршы яҡ күршеләрҙеке, аҫҡы урамдағы урыҫтарҙыҡы бар урыҫ ҡапҡаһы.
Урам буйлап китһәң, өс кешелә генә юҡ бындай ҡапҡа. Һәйурла ҡартта, Кәбирәлә, яңғыҙ әбейҙә лә Камилаларҙа.
Һәйурла ҡарттың ҡапҡаһы һайғауҙан. Сыҡһалар, ҡалҡытып асып сығалар, инһәләр, ҡалҡытып асып инәләр. Аса торған яғы һөйрәлеп, ергә тәрән бураҙна йырған. Ҡышҡыһын Һәйруллалар һайғау ҡапҡаһын бөтөнләй япмайҙар. Һуғарырға сығарған кеше малы барып инһә, малайҙары эттәрен һөсләтә.
- Һөрр-һөс! Һөрр-һөс!
Ә ҡарҙы көрәп, ҡапҡаны ябып ҡуйып булмаймы? Өйөрлө булдыҡһыҙҙар. Һәйурла ҡартты Камила яратмай. Уларға килһә, әсәһе Камилаға ашъяулыҡ йәйеп, сәй ултырта торорға ҡуша ла үҙе самауыр яңырта башлай. Камила:
– Бисмилла, – тип ашъяулыҡты урындыҡҡа түшәй башлаһа, Һәйурла ҡарт гел:
– Бис миңә, тиһеңме шул, ҡыҙым? Ә миңә нимә ҡала? Уат һин аны, бис миңә! – ти ҙә ҡуя бит, Кәлимулла бажа, ҡыҙың. – Шулай ти ҙә үҙ һүҙенә кеткелдәп үҙе көлә, етмәһә. Атаһы уҡып ултырған гәзитенән айырылмай ҙа, яуап ҡайтармай ҙа. Көнөнә ҡырҡ инә. Эшһеҙгәрим. (Әсәһе шулай ти.) Исеме Һәйурла түгел, башҡараҡ, тик атаһы өйрәтһә лә ҡыҙыҡай Һәйурла, тип өйтә лә ҡуя. Булһын. Бисмиңә, тимәһен үҙе.

Кәбирә әбейҙекен ҡапҡа тип әйтеп булмай. Уныҡы бер кеше генә инеп-сығып йөрөмәле ҡупшы ғына текмә кәлиткә. Олоғайһа ла төҫ ташламаған сибәр Кәбирә әбейҙең ҡупшыҡай кәлиткәһе лә бик оҡшай Камилаға. Тик Камилаға урыҫ ҡапҡаһы кәрәк. Уларҙыҡы – атаһы үҙе ярған драңкы. Бәләкәйе лә, ат менән инә торғаны ла. Бағаналары ҡарағас булыу менәнме... Урыҫ ҡапҡалы әхирәттәрендә уйнап ҡайта ла Камила атаһына бәйләнә.
– Атай, һин ҡасан беҙгә урыҫ ҡапҡаһы эшләәйһең? Бөтә кешелә лә бар, беҙҙә юҡ. Оят та инде. Беҙҙең ҡапҡа насаҡай! Атай, һин ҡасан...
– Ҡуй-ғуй, ҡаңғыртма, ҡыҙым. Быныһы булғанға шөкөр.
– Улайтҡасың, анау өй мөйөшөнә күгәрсен ояһы эшлә. Әпәт бөтәһендә лә бар, беҙҙә юҡ. Оят та инде, атай. Эшләп ҡуй, йәме, атай.
– Ярай, ярай. Тешһеҙ игәү генә ҡыҙым минең. Малай булып тыуыр кәрәк булған һиңә.
– Эйе шул, атай. Һуу, минме! Мин малай булһам,тегеләй! Атай, мин ҙурайғанса һин матур ҡапҡа эшлә шулай ҙа. Үҫеп, кейәүгә сыға башлаһам, был ҡапҡа менән ҡалайтып туй үткәрмәк кәрәк? Оят булыр ул...
Атаһы менән әсәһен, күрше-тирә бисәләрен аптыратып, хәбәр һалдыра ла ҡуя ул Камила, һигеҙ генә йәштәмен тип тормай.

Матур, бейек, ҡыйыҡ остары семәрләнгән, бағаналары, таҡталары ырып, уйып һырланған, сем йәшелгә буялған ҡапҡалы йортҡа килен булып килде Камила. Ҡыуанып, риза булып, теләп килде. Ошондай ныҡ ҡапҡа, бейек ҡоймалар, ҡапҡаслы тәҙрәләр уның бәхетен, һөйөүен, балаларын, көткән донъяһын хәүеф - хәтәрҙән, ҡайғы-ҡазаларҙан һаҡлап торасаҡ. Ел-ямғырҙарҙан һаҡлаясаҡ. Көнсөл күҙҙәрҙән. Ғәйбәттән, кеше һүҙенән аралаясаҡ. Камила ышанған, Камила яратҡан, Камила хыял иткән бәхет ҡапҡаһы бит ул килен булып килгән өйҙөң йәшел ҡапҡаһы.

Ҡапҡаны тейелгеһеҙ, кителгеһеҙ бәхет билгеһе күреп үҫте Камила. Быны ҡайҙан, кемдән ишетеп, уйына һалғандыр – үҙе лә белмәй. Бәләкәй саҡта атаһына:
– Беҙҙең ҡапҡа ямаҡай, оят та инде, – тигәне һаман да хәтерендә.
Әсәһе:
– Ошо донъям, ошо ҡапҡам булғанына мең шөкөр, – тиер ине. – Аптыратма атаңды. Һин белгәнде беҙ белмәйме?
Әсәһен аңламай ине Камила – ирен яҡлаша ла ултыра.
Ҙурая төшкәс белде: улар Урта Азия яҡтарынан ике сумаҙан ғына тотоп ҡайтып төшкән ауылға. Ул яҡта өйҙәре янып киткән. Ярай әле дакуминттарын алып ҡалғандар. Атаһының орден-миҙәалдарын. Бер ҡат кейем менән ҡайтҡандар. Ике бала етәктә, өсөнөһө имсәктә. Йәшәргә урман завутының барагынан урын биргәндәр. Ул бәләкәй генә баракты хәтерләй Камила.
Урам яҡҡа ике тәҙрә ҡарай. Береһе Камилаларҙыҡы, береһе уның йәштәше Санияларҙыҡы. Улар ҙа күсеп килгән әллә ҡайҙан ошо барактың ярты яғына. Уртаға бүлгән эстинә – йоҡа ғына таҡта. Ирешһәләр ҙә, һөйөшһәләр ҙә ишетелә. Эреле-ваҡлы барак тигән нәмә күп булған икән бөтә ерҙә лә Камилалар бала саҡта.
Шуға өй һалып сыҡҡас, шөкөр иткәндәрҙер инде әсәләре. Ә Камила, һантый, уларҙан ҡапҡа таптырҙы.

Ҡапҡа Камиланың яҙмышын үҙ ыңғайына йөрөттө, шикелле. Кәрәк саҡта шар астырҙы, кәрәкмәгендә шарт итеп яптырҙы. Камила ла донъяға, кешеләргә йә асыҡ, йә тар ғына ек ҡалдырып, ҡыҫып ҡуйылған ҡапҡа аша йөрөп, шунан ҡарап йәшәне. Күкрәгенә һыймай ташып барған һөйөүен дә, тойғо-кисерештәрен дә күңел ҡапҡалары аша семтемләп, иҫәпләп кенә, һығып ҡына сығарҙы ниңәлер. Шулай булмаһа, тәүге йәренән баш тартыр инеме ул?
Һәйурла ҡарттың Рәхмәтуллаһы яратты Камиланы. Йән атып, йән биреп яратты. Камила ла үҙ итә ине был оҙон буйлы, ҡалын ҡара ҡашлы, һылыу, аҡыллы егетте. Осрашып йөрөнөләр. Көтәм, тип әйтмәһә лә, Рәхмәтулланы армиянан һағынып көтөп алды. Рәхмәтулланың: "Беҙ бәхетле булырбыҙ, етеш йәшәрбеҙ, Камила, кешенән кәм булмабыҙ," – тигән һүҙҙәренә, эйе, тимәһә лә, риза ине, шат ине. Тик бала саҡтағы һөйрәлеп асылған һайғау ҡапҡа Рәхмәтулланы Камиланың күңеленә үткәрмәгән күренмәҫ кәртә булып торҙо Камила өсөн. Рәхмәтулла ғына белмәне ҡыҙҙың, яратһа ла, һалҡын булыуының сәбәбен. Һөйөүем менән иретермен әле, тип сабыр ғына көттө. Һәйрулла ҡарттың улдары һалған йорт балҡып ултыра, ҡапҡалары ла ауылда инде бер тигән. Ә әллә ҡасан сереп бөткән һайғау ҡапҡаның сөрөгө Камиланың һалҡын күңел төбөндә ятып ҡалған. Һәйурла ҡарттың һуғыштан бик ныҡ яраланып, контузия алып, сыҡмаған йән менән генә ҡайтҡанын ҡайҙан белһен Камила. Ҡапҡалары "насаҡай" кешеләргә Камиланың баһаһы бер.

Камиланы ошо ире әйттереп алып ҡайтып киткәс, Рәхмәтулланың үҙҙәренә килеп илағанын һөйләгәйне әсәһе мәрхүмә.
– Рәжәп ағай, мин ярата инем бит ҡыҙыңды... Нишләп биреп ебәрҙең? Ул да ярата ине. Камиланың ризалығын алайым да, килербеҙ, тип йөрөй инем...
– Яратҡас, атаң башын көтөп йөрөнөңмө? Алдан кем өлгөргән, шуға инде кәләш.
– Камила бит, ағай...
– Егет кеше ҡыҙға ҡарап торамы?
Камиланың атаһы ҡыҙып китеп, Рәхмәтулланы әрләп ташлаған.
– Йәбешеп булһа ла алыр инең, яратҡас! Бирер инем ҡыҙымды һиңә! Әллә кемгә тоттороп ебәргәнсе. Тораһың хәҙер шәмәреп, эшкинмәгән! Мәмәй!
Йәне көйөп йөрөгән атаһы ҡыҙының көсөн Рәхмәтуллаға төшөргәндер инде.

Күңел ҡапҡаһын шар аса белмәне шул Камила.
– Һин ниңә улайһың, Камила?! Кемдән йәлләйһең үҙеңде? Кемгә һаҡлайһың? Ҡасанға тиклем? Ике йәшәмәйбеҙ бит! – тип аҙарынып аптыраны ире Камиланы ташлап сығып китмәҫ элек. – Кемгә оҡшап, шулайһың һин? Боҙ һалҡыны бәрелеп тора бит һинән. Ҡайным ҡандай кеше ине, ҡәйнәм үҙе бер әүлиә булды. Бер-береһе өсөн йәндәрен бүлеп бирерҙәй булып йәшәнеләр. Беҙ ҙә шулай йәшәрбеҙ, тип уйлағайным мин, Камила... Их, һин. Мин ярай инде, күнгәнмен. Ике малайҙы, улдарыбыҙҙы, ҡасан тупылдатып, арҡаларынан һөйөп яраттың, иркәләнең?
Был ирҙәргә нимә етмәйҙер – Камила аңламай.
Фазылйән йәш саҡтарында кәләшен наҙлап, иркәләп, дәрте ташып, күҙҙәрен, муйынын, түштәрен үбә башлаһа, Камила уны ҡаты ғына этеп ебәрә ине:
– Кит әле! Нишләйһең ул? Мин һиңә бер уйнаш бисәлер шул!
Мин күнгәнмен, тиһә лә, Камиланың һалҡын битарафлығын бынан ары күтәрә аламаҫын аңлағандыр Фазылйән – китте. Икенсе бисәгә түгел, былай ғына сыҡты ла китте.
Хәҙер ана, бер ҡараһаң, Заһитта, бер ҡараһаң, Шәһиттә. Эштәрен эшләшеп, балаларын көтөшөп йәшәп ята шунда. Кәрәк-яраҡтарын ара-тирә килеп алып китә. Ҡатыны янына ҡайтып йәшәүҙе уйына ла алмай. Йөҙө шат, күҙҙәре көләс. Ейәндәренең мәҙәктәрен һөйләп, көлөп ала. Оҙаҡ тотҡарланмай. Биргән күстәнәстәрҙән баш тартмай – үҙе өсөн түгел бит. Кесе улы Шәһиттең ҡала ситендәге баҡсаһына үҙе өсөн өй төҙөп алды. Камила барып күреп ҡайтты. Матур, ыҡсым.
– Өйҙө һат та миңә килеп йәшә, – тип шаяртҡан булды ире.
Юҡ, бармаҫ Камила бәләкәй генә ҡапҡалы бәләкәй өйгә.

Кешенән оят, тип йәшәне Камила. Бер аҙым алға баҫа ла ҡаш аҫтынан башҡаларҙы байҡай. Етмәгәнен еткерә, еткергәнен арттыра. Иренә лә, ике балаһына ла ваҡыты ҡалмай ине шул.
– Өсәү итәйек балаларҙы, үҙеңә иптәшкә берәй ҡыҙыҡай алайыҡ.
Фазылйәндең был һүҙҙәре һәр саҡ боҙға төшөп сәселеп киткән борсаҡтай булды.
Фазылйәнде лә, малайҙарын да эштән бушатманы, үҙе лә аяҡ эйеп ултырыуҙы белмәне. Юҡ, үлә яҙып донъя ҡыуҙы, тип тә әйтеп булмай уны. Үҙенсә йәшәне, үҙенсә тырышты, берәүгә лә зыяны теймәне, шикелле. Малайҙары уҡыны, кеше булды, кәләштәренән дә уңдылар. Гөрләтеп донъя көтәләр, "Әсәй," – тип өҙөлөп торалар, бер ниндәй ғәйеп таҡмайҙар, Аллаға шөкөр.

– Әллә инде...
Үҙ һүҙҙәренә үҙе һиҫкәнеп, ҡапыл башын күтәрҙе Камила.
Оҙаҡ ултырҙымы икән ни? Быҙауҙарын ҡарап килде лә, арып, һырлап эшләнгән матур эскәмйәгә ултырып торғайны. Һөйәнгесен дә уңайлы итеп эшләп ҡуйғайны Фазылйән. Башын ҡоймаға терәп, ике ҡулын тубыҡтарына һалып, күҙҙәрен йомоп, уйланып ултырғайны. Йоҡо баҫып, серем иткән арала күренгәндер, күрәһең, бала сағы, ҡапҡалар, Рәхмәтулла. Ул ҡайҙалыр инде хәҙер. Зым-зыя юҡ булғайны. Иҫән, тиҙәр.
Байтаҡ ҡына ултырғандыр – ҡояш бейек ҡапҡа артына күскән дә ергә күләгә ятҡан.
Тәрән итеп көрһөндө Камила.
– Ҡалайтайым. Шулай булып тыуғас...

Һалҡынайтҡандыр – ҡапҡа төбөндәге эте томшоғон йәшергән. Ә Камила ниңәлер бер ҡасан да өшөмәй. Ул өшөүҙе белмәй.
– Һалҡын һауа миңә дауа, – ти торғайны гел Фазылйәнгә.
– Әллә инде.
Камила урынынан тороп, ҡапҡаһын шар асты ла, артына ла ҡарамай эскә үтте. Сем йәшелгә буялған матур ҡапҡаһы уның артынан шарт итеп ябылды.

Автор:Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: