+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Ноябрь 2021, 19:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Ун беренсе бүлек.

Ә был ваҡытта Рәмзиә менән Рифмир, Бүкәндәр, туй сығымдарын иҫәпләй ине. Рәмзиә ошо хаҡта төнө буйына баш ватты. Тегеләре бай, ләкин аҡсаны бармаҡ араһынан ҡыҫып ҡына сығара торған халыҡ. Туй бит инде, нисек инде, аҡсабыҙ юҡ, бесән кәрәк, фураж кәрәк, тип меҫкенләнеп тораһың? Һыр бирмәҫкә тура киләсәк.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Ун беренсе бүлек.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Ун беренсе бүлек.
Әллә кредит алырғамы икән, тип баш вата Рәмзиә. Хәҙер уныһы ла проценттары менән бөлдөрөрлөк бит инде.
Иртәнге сәй ваҡытында Айзат көн үҙәгендә торған мәсьәләне киҫкенерәк ҡуйҙы:
– Ҡасан һоратырға барабыҙ? – тине ул атаһы менән әсәһенә битараф ҡына ҡарап.
Ҡуй инде, ошо йәштәрҙе, туй бит был, туй, кеше араһында мах бирергә ярамай! Күлдәге генә – йөҙ мең, лимузины – йөҙ мең. Рәмзиәнең хатта ҡан баҫымы күтәрелде һәм ҡып-ҡыҙыл булды. Ә Рифмир нимә ти инде?
– Бер автобусҡа заказ бирәбеҙ, “Газель” булһа ла ярай, күмәкләшеп килеп төшәбеҙ, – тип һөйләй башлағайны, улы сәсрәп, ләпелдәй башланы:
– Ана, олатайҙарҙың мал аҙбарының артында бына тигән арба ултыра. Тәгәрмәстәрен дегетләп, кендегенә май һөртөп алабыҙ ҙа, тейәләбеҙ ҙә китәбеҙ. Атай, һин, “Газель” яллап, мине мәсхәрә итергә уйлайһыңмы әллә?
Атаһы, донъя күргән кеше, яуабын да тиҙ генә таба һалды бит әле:
– Бына, үҙең иҫәпләп ҡара, улым. Беҙҙең яҡтан егермеләп кеше бара. Иң кәмендә, 5-6 еңел автомобиль, тигән һүҙ.
Ошо урында Айзат атаһын бүлдерҙе:
– Атай, алдан уҡ әйтеп ҡуям. Әгәр анау “алтылы”ғыҙ менән барырға йыйынһағыҙ, туй булмаясаҡ!
Рифмир һүҙен дауам ите:
– Атайыңды бүлдерәһең, улым. Бына, үҙең ҡара: егермеләп кеше, 5-6 машина, тимәк, 5-6 водитель, тигән һүҙ.Үҙең ҡара, башҡалар ашап-эскәндә, ҡунаҡ булғанда, водителдәр башҡаларҙың ашап-эскәнен ҡарап ултырырға мәжбүр буласаҡ. Ә туйҙа бөтәһе лә ҡунаҡ булырға тейеш. Ә бер йөҙ грамм да эсмәй ҡайтҡас, ниндәй туй ул?
– Дөрөҫ, – тип хупланы Рәмзиә. – Автобус менән барабыҙ, үҙебеҙҙең транспортты ҡалдырабыҙ.
Айзаттың телефоны шылтыраны. Уға Нәғимә шылтырата икән. Ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң, егеттең кәйефе шыпа төштө.
– Бер-бер хәл бармы әллә? – тине әсәһе, – төҫөң боҙолдо?
– Юҡ, юҡ, бөтәһе лә һәйбәт. Ул хәтле борсолорлоҡ түгел.
Шул ваҡыт тыштан ишек ҡаҡтылар. Рәмзиә сыҡһа, Ғирфан Ғүмәр улы тора.
– Һеҙҙең менән һөйләшеп алырға мөмкинме? – тине ир, урынында тапанып. – Миндә һеҙҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ мәғлүмәт бар.
Рәмзиә, ишетмәйҙәрме, тигән ҡиәфәт менән өй яғына ҡарап алды. Быға тарыма, тарыһаң, арыма икән. Ҡайҙан бәйләнде?
– Нимә әйтергә теләйһең? – тине Рәмзиә, ишекте ҡыҫып ҡына асып.
– Иң тәүҙә мосафирҙы өйөңә саҡырып, ҡаймаҡлап сәй эсерһәң, тамағы туйып ҡалыр ине. Беҙҙе ҡасандыр уртаҡ маҡсаттар берләштерә ине. Минең уйлауымса, беҙҙең хеҙмәттәшлекте дауам иттерер сәбәптәр бар. Мин, мәҫәлән, Наҡыяға өйләнеүҙән баш тартырға йыйынғаным юҡ. Ә инде Айзат улығыҙҙың Нәғимәгә өйләнергә йыйыныуы, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуы бик мөмкин, – тине лә, ҡапҡаны шапылдатып ябып, китә башланы.
Рәмзиәгә: “Туҡта әле, туҡта, Ғирфан ағай! Бер ауыҙыңды асҡас, һөйләп кит”, – тип йүгереп сығыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Шулай ул донъя, ата ҡаҙға ла сәләм бирҙертә! Ә тегендә һеҙҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡҡа ҙур ҡурҡыныс янай. Наҡыялары Бөкөләрҙең бар пландарын юҡҡа сығарҙы. Туйҙан бигерәк, бәпес туйы үткәреп, исем эҙләп мәшәҡәтләнмәһәгеҙ ҙә була, – тип үҙе белгәндәрҙе, ишеткәндәрҙе, хатта ҡайһы бер ваҡиғаларҙы, киреһенсә, ҡуйыртып, Рәмзиәгә һөйләп бирҙе.
Туйҙы кисектереп тороу мәсьәләһе мөһим булғанлыҡтан, Рәмзиә, ниһайәт, һылтауын тапты, шикелле. Уға баштан уҡ Наҡыя менән бәйләнешкә инергә булған. Әле Нәғимәнең хәлен иҫәпкә алып, Наҡыяға ҡарата мөнәсәбәттең үҙгәреүе ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирер һымаҡ. Уф, ошо туйҙан нисек ҡотолорға икән? Бына бер яйы сығырға тора түгелме һуң? Рәмзиә Ғирфан Ғүмәр улынан Наҡыяның телефонын һораны.
– Рәмзиә, һинең өсөн бөтәһен дә эшләйем. Миңә бер ярты сәғәт ваҡыт бир. Һөтөңдө айыртып, самауырыңды яңыртып, йылы ғына ҡаймағыңды өҫтәлгә ултырта тор. Хәҙер Наҡыяның телефоны һинең кеҫәңдә булыр, йә беҙ сәй эскән арала, ул һеҙгә шылтыратыр.
Тап шулай булды ла. Ғирфан Ғүмәр улы ҙур ағас
 
ҡалаҡ менән ярты литрлы банканан йылы ғына ҡаймаҡты һемергән ваҡытта Наҡыя Рәмзиәгә шылтыратты. Рәмзиәгә, башҡалар ишетмәһен өсөн, икенсе бүлмәгә сығырға тура килде. Улар хәҙер ҡалаға барырға һәм шунда артабанғы эштәрҙең (этлектәрҙең, тип аңлағыҙ) яҡын арала хәл итәһе планын ҡарарға булдылар.
Наҡыя сығып өлгөрмәне, уларҙың өйөнә такси менән Айзат килеп төштө. Азат уның килеп инеүен көтөп кенә торамы ни: “Атай, атай! Атайым килгән!” – тип тағы ла йүгереп сыҡмаһынмы! Айзат, йыуаш кеше, нимә эшләһен инде, малайҙы күтәреп алды, арҡаһынан һөйҙө, хатта бер кәнфит тотторҙо. Атаһын һағынған малайға был ғына етәме һуң инде? Малай Айзатты уйнарға саҡырҙы. Уйынсыҡ машинаһы менән бер-ике йөк ҡом да килтереп бушаттылар. Ә быларҙы тәҙрәнән Нәғимә ҡарап ултырған икән. Тәүҙә уға ҡыҙыҡ һымаҡ тойолғайны. Кейәү кеше, буласаҡ ир бынау сабый менән, үҙ балаһы һымаҡ, уйнап ултырыуын әйт әле! Былай ҙа кәйефһеҙ йөрөгән Нәғимәнең асыуы килде лә ҡуйҙы. Айзат бында нимә, Азат менән уйнарға килгәнме, әллә уның хәлен белергәме?
Ярты сәғәт үткәс кенә ҡотолдо был малайҙан. Нәғимәнең бүлмәһенә инһә, ҡыҙ илап ята,буҫығып бөткән. Саҡ йыуатып алырға тура килде.
– Мин бында ҡала алмайым, –тине Нәғимә, Айзаттың ҡосағында иреп. – Мине ҡайҙа булһа ла алып кит. Мин Наҡыя апайымдан ҡурҡам. Ул, минән ҡотолоу өсөн, барыһын да эшләйәсәк. Һин уның күҙҙәренең мәкерле янғанын күрһәң! Юҡ, йәнем, һин мине ҡотҡар! Беҙ, уның арҡаһында, балабыҙҙы юғалттыҡ. Ул мине юҡ итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк. Бөгөн үк, хәҙер үк мине алып кит!
Айзат уйлана, ҡайҙа барырға ла белмәй. Ҡайҙа барһын, уның аҡсаһы юҡ. Хәҙер түләмәһәң, автобусҡа ла ултыртмайҙар.
– Ҡайҙа барабыҙ һуң? – тине Айзат, кәләшенә аптыранып ҡарап.
– Өйөңә алып ҡайт. Никах уҡытабыҙ ҙа, һин мине алып ҡайтаһың.
– Во һинең баш! – тине Айзат ҡыҙҙың сәстәренән һыйпап. – Һин бит дөрөҫ әйтәһең. Ә көҙгә – туй.
– Никах уҡытһалар, туй беҙгә нимәгә? – тине Нәғимә. – Мине, мәҫәлән, ҡиммәтле туй күлдәктәре кейеп, лимузиндарҙа тегеләй-былай, тегеләй-былай кеше аптыратып үтеү ҡыҙыҡһындырмай.
Нәғимәләрҙән сығыу менән, Айзат муллаға йүгерҙе. Тиҙерәк, тиҙерәк, мулла бушаһа ғына ярар ине. Мулланың сәғәт өстә буш ваҡыты бар икән.
– Эш ваҡыты, кеше күп йыймағыҙ, – тине мулла.
Айзат әсәһенә шылтыратты. Рәмзиә бөгөн баҙарға һуңланы, урындар бөткән. Ул машинаһын көс-хәл менән урынлаштырып, ике сумкаһын күтәреп, арманһыҙ булып, баҙарға инеп бара ине.
– Әсәй, әсәй, ишетәһеңме? – тип шылтыратты уға улы. – Сәғәт өстә никах уҡытабыҙ, оҙаҡлама.
Кемдең никахы? Рәмзиә кем шылтыратҡанын да аңлап бөтмәне. Баҙар тулы халыҡ, шау-шыу, ығы-зығы. Берәй ағай-эне никахҡа саҡырҙы, тип уйлап ҡуйҙы. Ярай, әле ваҡыт бар бит әле.




Дауамы бар.
 
 
 
 
Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: