+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь 2021, 12:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Туғыҙынсы бүлек.

Нәғимә менән Айзаттың ҡайтып төшөүе ҙур шау-шыу ҙа, ығы-зығы ла тыуҙырманы. Бөкөләр – хәлле халыҡ – берәй сараһын күргәндәрҙер, майлағандарҙыр, яйлағандарҙыр. Кем әйтмешләй, нет тела – нет дела. Күрәләтә тотоп алып, ике аҙна буйы ҡайҙа һыу индегеҙ, нимә ашанығыҙ, тип допрос ҡуйып булмай бит инде.Әлиә менән Батырҙың йөҙөнә ҡарағанда, улар низағтың ыңғай тамамланыуын үҙҙәренең еңеүе сифатында күрһәтте һәм ошо хаҡта һораша башлаһаң, өндәшмәйҙәр, йәки һүҙҙе икенсегә боралар.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Туғыҙынсы бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Туғыҙынсы бүлек.
Ә инде Наҡыя менән Нәғимәнең үҙ-ара мөнәсәбәте хаҡында аҙаҡтан ысынбарлыҡ юғалды һәм уйҙырмалар өҫтөнлөк итә башланы. Мәҫәлән, Айзат менән Нәғимә Ғәрәбстанға осҡандар икән, туй сәйәхәте үткәргәндәр, ҡайтыуҙарына машиналары аэропортта көтөп торған, парковка өсөн машинанан ҡиммәтерәк аҡса түләгәндәр һымағыраҡ хәбәрҙәр кемде ҡыҙыҡһындыра инде. Аҙағыраҡ бик мәғлүмәтле бер кеше: “Наҡыя үҙенең яҙмышына күнгән, беренсе мөхәббәтенең һеңлеһенә өҫтөнлөк биреүен яҙмыш сифатында ҡабул иткән”, – тигән.
Хәйер, мөхәббәт утында яныу, бер-береңде һынау, бәхет өсөн көрәш борондан килә һәм унан берәүҙең дә ҡотолғаны юҡ.
Әлиә менән Рәмзиәгә осрашып, оҙаҡ ҡына кәңәшләшергә, бәхәсләшергә, хатта урыны менән низағлашырға тура килде. Рәмзиә, мәҫәлән, тәүҙәрәк Наҡыяны, аҙаҡ Нәғимәне килен итеп алыу хаҡындағы фекергә бик ҡаршы ине. Аҙаҡ уйҙарын үҙгәртергә мәжбүр булмағайы. Үҙгәртмәй ҙә булмай шул, сөнки үҙ-ара һөйләшеүҙәрҙә алдараҡ әллә белеп, әллә белмәйенсә әйтелгән “өсөнсө” пәйҙә булды һәм барыһының да аҡылы, теләге, ихтыяры һәм ихтыяжы менән идара итә башланы.
Әлиә ҡыҙы Нәғимәнең ҡайһы ваҡыт уйсан, ваҡыты менән, олатаһына оҡшатып, ауыҙ сите менән генә хәйләкәр йылмайып йөрөүенә иғтибар иткәйне, бушҡа булмаған икән шул. Сөнки быға тиклем ике-өс кеше генә белгән, ләкин күрмәгән “өсөнсө” барлыҡҡа килде һәм үҙенә генә хас ҡөҙрәт менән барыһын да уңлы-һуллы йөрөтә башланы. Был осраҡта Әлиә бәлки хаталанғандыр. Ул, ошо хаҡта хәбәр сыҡҡандан һуң, Наҡыянан: “Һинең әхирәтең Эльвира Насиповнаның телефоны бармы?” – тип һорауы өлкән ҡыҙын һис сәбәпһеҙ тертләп ҡуйырға мәжбүр итте.
Тертләмәҫлек түгел шул. Өндәшмәне, һиҙҙермәне Наҡыя, номерын яҙып бирҙе. Шулай ҙа, әсәһенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап: “Эльвираһыҙ ғына хәл итеп булмаймы?” – тине.
– Үҙең беләһең, Эльвираһыҙ булмай шул, – тине әсәһе. – Әгәр әхирәтең ялда булһа, шәхси клиникаға мөрәжәғәт итергә тура килер.
Ошо урында Әлиә, күберәк һөйләп ташланым, шикелле, тип телен тыйҙы һәм уйлап ҡуйҙы: Наҡыя һуңғы арала бик күңелһеҙ йөрөй. Аҫтыртынланды һәм уның әллә нәмәләр сығарыуы бик ихтимал. Ә һеңлеһенең Эльвираны эҙләүе һис тә апаһы файҙаһына түгел. Әгәр быға тиклем Наҡыяны өмөт йөрөтһә, бер заман Айзаттың уға килеренә бәләкәй генә мөмкинлек йәшәһә, Эльвираға сәфәр ҡылыу һуңғы мөмкинлекте юҡ итә.
Наҡыя түҙеп тора буламы һуң инде. Сыҡты ла, Эльвираға СМС-ка ебәрҙе: “Һин ҡайҙа? Миңә кәрәкһең”, тип яҙылғайны унда. “Мин Ҡырымда, 4 көндән өйҙә булам”, тип яҙылғайны яуапта.
Наҡыя һығымта яһауынса, тимәк, шәхси клиникаға мөрәжәғәт итмәһәләр, уның ҡарамағында тағы ла дүрт көн бар. Бик ауыр булһа ла, Наҡыяға Рәмзиәгә шылтыратырға һәм берләшергә тура килде. Сөнки Рәмзиә әле булһа Айзаттың Бөкөнөң ҡыҙҙарынан баш тартыуына өмөт итә, ә Наҡыя иһә, һеңлеһенең Айзатты мәкерле рәүештә тартып алыуын һис кенә лә ғәфү итергә уйламай, уңайлы көндө көтә. Һәм ул көн килде, тип иҫәпләй. Айзат менән Нәғимә Талҡаҫ күлендә ял итеп ҡайтҡандан һуң ике аҙна үткәс, әсәһе ҡыҙҙың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Ҡыҙым, дөрөҫөн әйт, әллә һин ауырлымы?” – тип һораны.
Көтөлмәгән һорау Нәғимәне һиҫкәнергә мәжбүр итте. Шул инде, әсәйҙән бер нәмә лә йәшереп булмай. Ул бөтәһен дә күрә һәм белә.
– Эйе, – тине ҡыҙы һәм илап ебәрҙе.
Ошо көндән ваҡиғалар бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды.
Эльвира ялда, үҙәк дауаханалағы гинекология бүлеге ябыҡ. Бик кәрәк булһа, шәхси клиникалар бар. Шуларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Наҡыя оҙаҡ уйлап торманы. Тиҙ генә кейенеп-яһанды ла, шундай клиникаларҙың береһенә ыңғайланы. Күҙҙәре янып торған бөҙрә сәсле белгес Наҡыяға нимә кәрәклегенә ике һүҙҙән төшөндө.
 
Һеҙгә нисә йәш? – тип һораны ул ҡатындан.
– Утыҙ, – тине.
Әҙ ҙә өҫтәмәне, күп тә кәметмәне.
– Әгәр һеҙҙең мөмкинлегегеҙ булһа, беҙ һеҙҙең үтенесте тауыш-тынһыҙ һәм һаулыҡҡа зыян килтермәй генә үтәй алабыҙ. Мәҫәлән, ябай ғына медицина күҙәтеүе үтеү – ун мең һум. Ә һеҙ әйткән программа буйынса эшләү – ун тапҡырға ғына күберәк.
Наҡыя әле өмөтөн өҙмәй, ә “бөҙрә сәс” кабинетынан сыҡмай ғына йөҙ мең һум аҡса эшләү хаҡында баш вата. Табип ғаиләһе менән ҡайҙалыр ял итергә барырға йыйына ине, уға әле 100 мең һум аҡса етмәй.
Шул көндө Наҡыя күҙ алдында үҙгәрҙе. Һеңлеһен ҡосаҡлап алды, йылы һүҙҙәр тапты, ҡултыҡлап ҡына йөрөттө һәм бер ҡатлы һеңлеһен тоғролоғона ышандырҙы. Әлиәнең ҡыуаныуын күрһәгеҙ! Ниһайәт, бәхәскә урын ҡалманы. Кейәүгә хужабикә эҙләү мәсьәләһе уңышлы тамамланды. Наҡыяның бик ваҡыты юҡ, уның эше күп, ләкин ул һеңлеһе өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер, хатта ул уны шәхси клиникаға табипҡа алып барасаҡ.
Иртән иртүк торҙолар, иң арыу кейемдәрен кейҙеләр, “Пежо”ны һөрткөләнеләр һәм күмәкләшеп ҡапҡа алдынан сығып, Наҡыя менән Нәғимәне оҙатып ҡалдылар.
Бына бөҙрә сәсле, янып торған күҙле табип. О, ул ҡайһылай иғтибарлы! Йәш ҡыҙҙы үҙе етәкләп килтереп ултыртты. Аһ, УЗИ-ға барырға кәрәк, ти бит әле ул, унда кеше күптер инде. Ай әттәгенәһе! Унда ла сират икән. Сиратына ай аҙағына тиклем яҙылып бөткәндәр. Наҡыяның һиҙҙермәй генә биш меңде һоноуы булды, сират тигәндәре тығыҙланды, бәләкәй генә тәҙрә пәйҙә булды һәм Нәғимәгә лә урын табылды. Бик ентекләп ҡаранылар. Хатта бер аҙ кәңәшләштеләр. “Бөҙрә сәс” Нәғимә менән Наҡыяға сығып, көтөргә кәңәш итте. Ҡушҡас, ҡайҙа бараһың, көтәһең инде. Көтөү алдан көтөлгәндән саҡ ҡына оҙағыраҡ булды. Бына апалы-һеңлеле икәүләшеп, әлбиттә, ҡултыҡлашып, тағы кереп ултырҙылар һәм “бөҙрә сәс” Нәғимәне ҡып-ҡыҙыл булырға мәжбүр иткән бер генә һорау бирҙе:
– Һеҙ беренсе тапҡыр ауырға ҡалаһығыҙмы?
Баҙап ҡалған ҡыҙ кире яуап биргәс, ғәжәпләнеп, яурындарын һикертеп ҡуйҙы һәм:
– Яралғы һелкенмәй. Уға нимәлер булған. Шуның өсөн уны тиҙ арала таҙартырға кәрәк. Ни тиклем тиҙерәк эшләнһә, мәҫәлән, бөгөн, һеҙҙең һаулығығыҙға шул тиклем әҙерәк зыян киләсәк, – тине “бөҙрә сәс” һәм бирсәткәләрен кейә башланы.
Табип сығарған хөкөмдөң мәғәнәһе аңына барып еткәс, Нәғимә апаһының ҡосағына ҡоланы һәм бер генә уй мейеһен шаңғытты: ни өсөн? Нәғимә, үҙе лә һиҙмәҫтән, үкереп, илай башланы. Бындай шарттарҙа артабанғы эштәрҙең мөмкин булмауын күргән табип уларға ҡайтып торорға һәм иртәгә килергә рөхсәт итте.
Ул арала булмай, был хаҡта ишеткән Айзат килеп етте. Эш кейемен дә һалып тормай, хатта: “Атай, атай килгән!” – тип йүгереп сыҡҡан Азатҡа ла иғтибар итмәй, Нәғимә эргәһенә кереп китте.
– Борсолма, – тине Айзат Нәғимәгә. – Беҙ әле йәш, тормош яңы башлана. Бәхет өсөн көрәшергә лә кәрәк. Мин иртәгә икенсе клиникаға барып ҡарарға тәҡдим итәм, – тине.
Был һүҙҙәр Наҡыяны тертләргә мәжбүр итте.

Дауамы бар.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ещё
 
 
Напишите сообщение...
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: